Төп мәғлүмәткә күсеү

Эстәлеккә күсеү

Бөтә ерҙең Хөкөмсөһө һәр ваҡыт ғәҙел эш итә

Бөтә ерҙең Хөкөмсөһө һәр ваҡыт ғәҙел эш итә

«Ул — Ҡая; уның эштәре камил, уның бөтә юлдары ғәҙел» (ҠАН. 32:4).

ЙЫРҘАР: 2, 11

1. Ибраһим Йәһүәнең һәр ваҡыт ғәҙел эш итеүенә инаныуын нисек күрһәткән? (Мәҡәлә башындағы рәсемде ҡарағыҙ.)

«БӨТӘ ерҙең Хөкөмдары хаҡһыҙ хөкөм итерме?» (Баш. 18:25). Был һүҙҙәр менән Ибраһим Йәһүәнең, Содом һәм Гоморраға хөкөм сығарғанда, камил ғәҙеллек буйынса эш итеренә инаныуын күрһәткән. Ул һис тә шикләнмәгән: Йәһүә бер ҡасан да ғәҙелһеҙ эш итмәйәсәк һәм «тәҡүәлеләрҙе яуыздар менән бергә һәләк итмә[йәсәк]». Ибраһим хатта былай тигән: «Бының булыуы мөмкин түгел!» 400 йыл тирәһе үткәндән һуң, Йәһүә үҙе хаҡында бындай һүҙҙәр яҙырға ҡушҡан: «Ул — Ҡая; уның эштәре камил, уның бөтә юлдары ғәҙел. Ул — тоғролоҡ Аллаһы, һис тә ғәҙелһеҙлек ҡылмаҫ. Ул ғәҙел һәм намыҫлы» (Ҡан. 31:19; 32:4).

2. Йәһүәнең ғәҙелһеҙ эш итә алмауын беҙ ҡайҙан беләбеҙ?

2 Ни өсөн Йәһүәнең ғәҙелһеҙ булыуы мөмкин түгел? Сөнки Йәһүә — ғәҙеллек менән тәҡүәлектең бөйөк өлгөһө. «Ғәҙеллек» һәм «тәҡүәлек» тип тәржемә ителгән еврей телендәге һүҙҙәр йыш ҡына Изге Яҙмала бергә ҡулланыла. Асылда, был ике сифат араһында әллә ни ҙур айырма юҡ. Йәһүә, тәҡүәлектең камил өлгөһө булғанға, бөтә нәмәне һәр ваҡыт дөрөҫ баһалай. Бынан тыш, уның Һүҙендә: «Ул тәҡүәлек менән ғәҙеллекте ярата», — тиелгән (Зәб. 33:5).

3. Был донъяла кешеләр ниндәй ғәҙелһеҙлек менән осраша? Миҫал килтерегеҙ.

3 Йәһүәнең һәр ваҡыт ғәҙел эш итеүен белеү эскерһеҙ кешеләрҙе бик йыуата, сөнки был донъя ғәҙелһеҙлеккә батҡан. Ҡайһы саҡ кешеләр шаҡ ҡатырлыҡ ғәҙелһеҙлектең ҡорбаны була. Мәҫәлән, ҡайһы берәүҙәр, бер ниндәй енәйәт ҡылмаһалар ҙа, хөкөм ителеп төрмәгә ябыла. Хатта шундай осраҡтар була: тиҫтәләгән йылдар һис ғәйепһеҙ төрмәлә ултырған кешеләр, суд экспертизаһының яңы ысулы нигеҙендә ДНК анализы үткәрелгәндән һуң, азат ителә. Бындай ғәҙелһеҙлек күңелде әрнетә, әммә мәсихселәргә ҡайһы саҡ башҡа төр ғәҙелһеҙлекте кисереүе тағы ла ауырыраҡ була.

ЙЫЙЫЛЫШТА

4. Мәсихсенең иманы нисек һыналырға мөмкин?

4 Мәсихселәр үҙҙәренең был донъяла ғәҙелһеҙлек менән осраша алыуын яҡшы аңлай. Әммә, йыйылышта беҙҙең менән йә башҡа берәйһе менән ғәҙелһеҙ эш итәләр кеүек күренһә, иманыбыҙ һыналырға мөмкин. Әгәр һеҙгә имандашығыҙ үҙегеҙ менән ғәҙелһеҙ мөғәмәлә итә кеүек тойолһа, нимә эшләрһегеҙ? Был һеҙҙең өсөн абыныу ташы булырмы?

5. Йыйылышта ғәҙелһеҙлек менән осрашҡанда, ни өсөн беҙ аптырашта ҡалырға тейеш түгел?

5 Беҙ шуны аңлайбыҙ: камил булмағанға, беҙ барыбыҙ ҙа ваҡыт-ваҡыт хаталар яһайбыҙ, шунлыҡтан йыйылышта берәйһенең беҙҙең менән ғәҙелһеҙ мөғәмәлә итеүе йәки үҙебеҙҙең берәйһенә ҡарата ғәҙелһеҙ эш итеүебеҙ ихтимал (1 Яхъя 1:8). Ундай осраҡтар, һирәк булһа ла, тоғро мәсихселәрҙе аптырашта ҡалдырмай. Үҙ Һүҙендә Йәһүә ғәмәли кәңәштәр биргән. Был кәңәштәр беҙгә, имандашыбыҙ яғынан ғәҙелһеҙ мөғәмәләгә ҡарамаҫтан, Аллаға тоғро ҡалырға ярҙам итә (Зәб. 55:12—14).

6, 7. Бер ағай-ҡәрҙәш йыйылышта ниндәй ғәҙелһеҙлек кисергән, һәм ниндәй сифаттар уға үҙен дөрөҫ тоторға ярҙам иткән?

6 Вилли Диль исемле ағай-ҡәрҙәш менән булған хәлде ҡарап сығайыҡ. 1931 йылдан алып ул Берн ҡалаһындағы (Швейцария) Вефилдә хеҙмәт иткән. 1946 йылда ул Нью-Йоркта (АҠШ) үткән Гилеад мәктәбенең 8-се синыфына уҡырға саҡырылған. Бер ни тиклем ваҡыт үткәндән һуң, уны Швейцарияға район күҙәтеүсеһе итеп билдәләгәндәр. Үҙенең биографияһында Диль ҡәрҙәш былай тип яҙған: «1949 йылдың май айында мин өйләнергә йыйыныуым хаҡында Берндағы филиалға хәбәр иттем». Филиалдан ниндәй яуап килгән? Уны бөтә яуаплы вазифаларынан бушатып, тик пионер булып ҡына хеҙмәт итергә рөхсәт иткәндәр. Диль ҡәрҙәш былай тип бүлешә: «Мине телмәрҙәр менән сығыш яһауҙан тыйҙылар... Күптәр, беҙгә йыйылыштан сығарылған кешеләргә ҡарағандай ҡарап, беҙҙең менән иҫәнләшмәй ҙә башланы».

7 Диль ҡәрҙәш үҙен нисек тотҡан? Ул былай ти: «Беҙ өйләнешеү Изге Яҙмаға ҡаршы килмәй икәнен белә инек, шунлыҡтан, доғала йыуаныс эҙләп, Йәһүәгә таяндыҡ». Ахыр сиктә ҡәрҙәштәр никахҡа ҡағылышлы дөрөҫ булмаған ҡарашын үҙгәрткән һәм Диль ҡәрҙәшкә яуаплы вазифаларын ҡайтарған. Уның Йәһүәгә тоғролоғо бүләкләнгән *. Үҙ-үҙебеҙгә бындай һорауҙар биреү мөһим: «Шундайыраҡ хәлгә эләкһәм, мин дә дөрөҫ эш итерменме? Сабырлыҡ менән Йәһүәне көтөрмөнмө, әллә барыһын да үҙ ҡулыма алырмынмы?» (Ғиб. һүҙ. 11:2; Миҡай 7:7-не уҡығыҙ *).

8. Нимә арҡаһында һеҙгә үҙегеҙ йәки йыйылыштағы берәйһе ғәҙелһеҙлек ҡорбаны булған кеүек тойолорға мөмкин?

8 Икенсе яҡтан, бәлки, һеҙгә үҙегеҙ йәки йыйылыштағы берәйһе ғәҙелһеҙлек ҡорбаны булған кеүек тойола ғыналыр? Беҙҙең хәлде дөрөҫ баһаламауыбыҙ йәки факттарҙың бөтәһен дә белеп етмәүебеҙ ихтимал. Нисек кенә булмаһын, баһабыҙ дөрөҫмө, юҡмы, Йәһүәгә асыуланмаҫ өсөн доғала уға таяныу һәм тоғро ҡалыу мөһим. (Ғибрәтле һүҙҙәр 19:3-тө уҡығыҙ *.)

9. Был һәм киләһе мәҡәләлә ниндәй миҫалдар ҡараласаҡ?

9 Әйҙәгеҙ, боронғо ваҡытта Йәһүә халҡы араһында булған өс ғәҙелһеҙлек осрағын ҡарап сығайыҡ. Был мәҡәләлә Ибраһимдың бүләһе Йософтоң бер туған ағаларынан күргән ғәҙелһеҙлек миҫалы ҡараласаҡ. Ә киләһе мәҡәләнән беҙ Йәһүәнең Израиль батшаһы Ахаб менән нисек мөғәмәлә иткәнен, шулай уҡ Петрҙың Суриәләге Антиохияла үҙен нисек тотҡанын белербеҙ. Был миҫалдарҙы ҡарағанда, үҙегеҙҙе ғәҙелһеҙлек ҡорбаны итеп тойған саҡтарҙа бөтә нәмәгә рухи кеше күҙлегенән ҡарарға һәм Йәһүә менән мөнәсәбәттәрҙе һаҡларға ярҙам иткән һабаҡтар табырға тырышығыҙ.

ЙОСОФ — ҒӘҘЕЛҺЕҘЛЕК ҠОРБАНЫ

10, 11. а) Йософ ниндәй ғәҙелһеҙлек менән осрашҡан? б) Төрмәлә ултырған сағында Йософ ниндәй мөмкинлектән файҙаланған?

10 Йәһүәнең тоғро хеҙмәтсеһе Йософ менән сит кешеләр түгел, ә бер туған ағалары ғәҙелһеҙ мөғәмәлә иткән. Был уның күңелен бигерәк тә ныҡ әрнеткән. Йософҡа 17 йәш булғанда, ағалары уны урлап ҡоллоҡҡа һатып ебәргән. Уны ирекһеҙләп Мысырға алып киткәндәр (Баш. 37:23—28; 42:21). Бер аҙ ваҡыт үткәс, уны, көсләүҙә нахаҡҡа ғәйепләп, хөкөм дә итеп тормаҫтан төрмәгә япҡандар (Баш. 39:17—20). Йософ 13 йыл тирәһе башта — ҡол, аҙаҡ тотҡон булараҡ интеккән. Әгәр имандаштар араһынан берәйһе беҙҙең менән ғәҙелһеҙ мөғәмәлә итһә, Йософтоң миҫалы беҙгә нисек ярҙам итер?

11 Йософтоң үҙе менән булған хәлде тотҡондарҙың береһенә һөйләп биреү мөмкинлеге тыуған. Элек был тотҡон фирғәүенгә хеҙмәт иткән шарап ҡойоусыларҙың башлығы булған. Бер ваҡыт ул төш күрә, ә Алла Йософҡа шул төштөң мәғәнәһен аса. Йософ шарап ҡойоусыға, элекке дәрәжәңә ҡайтарылып яңынан фирғәүенгә хеҙмәт итерһең, тип төшөн аңлатып бирә. Шарап ҡойоусыға төшөн аңлатҡан саҡта Йософ, мөмкинлектән файҙаланып, уға үҙе эләккән ауыр хәл тураһында һөйләп бирә. Беҙ, Йософтоң нимә әйткәне тураһында ғына түгел, ә нимәне әйтмәй ҡалдырғаны хаҡында ла уйланып, күп нәмәгә өйрәнә алабыҙ (Баш. 40:5—13).

12, 13. а) Ни өсөн, Йософ ауыр хәлгә күнгән һәм ҡулдары һалынып төшкән, тип әйтеп булмай? б) Йософ, күрәһең, шарап ҡойоусыға нимә хаҡында әйтмәгән?

12 Башланмыш 40:14, 15-те уҡығыҙ. Иғтибар итегеҙ, Йософ, үҙе менән булған хәлде аңлатҡанда, «урлау» тигән һүҙҙе ҡулланған. Уның ғәҙелһеҙлек ҡорбаны икәне ап-асыҡ булған. Йософ үҙенең бер ғәйепһеҙгә төрмәгә эләгеүе хаҡында әйткән. Шуға күрә ул шарап ҡойоусынан: «Фирғәүен менән һөйләшкәндә минең турала йылы һүҙ әйт», — тип үтенгән. Ни өсөн? Ул иреккә сығырға теләгән.

13 Йософ ауыр хәлгә күнгән һәм ҡулдары һалынып төшкән, тип әйтеп буламы? Әлбиттә, юҡ. Ул үҙенең инде бер нисә тапҡыр ғәҙелһеҙлек ҡорбаны булғанын белгән. Ул үҙенә ярҙам итә алырҙай кешегә факттарҙы асыҡ итеп аңлатып биргән. Шуныһы ҡыҙыҡ: Изге Яҙмала бер ерҙә лә Йософтоң кемгә лә булһа — хатта фирғәүенгә лә — үҙен бер туған ағалары урлауы хаҡында әйткәне тураһында яҙылмаған. Ағалары, Мысырға килеп, Йософ менән татыулашҡас, фирғәүен уларҙы асыҡ йөҙ менән ҡаршы алған һәм, Мысырҙағы бөтә яҡшы нәмә һеҙҙеке булыр тип, уларға үҙ илендә төпләнергә тәҡдим иткән (Баш. 45:16—20).

Ғәйбәт арҡаһында хәл контроль аҫтынан сығырға мөмкин (14-се абзацты ҡарағыҙ.)

14. Хатта йыйылышта берәйһе беҙҙе рәнйетһә лә, кәмһетеүле һүҙҙәр әйтеүҙән беҙҙе нимә һаҡлар?

14 Мәсихсе үҙен ғәҙелһеҙлек ҡорбаны тип һанаһа, уға был турала ғәйбәт таратмаҫ өсөн һаҡ булырға кәрәк. Әлбиттә, йыйылыштың берәй ағзаһы етди гонаһ ҡылһа, өлкәндәрҙән ярҙам эҙләп, уларға был хаҡта һөйләп биреү дөрөҫ булыр ине (Лев. 5:1). Ләкин күпселек осраҡта, ҡылынған гонаһ етди булмаһа, тыуған ҡаршылыҡты, бер кемде лә, хатта өлкәндәрҙе лә ҡатнаштырмай, үҙ-ара ғына хәл итергә була. (Матфей 5:23, 24; 18:15-те уҡығыҙ.) Әйҙәгеҙ, Аллаға тоғролоҡ һаҡлап, ундай аңлашылмаусанлыҡтарҙы Изге Яҙмалағы принциптарға таянып яйға һалайыҡ. Ә ҡайһы бер осраҡта беҙ, тыуған хәлде үҙебеҙ дөрөҫ аңламағанбыҙ, һәм бер ниндәй ҙә ғәҙелһеҙлек булмаған икән, тигән һығымтаға килә алабыҙ. Шул саҡта ҡәрҙәшебеҙ хаҡында ғәйбәт таратып хәлде киҫкенләштермәүебеҙ үҙебеҙгә ҙур шатлыҡ килтерер! Онотмағыҙ, беҙ хаҡлымы, юҡмы, рәнйетеүсебеҙгә яла яғыу бер ҡасан да проблеманы хәл итмәй. Йәһүәгә һәм ҡәрҙәштәребеҙгә тоғролоҡ һаҡлаһаҡ, беҙ бер ваҡытта ла ундай хата яһамаҫбыҙ. «Сафлыҡ юлынан йөрөүсе» кеше хаҡында мәҙхиә йырлаусы былай тигән: «Ул теле менән башҡаларға яла яҡмай, яҡынына һис ниндәй насарлыҡ ҡылмай һәм дуҫтарын хурламай» (Зәб. 15:2, 3; Яҡ. 3:5).

ИҢ МӨҺИМ МӨНӘСӘБӘТТӘР ХАҠЫНДА ОНОТМАҒЫҘ

15. Йәһүә менән мөнәсәбәттәре Йософҡа ниндәй фатихалар килтергән?

15 Йософтоң Йәһүә менән мөнәсәбәттәре хаҡында уйланып, беҙ тағы ла мөһимерәк һабаҡ алабыҙ. 13 йыл буйына интеккән ваҡытта Йософ бөтә нәмәгә Йәһүә күҙлегенән ҡараған (Баш. 45:5—8). Ул бер ваҡытта ла үҙенең ауырлыҡтарында Йәһүәне ғәйепләмәгән. Йософ, үҙенә ҡарата ҡылынған яуызлыҡтарҙы онотмаһа ла, ҡаты бәғерле кешегә әйләнмәгән. Ә иң мөһиме: ул башҡа кешеләрҙең камилһыҙлығына һәм насар эштәренә үҙен Йәһүәнән ситләштерергә бирмәгән. Йәһүәгә тоғролоҡ һаҡлағанға, Йософ Алланың, ғәҙелһеҙлекте бөтөрөп, уның үҙен һәм бөтә ғаиләһен фатихалағанын күрә алған.

16. Ни өсөн йыйылышта ғәҙелһеҙлек менән осрашҡанда, Йәһүәгә тағы ла нығыраҡ яҡынлашырға кәрәк?

16 Йософ кеүек, беҙ ҙә Йәһүә менән мөнәсәбәттәрҙе ҡәҙерләргә һәм һаҡларға тейеш. Бер ваҡытта ла ҡәрҙәштәрҙең камилһыҙлығына үҙегеҙҙе Алланан ситләштерергә бирмәгеҙ, сөнки һеҙ Алланы яратаһығыҙ һәм уға ғибәҙәт ҡылаһығыҙ (Рим. 8:38, 39). Әгәр берәй мәсихсе һеҙҙең менән ғәҙелһеҙ мөғәмәлә итһә, Йософтан өлгө алып, Йәһүәгә тағы ла нығыраҡ яҡынлашығыҙ һәм тыуған хәлгә уның күҙлегенән ҡарарға тырышығыҙ. Проблеманы Изге Яҙма өйрәткәнсә хәл итер өсөн көсөбөҙҙән килгәндең барыһын да эшләгәс, Йәһүәнең был проблеманы үҙ ваҡытында һәм үҙенә яраҡлы юл менән яйға һалырына һис тә шикләнмәйенсә, барыһын Йәһүәгә тапшырырға кәрәк.

БӨТӘ ЕРҘЕҢ ХӨКӨМСӨҺӨНӘ ЫШАНЫҒЫҘ

17. Бөтә ерҙең Хөкөмсөһөндә һис тә шикләнмәүебеҙҙе нисек күрһәтеп була?

17 Был донъяла йәшәгәнгә, беҙ артабан да ғәҙелһеҙлек менән осрашырбыҙ. Һирәк осраҡта һеҙгә йә яҡындарығыҙҙың берәйһенә йыйылышта ғәҙелһеҙлек ҡылынған кеүек тойолорға мөмкин. Был һеҙҙең өсөн абыныу ташы булмаһын (Зәб. 119:165). Бының урынына, Алла хеҙмәтселәре булараҡ, тоғролоҡ һаҡлайыҡ һәм доға ҡылып уға таянайыҡ. Шул уҡ ваҡытта, баҫалҡылыҡ сағылдырып, үҙебеҙҙең бөтә факттарҙы ла белмәүебеҙҙе таныйыҡ. Бәлки, беҙ хәлде дөрөҫ аңламағанбыҙҙыр. Йософтан өлгө алып, беҙ ғәйбәт һөйләүҙән һаҡланабыҙ, сөнки ғәйбәт тыуған хәлде тағы ла киҫкенләштерә икәнен беләбеҙ. Шулай уҡ, барыһын да үҙ ҡулыбыҙға алыу урынына , әйҙәгеҙ, Аллаға тоғролоҡ һаҡлайыҡ һәм Йәһүә үҙе барыһын да төҙәткәнсегә тиклем сабырлыҡ менән көтәйек. Шул саҡта Йәһүә, ҡасандыр Йософто фатихалаған кеүек, беҙҙе лә мотлаҡ фатихалаясаҡ. Йәһүәнең «бөтә юлдары ғәҙел» һәм ул, «бөтә ерҙең Хөкөмдары» булараҡ, һәр ваҡыт ғәҙел эш итә икәненә һис шикләнмәҫкә була (Баш. 18:25; Ҡан. 32:4).

18. Киләһе мәҡәләлә нимә ҡараласаҡ?

18 Киләһе мәҡәләлә боронғо ваҡытта Йәһүә халҡы араһында булған тағы ике ғәҙелһеҙлек осрағы ҡараласаҡ. Был осраҡтарҙы иҫкә төшөрөп, беҙ Йәһүәнең ғәҙеллеккә ҡарашы баҫалҡылыҡ һәм ғәфү итергә әҙер булыу менән нисек бәйле икәнен күрербеҙ.

^ 7 абз. Вилли Диль ҡәрҙәштең «Йәһүә — минең Аллам, мин уға таянам» тип исемләнгән биографияһын уҡыр өсөн, 1991 йылдың 1 ноябрь һанындағы «Күҙәтеү манараһы»н (урыҫ) ҡарағыҙ.

^ 7 абз. Миҡай 7:7: «Мин иһә, Йәһүәне көтөп, күҙәтеп торам, ҡотҡарыусы Алламды сабырлыҡ менән көтәм. Аллам мине ишетер».

^ 8 абз. Ғибрәтле һүҙҙәр 19:3: «Кешенең юлын үҙ аҡылһыҙлығы боҙа, ә йөрәгендә Йәһүәгә ҡарата асыуы ҡабара».