Төп мәғлүмәткә күсеү

Эстәлеккә күсеү

Йәһүә эшендә әҙер тороуығыҙ уға дан килтерһен!

Йәһүә эшендә әҙер тороуығыҙ уға дан килтерһен!

«Кешеләр үҙ ирке менән... барғаны өсөн Йәһүәне маҡтағыҙ!» (ХӨК. 5:2).

ЙЫРҘАР: 150, 10

1, 2. а) Элифаз менән Билдадтың һүҙҙәре буйынса, Йәһүә беҙҙең хеҙмәтебеҙгә нисек ҡарай? б) Йәһүә хеҙмәтебеҙ хаҡында нимә уйлағанын нисек күрһәткән?

«КЕШЕ Хоҙай өсөн файҙалы була аламы? Аңлы кеше уға берәй файҙа килтерә аламы? Сикһеҙ ҡөҙрәт эйәһе һинең тәҡүәлегеңә ҡараймы һуң? Сафлыҡ юлы буйлап йөрөүеңдән ул файҙа күрәме?» (Әйүп 22:1—3) Һеҙҙең ҡасан да булһа был һорауҙар тураһында уйланғанығыҙ булдымы? Әйүпкә шундай һорауҙар биргән саҡта тиманлы Элифаз уларға «юҡ» тип кенә яуаплап булыуына ышанған. Уның дуҫы шуахлы Билдад хатта, кешеләр Алла алдында тәҡүә була алмай, тип әйткән. (Әйүп 25:4-те уҡығыҙ *.)

2 Был ялған йыуатыусылар, хеҙмәтебеҙ Йәһүә өсөн файҙаһыҙ һәм кешенең ҡәҙере көйә менән ҡорттоң ҡәҙеренән артығыраҡ түгел, тигән (Әйүп 4:19; 25:6). Тәү ҡарашҡа Элифаз менән Билдадтың һүҙҙәрендә баҫалҡылыҡ сағылған кеүек тойолорға мөмкин (Әйүп 22:29). Ысынлап та, әгәр бейек тауҙан йә самолеттың тәҙрәһенән аҫҡа ҡараһаң, кешеләрҙең эштәре ваҡ һәм әһәмиәтһеҙ генә булып күренә. Әммә Йәһүә үҙенең юғары урынынан беҙҙең Батшалыҡ хаҡына һалған тырышлыҡтарыбыҙҙы шулай уҡ баһалаймы? Йәһүә бының хаҡта нимә уйлағанын Элифаз, Билдад, Сәфәрҙе ялған һөйләгәне өсөн хөкөм иткәндә, ә Әйүпте «хеҙмәтсем» тип маҡтағанда күрһәткән (Әйүп 42:7, 8). Тимәк, ысынында «кеше Хоҙай өсөн файҙалы була ала».

«УҒА ФАЙҘА КИЛТЕРӘҺЕҢМЕ?»

3. Илуй беҙҙең Йәһүәгә хеҙмәт итеүҙә һалған көстәребеҙ хаҡында нимә тигән, һәм ул нимәне күҙ уңында тотҡан?

3 Йәһүә Илуйҙың: «Тәҡүә булһаң, уға файҙа килтерәһеңме? Әллә ул һинән берәй игелек күрәме?» — тигән һүҙҙәрен төҙәтмәгән (Әйүп 35:7). Илуй, Алла алдында хеҙмәтебеҙ мәғәнәһеҙ, тигәнде күҙ уңында тотҡанмы? Юҡ. Ул, Йәһүә хеҙмәтебеҙгә мохтаж түгел, тип әйтергә теләгән. Алла бер кемгә лә мохтаж түгел. Беҙ уны байыраҡ йә көслөрәк итә алабыҙмы ни? Киреһенсә, һәр яҡшы сифат, һәләт йә оҫталыҡ беҙгә Алланан бирелгән, һәм ул был бүләктәр менән нисек итеп ҡулланыуыбыҙҙы күҙәтә.

4. Беҙ башҡаларға яҡшылыҡ эшләгәндә, Йәһүә нимә тоя?

4 Беҙ Алла хеҙмәтселәренә тоғро яратыу күрһәткәндә, Алла быны үҙенә күрһәткәндәй итеп ҡабул итә. Ғибрәтле һүҙҙәр 19:17-лә былай тип әйтелә: «Мохтаж әҙәмгә илтифат күрһәткән кеше Йәһүәгә бурысҡа биргән була, Хоҙай уға бының өсөн әжерен ҡайтарыр». Был һүҙҙәр, Йәһүә беҙҙең «мохтаждарға» ҡарата эшләгән һәр яҡшылыҡты күрә, тигәнде аңлатамы? Барлыҡҡа килтереүсе яҡшылыҡ эшләгән ябай кешеләр алдында үҙен ысынлап та бурыслы тип һанаймы? Ул үҙенең бурысын уларға фатихалар менән ҡайтарамы? Эйе, һәм быны уның Улы раҫлаған. (Лука 14:13, 14-те уҡығыҙ.)

5. Беҙ ниндәй һорауҙарҙы ҡарап сығырбыҙ?

5 Йәһүә Ишағыя пәйғәмбәргә үҙенең исеменән һөйләргә тәҡдим иткән. Бының менән Алла тоғро кешеләргә үҙ ниәтен тормошҡа ашырыуҙа ҡатнашырға рөхсәт иткәнен күрһәткән (Ишағ. 6:8—10). Ишағыя был тәҡдимде әҙерлек менән ҡабул иткән. Бөгөн меңләгән кеше, Йәһүәгә хеҙмәт иткәндә, ҡатмарлы йөкләмәләрҙе үтәргә әҙер. Ишағыя кеүек, улар: «Бына мин! Ебәр мине!» — тип әйтә. Әммә кемдер бындай һорауҙар бирергә мөмкин: «Мин индергән өлөш ысынлап та ҡиммәтлеме? Игелектән сығып, Йәһүә миңә хеҙмәттә ҡатнашырға мөмкинселек биргән. Ләкин, хеҙмәттә күпме көс һалыуыма ҡарамаҫтан, ул үҙ һүҙенең үтәлеүе тураһында ҡайғырта алмаймы ни?» Был һорауҙарға яуап бирер өсөн, әйҙәгеҙ, Девора һәм Варак көндәрендә булған ваҡиғаларҙы ҡарап сығайыҡ.

АЛЛА ҠУРҠЫУҘЫ ЕҢЕРГӘ ЯРҘАМ ИТӘ

6. Израиль ауылдарында йәшәүселәр Явин батшаның ғәскәренән нимә менән айырып торған?

6 Ҡынаан батшаһы Явин 20 йыл буйына израилдәрҙе «бик ҡаты йәберләгән». Хатта ауыл кешеләре йәшенгән урындарынан сығырға ҡурҡҡан. Хәрби яҡтан улар бик насар ҡоралланған булған: уларҙың хәрби кейемдәре лә, ҡоралдары ла булмаған. Ә Явин батшаның тимер салғылы 900 һуғыш арбаһы булған (Хөк. 4:1—3, 13; 5:6—8) *.

7, 8. а) Йәһүә Варакка ниндәй күрһәтмә биргән? б) Израилдәр Явин батшаның ғәскәрен нисек еңгән? (Мәҡәлә башындағы рәсемде ҡарағыҙ.)

7 Шулай ҙа Йәһүә Девора исемле пәйғәмбәр ҡатын аша Варакка былай тип бойорған: «Бар, Табур тауына мен һәм үҙең менән 10 000 Нафтали һәм Зевулун кешеһен ал. Мин Явин ғәскәренең башлығы Сисараны хәрби арбалары һәм ғәскәрҙәре менән һинең яныңа — Кишон ташҡыны янына килтерермен һәм уны һинең ҡулыңа бирермен» (Хөк. 4:4—7).

8 Был хәбәр бөтә Израилгә таралған. Уға ҡолаҡ һалыусылар Табур тауы янына йыйылған. Варак тиҙ рәүештә Йәһүәнең күрһәтмәләренә буйһонған (Хөкөмсөләр 4:14—16-ны уҡығыҙ *.) Тағанаҡта һуғышҡан ваҡытта ҡапыл ҡойма ямғыр башланып бөтә ерҙе батҡаҡҡа әйләндергән. Варак Сисараның ғәскәрен 24 саҡрым алыҫлыҡта урынлашҡан Һарушит-Һағайымға тиклем ҡыуып барған. Ниндәйҙер ваҡытта Сисара, үҙенең ҡурҡыныс, ләкин хәҙер инде файҙаһыҙ арбаһынан төшөп, Сағананимға ҡасҡан. Ул кени кешеһе Хеверҙың ҡатыны Йәиләнең сатырына йүнәлгән, һәм Йәилә уны ҡабул иткән. Һуғыштан хәлһеҙләнеп, Сисара йоҡлап киткән, әммә Йәилә был мөмкинселектән файҙаланған һәм, батырлыҡ күрһәтеп, уны үлтергән (Хөк. 4:17—21). Израилдең дошманы еңелгән булған! *

БАРЫҺЫ ЛА ӘҘЕРЛЕК КҮРҺӘТМӘГӘН

9. Хөкөмсөләр 5:20, 21-ҙән Сисараға ҡаршы һуғыш тураһында ниндәй ентеклелектәрҙе белеп була?

9 Хөкөмсөләр китабының 4-се һәм 5-се бүлектәрен айырым түгел, ә бергә өйрәнергә кәрәк, сөнки был бүлектәрҙең һәр береһендә икенсеһендә булмаған ентеклелектәр килтерелгән. Мәҫәлән, Хөкөмсөләр 5:20, 21-ҙә былай тип яҙылған: «Күктән йондоҙҙар һуғышты. Үҙ юлдарынан улар Сисараға ҡаршы һуғышты. Кишон ташҡыны уларҙы ағыҙып алып китте». Был фәрештәләрҙең ҡатнашыуы йә метеорит ямғыры булғанмы? Изге Яҙмала бының тураһында әйтелмәй. Әммә Алланан башҡа кем, 900 һуғыш арбаһын батҡаҡҡа батырыр өсөн, ҡойма ямғырҙы тап шул ергә һәм шул ваҡытта ебәрә алған? Хөкөмсөләр 4:14, 15-тә өс тапҡыр еңеү Йәһүәнән булғанына иғтибар ителә. Һуғышҡа барырға әҙер булған 10 000 израилдәрҙең береһе лә, еңеүҙе мин килтерҙем, тип маҡтана алмаған.

10, 11. Мируз нимә ул, һәм ни өсөн ул ҡәһәрләнғән булған?

10 Девора менән Варактың Йәһүәне еңеү биргәне өсөн данлап йырлаған йырында бындай һүҙҙәр бар: «Мирузды ҡәһәрләгеҙ, — тине Йәһүә фәрештәһе, — эйе, унда йәшәүселәрҙе ҡәһәрләгеҙ, сөнки улар Йәһүәгә ярҙамға, көслөләре менән Йәһүәгә ярҙамға килмәне» (Хөк. 5:23).

11 Күрәһең, ҡарғыш шул тиклем етди булған, хатта бөгөн Мируздың нимә йә кем булғанын теүәл әйтеп тә булмай. Бәлки, был һуғышҡа барырға теләмәгән кешеләрҙең ҡалаһы булғандыр. Әгәр Мируз ҡасып барған Сисараның юлында ятҡан булһа, тимәк, унда йәшәүселәр Сисараны тотоп алыу мөмкинселеген ҡулдан ысҡындырған. Улар Йәһүәнең әҙер торорға саҡырыуын ишетмәгәнме ни? Был һуғышта ҡатнашыр өсөн уларҙың 10 000 яҡташы йыйылған булған бит. Күҙ алдына килтерегеҙ: Мируз кешеләре үҙҙәренең урамдарынан бер үҙе генә ҡасып барған был яуыз һуғышсыны күрә. Ул бар көсөнә үҙ ғүмерен ҡотҡарырға тырыша. Улар алдында Йәһүәнең ниәтенә булышлыҡ итергә һәм уның фатихаһын алырға бик яҡшы мөмкинлек асылған. Әммә шул хәл иткес ваҡытта улар, күрәһең, ситтә ҡалырға булған. Уларҙың битараф рухы Йәиләнең артабанғы шиғырҙарҙа тасуирланған ҡыйыу эшенән ни тиклем ныҡ айырылып торған! (Хөк. 5:24—27)

12. Хөкөмсөләр 5:9, 10-да израилдәрҙең һуғышҡа барырға саҡырыуға төрлөсә ҡарағаны нисек күрһәтелгән, һәм был беҙҙе нимәгә өйрәтә?

12 Хөкөмсөләр 5:9, 10-да Варакка ярҙам иткән һәм быны эшләмәгән кешеләр араһында тағы бер айырма күреп була. Девора менән Варак Израилдең «халыҡ менән үҙҙәре теләп барған» башлыҡтарын маҡтаған. Улар «ерән ишәктәргә атланып йөрөүселәрҙән», үтә ғорур булғанлыҡтан һуғышта ҡатнашырға теләмәүселәрҙән һәм, байлыҡ яратып, «гүзәл келәмдәрҙә ултырыусыларҙан» бик ныҡ айырылып торған. «Юлда йөрөүселәргә», йәғни тыныс, мәшәҡәтһеҙ тормош яратыусыларға ҡарағанда, Варак менән барған 10 000 кеше Табур тауының ҡаялы битләүҙәрендә һәм Кишон йылғаһының батҡаҡҡа әйләнгән үҙәнендә һуғышырға әҙер булған. Рәхәт тормош һөйөүсе бөтә кешеләргә: «Уйланығыҙ!» — тиелгән булған. Эйе, уларға Йәһүә ихтыярының үтәлеүенә булышлыҡ итеү мөмкинселеген ҡулдан ысҡындырғандары хаҡында уйланырға кәрәк булған. Бөгөн Аллаға тулы рәүештә хеҙмәт итмәгән кешеләргә шулай уҡ эш итергә кәрәк.

13. Рәүвән, Дан һәм Ашер ҡәбиләләре сағылдырған рух Зевулун һәм Нафтали ҡәбиләләренең рухынан нимә менән айырылып торған?

13 Ярҙам итергә әҙер булған израилдәр Йәһүәнең үҙ хакимлығын данлауын үҙ күҙҙәре менән күргән. Уларҙың башҡаларға «Йәһүәнең ғәҙел эштәре тураһында» һөйләйһе һүҙҙәре булған (Хөк. 5:11). Әммә Хөкөмсөләр 5:15—17-лә һәр береһе айырым өс ҡәбилә — Рәүвән, Дан һәм Ашер иҫкә алына, улар матди нәмәләрҙе, атап әйткәндә, көтөүҙәр, караптар һәм порттарҙы Йәһүә эшендә ҡатнашыуҙан мөһимерәк тип һанаған. Уларҙан айырмалы рәүештә, Зевулун һәм Нафтали ҡәбиләләре Девора менән Варакка ярҙам итер өсөн «үҙ ғүмерен үлем ҡурҡынысы аҫтына ҡуйған» (Хөк. 5:18). Израилдәрҙең ярҙам итергә саҡырыуға төрлөсә ҡарағанынан үҙебеҙгә мөһим һабаҡ ала алабыҙ.

«ЙӘҺҮӘНЕ МАҠТАҒЫҘ!»

14. Беҙ Йәһүәнең хакимлығын нисек данлай алабыҙ?

14 Бөгөн беҙ тура мәғәнәләге һуғыштарҙа ҡатнашырға саҡырылмайбыҙ, шулай ҙа, һөйөнөслө хәбәрҙе ашҡынып вәғәзләп, беҙ ҡыйыулыҡ сағылдыра алабыҙ. Хәҙерге ваҡытта Йәһүәнең ойошмаһы ирекле хеҙмәтселәргә бығаса бер ҡасан да мохтаж булмағандай мохтаж. Миллионлаған ағай- һәм апай-ҡәрҙәштәр, шул иҫәптән күп йәштәр тулы ваҡытлы хеҙмәттең төрлө төрҙәрендә ҡатнашырға әҙер тора. Мәҫәлән, пионерҙар, вефилселәр, Батшалыҡ залдарын төҙөүселәр, шулай уҡ конгрестарҙа ярҙам иткән ирекле хеҙмәтселәр. Бынан тыш, Дауаханалар менән бәйләнеш тотоу комитеттарында хеҙмәт итеп һәм конгрестар ойоштороуҙа ҡатнашып, еңел булмаған эш башҡарған өлкәндәр хаҡында уйлағыҙ. Һис тә шикләнмәгеҙ, Йәһүә һеҙҙең фиҙаҡәрлегегеҙҙе бик ҡәҙерләй һәм уны бер ҡасан да онотмаясаҡ (Евр. 6:10).

Ҡарар ҡабул итер алдынан, ҡарарығыҙ ғаиләгеҙгә һәм йыйылышҡа нисек тәьҫир итә алыуы хаҡында уйланығыҙ (15-се абзацты ҡарағыҙ.)

15. Йәһүәгә хеҙмәт итеүҙә битараф булып китмәгәнбеҙме икәнен нисек тикшереп була?

15 Беҙҙең һәр беребеҙ үҙенә шундай һорау бирә ала: «Башҡалар бөтөн эште алып барғанда, мин эштән ситтә ҡалмайыммы? Матди нәмәләргә бәйле мәшәҡәттәр минең Йәһүәгә күберәк хеҙмәт итергә теләгемде кәметмәйме? Варак, Девора, Йәилә һәм 10 000 израилдәрҙән өлгө алып, иман һәм ҡыйыулыҡ сағылдыраммы һәм Йәһүәнең аныҡ күрһәтмәһенә ҡолаҡ һалыр өсөн бар нәмәмде ҡулланаммы? Күберәк аҡса эшләр өсөн икенсе ҡалаға йә илгә күсеү тураһында уйланһам, бының ғаиләмә һәм йыйылышҡа нисек тәьҫир итә алыуы хаҡында доға ҡылып уйланаммы?» *

16. Йәһүәнең бөтә нәмәһе булһа ла, беҙ уға нимә бирә алабыҙ?

16 Йәһүә, үҙенең хакимлығын данлауҙа ҡатнашырға рөхсәт итеп, беҙгә хөрмәт күрһәтә. Иблис, кешеләрҙе алдап, уларҙы Аллаға ҡаршы фетнәһенә ҡушылырға һәм үҙенең хакимлығын һайларға этәргән. Әммә, Йәһүәнең хакимлығын данлаһаҡ, беҙ Шайтанға кем яҡлы икәнебеҙҙе асыҡ итеп күрһәтәбеҙ. Иман һәм Аллаға тоғролоҡ беҙҙе уны шатландырған фиҙаҡәрлек рухы сағылдырырға дәртләндерә (Ғиб. һүҙ. 23:15, 16). Үҙенә тоғро хеҙмәт итеүебеҙҙе күреп, Йәһүә Шайтандың мыҫҡыллауҙарына яуап бирә ала (Ғиб. һүҙ. 27:11). Ысын күңелдән буйһонһаҡ, беҙ, асылда, Йәһүәгә ул бик ҡәҙерле тип һанаған һәм уны бик ҡыуандырған нәмәне бирәбеҙ.

17. Хөкөмсөләр 5:31-ҙәге һүҙҙәр киләсәктә нисек үтәләсәк?

17 Оҙаҡламай ер йөҙөндә Йәһүәнең хакимлығын таныған кешеләр генә йәшәйәсәк. Беҙ шул ваҡытты түҙемһеҙлек менән көтәбеҙ! Беҙ Девора менән Варактың бындай һүҙҙәренә ҡушылабыҙ: «Эй Йәһүә, бөтә дошмандарың юҡҡа сыҡһын, ә һине яратыусылар балҡып күтәрелеүсе ҡояштай булһын» (Хөк. 5:31). Был һүҙҙәр Йәһүә Шайтандың яуыз донъяһын юҡ иткәндән һуң үтәләсәк. Армагеддон һуғышы башланғас, Йәһүәгә еңер өсөн әҙер торған кешеләрҙең ярҙамы кәрәк булмаҫ. Ул ваҡытта беҙгә Алланың бындай күрһәтмәһе буйынса эш итергә кәрәк булыр: «Баҫығыҙ ҙа үҙ урындарығыҙҙа тик баҫып тороғоҙ һәм Йәһүәнең һеҙҙе ҡотҡарасағын күрегеҙ» (2 Йыл. 20:17). Ә әлегә беҙҙең ашҡынып, ҡыйыулыҡ менән Йәһүәнең эшен башҡарыр өсөн күп мөмкинлектәребеҙ бар.

18. Йәһүәнең эшендә әҙер тороуығыҙ башҡаларға нисек тәьҫир итә ала?

18 Девора менән Варак еңеү йырын бындай һүҙҙәр менән башлаған: «Кешеләр үҙ ирке менән һуғышҡа барғаны өсөн Йәһүәне маҡтағыҙ!» Улар кешеләрҙе түгел, ә Аллаһы Тәғәләне данлаған (Хөк. 5:1, 2). Әйҙәгеҙ, Йәһүәнең эшендә әҙер тороп, башҡаларҙы уны маҡтарға дәртләндерәйек!

^ 1 абз. Әйүп 25:4: «Нисек инде үлемле кеше Хоҙай алдында тәҡүә була алһын? Ҡатын-ҡыҙ тыуҙырған әҙәм нисек ғәйепһеҙ була алһын?»

^ 6 абз. Бында, салғы тиелгәндә, оҙон, үткер, ҡайһы ваҡыт бөгөлгән лезвие тураһында һүҙ бара. Ул арбанан, бәлки, арба тәгәрмәсенең күсәренән сығып торғандыр. Кеше үлтерә торған был машинаға яҡын килергә бер кемдең дә ҡыйыулығы етмәҫ ине.

^ 8 абз. Хөкөмсөләр 4:14—16: «Девора иһә Варакка былай тине: „Күтәрел, сөнки бөгөн Йәһүә Сисараны һинең ҡулыңа бирәсәк. Йәһүә һинең алдыңдан бармаймы ни?“ Варак үҙенә эйәргән 10 000 кеше менән Табур тауынан төштө. Шунда Йәһүә Варактың ҡылысы алдында Сисараны, уның бөтөн хәрби арбаларын һәм бөтөн ғәскәрен ҡаушатты. Ахыр сиктә Сисара үҙенең арбаһынан төштө лә ҡасып китте. Ә Варак хәрби арбалар һәм ғәскәр артынан Һарушит-Һағайымға тиклем ҡыуа барҙы. Шулай итеп Сисараның бөтөн ғәскәре ҡылыстан һәләк булды, береһе лә ҡалманы»

^ 8 абз. Был ҡыҙыҡлы ваҡиға тураһында «Үлемдән һуң тормош бармы?» (bp161-TAT) тигән брошюраның «Мин, әсә кеүек, Израилгә ярҙамға күтәрелдем» тип исемләнгән мәҡәләһенән күберәк белеп була.

^ 15 абз. «Борсолоу. Уны еңеү юлдары» тигән брошюрала «Аҡса тураһында уйланыу борсолоу тыуҙыра» (bp160-TAT) тигән мәҡәләне ҡарағыҙ.