Төп мәғлүмәткә күсеү

Эстәлеккә күсеү

Һеҙ ғәҙеллеккә Йәһүә ҡарағандай ҡарайһығыҙмы?

Һеҙ ғәҙеллеккә Йәһүә ҡарағандай ҡарайһығыҙмы?

«Мин Йәһүәнең исемен иғлан итермен... Ул — тоғролоҡ Аллаһы, һис тә ғәҙелһеҙлек ҡылмаҫ» (ҠАН. 32:3, 4).

ЙЫРҘАР: 15, 2

1, 2. а) Нәбүтәй һәм уның улдары ниндәй ғәҙелһеҙлек менән осрашҡан? б) Был мәҡәләлә ниндәй ике сифат ҡараласаҡ?

КҮҘ алдына килтерегеҙ: бер кешене, етди енәйәт ҡылыуҙа нахаҡҡа ғәйепләп, үлем язаһына тарттырырға йыйыналар. Туғандары һәм дуҫтары, хөкөм ҡарарының намыҫһыҙ шаһиттарҙың ялған һүҙҙәренә нигеҙләнгәнен белеп, шаҡ ҡата. Был ғәйепһеҙ кешенең һәм уның улдарының язаланыуын күреп, ғәҙеллекте яратҡан кешеләрҙең йөрәктәре әрней. Был уйлап сығарылған хәл түгел. Ундай хәл Йәһүәнең тоғро хеҙмәтсеһе Нәбүтәй менән булған. Ул Израилдә Ахаб батша идара иткән саҡта йәшәгән (1 Бат. 21:11—13; 2 Бат. 9:26).

2 Был мәҡәләлә, Нәбүтәй менән булған осраҡтан тыш, шулай уҡ беренсе быуаттағы мәсихселәр йыйылышының бер тоғро өлкәндең етди хатаһы хаҡында һүҙ барыр. Ошо миҫалдарҙан беҙ ғәҙеллеккә Йәһүә ҡарағандай ҡарар өсөн баҫалҡылыҡ кәрәк икәнен күрербеҙ. Беҙ шулай уҡ ғәҙелһеҙ эш иткән имандаштарҙы кисерергә әҙер булыуыбыҙ Йәһүәнең ғәҙеллеккә ҡарашын нисек сағылдыра икәнен белербеҙ.

ҠОТ ОСҠОС ҒӘҘЕЛҺЕҘЛЕК

3, 4. Нәбүтәй ниндәй кеше булған, һәм ни өсөн ул Ахаб батшаға үҙенең йөҙөм баҡсаһын һатмаған?

3 Күпселек израилдәр Ахаб батшаның һәм уның ҡатыны яуыз батшабикә Изәбәлдең йүнһеҙ үрнәгенә эйәргән саҡта Нәбүтәй Йәһүәгә тоғро булған. Ваалға табынған шул израилдәр Йәһүәне һәм уның ҡанундарын һанға һуҡмаған. Ә Нәбүтәй өсөн Йәһүә менән мөнәсәбәттәре ғүмеренән дә ҡәҙерлерәк булған.

4 1 Батшалар 21:1—3-тө уҡығыҙ *. Ахаб Нәбүтәйгә үҙенең йөҙөм баҡсаһын һатырға йә яҡшыраҡҡа алмаштырырға тәҡдим иткәс, Нәбүтәй ризалашмаған. Ни өсөн? Ул батшаға ихтирам менән былай тигән: «Минең өсөн ата-бабаларымдың мираҫын һиңә биреү аҡылға һыймаҫлыҡ нәмә, сөнки Йәһүә быны тыя». Нәбүтәй, Йәһүәнең Израиль халҡына биргән ҡануны буйынса мираҫ итеп бирелгән биләмәне бөтөнләйгә һатырға ярамағанын белгән (Лев. 25:23; Һан. 36:7). Һис шикһеҙ, Нәбүтәй бар нәмәгә Йәһүәнең күҙлегенән ҡараған.

5. Изәбәл нисек Нәбүтәйҙең үлемен ойошторған?

5 Нәбүтәй йөҙөм баҡсаһын һатырға теләмәгәнгә, Ахаб үҙенең ҡатыны менән уға ҡаршы енәйәт ҡылған. Йөҙөм баҡсаһын ҡулға төшөрөр өсөн, Изәбәл Нәбүтәйҙе нахаҡҡа ғәйепләгән. Һөҙөмтәлә уны һәм уның улдарын язалап үлтергәндәр. Йәһүә, был ҡот осҡос ғәҙелһеҙлекте күреп, нимә эшләгән?

АЛЛАНЫҢ ҒӘҘЕЛ ХӨКӨМӨ

6, 7. Йәһүә ғәҙеллек яратыуын нисек күрһәткән, һәм ни өсөн быны белеү Нәбүтәйҙең яҡындарын йыуатҡан?

6 Йәһүә кисектермәйенсә Ахабҡа Ильяс пәйғәмбәрҙе ебәргән. Ильяс Ахабты кеше үлтереүсе һәм бур тип хөкөм иткән. Йәһүәнең хөкөм ҡарары ниндәй булған? Нәбүтәй улдары менән нисек үлгән, Ахаб ҡатыны һәм улдары менән шулай уҡ үлергә тейеш булған (1 Бат. 21:17—25).

7 Нәбүтәйҙең туғандары һәм дуҫтары Ахабтың ҡанһыҙ ҡылығы арҡаһында ныҡ ҡайғырһа ла, Йәһүәнең был ғәҙелһеҙлекте күреүе һәм тиҙ арала енәйәтсене хөкөм итеүе уларҙы ниндәйҙер кимәлдә йыуатҡан. Шулай ҙа, хәл киҫкен боролош алғас, уларҙың баҫалҡылығы һәм Йәһүәгә ышаныуы, моғайын, һыналғандыр.

8. Ахаб Йәһүәнең хөкөм ҡарарын нисек ҡабул иткән, һәм был нимәгә килтергән?

8 Ахаб Йәһүәнең хөкөм ҡарарын белгәс, нимә булған? Изге Яҙмала былай тип яҙылған: «Ахаб кейемен йыртып ебәрҙе һәм ҡыл кейем кейҙе. Ул ураҙа тотто, ятҡанда ла ҡыл кейемен сисмәне һәм бойоғоп йөрөнө». Ахаб баҫалҡылыҡ сағылдырған. Артабан нимә булған? Йәһүә Ильясҡа былай тигән: «Ул үҙен минең алдымда баҫалҡыландырғанға күрә, мин бәләне уның йортона ул йәшәгән көндәрҙә түгел, ә улының көндәрендә ебәрермен» (1 Бат. 21:27—29; 2 Бат. 10:10, 11, 17). Йөрәктәрҙе тикшереүсе Йәһүә Ахабҡа шәфҡәтлелек күрһәткән (Ғиб. һүҙ. 17:3).

БАҪАЛҠЫЛЫҠ БЕҘҘЕ ҺАҠЛАЙ

9. Ниндәй мәғәнәлә баҫалҡылыҡ Нәбүтәйҙең туғандарын һәм дуҫтарын һаҡлай алған?

9 Ахабтың ҡот осҡос енәйәте хаҡында белгән кешеләр Йәһүәнең хөкөм ҡарарына нисек ҡараған? Алла үҙенең ҡарарынан баш тартҡан кеүек тойола алған һәм был, моғайын да, Нәбүтәйҙең яҡындары өсөн иман һынауы булған. Бындай хәлдә уларҙың иманын баҫалҡылыҡ һаҡлай алған. Был сифат ярҙамында улар, Йәһүәнең һәр ваҡыт ғәҙеллек менән эш итеүенә шикләнмәйенсә, уға артабан да тоғро хеҙмәт итер ине. (Ҡанун 32:3, 4-те уҡығыҙ *.) Тәҡүә кешеләр терелтелгәс, Нәбүтәй, уның улдары һәм туғандары Йәһүәнең үҙҙәренә ҡарата нисек камил ғәҙеллек сағылдырасағын күрер (Әйүп 14:14, 15; Яхъя 5:28, 29). Өҫтәүенә, баҫалҡы кешеләр шуны белә: «Алла һәр эште, шул иҫәптән һәр йәшерен нәмәне хөкөм итер, яҡшымы, яманмы икәнен тикшерер» (Вәғ. 12:14). Хөкөм ҡарары сығарғанда, Йәһүә беҙ белмәгән факттарҙы иҫәпкә ала. Шулай итеп, баҫалҡылыҡ ғәйепһеҙ кешеләрҙе һаҡлай: ул уларға үҙ иманын юғалтмаҫҡа ярҙам итә.

10, 11. а) Ниндәй шарттар арҡаһында ғәҙеллек тойғоһо һыналырға мөмкин? б) Баҫалҡылыҡ беҙҙе нисек һаҡлай?

10 Өлкәндәр ҡабул иткән ҡарарҙы аңлап етмәһәк йә, бәлки, уларҙың ҡарары менән риза булмаһаҡ, беҙ үҙебеҙҙе нисек тоторбоҙ? Мәҫәлән, ғәзиз кешегеҙ йыйылыштағы хөрмәтле вазифаларын бик ҡәҙерләй, әммә уны вазифаларынан бушаттылар, ти. Йәки тормош иптәшегеҙҙе, улығыҙҙы, ҡыҙығыҙҙы йә дуҫығыҙҙы йыйылыштан сығарғандар, ти. Ә һеҙ бындай ҡарар менән риза түгел. Йә һеҙ, өлкәндәр гонаһ ҡылған кешегә юҡҡа ғына мәрхәмәт күрһәткән, тип уйлайһығыҙҙыр. Шундай осраҡтар иманыбыҙҙың тәрәнлеген һәм Йәһүә ойошмаһында урынлаштырылған тәртиптең дөрөҫлөгөнә ышаныуыбыҙҙы һынарға мөмкин. Әйҙәгеҙ, баҫалҡылыҡ беҙҙе нисек һаҡлай алғанын ҡарап сығайыҡ.

Өлкәндәрҙең ҡарары менән риза булмаған саҡта һеҙ үҙегеҙҙе нисек тоторһоғоҙ? (10, 11-се абзацтарҙы ҡарағыҙ.)

11 Беренсенән, баҫалҡылыҡ беҙгә тыуған хәлдең бөтә ентеклектәрен белмәүебеҙҙе танырға ярҙам итер. Булған хәл тураһында күпме генә белһәк тә, Йәһүә генә кешенең йөрәген күрә (1 Сам. 16:7). Әгәр быны аңлаһаҡ, беҙгә баҫалҡылыҡ сағылдырырға, бөтөн нәмәне белә алмауыбыҙҙы танырға һәм ҡарашыбыҙҙы үҙгәртергә еңелерәк булыр. Икенсенән, Йәһүәнең ысынлап та ғәҙелһеҙ булған хәлдәрҙе яйға һалыуын көткәндә, баҫалҡылыҡ беҙгә күндәм һәм сабыр булырға ярҙам итер. Бер аҡыллы кеше былай тип яҙған: «Алланы тәрән хөрмәт иткән кешеләр игелек күрәсәк... Ә яуыз кеше игелек күрмәҫ, ...ғүмерен дә оҙайта алмаҫ» (Вәғ. 8:12, 13). Һис шикһеҙ, баҫалҡылыҡ сағылдырһаҡ, был тыуған хәлгә ҡатнашлығы булған һәр кешегә файҙа килтерер. (1 Петр 5:5-те уҡығыҙ.)

БАШҠАЛАР ИКЕ ЙӨҘЛӨ БУЛҒАНДА

12. Беҙ хәҙер нимә ҡарап сығырбыҙ һәм ни өсөн?

12 Беренсе быуатта Сүриәләге Антиохияла йәшәгән мәсихселәр баҫалҡылыҡты һәм кисерергә әҙер булыуҙы һынаған хәл менән осрашҡан. Әйҙәгеҙ, был хәлде ҡарап сығып, беҙ кисерергә әҙерме, юҡмы икәнде тикшерәйек. Ул беҙгә ғәфү итеү менән Алланың ғәҙеллеккә ҡарашы араһында ниндәй бәйләнеш барлығын яҡшыраҡ аңларға ярҙам итер.

13, 14. Илсе Петрға ниндәй вазифалар тапшырылған булған, һәм уның ҡыйыулығы нимәнән күренгән?

13 Илсе Петр мәсихселәр йыйылышында яҡшы билдәле өлкән булған. Ул Ғайса Мәсих менән шәхсән рәүештә аралашҡан. Петрға мөһим вазифалар тапшырылған булған (Матф. 16:19). Мәҫәлән, б. э. 36 йылында Петр Корнилийға һәм уның өйҙәгеләренә һөйөнөслө хәбәрҙе һөйләгән. Был осраҡ иғтибарға лайыҡ, сөнки Корнилий сөннәтләнмәгән башҡа халыҡ кешеһе булған. Корнилий һәм уның өйҙәгеләре изге рух алғас, Петр: «Был кешеләргә, беҙҙең кеүек үк, Изге Рух бирелде. Шуға күрә уларҙы һыуға сумдырыуҙан кем тыя алыр?» — тигән (Ғәм. 10:47).

14 Б. э. 49 йылында Иерусалимдағы илселәр һәм өлкәндәр мәсихсе булып киткән башҡа халыҡ кешеләре сөннәткә ултыртылырға тейешме, юҡмы икәнен хәл итер өсөн йыйылған. Шул осрашыуҙа Петр ҡыйыулыҡ менән бер нисә йыл элек башҡа халыҡ кешеләренә изге рух бирелгәнен иҫкә алған. Петр шул ваҡиғаларҙың шаһиты булғанға, уның һүҙҙәре етәксе кәңәшмәгә дөрөҫ ҡарар ҡабул итергә ярҙам иткән (Ғәм. 15:6—11, 13, 14, 28, 29). Йәһүдтәрҙән һәм башҡа халыҡтарҙан сыҡҡан мәсихселәр Петрҙың асыҡ итеп килтергән дәлилдәре өсөн рәхмәтле булған. Рухи яҡтан етлеккән был кешегә ышаныу, күрәһең, бик еңел булған (Евр. 13:7)

15. Петр Сүриәләге Антиохияла булған саҡта ниндәй хата яһаған? (Мәҡәлә башындағы рәсемде ҡарағыҙ.)

15 Шул осрашыуҙан һуң күп тә үтмәҫтән, Петр Сүриәләге Антиохияға бара. Унда булған саҡта ул йәһүд булмаған ағай-ҡәрҙәштәр менән иркен аралаша. Шик тә юҡ, улар Петрҙың белеменән һәм тәжрибәһенән күп нәмәгә өйрәнә. Әммә, ашап ултырғанда, Петр йәһүд булмаған ҡәрҙәштәрҙән ҡапыл ситләшә башлағас, улар нимә тойғанын күҙ алдына килтерегеҙ. Улар, моғайын, аптырап ҡалғандыр һәм күңелдәре һүрелгәндер. Башҡа йәһүд мәсихселәр ҙә, хатта Варнава ла Петрҙың насар үрнәгенә эйәргән. Ни өсөн рухи яҡтан етлеккән өлкән йыйылышты тарҡата алған етди хата яһаған? Ә беҙҙе берәй өлкәндең һүҙҙәре йә эштәре рәнйетһә, Петр менән булған осраҡтан нимәгә өйрәнә алабыҙ?

16. Кем һәм нисек Петрҙы төҙәткән, һәм беҙ ниндәй һорауҙарҙы ҡарап сығырбыҙ?

16 Галаттарға 2:11—14-те уҡығыҙ. Петр кешеләр алдында ҡурҡыуға бирелгән (Ғиб. һүҙ. 29:25). Ул, Йәһүәнең йәһүд булмаған мәсихселәргә ҡарашын яҡшы белһә лә, Иерусалим йыйылышындағы сөннәткә ултыртылған йәһүд мәсихселәр минең хаҡта нимә уйлар, тип ҡурҡҡан. Илсе Павел да б. э. 49 йылында Иерусалимда үткән осрашыуҙа булған, һәм Антиохияла булғанда ул Петрҙы ике йөҙлөлөктә фаш иткән (Ғәм. 15:12; Гал. 2:13). Йәһүд булмаған мәсихселәр, Петрҙың үҙҙәренә ҡарата ике йөҙлөлөгөн күргәс, үҙҙәрен нисек тотҡан? Был хәл улар өсөн абыныу ташы булғанмы? Петр үҙенең яуаплы вазифаларын юғалтҡанмы?

КИСЕРӘ БЕЛЕҮ

17. Йәһүәнең кисереүе Петрға ниндәй файҙа килтергән?

17 Күрәһең, Петр Павелдың төҙәтер өсөн бирелгән кәңәшен баҫалҡылыҡ менән ҡабул иткән. Изге Яҙмала, ул үҙенең яуаплы вазифаларын юғалтҡан, тип әйтелмәй. Һуңыраҡ ул хатта, Алла тарафынан рухландырылып, Изге Яҙманың өлөшө булып киткән ике хатты яҙған. Шуныһы ҡыҙыҡ: икенсе хатында Петр Павелды «беҙҙең ҡәҙерле имандашыбыҙ» тип атаған (2 Пет. 3:15). Петр үҙенең хатаһы менән йәһүд булмаған мәсихселәрҙе рәнйетһә лә, йыйылыштың Башы Ғайса Мәсих уны артабан да ҡулланған (Ефес. 1:22). Быны белеү Антиохиялағы ҡәрҙәштәрҙе, Ғайсанан һәм Алланан өлгө алып, Петрҙы кисерергә дәртләндерә алған. Камил булмаған кешенең хатаһы арҡаһында уларҙың береһе лә иманын юғалтмаған, тип ышанғы килә.

18. Ниндәй осраҡтарҙа беҙгә ғәҙеллеккә Йәһүә ҡарағандай ҡарарға кәрәк?

18 Беренсе быуаттағы кеүек, бөгөн дә йыйылыш өлкәндәре камил түгел, сөнки «бөтөнөбөҙ ҙә күп хаталар яһайбыҙ» (Яҡ. 3:2). Әлбиттә, беҙҙең барыбыҙ ҙа бының менән риза, әммә башҡаларҙың камилһыҙлығы беҙҙе рәнйетһә, үҙебеҙҙе нисек тоторбоҙ? Шундай осраҡтарға беҙ Йәһүә күҙлегенән ҡарарбыҙмы? Мәҫәлән, беҙгә өлкәндең һүҙҙәрендә кемгәлер ҡарата тиҫкәре ҡараш сағылған кеүек тойолһа, үҙебеҙҙе нисек тоторбоҙ? Әгәр өлкән, уйламайынса, һеҙҙе рәнйеткән йә кәмһеткән һүҙҙәр әйтһә, был һеҙҙең өсөн абыныу ташы булырмы? Һеҙ, был ҡәрҙәш өлкәндәр өсөн ҡуйылған талаптарға бүтән тура килмәй, тигән һығымтаға килерһегеҙме йә йыйылыштың Башы Ғайса быны нисек хәл иткәнен түҙемлек менән көтөрһөгөҙмө? Йәки, мәҫәлән, был өлкәндең күп йылдар дауамында тоғро хеҙмәт иткәне хаҡында уйланып, тыуған хәлгә киңерәк ҡарарға тырышырһығыҙмы? Әгәр һеҙгә ҡаршы гонаһ ҡылған ағай-ҡәрҙәш артабан да өлкән булып хеҙмәт итһә һәм хатта яңы хөрмәтле вазифалар алһа, һеҙ уның өсөн ҡыуанырһығыҙмы? Һеҙҙең кисерергә әҙер булыуығыҙ ғәҙеллеккә Йәһүә ҡарағандай ҡарауығыҙҙы күрһәтер. (Матфей 6:14, 15-те уҡығыҙ.)

19. Беҙ тәүәккәллек менән нимә эшләргә тейеш?

19 Беҙ түҙемһеҙлек менән Йәһүәнең Шайтан һәм уның яуыз донъяһы килтергән бөтә ғәҙелһеҙлекте юҡ итеүен көтәбеҙ (Ишағ. 65:17). Ә әлегә, әйҙәгеҙ, бар ентеклектәрҙе белмәүебеҙҙе баҫалҡылыҡ менән танып һәм беҙгә ҡаршы гонаһ ҡылған ҡәрҙәштәрҙе эскерһеҙ кисереп, ғәҙеллеккә ҡарата Йәһүәнең ҡарашын сағылдырыр өсөн бар көсөбөҙҙө һалайыҡ.

^ 4 абз. 1 Батшалар 21:1—3: «Һуңыраҡ Йәзрәил кешеһе Нәбүтәйҙең йөҙөм баҡсаһы менән бәйле бер хәл булды. Был баҡса Йәзрәилдә, Самария батшаһы Ахабтың һарайы янында ине. Ахаб Нәбүтәйгә былай тине: „Миңә йәшелсә үҫтереү өсөн үҙеңдең йөҙөм баҡсаңды бир әле, ул бит минең йортом янында ғына. Ә мин һиңә уның өсөн яҡшыраҡ йөҙөм баҡсаһы бирермен йә, теләһәң, уны аҡсаға һатып алырмын“. Әммә Нәбүтәй Ахабҡа: „Минең өсөн ата-бабаларымдың мираҫын һиңә биреү аҡылға һыймаҫлыҡ нәмә, сөнки Йәһүә быны тыя“, — тип яуап бирҙе».

^ 9 абз. Ҡанун 32:3, 4: «Сөнки мин Йәһүәнең исемен иғлан итермен. Аллабыҙҙың бөйөклөгө тураһында һөйләгеҙ! Ул — Ҡая; уның эштәре камил, уның бөтә юлдары ғәҙел. Ул — тоғролоҡ Аллаһы, һис тә ғәҙелһеҙлек ҡылмаҫ. Ул ғәҙел һәм намыҫлы».