Төп мәғлүмәткә күсеү

Эстәлеккә күсеү

БИОГРАФИЯ

Йәһүәгә тормош юлымды йүнәлтергә рөхсәт итәм

Йәһүәгә тормош юлымды йүнәлтергә рөхсәт итәм

ТОРМОШ юлымды мин үҫмер сағымда уҡ һайланым. Минең яратҡан эшем бар ине һәм был эш менән ғүмер буйы шөғөлләнергә теләнем. Әммә Йәһүә миңә башҡа юл тәҡдим итте һәм яратыу менән мине был юлда өйрәтергә вәғәҙә итте (Зәб. 32:8). Мин уның йомарт тәҡдимен ҡабул иттем. Шулай итеп рухи карьерам башланды. Был юлда мине күп шатлыҡлы ваҡиғалар көтә ине. Мин хатта 52 йыл Африкала хеҙмәт иттем һәм быға бик шатмын.

ҠАРА ТӨТӨН АҪТЫНАН ЯҠТЫ ҠОЯШҠА СЫҒАМ

Мин 1935 йылда Дарластон ҡалаһында тыуғанмын. Был ҡала Англияның «Ҡара ил» тип аталған эш районында урынлашҡан. Ул шулай тип атала, сөнки был район күп фабрикалар һәм заводтар арҡаһында ҡара төтөн менән ҡапланған. Миңә яҡынса дүрт йәш булғанда атай-әсәйем Йәһүә шаһиттары менән Изге Яҙманы өйрәнә башланы. Бының хәҡиҡәт икәненә мин 14-15 йәшемдә инандым һәм 1952 йылда 16 йәшемдә һыуға сумдырылдым.

Шул ваҡыттарҙа мин ҙур заводҡа стажёр булып урынлаштым. Был завод ҡул ҡоралдары һәм машиналар өсөн запчастар сығара ине. Киләсәктә етәксе вазифаларын башҡарыр өсөн мин унда өйрәнеү үттем. Ундай эштә эшләргә һәр кем теләр ине!

Тап шул ваҡытта район күҙәтеүсеһе миңә Уилленхоллда үҙемдең йыйылышымда китап өйрәнеүе үткәрергә тәҡдим итте. Мин етди һайлау алдында торҙом. Миңә ике йыйылышҡа йөрөргә тура килде. Аҙна уртаһында мин Бромсгров йыйылышына йөрөнөм. Был ҡала өйөмдән 30 километр булһа ла, эшемдән йыраҡ түгел ине. Ә ял көндәрендә мин атай-әсәйемә ҡайтҡанда, Уилленхоллдағы йыйылышҡа йөрөнөм.

Мин Йәһүәнең ойошмаһына булышлыҡ итергә теләнем, шуға күрә район күҙәтеүсеһенең тәҡдимен ҡабул иттем. Әлбиттә, бының өсөн миңә яратҡан эшемде ҡалдырырға тура килде. Шул ваҡытта Йәһүәгә тормош юлымды йүнәлтергә рөхсәт иткәнемә бик шатмын! Бының ярҙамында тормошом ҡыҙыҡлы һәм тулы мәғәнәле булып китте. Мин быға бер ҙә үкенмәйем.

Бромсгровтағы йыйылышҡа йөрөгәндә, минең менән бер хәл булды. Мин Энн исемле бер апай-ҡәрҙәш менән таныштым. Ул һөйкөмлө һәм рухи ҡарашлы кеше ине. Беҙ 1957 йылда өйләнештек һәм бергә даими һәм махсус пионерҙар булып хеҙмәт иттек, ә шулай уҡ район һәм Вефиль хеҙмәтендә ҡатнаштыҡ. Энн ғүмер буйы минең өсөн шатлыҡ сығанағы булып тора!

1966 йылда беҙгә Гилеад мәктәбенең 42-се синыфында уҡыу бәхете тейҙе. Мәктәп тамамланғандан һуң, беҙҙе Малавиға хеҙмәт итергә ебәрҙеләр. Ундағы халыҡ ҡунаҡсыл һәм алсаҡ булғанға күрә был илде йыш ҡына Африканың Ҡайнар йөрәге тип атайҙар. Беҙ унда ҡәҙерле ҡунаҡ булһаҡ та, шул тиклем әҙ ваҡыт булырбыҙ тип уйламаған инек.

МАЛАВИҘА ТЫНҒЫҺЫҘ ВАҠЫТТАРҘА ХЕҘМӘТ ИТӘБЕҘ

Беҙҙең Малавиҙа йөрөгән «Кайзер-джип» машинабыҙ

Беҙ Малавиға 1967 йылдың 1 февралендә килеп еттек. Бер айлыҡ тел өйрәнеү курстарында ныҡлап уҡығандан һуң, беҙ өлкә хеҙмәтенә башыбыҙ менән сумдыҡ. Беҙҙең джип машинабыҙ бар ине. Ҡайһы берәүҙәр, был машинаға насар юлдар, хатта йылғалар ҙа ҡурҡыныс түгел, тип уйлай ине. Машинабыҙ вездеход булмаһа ла, һай кисеүҙәр аша үтә торғайны. Беҙгә ҡайһы саҡта балсыҡтан яһалған һәм һалам менән ябылған бәләкәй генә өйҙәрҙә йоҡларға тура килде. Ямғыр яуғанда түбәгә брезент тартып ҡуя торғайныҡ. Әлбиттә, миссионер хеҙмәтенә өйрәнеп китергә кәрәк ине. Әммә беҙгә был бик оҡшай ине.

Апрель айында мин тиҙҙән ауырлыҡтар башланасағын аңланым. Радионан Малави президенты Хастингс Банданың телмәре яңғыраны. Ул Йәһүә шаһиттарын һалым түләмәүҙә һәм сәйәсәткә ҡыҫылыуҙа ғәйепләй ине. Әлбиттә, был ғәйепләүҙәр ялған ине. Ысынында улар, беҙ нейтралитет һаҡлағанға һәм бигерәк тә ағай-ҡәрҙәштәр партбилет һатып алмағанға, дошманлыҡ күрһәтә ине.

Сентябрь айында беҙ гәзиттә президенттың Йәһүә шаһиттарын илдең бөтә проблемаларында ғәйепләүе тураһында уҡыныҡ. Ул партияһының съезында, хөкүмәт тиҙҙән Йәһүә шаһиттарын тыясаҡ, тип иғлан итте. Һәм 1967 йылдың 20 октябрендә беҙҙең эшебеҙгә тыйыу һалдылар. Күп тә үтмәҫтән, Вефилгә полицейскийҙар һәм миграция хеҙмәткәрҙәре килде. Улар филиалды япты һәм миссионерҙарҙың илдән китеүҙәрен талап итте.

Беҙҙе Малавиҙан ҡыуып сығаралар, 1967 йыл. Беҙҙең менән бергә миссионер булып хеҙмәт иткән Джек һәм Линда Йоханссондар

Өс көн беҙҙе төрмәлә тоттолар, ә унан һуң Великобританияның контроле аҫтында булған Маврикийға ебәрҙеләр. Әммә Маврикийҙың властары беҙгә миссионерҙар булараҡ унда инергә рөхсәт итмәне. Шуға күрә беҙҙе Родезияға (хәҙер Зимбабве) билдәләнеләр. Унда килеп еткәс, үҙен беҙҙең менән дошмандарса тотҡан бер түрәнең ҡулына эләктек. Ул беҙгә: «Һеҙгә Малавиҙа ҡалырға рөхсәт итмәнеләр, Маврикийға керетмәнеләр. Бында һеҙҙе ҡолас йәйеп ҡаршы алырҙар тип уйлайһығыҙмы?» — тине. Энн үкһеп илай башланы. Беҙ үҙебеҙҙе бер кемгә лә кәрәкмәгәндәй тойҙоҡ. Минең, бөтә нәмәне ташлап, туған Англияма ҡайтҡым килде. Шулай ҙа улар беҙгә филиалда бер төн йоҡларға рөхсәт иттеләр, ә иртәгеһен уларҙың үҙәк офисына килергә ҡуштылар. Беҙҙең бөтөнләй көсөбөҙ ҡалманы, әммә Йәһүәгә өмөтләнеүҙән туҡтаманыҡ. Ул был хәлде нисек үҙгәртер икән тип көттөк. Икенсе көндө, һис тә уйламағанда, беҙгә Зимбабвела туристарға һымаҡ ҡалырға рөхсәт иттеләр. Ул ваҡытта нимә хис иткәнемде бер ҡасан да онотмам! Йәһүәнең беҙҙе кәрәкле юлдан алып барғанына мин бер ҙә шикләнмәй инем.

ЯҢЫ БИЛДӘЛӘНЕҮ: ЗИМБАБВЕНАН МАЛАВИ ХАҠЫНДА ҠАЙҒЫРТАБЫҘ

Беҙ Энн менән Зимбабве Вефилендә. 1968 йыл

Зимбабвелағы филиалда мине хеҙмәт бүлегенә билдәләнеләр. Миңә Малави һәм Мозамбиктағы Йәһүә шаһиттарына ярҙам итеү вазифаһын тапшырҙылар. Ул ваҡытта Малавиҙа ҡәрҙәштәрҙе бик ҡаты эҙәрләйҙәр ине. Мин Малавиҙағы район күҙәтеүселәренең хисаптарын тәржемә итергә тейеш инем. Бер тапҡыр мин кисен офиста булғанда, ҡәрҙәштәрҙең ниндәй ауырлыҡтар менән осрашырға тура килгәне хаҡында уҡығанда, уларҙы йәлләп иланым a. Шул уҡ ваҡытта уларҙың иманы, тоғро һәм сыҙам булыуҙары мине таң ҡалдырҙы (2 Кор. 6:4, 5).

Малавиҙа ҡалғандарҙың да, эҙәрләүҙәрҙән Мозамбикка ҡасҡан ҡәрҙәштәрҙең дә рухи аҙығы булһын өсөн беҙ көсөбөҙҙән килгәндең барыһын эшләнек. Чичева теле — Малавиҙа иң киң таралған тел. Шул телгә тәржемә итеүселәр Зимбабвела бер Йәһүә шаһитының ҙур фермаһында урынлашты. Был ҡунаҡсыл ағай-ҡәрҙәш улар өсөн йәшәү урыны ла, эшләү урыны ла яһаны. Шулай итеп Изге Яҙмаға нигеҙләнгән әҙәбиәттең тәржемә эше алға барҙы.

Зимбабвела йыл һайын чичева телендә өлкә конгрестар үтә торғайны. Беҙ Малавиҙа хеҙмәт иткән район күҙәтеүселәренең шул конгрестарҙа булыуҙары хаҡында ҡайғырттыҡ. Конгрестан һуң беҙ уларға бөтә телмәрҙәрҙең пландарын бирә торғайныҡ. Малавиға ҡайтҡас, улар был фекерҙәрҙе ҡәрҙәштәргә һөйләй торғайны. Ә бер тапҡыр был ҡыйыу өлкәндәрҙе дәртләндерер өсөн беҙ Зимбабвела Изге хеҙмәт мәктәбен ойошторҙоҡ.

Зимбабвела чичева һәм шона телдәрендә үткән конгреста чичева телендә телмәр менән сығыш яһайым

Мозамбикта ҡасаҡтар лагерендә Малавиҙан ҡасҡан күп кенә Йәһүә шаһиттары йәшәй ине. 1975 йылдың февраль айында мин улар янына барҙым. Был ағай-ҡәрҙәштәр Йәһүә ойошмаһынан артта ҡалмай ине, һәм уларҙың өлкәндәр ойошмаһы инде бар ине. Был яңы өлкәндәр йыйылыштарҙың эш итеүен яҡшы ойошторғайны. Улар телмәрҙәр менән сығыштар яһай торғайны. Көндәлек аятты, шулай уҡ «Күҙәтеү манараһын» тикшерә һәм хатта район конгрестары үткәрә ине. Ҡасаҡтар лагеры былай ҙа ҙур конгрестар үткән урындарға оҡшағайны. Унда йыйыштырыу, ризыҡ таратыу һәм хәүефһеҙлек бүлексәләре эшләй ине. Был тоғро ҡәрҙәштәр Йәһүә ярҙамында шул тиклем күпте эшләне. Быны күреү мине таң ҡалдырҙы!

1970-се йылдарҙың аҙағында Замбиялағы филиал Малави хаҡында ҡайғырта башланы. Әммә мин Малавиҙағы ҡәрҙәштәр тураһында һәр ваҡыт уйланым һәм улар өсөн доға ҡылдым. Мин беләм, ул ваҡытта күптәр шулай эшләй ине. Мин Зимбабве филиалының комитетында хеҙмәт иткәнгә, бөтә донъя баш идаралығының вәкилдәренең осрашыуында бер нисә тапҡыр булдым. Унда Малавиҙан, Көньяҡ Африка Республикаһынан һәм Замбиянан булған яуаплы ҡәрҙәштәр менән осраша торғайныҡ. Һәм һәр ваҡыт беҙҙең алдыбыҙҙа: «Малавиҙағы ҡәрҙәштәр өсөн беҙ тағы нимә эшләй алабыҙ?» — тигән һорау тора торғайны.

Ваҡыт үтә барҙы һәм эҙәрләүҙәр кәмене. Ҡасаҡтар яйлап кире Малавиға ҡайтты. Ә илдә ҡалған ҡәрҙәштәр, ниһайәт, ҡаты эҙәрләүҙән ҡотола башланы. Күрше илдәр ҙә Йәһүә шаһиттарының эшмәкәрлеген рәсми рәүештә таныны һәм сикләүҙәрҙе алды. Мозамбикта был 1991 йылда булды. Шулай ҙа беҙ, Малави илендә Йәһүә шаһиттары ҡасан Аллаға иркен хеҙмәт итә алыр икән, тип уйлана инек.

МАЛАВИҒА ҠАЙТАБЫҘ

Малавиҙа сәйәси хәл үҙгәрҙе һәм 1993 йылда хөкүмәт Йәһүә шаһиттарының эшмәкәрлегенә һалынған тыйыуҙы ғәмәлдән сығарҙы. Күп тә үтмәҫтән, мин бер миссионер менән һөйләштем, һәм ул минән: «Шунан, кире Малавиға китәһегеҙме?» — тип һораны. Миңә ул ваҡытта 59 йәш ине, шуға күрә мин уға: «Юҡ инде! Мин бит инде ҡарт», — тип әйттем. Әммә беләһегеҙме, беҙ шул уҡ көндө Етәксе кәңәшмәнән хат алдыҡ һәм унда ҡәрҙәштәр беҙгә Малавиға ҡайтырға тәҡдим итә ине!

Беҙгә Зимбабвела хеҙмәт итеүе оҡшай ине, шуға күрә ҡарар ҡабул итеүе еңел булманы. Бында инде тамыр йәйгән инек, һәм беҙҙең яратҡан дуҫтарыбыҙ бар ине. Етәксе кәңәшмәнең хаты бик йылы булды. Ағай-ҡәрҙәштәр, теләһәгеҙ Зимбабвела ҡала алаһығыҙ, тип яҙған ине. Әгәр үҙ юлыбыҙ менән барырға теләһәк, беҙ шулай эшләр инек. Әммә мин Ибраһим менән Сараның миҫалын иҫкә төшөрҙөм. Улар олоғайған булһа ла, үҙҙәренең уңайлы йортон ҡалдырып, Йәһүә ҡушҡанса эшләгән (Баш. 12:1—5).

Беҙ, Йәһүә ойошмаһын тыңлап, Малавиға ҡайтырға булдыҡ. Беҙ 1995 йылдың 1 февралендә, 28 йылдан һуң, был илгә кире ҡайттыҡ. Малавиҙа филиал комитеты ойошторолдо һәм унда хеҙмәт иткән өс ҡәрҙәштең береһе мин инем. Һәм беҙ, ең һыҙғанып, Йәһүә шаһиттарының эшмәкәрлеген яңынан торғоҙорға тотондоҡ.

ЙӘҺҮӘ ҮҪТЕРӘ

Йәһүәнең эшмәкәрлегебеҙҙе фатихалағанын күреү ҙур шатлыҡ килтерә! Вәғәзселәрҙең һаны бик тиҙ үҫте. Мәҫәлән, 1993 йылда уларҙың һаны яҡынса 30 000 ине, ә 1998 йылда 42 000-дән ашыу ине b. Етәксе кәңәшмә тиҙ үҫә барған йыйылыштарҙың ихтыяждары хаҡында ҡайғыртыр өсөн филиал төҙөргә рөхсәт итте. Беҙ Лилонгвела 12 гектар ер һатып алдыҡ, һәм мине төҙөү комитетына билдәләнеләр.

2001 йылдың май айына филиал төҙөлдө. Бағышлау телмәре менән Етәксе кәңәшмәнең ағзаһы Гай Пирс ҡәрҙәш сығыш яһаны. Шул шатлыҡлы байрамға 2 000 ашыу урындағы Йәһүә шаһиты килде. Уларҙың күбеһе Йәһүәгә инде 40 йылдан ашыу хеҙмәт итә ине. Был ҡәҙерле ағай- һәм апай-ҡәрҙәштәребеҙ, ҡаты эҙәрләүҙәргә ҡарамаҫтан, Аллаға тоғро ҡалған. Матди яҡтан ярлы булһалар ҙа, рухи яҡтан улар бик бай ине. Ә хәҙер улар яңы Вефиль буйлап йөрөүҙәренә ҡыуанды. Филиалдың һәр мөйөшөндә Африка көйҙәренең стиленә һалынған Батшалыҡ йырҙары яңғыраны. Бының барыһы бағышлау байрамын шатлыҡлы һәм күркәм итте, һәм Йәһүәнең һынауҙарҙа тоғро ҡалғандарҙы мул итеп бүләкләгәнен раҫланы.

Филиал төҙөлөп бөткәс, мин Батшалыҡ залдарын бағышлау телмәрҙәре менән сығыш яһай башланым. Малавиҙағы йыйылыштар ярлы илдәрҙә төҙөлөш эштәрен алып барыу программаһында ҡатнашты. Элек ҡайһы бер йыйылыштар эвкалипт ботаҡтарынан яһалған лапаҫ аҫтында йыйылған булған. Түбәләре уларҙың ҡамыш септәнән булған, ә ҡәрҙәштәр балсыҡтан яһалған эскәмйәләрҙә ултырған. Ә хәҙер ағай-ҡәрҙәштәр үҙҙәре эшләгән мейестәрҙә яндырған кирбестәрҙән матур залдар төҙөй. Шулай ҙа ҡәрҙәштәр барыбер ултырғыстарҙа түгел, ә эскәмйәләрҙә ултырырға ярата, сөнки эскәмйәлә һәр ваҡыт тағы бер кеше өсөн урын табыла.

Йәһүәнең үҙ халҡын фатихалағанын күреү рухландырғыс ине! Мине айырыуса йәш ағай-ҡәрҙәштәр һоҡландырҙы. Улар һәр ваҡыт хеҙмәттә күберәкте эшләргә әҙер ине. Улар, Йәһүәнең ойошмаһынан алған белемде шунда уҡ ҡулланып, тиҙ тәжрибә тупланы. Был уларға Вефилдә, йыйылыштарҙа үҙ өҫтәренә күберәк вазифалар алырға мөмкинлек бирҙе. Яңы билдәләнгән район күҙәтеүселәре ҡәрҙәштәргә рухи яҡтан ныҡ ҡалырға ярҙам итте. Уларҙың күбеһе өйләнгән булһа ла, хеҙмәттә тулыраҡ ҡатнашыр өсөн бала табырға ашыҡманы. Әлбиттә, был яҡтан кешеләр, ә айырыуса туғандары уларға баҫым яһаны.

ҠАБУЛ ИТКӘН ҠАРАРҘАРЫМА ҮКЕНМӘЙЕМ

Беҙ Энн менән Британ Вефилендә

Беҙ Африкала 52 йыл хеҙмәт иткәндән һуң, һаулығым менән бәйле ауырлыҡтар тыуҙы. Урындағы филиал комитеты беҙҙе Великобританияға билдәләргә тәҡдим итте, һәм Етәксе кәңәшмә был тәҡдимде хупланы. Беҙгә яратҡан хеҙмәтебеҙҙе ҡалдырыуы ауыр булды. Әммә Великобританиялағы Вефиль ғаиләһе беҙҙе бик йылы ҡаршы алды һәм беҙҙең хаҡта яҡшы ҡайғыртып тора.

Мин, Йәһүәгә тормош юлымды йүнәлтергә рөхсәт итеп, иң яҡшы ҡарар ҡабул итеүемә бер ҙә шикләнмәйем. Әгәр мин үҙемә таянған булһам, белмәйем, карьера баҫҡысы мине ҡайҙа алып китер ине. Тура юлдан барыр өсөн миңә нимә кәрәк икәнен Йәһүә һәр ваҡытта ла белә ине (Ғиб. һүҙ. 3:5, 6). Йәш саҡта мин ҙур компанияла эшләргә хыялландым. Әммә был эште Йәһүәнең ойошмаһы биргән йөкләмәләр менән сағыштырғанда, ул бер ни ҙә тормай. Йәһүәгә хеҙмәт итеү — тормошомдоң иң яҡшы юлы!

a Малавиҙағы Алла хеҙмәтселәре тураһында 1999 йылдың «Йәһүә шаһиттарының йыллыҡ баҫмаһында» (урыҫ) 148—223-сө биттәрендә яҙылған.

b Хәҙер Малавиҙа 100 000-дән ашыу вәғәзсе бар.