Төп мәғлүмәткә күсеү

Эстәлеккә күсеү

20-СЕ ӨЙРӘНЕҮ МӘҠӘЛӘҺЕ

67-СЕ ЙЫР «Алла һүҙен вәғәзлә»

Мөхәббәт һеҙҙе артабан да вәғәзләргә дәртләндерһен!

Мөхәббәт һеҙҙе артабан да вәғәзләргә дәртләндерһен!

«Тәүҙә бөтә халыҡтарға һөйөнөслө хәбәр вәғәзләнергә тейеш» (МАРК 13:10).

ТӨП ФЕКЕР

Мөхәббәт беҙҙе ысын күңелдән вәғәзләргә нисек дәртләндерә?

1. 2023 йылдың йыллыҡ осрашыуында беҙ нимә белдек?

 ЙӘҺҮӘ шаһиттарының 2023 йылда a үткән йыллыҡ осрашыуы ысын мәғәнәлә тарихи ваҡиға булды. Беҙ ҡайһы бер хәҡиҡәттәрҙең төҙәтелгән аңлатыуын ишеттек. Шулай уҡ хеҙмәтебеҙгә ҡағылышлы бер нисә иғлан булды. Программанан белеүебеҙсә, ҡайһы бер кешеләрҙең, Бөйөк Вавилондың юҡ ителеүенән һуң да Алла халҡына ҡушылырға, моғайын, мөмкинлеге булыр. Шулай уҡ 2023 йылдың ноябрь айынан алып Батшалыҡ вәғәзселәренә хисап бирергә кәрәкмәй икәне иғлан ителде. Был үҙгәрештәр вәғәз эше хәҙер инде мөһим түгел тигәнде аңлатамы? Әлбиттә, юҡ!

2. Ни өсөн вәғәз эше көндән-көн мөһимерәк булып китә? (Марк 13:10).

2 Вәғәз эшенең мөһимлеге көндән-көн арта бара. Ни өсөн? Сөнки ахыр бик яҡын. Ғайсаның һуңғы көндәрҙә башҡарыласаҡ вәғәз эше тураһында нимә әйткәненә иғтибар итәйек. (Марк 13:10-ды уҡығыҙ.) Матфай Ғайсаның һүҙҙәрен былай тип еткергән: «Батшалыҡ хаҡындағы был һөйөнөслө хәбәр бөтә ер йөҙө буйлап вәғәзләнер, шунан һуң был замандың ахыры килер» (Матф. 24:14). Бында Шайтан донъяһының ахыры тураһында һүҙ бара. Йәһүә киләсәк ваҡиғаларҙың «көнөн дә, сәғәтен дә» инде билдәләгән (Матф. 24:36; 25:13; Ғәм. 1:7). Һәр үткән көн беҙҙе был бәхетле ваҡиғаға яҡынайта (Рим. 13:11). Әлегә иһә беҙгә вәғәзләүебеҙҙе дауам итергә кәрәк.

3. Вәғәзләргә беҙҙе нимә этәрә?

3 «Беҙҙе вәғәзләргә нимә этәрә?» — тигән һорау өҫтөндә уйланайыҡ. Бер һүҙ менән генә әйткәндә — мөхәббәт. Вәғәзләгәндә беҙ һөйөнөслө хәбәрҙе, кешеләрҙе, ә иң мөһиме, Йәһүәне һәм уның исемен яратҡаныбыҙҙы күрһәтәбеҙ. Әйҙәгеҙ, был хаҡта ентекләберәк һөйләшәйек.

БЕҘ ҺӨЙӨНӨСЛӨ ХӘБӘРҘЕ ЯРАТАБЫҘ

4. Яҡшы яңылыҡ ишеткәндә, беҙ нимә хис итәбеҙ?

4. Яҡшы яңылыҡ ишеткәндә үҙегеҙҙе нисек хис иткәнегеҙҙе иҫкә төшөрөгөҙ. Бәлки, туғандарығыҙҙың бәпәйе тыуғандыр. Йә һеҙ оҙаҡ эҙләгән эш тапҡанһығыҙҙыр. Әлбиттә, был яңылыҡты яҡындарығыҙға һәм дуҫтарығыҙға тиҙерәк һөйләргә теләгәнһегеҙҙер. Ә иң яҡшы яңылыҡты — Батшалыҡ хаҡындағы һөйөнөслө хәбәрҙе ишеткәс, һеҙ нимә хис иттегеҙ?

5. Алла Һүҙенән хәҡиҡәтте беренсе тапҡыр ишеткәс, һеҙ нимә хис иттегеҙ? (Фотоһүрәтте лә ҡарағыҙ.)

5 Әйҙәгеҙ, Алла Һүҙендәге хәҡиҡәтте беренсе тапҡыр ишеткәнебеҙҙе иҫкә төшөрәйек. Күктәге Атабыҙҙың беҙҙе яратҡанын һәм уның ғаиләһенең өлөшө булып китеүебеҙҙе теләгәнен аңланыҡ. Беҙ уның бөтә ауырыуҙарҙы һәм ғазаптарҙы юҡ итәсәген белдек. Шулай уҡ яҡындарыбыҙҙың яңы донъяла терелеүенә өмөт тыуҙы (Марк 10:29, 30; Яхъя 5:28, 29; Рим. 8:38, 39; Асыл. 21:3, 4). Был хәҡиҡәттәр күңелебеҙҙе йылытты (Лука 24:32). Беҙ уларҙы ярата башланыҡ һәм улар хаҡында бөтәһенә лә һөйләр өсөн күңелебеҙ ташып торҙо. (Иремия 20:9 менән сағыштырығыҙ.)

Беҙ һөйөнөслө хәбәрҙе беренсе тапҡыр ишеткәс, уны бөтәһенә лә һөйләргә теләнек! (5-се абзацты ҡарағыҙ.)


6. Эрнест менән Розаның миҫалы һеҙҙе нимәгә өйрәтә?

6 Бына бер ғаиләнең миҫалы. Эрне́стҡа b яҡынса 10 йәш булғанда, уның атаһы үлеп киткән. Уны, атайым хәҙер ҡайҙа икән, күктәме йәиһә бөтөнләй юҡҡа сыҡҡанмы, тигән һорау борсоған. Ата-әсәһе булған балаларҙы күреп, уның күҙе ҡыҙған. Эрнест көн һайын тиерлек зыяратҡа килгән һәм атаһының ҡәбере янында тубыҡланып: «Аллам, миңә атайымдың ҡайҙа икәнен белергә ярҙам итсе», — тип доға ҡылған. Яҡынса 17 йыл үткәс, Эрнестҡа Изге Яҙма өйрәнеүен тәҡдим иткәндәр һәм ул шатланып ризалашҡан. Ул үлеләрҙең бер нәмә лә белмәгәнен, уларҙың ҡаты йоҡоға талған кеүек булғандарын һәм киләсәктә тереләсәктәрен аңлаған (Вәғ. 9:5, 10; Ғәм. 24:15). Быны белеү уны таң ҡалдырған. Ниһайәт, ул үҙен күп йылдар борсоған һорауҙарына яуап тапҡан! Эрнестҡа Изге Яҙмалағы хәҡиҡәттәр бик оҡшаған. Уның ҡатыны Роза ла өйрәнә башлаған һәм унан белгәндәрен яратып киткән. 1978 йылда улар һыуға сумдырылған. Улар был ҡиммәтле хәҡиҡәттәрҙе туғандарына, дуҫтарына һәм башҡаларға һөйләр өсөн бар көсөн һалған. Эрнест менән Роза 70-тән ашыу кешегә Йәһүә менән танышырға һәм һыуға сумдырылырға ярҙам иткән.

7. Хәҡиҡәтте яратыуыбыҙ йөрәгебеҙҙә дөрләп янһа, нимә була? (Лука 6:45).

7 Йөрәгебеҙҙә хәҡиҡәткә ҡарата яратыу дөрләп янһа, беҙ уны башҡаларға һөйләмәй булдыра алмайбыҙ. (Лука 6:45-те уҡығыҙ.) Беҙҙең хистәребеҙ беренсе быуаттағы шәкерттәрҙең хистәренә оҡшаш. Улар: «Беҙ күргәндәребеҙ һәм ишеткәндәребеҙ тураһында һөйләмәй булдыра алмайбыҙ», — тигән (Ғәм. 4:20). Хәҡиҡәтте ныҡ яратҡанға, беҙ уның тураһында мөмкин тиклем күберәк кешегә һөйләргә теләйбеҙ.

БЕҘ КЕШЕЛӘРҘЕ ЯРАТАБЫҘ

8. Башҡаларға һөйөнөслө хәбәрҙе һөйләргә беҙҙе нимә дәртләндерә?  («Кешеләрҙе яратығыҙ. Шәкерттәр әҙерләгеҙ» тигән рамканы ҡарағыҙ.) (Фотоһүрәтте лә ҡарағыҙ.)

8 Йәһүә һәм уның Улы кешеләрҙе ярата (Ғиб. һүҙ. 8:31; Яхъя 3:16). Беҙ уларҙан үрнәк алырға теләйбеҙ. Беҙ яҡындарыбыҙҙы ҡыҙғанабыҙ, сөнки улар Аллаһыҙ һәм өмөтһөҙ йәшәй (Ефес. 2:12). Улар тормош проблемаларында бата, ә беҙҙең уларҙы ҡотҡарыр өсөн Алла Батшалығы тураһындағы һөйөнөслө хәбәребеҙ бар. Кешеләрҙе яратыу һәм ҡыҙғаныу беҙҙе һәр мөмкинлекте ҡулланып, уларға һөйөнөслө хәбәрҙе һөйләргә дәртләндерә. Алла тураһындағы белемдәр уларға бөгөн бәхетле булырға ярҙам итә һәм киләсәктә «ысын тормошҡа» — яңы донъялағы мәңгелек тормошҡа эйә булырға өмөт бүләк итә (1 Тим. 6:19).

Кешеләрҙе яратыу һәм уларҙы ҡыҙғаныу беҙҙе һәр мөмкинлекте ҡулланып уларға һөйөнөслө хәбәрҙе һөйләргә дәртләндерә. (8-се абзацты ҡарағыҙ.)


9. Беҙ кешеләрҙе нимә тураһында киҫәтәбеҙ һәм ни өсөн? (Йәзәкил 33:7, 8).

9 Кешеләрҙе яратҡанға, беҙ был яуыз донъяның ахыры яҡынлашыуы тураһында киҫәтәбеҙ. (Йәзәкил 33:7, 8-ҙе уҡығыҙ.) Йәһүәгә хеҙмәт итмәгән кешеләр менән, шул иҫәптән туғандарыбыҙ менән, нимә буласағы тураһында уйланыу йөрәгебеҙҙе әрнетә. Күптәр «донъя яратылғандан бирле бөгөнгө көнгә тиклем булмаған һәм бүтән бер ҡасан да булмаясаҡ бөйөк афәт» киләсәге тураһында белмәйенсә йәшәй (Матф. 24:21). Беҙ уларҙың Йәһүәнең хөкөм ваҡытында нимә буласағын белеүҙәрен теләйбеҙ: тәүҙә ялған дин, ә шунан Армагеддонда бөтә яуыз донъя юҡ ителәсәк (Асыл. 16:14, 16; 17:16, 17; 19:11, 19, 20). Беҙ мөмкин тиклем күберәк кеше был иҫкәртеүгә ҡолаҡ һалһын һәм бөгөн беҙгә саф ғибәҙәт ҡылыуҙа ҡушылһын, тип доға ҡылабыҙ. Әммә әлегә беҙҙең һүҙҙәребеҙгә ҡолаҡ һалмаған кешеләр тураһында, шул иҫәптән яҡындарыбыҙ тураһында, нимә әйтеп була?

10. Ни өсөн бөгөн кешеләрҙе киләсәктә буласаҡ нәмәләр тураһында киҫәтеү бик мөһим?

10 Үткән мәҡәләлә әйтелгәнсә, ҡайһы бер кешеләр ялған диндең юҡ ителеүен күреп, Йәһүәгә ышана башлар. Йәһүә, моғайын, уларға ҡотолорға мөмкинлек бирер. Әгәр шулай булһа, бөгөн бөтә кешеләргә Бөйөк Вавилонды киләсәктә нимә көткәне хаҡында һөйләү бик мөһим. Бына нимә тураһында уйланығыҙ: кешеләр бөгөн һөйләгәндәребеҙҙе киләсәктә иҫкә төшөрә алыр. (Йәзәкил 33:33 менән сағыштырығыҙ.) Бәлки, улар был иҫкәртеүҙе иҫкә төшөрөр һәм беҙгә ғибәҙәт ҡылыуҙа ҡушылырға өлгөрөр. Мәҫәлән, Филиптағы төрмә ҡарауылсыһы, ер «бик ныҡ итеп» тетрәгәс кенә, Ғайсаға ышана башлаған (Ғәм. 16:25—34). Шуның шикелле, ҡайһы бер кешеләр өсөн Бөйөк Вавилондың юҡ ителеүе шундай «ер тетрәү» кеүек булыр. Улар бөгөн һөйөнөслө хәбәрҙе ҡабул итмәһә лә, был уларҙың киләсәктә лә үҙгәрмәйәсәген аңлатмай.

БЕҘ ЙӘҺҮӘНЕ ҺӘМ УНЫҢ ИСЕМЕН ЯРАТАБЫҘ

11. Беҙ Йәһүәгә «дан, хөрмәт һәм ҡөҙрәт» нисек бирәбеҙ? (Асылыш 4:11). (Фотоһүрәтте лә ҡарағыҙ.)

11 Һөйөнөслө хәбәрҙе һөйләүебеҙҙең төп сәбәбе — Йәһүәне һәм уның исемен яратыу. Хеҙмәтебеҙ менән беҙ Йәһүәне данлайбыҙ. (Асылыш 4:11-ҙе уҡығыҙ.) «Һин дан, хөрмәт һәм ҡөҙрәт ҡабул итергә лайыҡлыһың» тигән һүҙҙәр менән беҙ ысын күңелдән ризалашабыҙ. Йәһүәнең Барлыҡҡа килтереүсе булыуы тураһында дәлилдәр килтереп һәм йәшәүебеҙ өсөн уға рәхмәтле булыуыбыҙ хаҡында һөйләп, уға дан, хөрмәт килтерәбеҙ (Матф. 6:33; Лука 13:24; Кол. 3:23). Шарттарыбыҙға ҡарап, хеҙмәткә ваҡытыбыҙҙы, көсөбөҙҙө һәм мөлкәтебеҙҙе бағышлап, беҙ Йәһүәгә «ҡөҙрәт» бирәбеҙ. Беҙ ни өсөн шулай эшләйбеҙ? Сөнки бөйөк Аллабыҙ тураһында һөйләргә яратабыҙ. Шулай уҡ башҡаларға уның исеме һәм был исем артында кем торғаны тураһында һөйләргә теләйбеҙ. Ни өсөн?

Шарттарыбыҙға ҡарап, хеҙмәткә ваҡытыбыҙҙы, көсөбөҙҙө һәм мөлкәтебеҙҙе бағышлап, беҙ Йәһүәгә «ҡөҙрәт» бирәбеҙ (11-се абзацты ҡарағыҙ.)


12. Беҙ Йәһүәнең исемен хеҙмәтебеҙ менән нисек изгеләндерәбеҙ?

12 Беҙ Йәһүәне яратабыҙ һәм был яратыу беҙҙе уның исемен изгеләндерергә этәрә (Матф. 6:9). Беҙ Алланың исемен Шайтан төшөргән хурлыҡтан таҙартырға теләйбеҙ (Баш. 3:1—5; Әйүп 2:4; Яхъя 8:44). Беҙҙе тыңлаған бөтә кешеләргә Алла тураһында дөрөҫөн һөйләп, беҙ уны яҡлайбыҙ. Беҙ башҡаларҙың да был хәҡиҡәттәрҙе белеүен теләйбеҙ. Мөхәббәт — уның иҫ киткес сифаты. Алла тәҡүәлек һәм ғәҙеллек менән идара итә. Уның Батшалығы оҙаҡламай бөтә ғазаптарҙы юҡ итәсәк һәм кешеләргә тыныслыҡ һәм бәхет килтерәсәк (Зәб. 37:10, 11, 29; 1 Яхъя 4:8). Йәһүәнең абруйын яҡлап, беҙ уның исемен изгеләндерәбеҙ. Шулай уҡ беҙгә «Йәһүә шаһиттары» тигән исем буйынса йәшәү ҡәнәғәтлек килтерә. Нимә тураһында һүҙ бара?

13. Ни өсөн беҙ Йәһүә шаһиттары булыуыбыҙ менән ғорурланабыҙ? (Ишағыя 43:10—12).

13 Йәһүә беҙҙе үҙенең шаһиттары итеп һайлаған. (Ишағыя 43:10—12-не уҡығыҙ.) Етәксе кәңәшмәнең бер хатында: «Йәһүә шаһиты булыу — кешегә күрһәтелгән иң ҙур хөрмәт», — тип әйтелгән ине c. Ни өсөн шулай тип әйтеп була? Әйҙәгеҙ, бер миҫалды ҡарап сығайыҡ. Күҙ алдына килтерегеҙ, һеҙҙе енәйәт ҡылыуҙа ғәйепләйҙәр, ти. Һеҙҙең турала, ул яҡшы кеше һәм ул яуызлыҡ ҡыла алмай, тип әйтә алған шаһит кәрәк. Һеҙ кемде һайлар инегеҙ? Әлбиттә, һеҙ үҙегеҙ яҡшы белгән, ышанған һәм башҡалар ҙа уға ышана алырлыҡ, тел тейҙермәҫлек абруйлы кешене һайлар инегеҙ. Йәһүә, беҙҙе үҙенең шаһиттары итеп һайлап һәм уның хаҡ Алла булыуы тураһында һөйләргә рөхсәт итеп, беҙҙе яҡшы белгәнен һәм беҙгә ышанғанын күрһәткән. Алланың шаһиттары булыу — беҙҙең өсөн ҙур хөрмәт! Шуға күрә беҙ һәр мөмкинлекте ҡулланып, уның исеме тураһында һөйләйбеҙ һәм уның тураһындағы ялғанды фаш итәбеҙ. Шулай эшләп беҙ Йәһүә шаһиттары булыуыбыҙҙы ғорурлыҡ менән аҡлайбыҙ! (Зәб. 83:18; Рим. 10:13—15).

БЕҘ АХЫРҒА ТИКЛЕМ ВӘҒӘЗЛӘРБЕҘ

14. Беҙ киләсәктән нимә көтә алабыҙ?

14 Беҙ киләсәктән нимә көтә алабыҙ? Йәһүә вәғәздә һалған тырышлыҡтарыбыҙҙы фатихалар һәм ҙур афәт килгәнсе тағы күп кеше хәҡиҡәтте ҡабул итер, тип өмөтләнәбеҙ. Бәлки, уларҙың кешелек тарихының иң ҡараңғы осоронда, ҙур афәт ваҡытында, Шайтандың үлеп барған донъяһынан сығырға һәм Алла халҡына ҡушылырға мөмкинлеге булыр! (Ғәм. 13:48).

15, 16. Беҙ нимә эшләрбеҙ һәм ҡасанға тиклем?

15 Ә хәҙер беҙҙең эшебеҙ бик күп. Беҙ бер ҡасан да ҡабатланмаясаҡ эштә — бөтә донъя буйынса Батшалыҡ хаҡындағы һөйөнөслө хәбәрҙе вәғәзләүҙә ҡатнашабыҙ. Шул уҡ ваҡытта кешеләрҙе был яуыз донъяның ахыры бик тиҙ яҡынлашҡаны тураһында киҫәтәбеҙ. Хөкөм ваҡыты еткәс, улар беҙ вәғәзләгән хәбәр Йәһүәнән булғанын аңлар (Йәз. 38:23).

16 Был мәҡәлә беҙҙе нимәгә дәртләндерә? Беҙҙе мөхәббәт алып йөрөтһөн — һөйөнөслө хәбәргә, кешеләргә, ә иң мөһиме, Йәһүәгә һәм уның исеменә ҡарата мөхәббәт. Әйҙәгеҙ, Йәһүә: «Вәғәз эше тамамланды!» — тип әйткәнсе, тырышып һәм ысын күңелдән вәғәзләйек.

54-СЕ ЙЫР «Бына юл!»

a Йыл һайын үткәрелгән осрашыу 2023 йылдың 7 октябрендә Йәһүә шаһиттарының Конгресс залында Ньюберг ҡалаһында үтте (АҠШ, Нью-Йорк штаты). Һуңыраҡ бөтә был программа телевидениебыҙҙа күрһәтелде: 1-се өлөшө — 2023 йылдың ноябрендә, 2-се өлөшө — 2024 йылдың ғинуарында.

b «Күҙәтеү манараһының» 2015 йылдың 1 февраль сығарылышында «Изге Яҙма тормошто үҙгәртә. Мине Изге Яҙмалағы асыҡ һәм нигеҙле яуаптар ышандырҙы» тигән мәҡәләне ҡарағыҙ.