Төп мәғлүмәткә күсеү

Эстәлеккә күсеү

22-СЕ ӨЙРӘНЕҮ МӘҠӘЛӘҺЕ

127-СЕ ЙЫР Йәһүәгә яраҡлы булырға теләйем

Осрашып йөрөгән ваҡытта нимәне иҫәпкә алырға кәрәк?

Осрашып йөрөгән ваҡытта нимәне иҫәпкә алырға кәрәк?

«Кеше күңелендәге уй-ниәттәр — тәрән һыуҙар ул» (ҒИБ. ҺҮҘ. 20:5).

ТӨП ФЕКЕР

Осрашып йөрөгән ир һәм ҡыҙ ҡәрҙәшкә дөрөҫ ҡарар ҡабул итергә нимә ярҙам итер? Йыйылыштағылар уларға нисек терәк була ала?

1, 2. Ҡайһы берәүҙәр осрашып йөрөгән саҡтары тураһында нимә һөйләй?

 ҒӘҘӘТТӘ, ир менән ҡыҙҙың осрашҡан саҡтары — шатлыҡлы һәм күңелле ваҡыттар. Күп кенә парҙар быны татыған. Әгәр һин хәҙер кем менәндер осрашаһың икән, ул ваҡыт тураһында яҡшы хәтирәләр ҡалыуын теләйһеңдер. Эфиопияла йәшәгән Ци́он a исемле ҡыҙ ҡәрҙәшебеҙ былай ти: «Беҙ ирем менән осрашҡан саҡтар иҫ китерлек күңелле ине! Беҙ мөһим һорауҙар тураһында аралаша инек. Шул уҡ ваҡытта күп көлә инек. Мин яратҡан кешене тапҡаныма һәм ул да мине яратҡанға бик бәхетле инем».

2 Нидерландтан булған Але́ссио ир ҡәрҙәш бына нимә ти: «Буласаҡ ҡатыным менән осрашҡан саҡтар әйтеп бөтөргөһөҙ ине. Шулай ҙа мин был ваҡытты еңел бер сара тип атамаҫ инем». Был мәҡәләлә беҙ егет менән ҡыҙҙың осрашҡан ваҡытта ниндәй ауырлыҡтарға дусар булғанын һәм Изге Яҙмалағы ниндәй принциптар уларға ярҙам иткәнен ҡарап сығырбыҙ. Шулай уҡ йыйылыштағылар уларға нисек таяныс була алғанын белербеҙ.

ОСРАШЫП ЙӨРӨҮҘЕҢ МАҠСАТЫ

3. Осрашып йөрөүҙең маҡсаты ниндәй? (Ғибрәтле һүҙҙәр 20:25).

3 Осрашып йөрөгән саҡтар иҫ китмәле, шуға йәштәрҙең онотолоп китеүе бар. Ләкин уға етди ҡарарға кәрәк, сөнки был ваҡытта улар мөһим аҙым яһарға тейеш. Әгәр улар өйләнешергә ҡарар итһә, туй көнөндә Йәһүә алдында ант бирә: улар ерҙә йәшәгән саҡта бер-береһен яратырға һәм хөрмәт итергә вәғәҙә итә. Беҙ бөтә анттарға ла, шул иҫәптән никах антына ла, етди ҡарайбыҙ. (Ғибрәтле һүҙҙәр 20:25-те уҡығыҙ.) Осрашып йөрөгән саҡта ир һәм ҡыҙ ҡәрҙәш, яҡшы пар була алырмы икәнен аңлар өсөн, бер-береһен яҡшыраҡ белергә тейеш. Әгәр улар мөнәсәбәттәрен өҙөргә ҡарар итһә, улар нимәнелер дөрөҫ эшләмәй тигәнде аңлатмай. Тимәк, был ваҡыт үҙ маҡсатына ирешкән — уларға дөрөҫ ҡарар ҡабул итергә ярҙам иткән.

4. Ни өсөн бөтәбеҙгә лә осрашып йөрөү ваҡытына дөрөҫ ҡарарға кәрәк?

4 Осрашып йөрөүҙең маҡсатын иҫтә тотһаң, һин өйләнергә йә кейәүгә сығырға йыйынмаған кешенең хистәренә ҡағылмаҫһың. Ләкин был маҡсатты никахта булмағандарға ғына түгел, ә бөтәһенә лә иҫтә тоторға кәрәк. Мәҫәлән, ҡайһы берәүҙәр, егет менән ҡыҙ осраша башлаһа, улар мотлаҡ өйләнергә тейеш, тип уйлай. Шундай уйлауҙар осрашып йөрөгән мәсихселәргә нисек тәьҫир итергә мөмкин? Ҡушма Штаттарҙа йәшәгән кейәүҙә булмаған Мели́сса былай ти: «Ҡайһы саҡта осрашып йөрөгән егет менән ҡыҙға ауыр баҫым яһала, шуға күрә ҡайһы берәүҙәр бер-береһенә тура килмәгәнен аңлаһа ла, мөнәсәбәттәрен өҙмәй. Башҡалары иһә, кешеләр минең турала нимә әйтер, тип ҡурҡып, бөтөнләй бер кем менән дә осрашмаҫҡа ҡарар итә».

БЕР-БЕРЕГЕҘҘЕ ЯҠШЫРАҠ БЕЛЕГЕҘ

5, 6. Осрашып йөрөгән егет менән ҡыҙға бер-береһе тураһында нимәне белергә кәрәк? (1 Петр 3:4).

5 Һин хәҙер кем менәндер осрашаһың икән, никахҡа инергәме-юҡмы тигән ҡарар ҡабул итергә нимә ярҙам итер? Ул кешене яҡшыраҡ белергә тырыш. Әлбиттә, һин уның тураһында инде нимәнелер беләһең, ләкин шул ваҡыт эсендә уның «ысын йөрәген» белеү мөһим. (1 Петр 3:4-те уҡығыҙ.) Мәҫәлән, Йәһүә менән мөнәсәбәттәрен, уның холҡон һәм фекер йөрөтөү рәүешен белергә кәрәк. Ваҡыт үтеү менән һиңә ошондай һорауҙарға яуап табырға кәрәк: «Ул минең өсөн яҡшы тормош иптәше була аламы? (Ғиб. һүҙ. 31:26, 27, 30; Ефес. 5:33; 1 Тим. 5:8). Беҙ бер-беребеҙгә эмоциональ ярҙам күрһәтә алырбыҙмы? Беҙ бер-беребеҙҙең етешһеҙлектәренә түҙеп йәшәй алырбыҙмы? (Рим. 3:23 b. Шуны иҫтә тот: ни тиклем оҡшаш булыуығыҙ түгел, ә бер-берегеҙгә яраҡлаша алыуығыҙ мөһим.

6 Һин һайлаған кеше тураһында тағы нимә белергә кәрәк? Ул кешегә эҫенеп киткәнсе, һин уның менән мөһим темаларҙы, мәҫәлән, маҡсаттарығыҙ оҡшашмы-юҡмы икәнен ҡарап сыҡ. Һаулыҡҡа, аҡсаға йә элек булған төрлө ауыр хәлдәргә бәйле һорауҙар ҙа иғтибарға лайыҡ. Осраша башлағас та, бөтәһен дә һөйләп биреү мотлаҡ түгел. (Яхъя 16:12 менән сағыштырығыҙ.) Ундай һөйләшеүҙәргә әҙер булмаһаң, әйт. Ләкин онотма, иртәме-һуңмы һиңә асыҡтан-асыҡ һөйләшеп алырға кәрәк булыр. Дөрөҫ ҡарар ҡабул итер өсөн, һеҙгә бер-берегеҙ тураһында сетерекле һорауҙарҙы белергә кәрәк.

7. Егет менән ҡыҙ осрашҡанда бер-береһен нисек яҡшыраҡ белә ала? ( «Бер-берегеҙҙән йыраҡ йәшәһәгеҙ» тигән рамканы ла ҡарағыҙ.) (Фотоһүрәттәрҙе лә ҡарағыҙ.)

7 Кешенең ниндәй икәнен нисек белеп була? Ысулдарҙың береһе — асыҡ һөйләшеү, йәғни һорауҙар биреү һәм иғтибар менән тыңлау (Ғиб. һүҙ. 20:5; Яҡ. 1:19). Был яҡтан нимә ярҙам итер? Яҡшы аралашыуға булышлыҡ иткән эштәр башҡарығыҙ. Мәҫәлән, бергә ашағыҙ. Саф һауала йөрөгөҙ һәм вәғәзләгеҙ. Яҡынданыраҡ танышыр өсөн дуҫтарығыҙ һәм яҡындарығыҙ менән ваҡыт үткәрегеҙ. Шулай уҡ һәр берегеҙ төрлө осраҡтарҙа, төрлө кешеләр менән аралашҡанда үҙен нисек тотҡанын белергә ярҙам иткән эштәр планлаштырығыҙ. Нидерландта йәшәгән А́свин үҙенең буласаҡ ҡатыны Али́сия менән йөрөгәндә нимә эшләгәне тураһында былай тип һөйләй: «Беҙ бер-беребеҙҙе яҡшы белергә ярҙам иткән эштәр менән шөғөлләндек. Был ябай эштәр, мәҫәлән, бергә ризыҡ әҙерләнек, хужалыҡ эштәрен башҡарҙыҡ. Шулай итеп, беҙ бер-беребеҙҙең көслө һәм йомшаҡ яҡтарын белдек».

Яҡшы аралашыуға булышлыҡ иткән эштәр башҡарығыҙ. Шулай итеп һеҙ бер-берегеҙҙе яҡшыраҡ белерһегеҙ. (7, 8-се абзацтарҙы ҡарағыҙ.)


8. Бергәләп Изге Яҙманы өйрәнеү ҡайһы яҡтан файҙалы?

8 Шулай уҡ бергәләп Изге Яҙманы өйрәнеү һеҙгә бер-берегеҙҙе яҡшыраҡ белергә ярҙам итер. Өйләнешкәс, ғаиләгеҙҙә Алланы беренсе урынға ҡуйыр өсөн ғаилә өйрәнеүенә ваҡыт бүлергә кәрәк булыр (Вәғ. 4:12). Шулай булғас, ни өсөн хәҙер үк быға ваҡыт бүлмәҫкә? Әлбиттә, һеҙ әле ғаилә түгел һәм ир ҡәрҙәш ҡыҙ ҡәрҙәштең башы түгел. Шулай ҙа бергә рухи һорауҙарҙы тикшереү һәр берегеҙҙең Йәһүә менән мөнәсәбәттәре ни тиклем яҡшы икәнен күрергә ярҙам итер. Ҡушма Штаттарҙа йәшәгән ирле-ҡатынлы Макс менән Ла́йза тағы бер яҡҡа иғтибар иткән. Макс былай тип һөйләй: «Беҙ осраша башлағас та, осрашыуҙар, никах, ғаилә тормошо тураһындағы мәҡәләләрҙе бергә тикшерҙек. Был беҙгә сетерекле һорауҙар тураһында асыҡтан-асыҡ аралашырға ярҙам итте».

ТАҒЫ НИМӘ ТУРАҺЫНДА УЙЛАНЫУ МӨҺИМ?

9. Ҡыҙ менән егеткә үҙ мөнәсәбәттәре тураһында һөйләр алдынан нимәне иҫәпкә алыу мөһим?

9 Осрашып йөрөүегеҙ тураһында кемгә һөйләргә була? Быны һеҙ үҙегеҙ ҡарар итәһегеҙ. Башта был хаҡта һеҙ, бәлки, ҡайһы берәүҙәргә генә әйтерһегеҙ (Ғиб. һүҙ. 17:27). Шулай итеп һеҙ үҙегеҙҙе кәрәкмәгән баҫымдан һәм һорауҙарҙан яҡларһығыҙ. Икенсе яҡтан, осрашып йөрөүегеҙ тураһында бер кемгә лә әйтмәһәгеҙ, һәр ваҡытта ла икәү генә булыуығыҙ ихтимал. Ә был бәләгә килтерергә мөмкин. Шуға күрә кемдер был хаҡта белергә тейеш. Ул һеҙгә яҡшы кәңәш бирер һәм ярҙам итә алыр (Ғиб. һүҙ. 15:22). Мәҫәлән, үҙ мөнәсәбәттәрегеҙ тураһында туғандарығыҙға, етлеккән мәсихселәргә йә йыйылыш өлкәндәренә һөйләргә була.

10. Осрашып йөрөгән саҡта ҡыҙ менән егеткә мөнәсәбәттәрен саф килеш һаҡларға нимә ярҙам итә? (Ғибрәтле һүҙҙәр 22:3).

10 Мөнәсәбәттәрҙе нисек саф килеш һаҡларға? Бергә күберәк ваҡыт үткәргән һайын, һеҙҙең бер-берегеҙгә эҫенеп китеүегеҙ бар. Шул саҡта мөнәсәбәттәрҙе нисек саф килеш һаҡларға? (1 Кор. 6:18). Әхлаҡһыҙ һөйләшеүҙәрҙән һаҡланығыҙ, икәүҙән-икәү генә ҡалмағыҙ һәм иҫерткес эсемлектәр эсеү тураһында әйткәндә, һаҡ булығыҙ (Ефес. 5:3). Быларҙың барыһы енси теләктәрҙең көсәйеүенә килтерер һәм үҙегеҙҙе ҡулда тота алмауығыҙ ихтимал. Йәһүәне күңелһеҙләндермәҫ өсөн һәм бер-берегеҙҙе рәнйентмәҫ өсөн нимә эшләй алғанығыҙ хаҡында ваҡыт-ваҡыт һөйләшеп тороғоҙ. (Ғибрәтле һүҙҙәр 22:3-тө уҡығыҙ.) Эфиопияла йәшәгән Давитҡа һәм уның ҡатыны А́лмазҡа бына нимә ярҙам иткән. Улар былай тип бүлешә: «Беҙ кешеләр булған ерҙә йә дуҫтарыбыҙ араһында ваҡыт үткәрҙек. Беҙ бер ҡасан да машинала йә өйҙә икәүҙән-икәү ҡалманыҡ. Был беҙҙе ҡотҡоларҙан һаҡлап торҙо».

11. Бер-береңде иркәләү тураһында әйткәндә, ҡыҙ менән егеткә нимәне иҫәпкә алыу мөһим?

11 Бер-береңде иркәләү урынлымы? Мөхәббәтегеҙ үҫә барған һайын, бәлки, эйе тигән ҡарар ҡабул итерһегеҙ. Ләкин енси теләктәр баш әйләндерһә, үҙеңде ҡулда тотоу еңел булмаҫ (Йыр. 1:2; 2:6). Бынан тыш, бер-береңде иркәләү контроль аҫтынан сығырға һәм аҙғын эштәргә килтерергә мөмкин (Ғиб. һүҙ. 6:27). Шуға күрә осраша башлағандан уҡ Изге Яҙмалағы принциптар ярҙамында нимә ярай, нимә ярамай икәнен ҡарап сығығыҙ (1 Фес. 4:3—7) c. Үҙегеҙҙән: «Беҙҙең тәртибебеҙ башҡаларҙы уңайһыҙ хәлгә ҡалдырмаймы? Иркәләүҙәр беребеҙҙә енси теләк уятмаҫмы?» — тип һорағыҙ.

12. Аңлашылмаусанлыҡтар тыуғанда нимәне иҫтә тотоу мөһим?

12 Һеҙ аңлашылмаусанлыҡтарҙы нисек хәл итәһегеҙ? Ҡайһы саҡта бер фекергә килә алмаһағыҙ, был һеҙ яҡшы пар була алмайһығыҙ тигәнде аңлатамы? Мотлаҡ түгел. Шундай хәл бөтә парҙарға ла таныш. Ныҡлы никах — бер-береһенең фекерен иҫәпкә алған ике кешенең союзы. Ауырлыҡтарҙы бөгөн нисек хәл итеүегеҙ киләсәктә һеҙ уларҙы хәл итә алырһығыҙмы-юҡмы икәнен күрһәтә. Үҙегеҙҙән: «Тыуған һорауҙарҙы тыныс һәм ихтирам менән хәл итә алабыҙмы? Хаталарыбыҙҙы шунда уҡ таныйбыҙмы һәм уларҙы үҙгәртергә тырышабыҙмы? Беҙ юл ҡуйыусанмы, ғәфү үтенәбеҙме һәм ғәфү итәбеҙме?» — тип һорағыҙ (Ефес. 4:31, 32). Әгәр инде һәр осраҡта ла бәхәсләшһәгеҙ, өйләнешкәс, хәл үҙгәрерме? Ай-һай. Был кешенең һиңә яҡшы пар була алмағанын аңлаһаң, мөнәсәбәттәрҙе өҙөү һеҙҙең икегеҙ өсөн дә яҡшыраҡ булыр d.

13. Ҡыҙ менән егеткә тағы күпме осрашырға кәрәк икәнен билдәләргә нимә ярҙам итер?

13 Күпме ваҡыт осрашырға кәрәк? Бер мәҡәлдә әйтелгәнсә, ашыҡҡан — ашҡа бешкән (Ғиб. һүҙ. 21:5). Башҡа һүҙҙәр менән әйткәнсә, бер-береңде яҡшы белер өсөн күпмелер ваҡыт талап ителә. Ләкин сәбәптәр булмаһа, был ваҡытты оҙаҡҡа һуҙыу дөрөҫ булмаҫ. Изге Яҙмала: «Оҙаҡ ғәмәлгә ашмаған өмөт йөрәкте әрнетә», — тип әйтелә (Ғиб. һүҙ. 13:12). Бынан тыш, һеҙ оҙаҡ ваҡыт осрашһағыҙ, енси теләктәрҙе йүгәндә тотоу еңел булмаҫ (1 Кор. 7:9). «Тағы күпме осрашырға кәрәк икән?» — тип уйлар урынына, үҙегеҙгә: «Ҡарар ҡабул итер өсөн, был кеше тураһында тағы нимә белергә кәрәк?» — тигән һорау бирегеҙ.

ОСРАША БАШЛАҒАН ЕГЕТ МЕНӘН ҠЫҘҒА НИСЕК ТЕРӘК БУЛЫРҒА?

14. Осрашып йөрөгән егет менән ҡыҙға беҙ бөтәбеҙ ҙә нисек ярҙам итә алабыҙ? (Фотоһүрәтте лә ҡарағыҙ.)

14 Таныштарыбыҙ араһында кемдер осраша башлаһа, беҙ улар өсөн нимә эшләй алабыҙ? Мәҫәлән, уларҙы төшкө ашҡа, ғаилә өйрәнеүенә йә бергә ял итеп алырға саҡыра алабыҙ (Рим. 12:13). Был уларға бер-береһе менән яҡыныраҡ танышырға ярҙам итер. Моғайын, улар серләшеп алырға теләйҙер, шуға улар менән тәбиғәткә машинала бергә бара алаһығыҙ йә үҙегеҙгә ҡунаҡҡа саҡыра алаһығыҙ (Гал. 6:10). Алисия менән Асвин ҡәрҙәштәрҙең шундай ярҙамына бик рәхмәтле. Алисия былай тип иҫенә төшөрә: «Ҡайһы бер ҡәрҙәштәр беҙҙе үҙҙәренә ҡунаҡҡа саҡыра торғайны, һәм беҙ улар араһында булһаҡ та, икәүҙән-икәү генә аралаша ала инек. Беҙ уларҙың игелеген әле лә хәтерләйбеҙ». Әгәр ҡыҙ менән егет беҙҙең уларҙың янында булыуыбыҙҙы һораһа, әйҙәгеҙ, уларҙың шундай ышаныстарын ҡәҙерләйек. Уларҙы үҙҙәрен генә ҡалдырмайыҡ, шул уҡ ваҡытта уларға һөйләшеп алырға мөмкинлек бирәйек (Флп. 2:4).

Беҙ осрашып йөрөгән егет менән ҡыҙға нисек терәк була алабыҙ? (14, 15-се абзацтарҙы ҡарағыҙ.)


15. Осраша башлағандар өсөн беҙ тағы нимә эшләй алабыҙ? (Ғибрәтле һүҙҙәр 12:18).

15 Осраша башлаған ҡыҙ менән егет тураһында нимәнелер һөйләү йә һөйләмәү бик мөһим. Ҡайһы саҡта бының өсөн үҙеңде ҡулда тоторға кәрәк булыр. (Ғибрәтле һүҙҙәр 12:18-ҙе уҡығыҙ.) Мәҫәлән, башҡаларға кемдеңдер осраша башлауы тураһында һөйләргә телебеҙ ҡысып торалыр. Ләкин улар был хаҡта үҙҙәре һөйләргә теләйҙер. Бынан тыш, улар тураһында ғәйбәт һатыу һәм уларҙың ҡарарҙарын тәнҡитләү дөрөҫ булмаҫ (Ғиб. һүҙ. 20:19; Рим. 14:10; 1 Фес. 4:11). Шулай уҡ уларҙың киләсәгенә ҡағылышлы һорауҙар уларҙы уңайһыҙ хәлдә ҡалдырырға мөмкин. Эли́з ҡәрҙәшебеҙ һәм уның ире былай тип иҫенә төшөрә: «Беҙ туй тураһындағы һорауҙарҙы әле хәл итмәгән инек, шуға күрә башҡаларҙың һорауҙары беҙҙе уңайһыҙ хәлдә ҡалдыра торғайны».

16. Егет менән ҡыҙ мөнәсәбәттәрен өҙһә, беҙ быға нисек ҡарарға тейеш?

16 Егет менән ҡыҙ мөнәсәбәттәрен өҙөргә ҡарар итһә, нимә эшләй алабыҙ? Уларҙың эшенә ҡыҫылмаһаҡ һәм кемдеңдер яғына баҫмаһаҡ, яҡшы булыр (1 Пет. 4:15). Лия ҡәрҙәшебеҙ былай ти: «Егетем менән йөрөмәй башлағас, беҙҙең турала имеш-мимештәр йөрөнө. Был мине бик рәнйетә ине». Был мәҡәләлә әйтелгәнсә, мөнәсәбәттәрҙе өҙөү егет менән ҡыҙҙың нимәнелер дөрөҫ эшләмәүен аңлатмай. Тимәк, осрашыуҙар үҙ маҡсатына ирешкән — егет менән ҡыҙға дөрөҫ ҡарар ҡабул итергә мөмкинлек биргән. Шулай ҙа улар йөрәк әрнеүе һәм яңғыҙлыҡ хисе тойорға мөмкин. Шуға күрә уларға нисек ярҙам итеп булғаны тураһында уйланайыҡ (Ғиб. һүҙ. 17:17).

17. Осрашып йөрөгән саҡта парҙар артабан да нимә эшләргә тейеш?

17 Күреүебеҙсә, осрашып йөрөгән саҡта парҙарҙың шатлыҡтары ла, ауырлыҡтары ла бар. Дже́ссика былай тип бүлешә: «Бер-беребеҙҙе яҡшыраҡ белер өсөн, беҙгә күп тырышлыҡтар һалырға тура килде. Был күп ваҡыт һәм көс талап итһә лә, заяға булманы». Әгәр ҙә һеҙ хәҙер кем менәндер йөрөһәгеҙ, бер-берегеҙҙе яҡшыраҡ белер өсөн артабан да көс һалығыҙ. Был һеҙгә танышыуҙың маҡсатына ирешергә — аҡыллы ҡарар ҡабул итергә ярҙам итер.

49-СЫ ЙЫР Йәһүәнең йөрәген һөйөндөрәйек

a Ҡайһы бер исемдәр үҙгәртелгән

b Уйланыр өсөн башҡа һорауҙарҙы «Һинең һорауҙарыңа яуаптар» тигән китаптың (урыҫ) II томында 39—40-сы биттәрендә табып була.

c Башҡа кешенең енси ағзаларын иркәләү енси аҙғынлыҡ булып һанала. Ундай ҡылыҡтар хоҡуҡ комитетын ойоштороуға сәбәп булып тора. Күкрәкте һыйпау, әхлаҡһыҙ хаттар һәм телефон аша һөйләшеүҙәр ҡайһы бер осраҡтарҙа шулай уҡ хоҡуҡ комитетын ойоштороуға килтерә.

d «Күҙәтеү манараһы» (урыҫ) 1999 йылдың 15 август сығарылышында «Уҡыусыларҙың һорауҙары» тигән рубрикала өҫтәмә мәғлүмәт табып була.