Төп мәғлүмәткә күсеү

Кейем һәм тышҡы ҡиәфәт минең өсөн абыныу ташы булды

Кейем һәм тышҡы ҡиәфәт минең өсөн абыныу ташы булды

Кейем һәм тышҡы ҡиәфәт минең өсөн абыныу ташы булды

АЙЛИН БРАМБА ҺӨЙЛӘНЕ

Мин иҫке тәртиптәге немец баптистары динендә тәрбиәләндем. Был дини ағым амиштар һәм меннониттар диндәренә яҡын. Ул 1708 йылда Германияла пиетизм, йәғни рухи уяныуҙың бер өлөшө булараҡ барлыҡҡа килгән. «Дин энциклопедияһы» буйынса, «кешелектең Мәсихтең һөйөнөслө хәбәренә мохтаж» икәнен аңлау пиетизмдың төп үҙенсәлеге булған. Бындай ҡараш күп илдәрҙә миссионерлыҡ эшмәкәрлеген уңышлы ғына ойоштороуға килтергән.

1719 йылда хәҙерге Пенсильванияға (АҠШ) ҡараған территорияла Александр Мак етәкселендә бәләкәй колония барлыҡҡа килгән. Һуңыраҡ, ул айырым төркөмдәргә тарҡалған. Һәр төркөм Александр Мактың тәғлимәтен үҙенсә аңлатҡан. Беҙҙең бәләкәй сиркәүебеҙҙә иһә 50 тирәһе кеше ине. Изге Яҙманы уҡыуға һәм сиркәү ҡабул иткән рәсми ҡарарҙарҙы теүәл үтәүгә беҙ ҙур иғтибар бүлә инек.

Беҙҙең ғаилә, кәм тигәндә, өс быуын дәүерендә ошо динде тотҡан һәм уның талаптарына ярашлы йәшәгән. Мин дә шул сиркәүгә йөрөнөм һәм ун өс йәшемдә һыуға сумдырылдым. Бала сағымдан уҡ мине, автомобиль, трактор, телефон, хатта радио йә электр ярҙамында эшләгән башҡа төрлө яйланмаларға эйә булырға һәм ҡулланырға ярамай, тип өйрәттеләр. Беҙҙең ҡатын-ҡыҙҙарыбыҙ бик ябай кейенә ине. Беҙ сәсебеҙҙе киҫмәй торғайныҡ һәм гел башыбыҙға ябынып йөрөргә тейеш инек. Ә ир-аттарыбыҙ һаҡал йөрөттө. Был донъянан булмаҫ өсөн, заманса кейенергә, косметика ҡулланырға һәм биҙәүестәр тағырға ярамай, тип уйланыҡ. Быларҙың барыһы ла гонаһлы ғорурлыҡ билдәһе, тип иҫәпләнек.

Беҙҙе Изге Яҙманы тәрән хөрмәт итергә өйрәттеләр, сөнки ул рухи аҙығыбыҙ ине. Һәр иртә, аш бүлмәһендә йыйылып, беҙ атайымдың Изге Яҙма уҡығанын һәм аңлатҡанын тыңлай торғайныҡ. Һуңынан, барыбыҙ ҙа тубыҡланып, атайымдың доға ҡылғанын тыңлай инек. Аҙаҡ әсәйем «Хужабыҙҙың үрнәк доғаһын» әйтә ине. Ғаиләбеҙҙең ошо ғәҙәтен мин бик ярата инем. Сөнки ул ваҡытта бөтөн ғаилә менән йыйылып, доға ҡылып, рухи нәмәләр тураһында уйлана торғайныҡ.

Беҙ Индиана штатындағы Делфай ҡалаһы янында бер фермала йәшәнек һәм төрлө йәшелсә үҫтерҙек. Уны арбаға тейәп, ат менән ҡалаға илтеп, урамда йә өйҙән-өйгә йөрөтөп һата торғайныҡ. Ошо ауыр эшебеҙ Аллаға хеҙмәт итеүҙең бер өлөшө, тип һанай инек. Шуға күрә лә йәкшәмбе көнөнән башҡа, бөтә ваҡытыбыҙҙы эшкә бағышлай инек. Йәкшәмбе көнө иһә «бер ниндәй эш тә» башҡарырға ярамай ине. Әммә ҡайһы ваҡыт фермалағы эшкә артыҡ мауығыу арҡаһында, рухи ҡараш һаҡлау ауыр була торғайны.

Кейәүгә сығыу һәм ғаилә тормошо

1963 йылда, 17 йәш тулғас, мин Джеймсҡа кейәүгә сыҡтым. Ул да беҙҙең сиркәүгә йөрөй ине. Уның олатаһының олатаһы үҙ заманында әле ошо сиркәүгә йөрөгән. Беҙ икебеҙ ҙә Аллаға хеҙмәт итергә ашҡына инек һәм, тик беҙҙең дин генә хаҡ, тип ышандыҡ.

1975 йылға беҙҙең инде алты балабыҙ бар ине, ә 1983 йылда етенсе балабыҙ, кинйәбеҙ тыуҙы. Икенсе булып тыуған Ребекка ғына ҡыҙ бала ине. Беҙ күп эшләнек, әҙ генә аҡса сарыф итеп, бик ябай йәшәнек. Балаларыбыҙҙы атай-әсәйҙән һәм имандаштарҙан үҙебеҙ өйрәнгән Изге Яҙма принциптарына ярашлы тәрбиәләргә тырыштыҡ.

Беҙҙең диндәге кешеләр тышҡы ҡиәфәткә ҙур иғтибар бирә. Кеше йөрәген күреп булмай, шуға ла беҙ, уның эске асылын кейеме күрһәтеп торорға тейеш, тип уйлай инек. Мәҫәлән, әгәр беҙҙең аранан берәй ҡатын сәсен таратып ебәрһә, был уның ғорурлығын күрһәтер ине. Шулай уҡ, ябай тегелгән күлдәктең биҙәге артыҡ сағыу булһа, был да ғорурлыҡ билдәһе, тип иҫәпләнәсәк. Ҡайһы ваҡыт ошоға оҡшаш һорауҙар хатта Изге Яҙманы икенсе планға күсерә ине.

Туғаныбыҙҙың төрмәгә эләгеүе

1960 йылдың аҙағында беҙҙең кеүек үк тәрбиәләнгән Джесси, иремдең ҡустыһы, хәрби хеҙмәттән баш тартҡаны өсөн төрмәгә эләкте. Ә төрмәлә ул, һуғышта ҡатнашыу Изге Яҙма принциптарына ҡаршы килә тип, уның үҙе кеүек үк фекер йөрөткән Йәһүә шаһиттарын осратҡан (Ишағыя 2:4; Матфай 26:52). Джесси улар менән Изге Яҙма темаларына йыш аралашҡан һәм уларҙың ниндәй кеше икәненә бик яҡшы төшөнгән. Изге Яҙманы ентекләп тикшергәндән һуң, ул Йәһүә шаһиты булараҡ һыуға сумдырылған. Беҙҙе был хәл ҙур борсоуға һалды.

Джесси үҙенең белгәндәрен минең иремә һөйләй торғайны. Бынан тыш, ул Джеймс «Күҙәтеү манараһы» һәм «Уянығыҙ!» журналдарын даими рәүештә алып торһон өсөн дә хәстәрлек күрҙе. Шул журналдарҙы уҡып, Джеймс Изге Яҙма менән тағы ла нығыраҡ ҡыҙыҡһына башланы. Ул һәр ваҡыт Аллаға хеҙмәт итергә теләй ине, әммә үҙенең Алланан йыраҡ икәнен тойҙо. Шуға ла Аллаға яҡынайырға ярҙам итерҙәй һәр нәмә менән ныҡ ҡыҙыҡһынды.

Беҙ амиштар, меннониттар һәм иҫке тәртиптәге башҡа баптистарҙы был донъяның бер өлөшө тип һанаһаҡ та, өлкәндәребеҙ шул диндәрҙең журналдарын уҡырға ҡуша торғайны. Атайым иһә Йәһүә шаһиттарына ҡәтғи рәүештә тиҫкәре ҡарашта ине. Уның фекеренсә, беҙгә «Күҙәтеү манараһы» һәм «Уянығыҙ!» журналдарын һис ваҡытта ла уҡырға ярамай ине. Шуға ла Джеймстың шул журналдарҙы уҡыуын күргәндә, ҡотом оса торғайны. Мин, ирем ялған тәғлимәттәрҙе үҙләштерер, тип ҡурҡтым.

Джеймс инде күптән беҙҙең сиркәүҙең ҡайһы бер өйрәтеүҙәрен шик аҫтына ҡуя ине. Уның уйлауынса, был тәғлимәттәр, мәҫәлән, йәкшәмбе көндө бер ниндәй эш тә эшләргә ярамай тигән әмер, Изге Яҙмаға ҡаршы килә. Сиркәү өйрәтеүенсә, йәкшәмбе малдарҙы эсерергә ярай, ә баҡса утарға ярамай. Был ҡағиҙәне аҡлар өсөн, өлкәндәр Джеймсҡа Изге Яҙманан бер нигеҙ ҙә килтерә алманы. Әкренләп мин дә был тәғлимәттәрҙең дөрөҫлөгөнә шикләнә башланым.

Күп йылдар буйы динебеҙ хаҡ тип ышанып йөрөгәнгә, сиркәүҙән китеү бик ауыр булды. Унан китһәк, нимә менән осрашырға тура килерен яҡшы аңланыҡ. Әммә Изге Яҙмаға тулыһынса нигеҙләнмәгән сиркәүҙә ҡалырға выжданыбыҙ ҡушманы. Шуға күрә 1983 йылда беҙ, сиркәүҙән китеү сәбәптәрен аңлатып, хат яҙҙыҡ һәм уны йыйылышта уҡыуҙарын һораныҡ. Һөҙөмтәлә, беҙҙе сиркәүҙән сығарҙылар.

Хаҡ динде эҙләйбеҙ

Шунан беҙ хаҡ динде эҙләй башланыҡ. Беҙҙеңсә, хаҡ дин тотоусылар эҙмә-эҙлекле булырға һәм, башҡаларҙы нимәгә өйрәтһә, үҙҙәре лә шуны үтәп йәшәргә тейеш ине. Иң беренсе сиратта беҙ һуғышта ҡатнашҡан диндәрҙе кире ҡаҡтыҡ. Беҙ һаман да «ябай» диндәргә тартыла инек, сөнки ғәҙәти тормош һәм әҙәпле кейем был донъяның өлөшө булмауҙы күрһәтә, тип инанғайныҡ. 1983 йылдан алып 1985 йылға тиклем беҙ ил ғиҙеп, меннонит, квакер һәм башҡа «ябай» дин тармаҡтарын бер-бер артлы тикшереп йөрөнөк.

Ул йылдарҙа Индиана штатындағы Камден янында урынлашҡан беҙҙең фермаға Йәһүә шаһиттары килеп йөрөнө. Беҙ уларҙы тыңланыҡ, ләкин Изге Яҙманың тик «Яков батша тәржемәһен» генә ҡулланыуҙарын һорай инек. Йәһүә шаһиттарын һуғышта ҡатнашмауҙары өсөн мин хөрмәт итә инем. Әммә уларҙы тыңлауы миңә еңел булманы, сөнки улар әйтеүенсә, донъянан ситтә торор өсөн ябай кейенеү мотлаҡ түгел, ә, минеңсә, ундай дин хаҡ була алмай. Беҙҙең кеүек ябай кейенмәҫкә кешене ғорурлыҡ этәрә, һәм тап матди әйберҙәр ғорурлыҡ үҫтерә тип, мин ныҡлы ышана инем.

Джеймс, Йәһүә шаһиттарының Батшалыҡ залына йөрөй башланы. Ҡайһы ваҡыт үҙе менән малайҙарҙы ла ала торғайны. Шул арҡала мин ныҡ борсолдом. Ирем мине лә саҡыра ине, әммә мин баш тарта инем. Ә бер ваҡыт ул миңә былай тине: «Хатта уларҙың ҡайһы бер тәғлимәттәре менән риза булмаһаң да, барып, уларҙың үҙ-ара мөнәсәбәттәрен үҙ күҙҙәрең менән күреп ҡайт». Уларҙың тәртибе Джеймсты таң ҡалдырған.

Ахыр сиктә, мин дә барырға, ләкин бик һаҡ булырға ҡарар иттем. Батшалыҡ залына мин ябай күлдәк һәм башлыҡ кейеп барҙым. Малайҙарыбыҙҙың ҡайһы берҙәре яланаяҡ һәм ябай кейемдә ине. Әммә Йәһүә шаһиттары беҙҙе яратып ҡаршы алды. Шунда мин: «Беҙ уларҙан айырылып торабыҙ, әммә улар беҙҙе барыбер ҡабул итә», — тип уйлап ҡуйҙым.

Уларҙың яратыуы мине хайран ҡалдырҙы, ләкин мин күҙәтеп кенә ултырыуымды дауам иттем. Улар аяғүрә баҫып йырлағанда, мин баҫманым да, йырламаным да. Осрашыу тамамланыу менән, минең фекеремсә, улар дөрөҫ эшләмәгән нәмәләр һәм Изге Яҙма аяттарының мәғәнәһе хаҡында уларға һорауҙар яуҙыра башланым. Мин үҙемде бик үк әҙәпле тотманым. Шулай ҙа мин һорау биргән һәр кеше миңә ысын ҡыҙыҡһыныу күрһәтте. Бер үк һорауҙы төрлө кешегә биргәндә, яуап бер үк ине. Был мине ғәжәпләндерҙе. Ҡайһы берҙәре яуаптарҙы ҡағыҙға яҙып бирҙе, был иһә миңә ҙур ярҙам булды, сөнки һуңыраҡ мин уларҙы үҙ аллы тикшерә алдым.

1985 йылдың йәйендә бөтә ғаиләбеҙ менән Йәһүә шаһиттарының Мемфиста (Теннесси штаты) үткәрелгән конгресына барҙыҡ. Ниәтебеҙ — ҡарап ҡына ҡайтыу ине. Джеймс һаман да һаҡал йөрөтә ине, өҫ-башыбыҙ ҙа элеккесә ябай ине. Тәнәфестәрҙә беҙҙе бер минутҡа ла иғтибарһыҙ ҡалдырманылар: яныбыҙға һәр ваҡыт кем дә булһа килеп торҙо. Уларҙың яратыуы, йылы мөнәсәбәте йөрәк түрҙәребеҙгә үтеп инде. Беҙҙе шулай уҡ улар араһындағы берҙәмлек хайран ҡалдырҙы: осрашыуҙар ҡайҙа ғына үтмәһен, унда бер үк нәмәгә өйрәтәләр ине.

Йәһүә шаһиттарының беҙҙең менән шулай эскерһеҙ ҡыҙыҡһыныуы Джеймсҡа ныҡ тәьҫир итте һәм ул Изге Яҙманы өйрәнергә ризалашты. Белгәндәренең дөрөҫлөгөнә инаныр өсөн, ул барыһын да ентекләп тикшерә барҙы (Ғәмәлдәр 17:11; 1 Фессалоникаларға 5:21). Тора-бара Джеймс хәҡиҡәтте тапҡанын аңланы, әммә мине һаман да шикләнеүҙәр ғазаплай ине. Мин дөрөҫ эш итергә теләнем, ләкин «заман кешеһенә» әйләнеп, «донъяуи» булып китеүҙән ҡурҡтым. Беренсе тапҡыр Изге Яҙма өйрәнеүен тыңлап ултырырға ризалашҡанда, бер яғымда Изге Яҙманың «Яков батша тәржемәһе», икенсе яғымда заманса телдә яҙылған «Яңы донъя тәржемәһе» ята ине. Алданмаҫ өсөн, һәр аятты ике тәржемә буйынса тикшереп ултырҙым.

Шиктәрем тарала

Йәһүә шаһиттары менән өйрәнгәндә, беҙ күктәге Атабыҙҙың Троица түгел, ә берҙән-бер Алла икәнен, һәм беҙ үлемһеҙ йәнгә эйә түгел, ә үҙебеҙ йән икәнен белдек (Башланмыш 2:7; Ҡанун 6:4; Йәзәкил 18:4; 1 Коринфтарға 8:5, 6). Беҙ шулай уҡ тамуҡ утта яфалау урыны түгел, ә кешелектең дөйөм ҡәбере булыуын аңланыҡ (Әйүп 14:13; Зәбур 16:10; Вәғәзсе 9:5, 10; Ғәмәлдәр 2:31). Тамуҡ тураһындағы хәҡиҡәт беҙҙең өсөн ысын ҡаҙаныш булды, сөнки иҫке тәртиптәге баптистар тамуҡ хаҡында бөтөнләй башҡаса өйрәтә ине.

Әммә мин, нисек инде Йәһүә шаһиттары хаҡ дин була алһын, тип уйлай инем, сөнки, минеңсә, улар бит был донъяның өлөшө булып тора. Улар «ябай» тормош алып бармай, ә минең өсөн был бик тә мөһим ине. Ләкин шул уҡ ваҡытта уларҙың, Батшалыҡ хаҡындағы һөйөнөслө хәбәрҙе бөтөн кешегә вәғәзләп, Ғайса Мәсихтең әмерен үтәүен яҡшы аңлай инем. Мин бөтөнләй аптырашта ҡалғайным (Матфай 24:14; 28:19, 20).

Шул ауыр ваҡыттарҙа Йәһүә шаһиттарының яратыуы миңә тикшеренеүҙәремде дауам итергә ярҙам итте. Бөтөн йыйылыш ғаиләбеҙгә эскерһеҙ иғтибар күрһәтте. Беҙгә йыйылыштан йә береһе, йә икенсеһе инеп сыға торғайны. Ҡайһы ваҡыт, һөт йә йомортҡа һатып алырға килдек, тип әйтәләр ине. Һөҙөмтәлә, беҙ уларҙың яҡшы кешеләр икәнен аңлай башланыҡ. Беҙҙең менән бер генә Йәһүә шаһиты өйрәнеү үткәрһә лә, башҡалары ла килеп йөрөй ине. Йыйылыштан берәйһе беҙҙең урамдан үткәндә, инеп хәл белеп китә торғайны. Ғаиләбеҙгә күрһәтелгән ошондай ҙур иғтибар беҙгә Йәһүә шаһиттарын яҡшыраҡ белергә ярҙам итте, һәм беҙ әкренләп уларҙың эскерһеҙ ҡыҙыҡһыныуын һәм яратыуын ҡәҙерләй башланыҡ.

Беҙгә башҡа йыйылыштан булған Йәһүә шаһиттары ла иғтибар күрһәтте. Мин кейемгә һәм тышҡы ҡиәфәткә ҡағылышлы шиктәр менән көрәшкәндә, күрше йыйылыштан Кей Бриггз исемле Йәһүә шаһиты килде. Ул да ябай ғына кейенә һәм косметика ҡулланмай ине. Миңә уның менән һөйләшеү еңел булды, һәм беҙ тиҙ генә уртаҡ тел таптыҡ. Ә бер ваҡыт беҙгә минең кеүек үк «ябай» ғаиләлә үҫкән Луис Флора килде. Йөҙөмә ҡарап, ул мине шикләнеүҙәр ғазаплауын аңланы. Борсоулы уйҙарымды таратып, мине тынысландырыр өсөн, Луис миңә ун биттән торған оҙон хат яҙҙы. Уның игелеге күңелемә үтеп инде, күҙемдән йәш эркелде, ул хатты мин әле булһа ҡабат-ҡабат уҡыйым.

Бер ваҡыт мин күсеп йөрөүсе күҙәтеүсе О’Делл ағай-ҡәрҙәштән Ишағыя 3:18—23 һәм 1 Петр 3:3, 4-тәге аяттарҙы аңлатыуын һораным. «Ошо аяттар Аллаға яраҡлы булыр өсөн, ябай кейенеү мотлаҡ тигәнде аңлатмаймы ни?» — тинем мин. Изге Яҙманың «Яков батша тәржемәһендә» был аяттарҙа «башлыҡ» иҫкә алынғанға, ул минән: «Ә башлыҡ кейергә яраймы? Сәс үрергә рөхсәт ителәме?» — тип һораны. Беҙҙең сиркәүҙәге ҡатындар бәләкәй ҡыҙҙарының сәсен үрә, ә үҙҙәре башлыҡ кейеп йөрөй. Мин ҡараштарымдың эҙмә-эҙлекле түгел икәнен аңланым һәм О’Делл ҡәрҙәштең ни тиклем сабыр һәм игелекле булыуына хайран ҡалдым.

Әкренләп мин хәҡиҡәт тапҡаныма ышана башланым, ләкин бер һорау мине һаман да ныҡ борсой ине: ҡатын-ҡыҙға сәс киҫтерергә яраймы икән? Мәсихсе өлкәндәр минең менән ошолай фекер йөрөттө: ҡайһы бер ҡатындарҙың сәсе оҙон булып үҫмәй, ә башҡаларыныҡы күпкә оҙонораҡ. Был иһә берәүҙәрҙең сәсе бүтәндәрҙекенән яҡшыраҡ тигәнде аңлатамы? Улар шулай уҡ миңә кейем һәм тышҡы ҡиәфәткә ҡағылышлы выждандың ниндәй роль уйнауын аңларға ярҙам итте һәм уҡыр өсөн ошо темаға материал бирҙе.

Алған белемебеҙҙе тормошта ҡулланабыҙ

Беҙ ирем менән яҡшы емештәр эҙләй инек. Һәм беҙ уларҙы таптыҡ. Ғайса былай тигән: «Бер-берегеҙҙе яратыуығыҙҙан барыһы ла һеҙҙең Минең шәкерттәрем булыуығыҙҙы белер» (Яхъя 13:35). Беҙ Йәһүә шаһиттарының ысын яратыу күрһәтеүенә инандыҡ. Тәүге ике балабыҙ Натан һәм Ребекка өсөн дә был ваҡыт ауыр булды, сөнки улар иҫке баптистар динендә һыуға сумдырылған һәм шул иманға ярашлы йәшәй ине. Ләкин ахыр сиктә, беҙ бүлешкән Изге Яҙмалағы хәҡиҡәт һәм Йәһүә шаһиттары араһында хөкөм һөргән яратыу уларҙың да йөрәген иретте.

Ребекка, мәҫәлән, һәр ваҡыт Йәһүә менән яҡын мөнәсәбәттәр үҫтерергә теләй ине. Кешенең ниҙәр эшләйәсәген һәм уның киләсәген Алла алдан уҡ яҙып ҡуймай икәнен белгәс, Ребеккаға Аллаға доға ҡылыу еңелерәк булып китте. Бынан тыш, Алланың серле Троицаның бер өлөшө түгел, ә реаль шәхес һәм унан өлгө алып була икәнен белгәс, ул Аллаға яҡынлаша алды (Ефестарға 5:1). Аллаға мөрәжәғәт иткәндә, «Яков батша тәржемәһендәге» иҫкергән һүҙҙәрҙе ҡулланыу кәрәк түгел икәнен аңлағас, Ребекка бик шатланды. Аллаға нисек доға ҡылырға икәнен һәм уның кешеләрҙең ерҙәге ожмахта мәңге йәшәүен теләй икәнен белгәс, ул Барлыҡҡа килтереүсегә тағы ла нығыраҡ яҡынлаша алды (Зәбур 37:29; Асылыш 21: 3, 4).

Ғаиләбеҙ фатихалана

1987 йылдың йәйендә беҙ: Джеймс, мин һәм биш балабыҙ — Натан, Ребекка, Джордж, Дэниел һәм Джон — һыуға сумдырылып, Йәһүә шаһиттары булып киттек. 1989 йылда — Харли, 1994 йылда Саймон һыуға сумдырылды. Беҙ бөтә ғаиләбеҙ менән, Алла Батшалығы тураһындағы һөйөнөслө хәбәрҙе вәғәзләп, Ғайса Мәсих үҙ шәкерттәренә биргән йөкләмәне ашҡынып үтәйбеҙ.

Биш улыбыҙ — Натан, Джордж, Дэниел, Джон һәм Харли, — һәм шулай уҡ ҡыҙыбыҙ Ребекка Йәһүә шаһиттарының Ҡушма Штаттарҙағы филиалында хеҙмәт итте йә әле лә хеҙмәт итә. Джордж унда инде 14 йыл хеҙмәт итә, ә Саймон 2001 йылда мәктәпте тамамланы һәм күптән түгел шулай уҡ Вефиль ғаиләһенә ҡушылды. Беҙҙең бөтә улдарыбыҙ ҙа йыйылыштарҙа йә өлкән, йә хеҙмәт ярҙамсыһы вазифаһын үтәй. Ирем иһә Тэр ҡалаһындағы (Миссури штаты) йыйылышта өлкән булып хеҙмәт итә. Мин үҙем дә хеҙмәттә әүҙем ҡатнашыуҙы дауам итәм.

Хәҙер инде беҙҙең ике ейәнсәребеҙ — Джессика менән Латиша — һәм бер ейәнебәҙ Кейлеб бар. Ата-әсәләре уларҙың бәләкәй йөрәгендә Йәһүәгә ҡарата яратыу үҫтерә, был беҙҙе бик ҡыуандыра. Йәһүә беҙҙе үҙенә яҡынлаштырҙы һәм үҙ халҡын улар араһында хөкөм һөргән яратыу аша табырға ярҙам итте. Быға беҙ бөтә ғаиләбеҙ менән һөйөнәбеҙ.

Аллаға яраҡлы булырға бик теләгән, ләкин Изге Яҙма буйынса түгел, ә үҙҙәре йәшәгән шарттарға ярашлы тәрбиәләнгән кешеләрҙе беҙ бик йәлләйбеҙ. Улар ҙа өйҙән-өйгә ризыҡ һатып йөрөүҙән түгел, ә беҙҙең кеүек үк Батшалыҡ хаҡындағы һәм ул килтәрәсәк ғәжәйеп үҙгәрештәр тураһындағы хәбәрҙе вәғәзләүҙән шатлыҡ алыр, тип өмөтләнәбеҙ. Йәһүә исемен йөрөткән кешеләрҙең үҙебеҙгә ҡарата күпме сабырлыҡ һәм яратыу күрһәткәнен хәтеремә төшөргән һайын, күҙемә рәхмәт йәштәре тула.

[Иллюстрация]

Мин ете йәштәр тирәһендә һәм инде үҫкәс

[Иллюстрация]

Ябай кейенгән Джеймс, Джордж, Харли һәм Саймон

[Иллюстрация]

Урындағы гәзиттә баҫтырылған был фотола мин баҙарға ризыҡ килтерәм

[Сығанаҡ]

Journal and Courier, Lafayette, Indiana

[Иллюстрация]

Беҙҙең ғаилә бөгөнгө көндә