Төп мәғлүмәткә күсеү

БРОШЮРАНЫҢ ТЕМАҺЫ

Ваҡытты нисек аҡыллы итеп ҡулланырға?

Ваҡытты нисек аҡыллы итеп ҡулланырға?

«Их, ваҡытым күберәк булһа ине!» Был һүҙҙәрҙе йыш әйтәһегеҙме? Ниндәйҙер мәғәнәлә ваҡыт бөтәһен дә тигеҙләй, сөнки бай һәм абруйлы кешеләрҙең ваҡыты ярлы һәм ябай кешеләрҙекенән күберәк түгел. Өҫтәүенә, байҙар ҙа, ярлылар ҙа запасҡа ваҡыт йыя алмай. Ваҡыт, үтһә, мәңгегә үтә. Шуға күрә ваҡытты аҡыллы итеп ҡулланыу мөһим. Быны нисек эшләргә? Күптәргә ярҙам иткән дүрт кәңәште ҡарап сығайыҡ.

1-се кәңәш. Йыйнаҡ булығыҙ

Мөһим эштәрҙе билдәләгеҙ. Изге Яҙма «иң яҡшыларҙы һайлап ала» белергә саҡыра (Филиптарға 1:10). Мөһим һәм ашығыс эштәрҙең исемлеген төҙөгөҙ. Иҫтә тотоғоҙ, мөһим эштәр, мәҫәлән ризыҡ һатып алыу, ашығыс булмаҫҡа ла мөмкин. Ә ашығыс булып күренгән эш, мәҫәлән яратҡан телепрограмманың башланған сағына өлгөрөп ҡалыу, ҡай саҡта мөһим түгел.

Алдан планлаштырығыҙ. «Үтмәҫләнгән балтаны үткерләмәһәң, күп көс түгергә тура килер. Ә зирәклек менән эш итеү уңышҡа килтерә», — тип әйтелгән Вәғәзсе 10:10-да. Был беҙҙе нимәгә өйрәтә? Образлы итеп әйткәндә, балтағыҙҙы үткерләгеҙ, йәғни ваҡытты уңышлыраҡ ҡулланыр өсөн, эштәрегеҙҙе алдан планлаштырығыҙ. Көс һәм ваҡыт алған мөһим булмаған эштәрҙән баш тартығыҙ йә уларҙы һуңыраҡ ваҡытҡа күсерегеҙ. Берәй эште иртәрәк тамамлағанға буш ваҡытығыҙ ҡалған икән, ниңә киләһе эшкә тотонмаҫҡа? Барыһын да алдан ныҡлап уйлап, һеҙ, балтаһын алдан үткерләп ҡуйған аҡыллы эшсе һымаҡ, күпкә һөҙөмтәлерәк эшләрһегеҙ.

Тормошоғоҙҙо ябайлаштырығыҙ. Мөһим булмаған һәм ваҡытты ғына алған нәмәләргә «юҡ» тип әйтергә өйрәнегеҙ. Сиктән тыш күп эштәр һәм осрашыуҙар стресс өҫтәргә һәм шатлыҡты урларға мөмкин.

2-се кәңәш. Ваҡытты урлаған нәмәләрҙән ҡасығыҙ

Ваҡытты һуҙыу һәм икеләнеү. «Елде күҙәтеп тороусы сәсмәҫ, болоттарға ҡарап тороусы урмаҫ» (Вәғәзсе 11:4). Бында ниндәй һабаҡ бар? Эште кисектереү ваҡытты урлай һәм эштең һөҙөмтәһен насарайта. Камил һауа шарттарын көтөп ултырған игенсе бер ҡасан да сәсмәҫ тә, урмаҫ та. Тормош билдәһеҙлек менән тулы, шуның арҡаһында беҙ баҙнатһыҙ булып китә алабыҙ. Йәки беҙ, бөтә мәғлүмәтте йыйып бөткәнсе, ҡарар ҡабул итеүҙе кисектереп торорға кәрәк, тип уйларға мөмкин. Әлбиттә, мөһим ҡарарҙарҙы яҡшы уйлап ҡабул итергә кәрәк. «Алдын-артын уйлаусы һәр аҙымын үлсәп атлай», — тиелә Ғибрәтле һүҙҙәр 14:15-тә. Ләкин күп кенә ҡарарҙарҙы ҡабул иткәндә, ҡайһы бер нәмәләрҙе алдан күреп булмай (Вәғәзсе 11:6).

Максимализм. «Аҡыллы булыуығыҙ һәр кемгә билдәле булһын», — тип әйтелә Филиптарға 4:5-тә (ЯДТ). Әлбиттә, бөтә нәмәне яҡшы итеп эшләргә тырышыу маҡтауға лайыҡ. Ләкин үҙебеҙгә сиктән тыш юғары талаптар ҡуйһаҡ, беҙ, һис шикһеҙ, ҡәнәғәтһеҙлек тойорбоҙ һәм хатта уңышһыҙлыҡҡа осрарбыҙ. Мәҫәлән, сит тел өйрәнеүсе кеше хата яһарға әҙер булырға тейеш, сөнки хаталарҙан ул өйрәнә ала. Ә максималист, берәй нәмәне дөрөҫ әйтмәй ҡуйһам, тигән уйҙан ғына ла ҡурҡа. Ундай ҡараш уңышҡа өлгәшергә ҡамасаулай. Үҙеңдән күпте көтмәй тыйнаҡ булыу ни тиклем яҡшыраҡ! «Тыйнаҡтарға зирәклек хас», — тиелә Ғибрәтле һүҙҙәр 11:2-лә. Өҫтәүенә, тыйнаҡ һәм баҫалҡы кешеләр үҙҙәренә сиктән тыш етди ҡарамай һәм хатта юмор менән ҡарай белә.

«Ысынында, беҙ аҡса менән түгел, ваҡыт менән түләйбеҙ» («What to Do Between Birth and Death»)

3-сө кәңәш. Аҡыллы һәм реаль ҡарашлы булығыҙ

Эшкә һәм ялға аҡыллы ҡарағыҙ. «Ике ус ауыр эш менән ел ҡыуыуға ҡарағанда бер ус ял яҡшыраҡ» (Вәғәзсе 4:6). Эшкә батҡан кешеләр йыш ҡына үҙҙәрен «ике ус ауыр эштең» емешен татыу бәхетенән мәхрүм итә. Уларҙың быға ваҡыты ла, көсө лә ҡалмай. Ялҡауҙар иһә, «ике ус» ял итергә теләп, ҡиммәтле ваҡытын бушҡа уҙғара. Изге Яҙма беҙҙе, аҡыллы ҡараш һаҡлап, тырышып эшләргә һәм тырыш хеҙмәтеңдең рәхәтен күрергә өндәй. Сөнки был — «Хоҙайҙың бүләге» (Вәғәзсе 5:19).

Етерлек йоҡлағыҙ. «Мин тыныслыҡта ятып йоҡлармын», — тиелгән Изге Яҙмала (Зәбур 4:8). Ололарҙың күбеһенә, физик, эмоциональ һәм аҡыл көсөн тулыһынса тергеҙер өсөн, һигеҙ сәғәт самаһы төнгө йоҡо кәрәк. Етерлек йоҡлау хәтерҙе яҡшырта һәм иғтибарҙы тупларға ярҙам итә, һөҙөмтәлә аҡыл эшмәкәрлеге әүҙемләшә. Йоҡо етмәү, киреһенсә, фекерләүҙе тотҡарлай һәм ҡыҙып китеүсәнлеккә, хаталарға һәм бәлә-ҡазаға килтерә.

Өлгәшә алырлыҡ маҡсаттар ҡуйығыҙ. «Күҙ күргән нәмәләргә ҡыуаныу хыялдарға бирелеүҙән яҡшыраҡ» (Вәғәзсе 6:9). Был һүҙҙәр нимә аңлата? Аҡыллы кеше тормошҡа ашмаҫлыҡ теләктәренә ирек бирмәй. Шуға күрә ул рекламаға алданмай, һәм еңел генә кредит алыу мөмкинлеге уны ҡыҙыҡтырмай. Ундай кеше күҙе күргән, йәғни үҙе ирешә алған нәмәләр менән ҡәнәғәтләнә.

4-се кәңәш. Ысын ҡиммәттәр буйынса йәшәгеҙ

Үҙ ҡиммәттәрегеҙ өҫтөндә уйланығыҙ. Ысын ҡиммәттәр нимәнең яҡшы, мөһим һәм файҙалы икәнен билдәләргә ярҙам итә. Әгәр ҙә тормошто уҡ менән сағыштырһаҡ, һеҙҙең ҡиммәттәр шул уҡҡа йүнәлеш бирәсәк. Шуға күрә ысын ҡиммәттәр һеҙгә дөрөҫ нәмәләргә өҫтөнлөк бирергә һәм ваҡытты көн һайын, сәғәт һайын дөрөҫ ҡулланырға ярҙам итер. Ундай ҡиммәттәрҙе ҡайҙан табырға? Күптәр, Изге Яҙманы тиңе булмаған зирәклек сығанағы итеп танып, шул китапҡа мөрәжәғәт итә (Ғибрәтле һүҙҙәр 2:6, 7).

Тормошоғоҙҙа иң мөһиме яратыу булһын. Мөхәббәт «барыһын да берләштер[ә]», тип әйтелә Колосстарға 3:14-тә. Яратыу булмаһа, беҙ ысын мәғәнәһендә бәхетле була алмайбыҙ, айырыуса ғаиләлә. Ошо фактты һанға һуҡмай, байлыҡ йә карьера артынан ҡыуған кешеләр ахыр сиктә бәхетһеҙ була. Изге Яҙманың, мөхәббәт тураһында йөҙәрләгән тапҡыр иҫкә алып, уны иң төп ҡиммәт тип һанауы юҡҡа ғына түгел (1 Коринфтарға 13:1—3; 1 Яхъя 4:8).

Рухи нәмәләргә ваҡыт бүлегеҙ. Джефф исемле бер ирҙең яратҡан ҡатыны, ике балаһы, яҡшы дуҫтары һәм ҡәнәғәтлек килтергән эше булған. Ләкин, фельдшер булғанға, ул йыш ҡына кешеләрҙең ғазап сигеүен һәм үлемен күргән. «Тормош ошолай булырға тейешме икән ни?» — тип уйлаған ул. Бер мәл уға Йәһүә шаһиттарының Изге Яҙмаға нигеҙләнгән баҫмаларын биргәндәр. Шуларҙы уҡып, ул үҙенең һорауҙарына ҡәнәғәтләнерлек яуап тапҡан.

Джефф белгәндәрен ҡатыны һәм балаларына һөйләгән, һәм улар ҙа Изге Яҙмалағы хәбәргә ҡыҙыҡһыныу күрһәткән. Шулай итеп улар бергәләп Изге Яҙма өйрәнә башлаған. Был уларҙың тормошон байытҡан һәм ваҡытты ҡәҙерләргә өйрәткән. Изге Яҙма өйрәнеп, улар иҫ киткес өмөткә — ығы-зығыһыҙ һәм ғазапһыҙ донъяла мәңге йәшәү өмөтөнә эйә булған (Асылыш 21:3, 4).

Джеффтың миҫалы Ғайса Мәсихтең: «Аллаға мохтаж булыуҙарын аңлағандар бәхетле», — тигән һүҙҙәрен иҫкә төшөрә (Матфей 5:3). Һеҙ рухи нәмәләргә ваҡыт бүлергә әҙерме? Шулай эшләү генә һеҙгә ғүмерегеҙҙең бер көнөн дә бушҡа үткәрмәҫкә зирәклек бирәсәк.