ИЗГЕ ЯҘМАНЫҢ ҠАРАШЫ
Ҡомарлы уйындар
Ҡайһы берәүҙәр өсөн ҡомарлы уйындар — ул бер зыянһыҙ күңел асыу ысулы ғына, башҡалар өсөн иһә — ҡурҡыныс боҙоҡлоҡ.
Ҡомарлы уйындар ысынлап та зыянлымы?
КЕШЕЛӘР НИМӘ ӘЙТӘ?
Күптәр, ҡомарлы уйындар закон буйынса рөхсәт ителгән икән, уларҙың бер ниндәй насарлығы ла юҡ, тип уйлай. Законлы тип һаналған ҡомарлы уйындарҙан, мәҫәлән, дәүләт лотереяларынан йыйылған аҡса социаль ихтыяждарҙы ҡаплауға китә.
ИЗГЕ ЯҘМАЛА НИМӘ ӘЙТЕЛӘ?
Изге Яҙмала ҡомарлы уйындар хаҡында туранан-тура бер ни ҙә әйтелмәй. Әммә унда Алланың шундай күңел асыуға нисек ҡарауын күрһәткән принциптар бирелә.
Ҡомарлы уйындарҙа еңгән кеше отолғандарҙың аҡсаһын үҙенә ала, әммә был Изге Яҙмала әйтелгәндәргә ҡаршы килә. Унда: «Ҡомһоҙлоҡтан һаҡланығыҙ», — тиелә (Лука 12:15). Тап ҡомһоҙлоҡ кешене шундай уйында ҡатнашырға этәрә лә инде. Байырға тигән көслө теләк ҙур ставкалар яһарға мәжбүр итә. Уйын йорттарына кешеләрҙе ҙур джекпоттар ылыҡтыра, әммә еңеүгә өмөттөң бик әҙ булыуы хаҡында бер ни ҙә әйтелмәй. Ә еңел аҡса хаҡында уйлап зиһене томаланған кешегә ҡомһоҙлоҡтан һаҡланыу бик ауыр.
Ҡағиҙә булараҡ, ҡомарлы уйындарға кешене башҡалар иҫәбенә байырға тигән эгоистик теләк йәлеп итә. Әммә Изге Яҙмала ошондай кәңәш бирелә: «Һәр кем үҙенә файҙа булғанды түгел, ә башҡаға файҙалы булғанды эҙләһен» (1 Коринфтарға 10:24). Шулай уҡ Ун әмерҙең береһендә былай тиелгән: «Яҡыныңдың һис нәмәһенә ҡыҙыҡма» (Сығыш 20:17). Оторға ынтылған кеше ысынында иһә башҡаларҙың аҡсаһын үҙ кеҫәһенә тултырырға теләй.
Бынан тыш, Изге Яҙма, даланды байлыҡ килтереүсе мистик көс тип иҫәпләү ҡурҡыныс, тип киҫәтә. Боронғо заманда ҡайһы бер израилдәр Аллаға иманы етмәүе арҡаһында, образлы әйткәндә, «Уңыш илаһы өсөн табын» йәйә башлаған. Алла «Уңыш илаһына» табыныуҙы хуплағанмы? Юҡ. Ул былай тигән: «Күҙемдә яман булғанды ҡыла бирҙегеҙ, миңә оҡшамағанды һайланығыҙ» (Ишағыя 65:11, 12).
Билдәле булыуынса, ҡайһы бер илдәрҙә закон рөхсәт иткән уйын бизнесынан килгән аҡса мәғариф, иҡтисад һәм башҡа ижтимағи өлкәләрҙәге үҫеш өсөн ҡулланыла. Ләкин аҡсаның яҡшы ниәттәр өсөн сарыф ителеүе уны табыу ысулын аҡламай, сөнки ҡомарлы уйындар асыҡтан-асыҡ ҡомһоҙлоҡ, эгоизм һәм тиҙ генә байыу теләге үҫтерә.
«Яҡыныңдың һис нәмәһенә ҡыҙыҡма» (Сығыш 20:17)
Ҡомарлы уйындар ниндәй эҙемтәләргә килтерә?
ИЗГЕ ЯҘМАЛА НИМӘ ӘЙТЕЛӘ?
Изге Яҙмала былай тиелә: «Ә байырға теләүселәр ҡотҡоға бирелә, кешене үлемгә һәм һәләкәткә килтереүсе мәғәнәһеҙ, зарарлы байтаҡ теләктәрҙең тоҙағына эләгә» (1 Тимофейға 6:9). Ҡомарлы уйындар кешелә ҡомһоҙлоҡ уята, ә ҡомһоҙлоҡ һәләкәткә килтерә. Изге Яҙмала Алла ҡәтғи рәүештә хөкөм иткән яман эштәр хаҡында әйтелгәндә, ҡомһоҙлоҡ та иҫкә алына (Ефестарға 5:3).
Еңел генә байыу юлын күрһәтеп, ҡомарлы уйындар кешелә аҡса яратыу сифаты үҫтерә, ә Изге Яҙма, аҡса яратыу — ул «бөтөн яуызлыҡтың башы», тип киҫәтә. Байыу теләге, кешене тулыһынса биләп алып, тыныслыҡтан яҙҙырырға һәм Аллаға иманын ҡаҡшатырға мөмкин. Изге Яҙмала яҙылғанса, аҡса яратыусылар, образлы әйткәндә, «үҙҙәрен күп михнәттәргә дусар иткән» (1 Тимофейға 6:10).
Кеше йөрәгендә ҡомһоҙлоҡ тамыр йәйһә, ул үҙ тормошо, финанс хәле менән ҡәнәғәт булмай һәм шатлығын юғалта. Изге Яҙмала былай тиелә: «Көмөш һөйгән кеше — көмөшкә, байлыҡ һөйгән кеше табышҡа туймаҫ» (Вәғәзсе 5:10).
Бик күптәр ҡомарлы уйындарға әүәҫләнгән һәм тоҙаҡҡа эләккән. Уйын менән мауығыу киң таралған проблемаға әйләнгән. Мәҫәлән, бер иҫәпләүҙәргә ярашлы, тик Ҡушма Штаттарҙа ғына был проблеманан миллионлаған кеше интегә.
Изге Яҙмала: «Ҡомһоҙлоҡ менән алынған мираҫ ахырҙа фатиха килтермәҫ», — тип әйтелә (Ғибрәтле һүҙҙәр 20:21). Уйындарға әүәҫлек арҡаһында кешеләр бурыстарға бата, бөлгөнлөккә төшө, эшен, дуҫтарын һәм ғаиләһен юғалта. Ләкин Изге Яҙмалағы принциптарҙы ҡулланып йәшәгәндә, ҡомарлы уйындар килтергән күп бәләләргә эләкмәҫкә була.
«Ә байырға теләүселәр ҡотҡоға бирелә, кешене үлемгә һәм һәләкәткә килтереүсе мәғәнәһеҙ, зарарлы байтаҡ теләктәрҙең тоҙағына эләгә» (1 Тимофейға 6:9).