Төп мәғлүмәткә күсеү

Ул тормош мәғәнәһен тапҡан

Ул тормош мәғәнәһен тапҡан

Батшалыҡ вәғәзселәре хәбәр итә

Ул тормош мәғәнәһен тапҡан

ҒАЙСА: «Мин Үҙемдең һарыҡтарымды таныйым», — тигән (Яхъя 10:14). Әгәр кеше саф йөрәкле, тыныслыҡ һәм ғәҙеллек һөйөүсән икән, Ғайса уны үҙенең шәкерте итеп һайлай. Ундай кеше, Бельгияла йәшәгән бер ҡатын кеүек үк, тормош мәғәнәһен таба. Шул ҡатын үҙе хаҡында бына ниҙәр һөйләне:

«Йәһүә шаһиттары килеп ишегемде шаҡыған саҡта, мин бик ныҡ бойоҡҡан хәлдә, үҙ-үҙемә ҡул һалырға тип уйлап ултыра инем. Уларҙың был емерек донъя проблемаларының хәл ителәсәге хаҡында һөйләгәндәре миңә оҡшаны, әммә бының Алла менән бәйле булыуы һис тә йөрәгемә ятманы. Сөнки бынан 8 йыл элек мин сиркәүҙәге ике йөҙлөлөктән биҙеп, унда башҡаса йөрөмәҫ булғайным. Әммә Йәһүә шаһиттарының һүҙҙәре ышаныслы яңғырай ине, һәм мин Аллаһыҙ йәшәү мөмкин түгел икәнен аңланым.

Әммә, ҡыҙғанысҡа ҡаршы, Йәһүә шаһиттарының бер нисә килеүенән һуң, улар менән элемтәне юғалттым. Мин үҙемде шул тиклем бәхетһеҙ итеп тойҙом. Көнөнә ике ҡап тәмәке тартып бөтөрә инем һәм хатта наркотик ҡуллана башланым. Ә инде үҙемдең үлгән олатайым менән һөйләшергә теләк мине спиритизм менән шөғөлләнеүгә юлыҡтырҙы. Һөҙөмтәлә, бер төндә яңғыҙ ғына сағымда миңә ендәр һөжүм итте, минең ҡотом алынды! Был хәл айҙар буйы дауам итте. Кис һайын яңғыҙ ҡалам тигән уйҙан ғына ла йөрәгем урынынан ҡупҡандай була ине.

Бер ваҡыт урамға сыҡҡас, ғәҙәттә йөрөгән юлдан китмәй, икенсе яҡҡа киттем һәм ҙур төҙөлөш барған майҙан янына килеп туҡтаным. Унда эшләгән кешеләрҙең күплегенә аптыраным. Яҡыныраҡ килгәс, уларҙың Йәһүә шаһиттары икәнен һәм Батшалыҡ залы төҙөүен аңланым. Шунда уларҙың өйөмә килгән сағын иҫемә төшөрҙөм һәм, донъялағы бөтә кеше лә улар кеүек йәшәһә, ҡалай шәп булыр ине, тип уйлап ҡуйҙым.

Мин Йәһүә шаһиттарының өйөмә яңынан килеүен теләнем һәм Зал төҙөгәндәрҙең ҡайһы берҙәре менән һөйләштем. Ошо хаҡта мин Аллаға доға ҡылдым, һәм ун көн үтеүгә өйөмә теге ваҡытта килгән Йәһүә шаһиты килде. Ул миңә Изге Яҙманы өйрәнеүҙе дауам итергә тәҡдим итте, мин иһә шатланып риза булдым. Ул мине шунда уҡ Батшалыҡ залына осрашыуға саҡырҙы. Мин шулай уҡ риза булдым һәм барғас, иҫем китте: мин бындайҙы ғүмеремдә лә күргәнем юҡ ине! Бер-береһен яратҡан һәм ысын мәғәнәлә бәхетле кешеләрҙе күптән эҙләй инем бит мин. Бына, ниһайәт, уларҙы таптым!

Шул ваҡыттан алып осрашыуҙарға йөрөй башланым. Өс аҙна тирәһе үтеүгә тартыуымды ташланым. Астрология буйынса китаптарҙы һәм ендәр музыкаһы яҙылған аудиояҙмаларҙы ырғыттым. Шунан бирле ендәрҙең тәьҫире кәмей башлағанын тойҙом. Мин тормошомдо Изге Яҙмала әйтелгән нормаларға ярашлы тәртипкә килтерҙем һәм, өс ай тигәндә, вәғәзләй башланым. Ә инде алты айҙан һыуға сумдырылдым һәм ике көндән һуң ярҙамсы пионер булып хеҙмәт итә башланым.

Мин Йәһүәгә үҙем өсөн эшләгән бар яҡшылыҡтары өсөн дә бик рәхмәтле. Ниһайәт, мин тормош мәғәнәһенә эйә булдым. Эйе, Йәһүәнең исеме — ныҡ манара, мин унда инеп, яҡлау таптым (Ғибрәтле һүҙҙәр 18:10). Мин ысынлап та Зәбур 84:10-да ошо һүҙҙәрҙе яҙған мәҙхиә яҙыусы кисергән хистәргә оҡшаш хистәр кисерәм: „Һинең ишек алдарыңда бер көн булыу башҡа ерҙә үткәргән мең көндән дә яҡшыраҡ! Аллам йорто ҡапҡаһы алдында баҫып тороуҙы яуызлыҡ сатырҙарында йәшәүҙән өҫтөн күрәм“».

Баҫалҡы йөрәкле был ҡатын тормош мәғәнәһен тапҡан. Шулай уҡ Йәһүәне эҙләгән эскерһеҙ йөрәкле һәр кеше тормош мәғәнәһен таба ала.