Төп мәғлүмәткә күсеү

Уҡыусыларҙың һорауҙары

Уҡыусыларҙың һорауҙары

Уҡыусыларҙың һорауҙары

Изге Яҙмала ҡанға ҡағылышлы бирелгән әмерҙәр буйынса, Йәһүә шаһиттары пациенттың үҙ ҡанын ҡулланып үткәрелгән медицина процедураларына нисек ҡарай?

Ҡарар ҡабул иткәндә, мәсихсе тик үҙенең теләгенә йә табиптар кәңәшенә генә нигеҙләнергә тейеш түгел. Уға был хаҡта Изге Яҙмала нимә әйтелгәнен ныҡлап ҡарап сығырға кәрәк. Был һорау уның Йәһүә менән мөнәсәбәттәренә бәйле.

Йәһүә, Йәшәү биреүсе булараҡ, кешеләргә үҙ организмына ҡан ҡабул итеүҙе тыйған (Башланмыш 9:3, 4). Алланың боронғо Израилгә биргән ҡануны ҡан ҡулланыуҙы сикләгән, сөнки ҡан йәшәүҙе символлаштыра. Алла бындай әмер биргән: «Тере заттың ғүмере ҡанда, һәм мин үҙем уны һеҙгә, үҙегеҙҙе йолоп алырға тип, ҡорбан килтереү урыны өсөн билдәләнем». Ә кеше хайуанды ашар өсөн үлтерһә? Ул саҡта кеше «уның ҡанын ағыҙып, ҡанды тупраҡ менән ҡаплаһын» a, тигән Алла (Левиттар 17:11, 13). Был әмерҙе Йәһүә ҡат-ҡат ҡабатлаған (Ҡанун 12:16, 24; 15:23). Еврейҙарҙың бер сығанағында былай тиелә: «Ҡанды һаҡларға ярамай, уны, ҡулланыуға яраҡһыҙ икәнен күрһәтеп, ергә түгергә кәрәк» («Soncino Chumash»). Израилдәрҙең береһе лә ғүмере Алла ҡулында булған башҡа йән эйәһенең ҡанын йыйырға, һаҡларға һәм ҡулланырға тейеш булмаған.

Мәсих үлгәндән һуң, Муса ҡанунын үтәргә инде кәрәк булмаған. Әммә Алла ҡанды һаман дә изге тип һанай. Изге рух тарафынан рухландырылған илселәр мәсихселәргә «ҡандан... тыйылығыҙ» тигән күрһәтмә биргән. Һәм был күрһәтмәгә еңел ҡарарға ярамай. Сөнки әхлаҡ яғынан ҡандан тыйылыу енси аҙғынлыҡ һәм боттарға табыныуҙан тыйылыу кеүек үк мөһим (Ғәмәлдәр 15:28, 29; 21:25). XX быуатта донорлыҡ һәм ҡан ебәреү киң таралыу алғас, Йәһүә шаһиттары бының Алла Һүҙенә ҡаршы килгәнен аңлаған b.

Ҡай саҡта табиптар операциянан бер нисә аҙна алдараҡ пациентҡа үҙ ҡанын (операция алдынан аутоҡан алыу) бирергә кәңәш итә. Быны улар, операция ваҡытында ҡан кәрәк булһа, пациентҡа үҙ ҡанын ебәреү маҡсаты менән эшләй. Әммә ҡанды йыйыу, һаҡлау һәм ебәреү Левиттар һәм Ҡанун китаптарында әйтелгәндәргә асыҡтан-асыҡ ҡаршы килә. Ҡанды һаҡларға ярамай, уны ергә түгергә, йәғни, образлы әйткәндә, Аллаға кире ҡайтарырға кәрәк. Әлбиттә, бөгөнгө көндә Муса ҡануны инде ғәмәлдә түгел. Шуға ҡарамаҫтан, Йәһүә шаһиттары ул ҡанундағы принциптарҙы хөрмәт итә һәм «ҡандан... тыйылырға» тигән әмергә тайпылышһыҙ буйһона. Шуға күрә беҙ башҡалар өсөн дә ҡан бирмәйбеҙ һәм үҙ ҡаныбыҙҙы үҙебеҙгә ебәрер өсөн дә әҙерләмәйбеҙ, сөнки уны түгергә кәрәк. Ҡанды шул рәүешле йыйыу һәм ебәреү системаһы Алла ҡанунына ҡаршы килә.

Пациенттың үҙ ҡаны менән бәйле башҡа процедуралар һәм анализдар биреү Алла принциптарына асыҡтан-асыҡ ҡаршы килмәй. Мәҫәлән, күп мәсихсе үҙ ҡанын анализға бирергә ҡаршы түгел. Анализдан һуң ҡан өлгөләре юҡ ителә. Шулай уҡ табиптар пациенттың үҙ ҡанын ҡулланыу менән бәйле тағы ла ҡатмарлыраҡ процедуралар тәҡдим итергә мөмкин.

Мәҫәлән, хирургик операция ваҡытында гемодилюция яһалғанда, ҡандың бер өлөшөн тәндән алып ситтәге яһалма әйләнешкә ебәреп торалар. Тәндә ҡалған ҡанды иһә шыйығайталар. Шунан яһалма әйләнештәге ҡан пациенттың тәненә кире ҡайтарыла һәм шул арҡала ҡандағы гемоглобин кимәле яҡшыра. Башҡа осраҡта яранан ағып сыҡҡан ҡан йыйыла бара һәм фильтр аша үткәрелә, шулай итеп эритроциттар организмға кире ҡайтарыла. Был ҡанды һаҡлап ҡалыу тип атала. Тағы шундай бер процедура бар, уның барышында ҡан ниндәй ҙә булһа берәй органдың (мәҫәлән, йөрәк, үпкә йәки бөйөрҙәрҙең) функцияһын үтәүсе махсус аппарат аша ҡыуыла, шунан пациенттың организмына кире ҡайтарыла. Ә икенсе бер процедура ваҡытында ҡанды зарарланған йә сифаты түбән булған киҫәксәләрҙән таҙартыр өсөн, сепараторға (центрифугаға) йүнәлтәләр. Был процедураның маҡсаты ҡандың ниндәйҙер компонентын айырып, организмдың икенсе бер өлөшөнә ебәреү булырға ла мөмкин. Ҡайһы саҡта пациенттың бер аҙ ҡанын маркировка өсөн йә, ҡанға медикаменттар ҡушып, уны яңынан тәнгә ебәрер өсөн алалар.

Ундай процедуралар үҙгәрергә лә мөмкин һәм ваҡыт уҙыу менән, һис шикһеҙ, диагностиканың һәм дауалауҙың яңы ысулдары барлыҡҡа киләсәк. Беҙ, һәр ысулды тикшереп, ниндәйҙер ҡарарҙар сығарырға ынтылмайбыҙ. Хирургик операциялар яһалғанда, анализдар биргәндә йәиһә ниндәй ҙә булһа дауалау барышында мәсихсе үҙ ҡаны менән нисек эш итергә икәнен үҙе хәл итергә тейеш. Уға табиптан йә башҡа медицина хеҙмәткәренән үҙ ҡанының нисек ҡулланыла аласағын алдан уҡ белешергә кәрәк. Шунан инде ул үҙенең выжданына ярашлы ҡарар ҡабул итергә тейеш. (Рамканы ҡарағыҙ.)

Мәсихселәргә үҙҙәренең Аллаға бағышланғанын һәм уның «Раббы Аллаңды бөтә йөрәгең, бөтә йәнең, бөтә көсөң һәм бөтә аҡылың менән ярат» тигән әмерен үтәргә вәғәҙә биргәнен һәр саҡ иҫтә тоторға кәрәк (Лука 10:27). Был донъялағы күпселек кешеләрҙән айырмалы булараҡ, Йәһүә шаһиттары үҙҙәренең Алла менән булған мөнәсәбәттәрен бик юғары баһалай. Йәшәү биреүсебеҙ, Йәһүә Алла, барыһын да Ғайсаның түгелгән ҡанына иман итергә саҡыра. Изге Яҙмала: «Беҙ Мәсихтә Уның ҡаны аша йолоп алынабыҙ, гонаһтарыбыҙ кисерелә», — тиелә (Ефестарға 1:7).

[Төшөрмәләр]

a Фрэнк Горман исемле профессор былай тип яҙа: «Ҡанды ергә түгеү, күрәһең, хайуандың ғүмеренә хөрмәт менән ҡарауҙы аңлата, ә был иһә, үҙ сиратында, уны барлыҡҡа килтергән һәм уның хаҡында даими хәстәрлек күргән Аллаға тәрән ихтирам билдәһе».

b 1951 йылдың 1 июль һанындағы «Күҙәтеү манараһында» (ингл.) был тема буйынса төп һорауҙарға яуаптар бирелгән һәм Йәһүә шаһиттарының ҡандан ни өсөн тыйылғаны аңлатылған.

[Рамка/Иллюстрациялар]

ҮҘ-ҮҘЕҢДЕ ТИКШЕРЕҮ ӨСӨН ҺОРАУҘАР

Әгәр ҡанымдың бер өлөшө тәндән ситтәге яһалма әйләнешкә ебәрелгән булһа, бәлки, хатта күпмелер ваҡытҡа туҡтатылып торһа, выжданым, ул ҡан — тәнемдең өлөшө һәм уны «ергә түгергә» кәрәкмәй, тип иҫәпләргә рөхсәт итерме?

Әгәр диагностика йә дауалау барышында ҡанымдың бер аҙ өлөшөн алып, уның составын үҙгәртеп, тәнемә яңынан ебәрһәләр, Изге Яҙма буйынса өйрәтелгән выжданым саф ҡалырмы?