Йәһүә — танышыуға лайыҡ Алла
Йәһүә — танышыуға лайыҡ Алла
ҺЕҘ тормошоғоҙҙа берәй мөһим нәмәне ҡулдан ысҡындырмайһығыҙмы? Әгәр Алла тураһында бик аҙ беләһегеҙ икән, күрәһең, был ысынлап та шулай. Ни өсөн? Сөнки, инде миллионлаған кеше аңлағанса, Изге Яҙманан Алла хаҡында белем алыу тормошта шаҡтай ҙур файҙа килтерә. Был файҙа шунда уҡ һиҙелә башлай һәм ғүмер буйы дауам итә.
Йәһүә Алла, Изге Яҙманың Авторы, беҙҙең уны белеүебеҙҙе теләй. Мәҙхиә йырлаусы: «Кешеләр һинең исемең Йәһүә икәнлеген, һинең бөтә ер өҫтөнән берҙән-бер Аллаһы Тәғәлә икәнлегеңде белһен ине», — тип яҙған. Алла уны белеү беҙҙең үҙебеҙгә файҙа килтергәнен аңлай. Ул былай ти: «Мин, Йәһүә, һинең Аллаң. Мин — һине үҙеңдең файҙаңа өйрәтеүсе». Аллаһы Тәғәлә Йәһүә менән танышыу беҙгә ниндәй файҙа килтерә? (Зәбур 83:18; Ишағыя 48:17).
Мәҫәлән, Алла беҙҙе көндәлек ауырлыҡтарҙы еңергә өйрәтә, шулай уҡ күңел тыныслығы һәм киләсәккә ныҡлы өмөт бирә. Унан да бигерәк, Йәһүә менән яҡынданыраҡ танышып, беҙ бөтә донъялағы кешеләрҙе борсоған бик мөһим һорауҙарға икенсе төрлө ҡарай башлайбыҙ. Ниндәй һорауҙар ул?
Тормошоғоҙҙоң мәғәнәһе бармы?
Фән һәм техниканың ғәжәп үҫешенә ҡарамаҫтан, кешеләр һаман да шул уҡ мөһим һорауҙарҙы бирә: мин нимә өсөн йәшәйем? мине ниндәй киләсәк көтә? тормоштоң мәғәнәһе бармы? Әгәр ҙә кеше ошо һорауҙарға ҡәнәғәтләндерерлек яуап тапмаһа, уның тормошоноң ысын мәғәнәһе булмаясаҡ. Кешеләр тормоштарында шундай бушлыҡ тоямы? 1990 йылдарҙың аҙағында Германияла үткәрелгән тикшеренеү ваҡытында һорау алынған кешеләрҙең яртыһы үҙҙәрен йыш ҡына йә ҡай саҡ тормоштоң мәғәнәһе юҡ кеүек тойоуҙары хаҡында әйткән. Моғайын, һеҙ йәшәгән ерҙә лә хәл шулайыраҡтыр.
Кеше тормошоноң мәғәнәһен күрмәһә, уға үҙ киләсәген төҙөргә нигеҙ булмай. Күптәр, карьера яһарға йә байлыҡ йыйырға ынтылып, шул бушлыҡты тултырырға маташа. Ләкин бушлыҡ һаман да ҡала. Тормошта мәғәнә булмау ҡайһы берәүҙәрҙе шул тиклем борсой, уларҙың хатта бүтән йәшәгеһе килмәй. Бер сибәр йәш ҡатын менән тап шулай булған, уның хаҡында «Интернэшнл геральд трибюн» гәзитендә яҙғандар. Бала саҡтан был ҡатынды «ғәжәп ҙур байлыҡ һәм сикһеҙ өҫтөнлөктәр» уратып алған булған. Мул тормошта йәшәһә лә, ул үҙен яңғыҙ тойған һәм тормошон мәғәнәһеҙ тип һанаған. Ул йоҡо дарыуы эскән, һәм уны үле килеш тапҡандар. Моғайын, һеҙ ғүмерҙәре фажиғәле рәүештә өҙөлгән башҡа яңғыҙ кешеләрҙе лә беләһегеҙҙер.
Һеҙҙең, йәнәһе, фән йәшәү серҙәрен асасаҡ, тигәнде ишеткәнегеҙ бармы? Ләкин «Вохе» немец аҙналығында нимә әйтелгәненә иғтибар итегеҙ: «Фән, үҙенең хаҡлығына ҡарамаҫтан, рухи һорауҙарҙа йүнәлеш бирә алмай. Эволюция теорияһы эшләнеп бөтмәгән булһа кәрәк, һәм хатта квант физикаһы ла, үҙенең бөтә көтөлмәгән тайпылыштары менән, йыуаныс һәм тыныслыҡ бирә алмай». Фәнни асыштар йәшәүҙе уның төрлө сағылышында тасуирлап биреү һәм йәшәүҙе дауам иттергән тәбиғәт циклдарын һәм процестарын аңлатыу өсөн бик күпте эшләгән. Ләкин фән беҙгә нимә өсөн йәшәгәнебеҙҙе һәм беҙҙе ниндәй киләсәк көткәнен аңлатып бирә алмай. Бары тик фәнгә генә таянабыҙ икән, йәшәүҙең мәғәнәһе тураһындағы һорауҙарыбыҙ яуапһыҙ ҡаласаҡ. Һөҙөмтәлә, «Зюддойче цайтунг» гәзитендә әйтелгәнсә, «ҡайҙа ҡарама, кешеләр берәйһенең йүнәлеш биреүенә мохтаж».
Шундай йүнәлеште Барлыҡҡа килтереүсенән дә яҡшыраҡ итеп кем бирә ала? Иң башта кешеләрҙе ергә ул урынлаштырған, шуға беҙҙең нимә өсөн йәшәгәнебеҙҙе лә ул белергә тейеш. Изге Яҙмала аңлатылғанса, Йәһүә кешеләрҙе, улар ерҙә урынлашып, уны һаҡлап-ҡайғыртып торһондар, тип булдырған. Үҙҙәренең бөтә эштәрендә кешеләр Алланың ғәҙеллек, зирәклек һәм яратыу кеүек сифаттарын сағылдырырға тейеш булған. Йәһүәнең беҙҙе ниндәй маҡсат менән барлыҡҡа килтергәнен белгәс, ни өсөн йәшәгәнебеҙҙе яҡшыраҡ аңлайбыҙ (Башланмыш 1:26—28).
Нимә эшләп була?
Әгәр быға тиклем, нимә өсөн йәшәйем, мине ниндәй киләсәк көтә, тормоштоң мәғәнәһе нимәлә, тигән һорауҙарға яуап тапмаған булһағыҙ, нимә эшләргә? Изге Яҙма һеҙгә Йәһүә менән яҡынданыраҡ танышырға кәңәш итә. Ғайса пәйғәмбәр үҙе былай тигән: «Һине, берҙән-бер хаҡ Алланы һәм Һин ебәргән Ғайса Мәсихте танып белеү — ана шул мәңгелек тормош». Изге Яҙма шулай уҡ Аллаға оҡшаған сифаттар, бигерәк тә яратыу сифатын булдырырға һәм бөтә көс менән инде яҡынлашып килгән Алла Батшалығы аҫтында йәшәргә ынтылырға дәртләндерә. Әгәр шулай эшләһәгеҙ, тормошоғоҙҙоң мәғәнәһе һәм киләсәккә матур, ныҡлы өмөтөгөҙ буласаҡ. Шулай уҡ һеҙҙе быға тиклем борсоған мөһим һорауҙарға, моғайын, яуап табырһығыҙ (Яхъя 17:3; Вәғәзсе 12:13).
Был ысынлап та шул тиклем мөһимме? Был хаҡта Ханс * исемле кеше әйтә ала. Элек ул Аллаға аҙмы-күпме ышанған, ләкин был уның тормошона бер нисек тә тәьҫир итмәгән. Ханс наркотиктар, аҙғын ҡатындар, мотоциклдар менән мауыҡҡан һәм ваҡ енәйәттәр ҡылған. «Ләкин тормошом буш ине, бер ниндәй ҡәнәғәтлек юҡ ине», — тип иҫенә төшөрә ул. Хансҡа 25 йәштәр тирәһе булғанда, ул Алла менән яҡшыраҡ танышырға хәл иткән һәм ҙур иғтибар менән Изге Яҙманы уҡый башлаған. Йәһүә менән яҡындан танышып, тормоштоң мәғәнәһе нимәлә икәнен аңлағас, Ханс үҙенең тормош рәүешен үҙгәрткән һәм, һыуға сумдырылып, Йәһүә шаһиты булып киткән. Һуңғы ун йылда ул Йәһүәгә тулы ваҡытлы хеҙмәттә ҡатнаша. Ул туранан-тура былай ти: «Йәһүәгә хеҙмәт итеү — иң яҡшы тормош юлы. Быны бер нәмә менән дә сағыштырып булмай. Йәһүә менән танышып, мин тормоштоң мәғәнәһен аңланым».
Әлбиттә, тормоштоң мәғәнәһе тураһындағы һорау кешеләрҙе борсоған берҙән-бер һорау түгел. Донъяла хәлдәр насарлана барған һайын, тағы ла күберәк кешегә икенсе бер мөһим һорау тынғы бирмәй.
Ни өсөн бәлә-ҡазалар булып тора?
Бәлә килгәндә, кешенең мейеһен, ниңә шулай булды, тигән һорау өҙлөкһөҙ сүкей. Кеше ҡайғыһын еңә алырмы, юҡмы икәне күбеһенсә ошо һорауға дөрөҫ яуап алыуға бәйле. Әгәр ҙә ҡәнәғәтләнерлек яуап алмаһа, ул ғазап сигер һәм хатта уның күңеле ҡатыуы ихтимал. Мәҫәлән, Бруни исемле ҡатын менән бына нәмә булған.
«Бер нисә йыл элек минең ҡыҙым, бәләкәсем, үлеп китте, — тип һөйләй Бруни, урта йәштәрҙәге ҡатын. — Мин Аллаға ышана инем, шуға йыуаныс эҙләп руханиға мөрәжәғәт иттем. Ул миңә, Алла Зузаннаны күккә алған, ул унда хәҙер фәрештә булып киткән, тине. Ҡыҙымдың үлеме арҡаһында тирә-яҡ донъямдың аҫты-өҫкә килеүе генә етмәгән, мин тағы Аллаға ҡыҙымды минән тартып алғаны өсөн бик ныҡ асыуландым». Бруни бер нисә йыл буйы ғазап сиккән. Ул былай тип дауам итә: «Шунан бер ҡатын, Йәһүә шаһиты, миңә Изге Яҙманан Аллаға асыуланыр өсөн сәбәп юҡ икәнен күрһәтте. Йәһүә Зузаннаны күккә алмаған, һәм ул фәрештә булып китмәгән. Ул кешеләрҙең камил булмауы арҡаһында ауырып киткән. Зузанна үлем йоҡоһо менән йоҡлай һәм Йәһүәнең үҙен терелткәнен көтә. Мин шулай уҡ Алланың кешеләрҙе ерҙәге ожмахта мәңге йәшәһендәр өсөн барлыҡҡа килтергәнен һәм уның был ниәте оҙаҡламай тормошҡа ашасағын белдем. Йәһүәнең ниндәй шәхес икәнен аңлай башлағас, ул миңә яҡыныраҡ булып китте һәм күңелем һыҙлауҙары баҫыла төштө» (Зәбур 37:29; Ғәмәлдәр 24:15; Римдарға 5:12).
Миллионлаған кеше төрлө бәлә-ҡазанан — шәхси тормошондағы трагедия, һуғыш, аслыҡ һәм тәбиғәт афәттәренән ғазап сигә. Бруни Изге Яҙманан беҙҙең бәхетһеҙлектәрҙә Йәһүәнең ғәйепле түгеллеген, кешеләрҙең ғазап сигеүен бер ҡасан да теләмәгәнен һәм оҙаҡламай яуызлыҡты юҡ итәсәген белгәс, уға еңел булып киткән. Ҡанунһыҙлыҡтың артыуы — «ахырызаман» ваҡытында йәшәүебеҙҙе күрһәткән билдә. Беҙ зарығып көткән яҡшы үҙгәрештәр инде бик яҡын (2 Тимофейға 3:1—5; Матфей 24:7, 8).
Алла менән нисек танышырға?
Ханс менән Бруниҙың Алла тураһындағы белемдәре бик һай булған. Алла хаҡында әҙ белһәләр ҙә, улар уға ышанған. Әммә Йәһүә тураһында теүәл белем алыр өсөн ваҡыт бүлә башлағас, уларҙың тырышлығы бүләкләнгән. Улар беҙҙең көндәрҙәге иң мөһим һорауҙарға асыҡ яуап алған. Был уларға күңел тыныслығы һәм киләсәккә ныҡлы өмөт биргән. Йәһүәнең миллионлаған башҡа хеҙмәтселәре менән дә шулай уҡ булған.
Изге Яҙма беҙгә Алланың кем икәне һәм уның беҙҙән нимә көткәне тураһында һөйләй, шуға күрә Йәһүә менән танышыу Изге Яҙманы төплө итеп өйрәнеүҙән башлана. Беренсе быуатта ҡайһы берәүҙәр шулай эшләгән дә. Тарихсы һәм врач Лука, Верия ҡалаһындағы (Греция) имандаштар «Алла һүҙен бик теләп ҡабул итте һәм һәр көн, Павел һөйләгән һүҙҙәрҙең дөрөҫлөгөн тикшереү өсөн, Изге Яҙманы өйрәнде», тип хәбәр итә (Ғәмәлдәр 17:10, 11).
Беренсе быуаттағы мәсихселәр ҙә, йыйылыштарға берләшеп, осрашыуҙар үткәргән (Ғәмәлдәр 2:41, 42, 46; 1 Коринфтарға 1:1, 2; Галаттарға 1:1, 2; 2 Фессалоникаларға 1:1). Бөгөн дә шулай. Йәһүә шаһиттары бергәләп йыйылыша, ул осрашыуҙарҙың маҡсаты — кешеләргә Йәһүәгә яҡынлашырға һәм уға шатланып хеҙмәт итергә ярҙам итеү. Урындағы Йәһүә шаһиттары менән аралашыуҙың тағы бер файҙаһы бар. Кешеләр яйлап үҙҙәре хеҙмәт иткән Аллаға оҡшай барғанға, Йәһүә шаһиттары ниндәйҙер кимәлдә Йәһүәнең сифаттарын сағылдыра. Шуның өсөн Шаһиттар менән аралашыу Йәһүәне тағы ла яҡшыраҡ белергә ярҙам итә (Еврейҙарға 10:24, 25).
«Бер генә Шәхес менән танышыр өсөн күпме көс һалырға кәрәк!» — тиерһегеҙ һеҙ. Тырышлыҡ һалырға кәрәк, әлбиттә. Әллә һеҙ өлгәшергә теләгән башҡа маҡсаттар менән дә шулай уҡ түгелме? Күренекле спортсыларҙың күнекмәләр үткәрер өсөн күпме көс һалғаны тураһында уйлап ҡарағыҙ. Мәҫәлән, Олимпия уйындарында алтын яулаған француз саңғысыһы Жан-Клод Кили халыҡ-ара ярыштарҙа еңергә нимә ярҙам иткәнен былай тип аңлатҡан: «10 йыл алдан әҙерләнә башларға кәрәк, быны йылдан-йыл планлаштырырға, был турала көндән-көн уйларға кәрәк... [...] Был — йылына 365 көн буйы аҡыл хеҙмәте һәм физик хеҙмәт». Ун минут тирәһе дауам иткән ярышта ҡатнашыр өсөн генә күпме ваҡыт һәм тырышлыҡ талап ителә! Ә Йәһүә тураһында белем алып, ни тиклем күберәк нәмәгә ирешеп була!
Көндән-көн нығый барған мөнәсәбәттәр
Кем тормошонда ниндәйҙер мөһим нәмәне ҡулдан ысҡындырырға теләһен? Берәү ҙә теләмәй. Шуға күрә, әгәр һеҙгә тормошоғоҙҙоң мәғәнәһе юҡ кеүек тойолһа йәки һеҙ ни өсөн бәлә-ҡазалар булғанын аңларға теләһәгеҙ, Йәһүәне — Изге Яҙмала әйтелгән Алланы — белергә ныҡлы ҡарар итегеҙ. Уның тураһында белем алып, һеҙ тормошоғоҙҙо яҡшы яҡҡа үҙгәртерһегеҙ һәм бының файҙаһын һәр ваҡыт тойорһоғоҙ.
Ҡасан да булһа беҙ Йәһүә хаҡында белем алыуҙан туҡтарбыҙмы? Уға тиҫтәләгән йылдар буйы хеҙмәт иткән кешеләр уның тураһында инде белгәндәренә һәм артабан алған яңы белемдәренә һаман да хайран ҡала. Шундай белемдәр беҙгә бәхет килтерә һәм Алла менән тағы ла нығыраҡ яҡынлаштыра. Беҙ илсе Павелдың бындай һүҙҙәре менән ризабыҙ: «Алланың байлығы, зирәклеге һәм белеме ни тиклем тәрән! Уның ҡарарҙары аҡылға һыймаҫлыҡ һәм юлдары аңламаҫлыҡ! Раббының аңына кем төшөнгән? Уға кем кәңәшсе булған?» (Римдарға 11:33, 34).
[Төшөрмә]
^ 12 абз. Исемдәр үҙгәртелгән.
[Өҫтәмә текст]
Кешеләр һаман да шул уҡ мөһим һорауҙарҙы бирә: мин нимә өсөн йәшәйем? мине ниндәй киләсәк көтә? тормоштоң мәғәнәһе бармы?
[Өҫтәмә текст]
«Йәһүәнең ниндәй шәхес икәнен аңлай башлағас, ул миңә яҡыныраҡ булып китте»
[Өҫтәмә текст]
«Йәһүәгә хеҙмәт итеү — иң яҡшы тормош юлы. Быны бер нәмә менән дә сағыштырып булмай. Йәһүә менән танышып, мин тормоштоң мәғәнәһен аңланым»