Һиңә һәр бер осраҡта Изге Яҙманан конкрет ҡанун кәрәкме?
Һиңә һәр бер осраҡта Изге Яҙманан конкрет ҡанун кәрәкме?
БЕҘ бәләкәй саҡта атай-әсәйҙәребеҙ, моғайын, беҙҙең өсөн күп ҡағиҙәләр урынлаштырғандыр. Үҫә төшкәс, ысынында ата-әсәләрҙең именлегебеҙ тураһында ҡайғыртҡанын аңланыҡ. Хәҙер үҫеп еткәс, беҙ, моғайын, һаман да улар өйрәткән принциптар буйынса йәшәйбеҙҙер.
Күктәге Атайыбыҙ Йәһүә үҙ Һүҙендә, Изге Яҙмала, беҙҙең өсөн ҡағиҙәләр йәки ҡанундар бирә. Мәҫәлән, ул ботҡа табыныуҙы, әхлаҡһыҙлыҡты, зина ҡылыуҙы һәм урлауҙы тыя (Сығыш 20:1—17; Ғәмәлдәр 15:28, 29). Рухи мәғәнәлә «һәр яҡтан үҫ[кәс]», Йәһүәнең ысынында беҙҙең турала ҡайғыртыуын һәм уның әмерҙәре беҙҙең иректе сикләмәүен аңланыҡ (Эфестарға 4:15; Ишағыя 48:17, 18; 54:13).
Ләкин Изге Яҙмала күп ситуацияларға ҡағылышлы ҡанундар юҡ. Шуға күрә ҡайһы берәүҙәр, был турала Изге Яҙмала әйтелмәгәс, нисек эшләһәм дә ярай, тип уйлай. Улар, Алла быны мөһим тип һанаһа, конкрет ҡағиҙә биреп, үҙ ихтыярын белдерер ине, тип әйтәләр.
Шулай уйлаған кешеләр йыш ҡына аҡылһыҙ ҡарар ҡабул итә һәм һуңыраҡ быға бик үкенә. Улар Изге Яҙманан Алланың ҡанундарын ғына түгел, ә уның фекер йөрөтөү рәүешен дә белеп булғанын иғтибарһыҙ ҡалдыра. Изге Яҙманы өйрәнеп һәм Йәһүәнең төрлө һорауҙарға нисек ҡарауын белеп, беҙ выжданыбыҙҙы өйрәтәбеҙ һәм ул хуплаған ҡарарҙар ҡабул итергә өйрәнәбеҙ. Шулай эшләп, беҙ Алланың йөрәген һөйөндөрәбеҙ һәм аҡыллы ҡарарҙарыбыҙҙың яҡшы эҙемтәләренә шатланабыҙ (Эфестарға 5:1).
Изге Яҙмалағы иғтибарға лайыҡ миҫалдар
Изге Яҙманы уҡығанда беҙ Алланың боронғо хеҙмәтселәре, үҙ шарттарына ҡағылышлы закон булмаһа ла, Йәһүәнең фекерен иҫәпкә алғандарын күрәбеҙ. Йософтоң миҫалын алайыҡ. Потифарҙың ҡатыны уға әхлаҡһыҙ тәҡдимдәр яһағанда, әле зина ҡылыу тураһында бер ниндәй ҙә яҙма закон булмаған. Ләкин хатта аныҡ законһыҙ ҙа Йософ, зина ҡылыу — был үҙ выжданыңа ҡаршы барыу ғына түгел, ә «Алла алдында гонаһлы бул[ыу]» икәнен аңлаған (Башланмыш 39:9). Һис шикһеҙ, Йософ зина ҡылыу Алланың фекер йөрөтөү рәүешенә һәм Эдендә белдергән ихтыярына ҡаршы килеүен белгән (Башланмыш 2:24).
Тағы бер миҫал ҡарайыҡ. Ғәмәлдәр 16:3-тә, Павел Тимофейҙы үҙе менән сәйәхәткә алыр алдынан сөннәткә ултыртҡан, тип әйтелә. 4-се аятта, Павел менән Тимофей төрлө ҡалаларҙа «Иерусалимдағы илселәр һәм берҙәмлек өлкәндәре тарафынан сығарылған ҡарарҙарҙы тапшырҙы», тип уҡыйбыҙ. Был ҡарарҙар араһында, мәсихселәрҙе бүтән сөннәткә ултыртырға кәрәкмәй, тигән ҡарар ҙа булған! (Ғәмәлдәр 15:5, 6, 28, 29). Улай булғас, ни өсөн Павел Тимофейҙы сөннәткә ултыртырға булған? «Ул быны шунда йәшәүсе йәһүдтәр хаҡына эшләне, сөнки бөтәһе лә Тимофейҙың атаһы грек икәнлеген белә ине». Павел кешеләрҙең хистәрен иҫәпкә алған һәм берәүҙе лә абындырырға теләмәгән. Ул мәсихселәрҙең «үҙ[ҙәрен] һәр кешенең намыҫ хөкөмөнә тәҡдим ит[еүен]» теләгән (2 Коринфтарға 4:2; 1 Коринфтарға 9:19—23).
Бындай фекер йөрөтөү рәүеше Павел менән Тимофейға хас булған. Римдарға 14:15, 20, 21, 1 Коринфтарға 8:9—13 һәм 1 Коринфтарға 10:23—33-тө уҡып, беҙ Павелдың башҡаларҙың рухи именлеге тураһында ни тиклем ныҡ ҡайғыртҡанын күрәбеҙ. Ул бигерәк тә ысынында гонаһ булмаған нәмәләр арҡаһында абына алған кешеләр тураһында борсолған. Ә Тимофей тураһында Павел былай тип яҙған: «Һеҙҙең хаҡта уның кеүек ихлас күңелдән хәстәрлек күреүсе башҡа бер кемем дә юҡ. Башҡалар, Ғайса Мәсихкә инаныуға ҡарағанда, үҙ яғын нығыраҡ ҡайыра. Тимофейҙың тоғролоғо иһә һеҙгә билдәле: ул Һөйөнөслө Хәбәрҙе таратыуҙа миңә үҙ атаһына хеҙмәт иткән кеүек хеҙмәт итте» (Филиптарға 2:20—22). Ниндәй иҫ киткес үрнәк күрһәткән был ике мәсихсе! Алланың аныҡ ҡануны булмаған саҡта үҙҙәренә оҡшағанды эшләр урынына, улар Йәһүәнән һәм уның Улынан үрнәк алып, ҡарарҙары башҡаларға нисек тәьҫир итеүен иҫәпкә алған.
Беҙҙең өсөн иң мөһим үрнәк булған Ғайса Мәсихте иҫкә төшөрәйек. Тауҙағы вәғәзендә ул асыҡ итеп шуны күрһәткән: Алла ҡанунының рухына төшөнгән кеше, конкрет ҡанунда әйтелгәндән күберәкте эшләр (Матфай 5:21, 22, 27, 28). Ғайса ла, Павел, Тимофей, Йософ та, Алла конкрет закон бирмәһә, кеше үҙе теләгәнсә эшләй ала, тигән ҡарашты кире ҡаҡҡан. Алланың фекер йөрөтөү рәүешен үҙләштереп, улар Ғайса иң мөһим тип һанаған ике әмер буйынса йәшәгән: Алланы һәм яҡындарын яратҡан (Матфай 22:36—40).
Бөгөнгө мәсихселәр
Күреүебеҙсә, Изге Яҙманы, бөтә вазифаларыбыҙ ентекләп яҙылған юридик документ, тип һанарға ярамай. Конкрет ҡанун булмаһа ла, Йәһүәнең фекер йөрөтөү рәүеше буйынса эш итһәк, беҙ уны бик ныҡ ҡыуандырабыҙ. Башҡа һүҙҙәр менән әйткәндә, һәр ваҡыт конкрет күрһәтмәләр көтөр урынына беҙ үҙебеҙ «Раббы ихтыярын аңла[й]» алабыҙ (Ефестарға 5:17; Римдарға 12:2). Ни өсөн был Йәһүәне һөйөндөрә? Сөнки шулай эшләп, беҙҙең өсөн үҙ теләктәребеҙ һәм хоҡуҡтарыбыҙ түгел, ә Алла ихтыяры мөһимерәк икәнен күрһәтәбеҙ. Был шулай уҡ Алланың яратыуын ныҡ ҡәҙерләүебеҙҙе һәм шундай яратыу тормошобоҙҙа этәргес көс булыуын теләүебеҙҙе күрһәтә (Ғибрәтле һүҙҙәр 23:15; 27:11). Бынан тыш, законда яҙылғандан күберәкте эшләргә тырышыу рухи һәм йыш ҡына физик һаулығыбыҙға файҙа килтерә.
Был принципты тормошобоҙҙа нисек ҡулланып булыуын ҡарап сығайыҡ.
Күңел асыуҙарҙы һайлау
Мәҫәлән, бер йәш кеше муҙыкаль альбом алырға теләй, ти. Альбомдағы ҡайһы бер йырҙар уға бик оҡшай, ләкин альбомдың тышлығынан йырҙарҙың һүҙҙәре вульгар һәм әхлаҡһыҙ икәнен аңлай. Һәм тағы ла был йырсының күп йырҙары агрессив рух сағылдыра икәнен белә. Был йәш кеше Йәһүәне ярата һәм уның был һорауға ҡарашы менән ҡыҙыҡһына. Уға Алланың ихтыяры нимәлә икәненә нисек төшөнөргә?
Галаттарға яҙған хатында илсе Павел гонаһлы тәндең эштәре тураһында һөйләй һәм рух емештәрен һанап сыға. Рух емешенә нимә кергәнен беҙ беләбеҙ: мөхәббәт, шатлыҡ, именлек, сабырлыҡ, итәғәтлек, изгелек, тоғролоҡ, баҫалҡылыҡ, тотанаҡлыҡ. Ә гонаһлы тәндең эштәренә нимә керә? Павел былай тип яҙа: «Гонаһлы тәбиғәттең ҡылған эштәре билдәле, был — фәхешлек, шаҡшылыҡ, аҙғынлыҡ, ялған илаһтарға табыныу, сихырсылыҡ, дошманлашыу, ыҙғыш, көнсөллөк, ярһыу, мин-минлек, талаш, ялған тәғлимәттәр таратыу, хөсөтлөк, эскеселек, ҡоторонҡо мәжлестәр һәм башҡа шундай яманлыҡтар. Быға тиклем дә иҫкәртә килдем, йәнә иҫкәртәм: бындай юлға баҫыусылар Алла батшалығын мираҫ итеп алмаясаҡ» (Галаттарға 5:19—23).
Был исемлектәге «башҡа шундай яманлыҡтар» тигән һүҙҙәргә иғтибар итәйек. Павел гонаһлы тән эштәренең тулы исемлеген килтермәй. Павелдың хатын уҡыған кеше: «Был исемлеккә кермәгән эштәрҙә ҡатнаша алам», — тип әйтә алмай. Юҡ, кешегә был исемлектә килтерелмәһә лә «башҡа шундай яманлыҡтарҙы» билдәләр өсөн зирәклек кәрәк. Павел иҫкә алмаған, ләкин «башҡа шундай яманлыҡтарға» ҡараған эштәрҙә ҡатнашыусылар Алла Батшалығының фатихаларын ала алмай.
Шулай итеп, беҙгә Йәһүә ҡарашында нимә яраҡһыҙ икәненә төшөнөргә йәки билдәләргә кәрәк. Был ауырмы? Әйтәйек, табип беҙгә күберәк емеш һәм йәшелсә ашарға, ә пирожный, туңдырма һәм башҡа шуның кеүек нәмәләрҙе әҙерәк ашарға кәңәш итте, ти. Беҙгә торт ниндәй категорияға керә икәнен билдәләү ауырмы? Яңынан рух емештәрен һәм гонаһлы тән яманлыҡтарын ҡарайыҡ. Өҫтә иҫкә алынған муҙыкаль альбом нимәгә ҡарай? Ул яратыу, изгелек, тотанаҡлыҡ һәм рух емешенә ҡараған башҡа сифаттарҙы бөтөнләй сағылдырмай. Бындай музыка Алланың фекер йөрөтөү рәүешенә тура килмәгәнен аңлар өсөн, беҙгә конкрет закон кәрәкмәй. Шул уҡ принциптарҙы китаптар, фильмдар, телепрограмма, компьютер уйындары, Web-сайттар һәм башҡа шундай нәмәләрҙе һайлағанда ҡулланып була.
Тышҡы ҡиәфәтебеҙ
Изге Яҙмала кейемгә һәм тышҡы ҡиәфәткә ҡағылышлы принциптар бар. Улар һәр мәсихсегә әҙәпле һәм матур кейенергә ярҙам итә. Йәһүәне яратыусы кеше бында ла үҙенә оҡшағанды эшләр өсөн түгел, ә күктәге Атаһын шатландырыр өсөн мөмкинлек күрә. Күргәнебеҙсә, Йәһүәнең конкрет ҡағиҙәләр бирмәүе уға беҙҙең нисек эш итеүебеҙ барыбер тигәнде аңлатмай. Төрлө ерҙәрҙә кейенеү манераһы айырыла, һәм хатта бер үк урында ла ваҡыт уҙыу менән ул үҙгәрергә мөмкин. Шуға ҡарамаҫтан, Алла үҙ хеҙмәтселәре һәр ваҡыт һәм һәр ерҙә ҡулланырға тейеш принциптар бирә.
Мәҫәлән, 1 Тимофейға 2:9, 10-да былай тип яҙылған: «Ҡатындарҙың да сәстәрен төрләндереп үрмәүен, алтын йәки ынйы таҡмауын, ҡиммәтле кейемдәр кеймәүен, ә тыйнаҡ кейенеп, әҙәп һәм намыҫ һаҡлап, Аллаға тоғро һәм ихтирамлы ҡатын-ҡыҙҙарға хас булғанса, үҙҙәрен яҡшы эштәр менән биҙәүен теләйем». Шулай итеп, бөтә мәсихселәргә лә — ҡатын-ҡыҙҙарға ла, ир-аттарға ла — үҙҙәре йәшәгән ерҙә «Аллаға тоғро» кешенең нисек кейенеүе көтөлгәне тураһында етди уйланырға кәрәк. Мәсихсегә айырыуса уның тышҡы ҡиәфәте һөйөнөслө хәбәр тураһында ниндәй фекер уятыуын уйларға кәрәк (2 Коринфтарға 6:3). Өлгөлө мәсихсе үҙенең теләктәрен һәм хоҡуҡтарын ныҡышып яҡламаҫ, ә башҡаларға кәртә булмаҫ өсөн нимә эшләргә кәрәклеге тураһында уйлар (Матфай 18:6; Филиптарға 1:10).
Әгәр мәсихсе, тышҡы ҡиәфәте башҡаларҙың хистәренә тәьҫир иткәнен йәки абындырғанын абайлаһа, илсе Павелдан үрнәк алып, башҡаларҙың рухи именлеген үҙ теләктәренән өҫтөн ҡуя ала. Павел: «Мин Мәсихтән өлгө алған кеүек, һеҙ ҙә минән өлгө алығыҙ», — тигән (1 Коринфтарға 11:1). Ә Ғайса тураһында Павел: «Мәсих тә Үҙе тураһында уйламаны», — тигән. Шулай итеп, бөтә мәсихселәрҙән дә нимә көтөлгәне ап-асыҡ: «Беҙ, көслөләр, үҙебеҙҙе генә ҡайғыртырға түгел, ә көсһөҙҙәрҙең йөктәрен дә күтәреп йөрөргә тейешбеҙ. Һәр беребеҙ башҡаларҙың иманын нығытыу өсөн, уға яҡшы булһын тип, уның хаҡында ҡайғыртайыҡ» (Римдарға 15:1—3).
Һиҙгерлегебеҙҙе өйрәтеү
Конкрет закон бирелмәһә, Йәһүәгә нисек ярарға икәнен белер өсөн һиҙгерлегебеҙҙе нисек өйрәтергә? Әгәр беҙ Изге Яҙманы көн һайын уҡып, уның тураһында уйланһаҡ, беҙҙең һиҙгерлек үткерерәк булып китер. Әммә һиҙгерлекте өйрәтеү — оҙайлы процесс. Баланың үҫеше кеүек, рухи үҫеш тә әкрен бара. Шуға күрә түҙемлек кәрәк һәм, үҙгәрештәр тиҙ булмаһа, өмөтһөҙлөккә бирелергә кәрәкмәй. Икенсе яҡтан, ваҡыт үткән өсөн генә һиҙгерлек үткерерәк булып китмәй. Өҫтә әйтелгәнсә, был ваҡытта беҙ регуляр рәүештә Изге Яҙма өйрәнергә һәм белгәндәребеҙ буйынса йәшәр өсөн көс һалырға тейеш (Еврейҙарға 5:14).
Алла ҡанундары беҙҙең тыңлаусанлыҡты, ә Алланың принциптары рухилығыбыҙҙы һәм Күктәге Атайыбыҙға ярарға теләгебеҙҙе тикшерә, тип әйтеп була. Рухи яҡтан үҫкән һайын Йәһүәгә һәм уның улына оҡшарға тырышыу беҙҙең өсөн мөһимерәк була барасаҡ. Ҡарарҙарыбыҙҙы Алланың фекер йөрөтөү рәүешенә яраҡлаштырырға теләгебеҙ булыр. Күктәге Атайыбыҙҙы бөтә эштәребеҙ менән һөйөндөрһәк, беҙҙең шатлыҡ та үҫер.
[Иллюстрация]
Төрлө ерҙәрҙә кейенеү манераһы айырылһа ла, беҙгә Алла принциптары буйынса эш итергә кәрәк.