Уҡыусыларҙың һорауҙары
Уҡыусыларҙың һорауҙары
Павел 2 Коринфтарға 6:14-тә кемде «иманһыҙҙар» тип атай?
2 Коринфтарға 6:14-тә беҙ уҡыйбыҙ: «Иманһыҙҙар менән бер тәртәгә егелмәгеҙ». Әгәр контекстҡа ҡараһаҡ, Павелдың мәсихселәр йыйылышының ағзалары булмаған кешеләр тураһында әйткәне асыҡ күренә башлай. Быны шулай уҡ Изге Яҙманан Павел «иманһыҙ» һәм «иманһыҙҙар» тигән һүҙҙәр ҡулланған башҡа аяттар раҫлай.
Мәҫәлән, Павел үҙ-ара «дәғүәләш[кән], өҫтәүенә... иманһыҙҙар алдында» быны эшләгән мәсихселәрҙе шелтәләгән (1 Коринфтарға 6:6). Бында иманһыҙҙар — ул Коринф хөкөм системаһының судьялары. Икенсе хатта Павел, Шайтан иманһыҙҙарҙың аҡылын томалаған, тип әйтә. Уларҙың күҙҙәрендә һөйөнөслө хәбәрҙе күрергә ҡамасаулаған бөркәнсек ятҡан кеүек. Әгәр улар Йәһүәгә мөрәжәғәт итһә, был бөркәнсек алып ташланыр ине, тип аңлата Павел (2 Коринфтарға 3:16; 4:4).
Ҡайһы бер иманһыҙҙар яуыз эштәрҙә һәм ботҡа табыныуҙа ҡатнаша (2 Коринфтарға 6:15, 16). Әммә улар араһында Йәһүә хеҙмәтселәренә ҡаршылыҡ күрһәтмәгәндәр ҙә бар. Ҡайһы берҙәре хәҡиҡәт менән ҡыҙыҡһына. Күптәре мәсихселәр менән никахта тора һәм үҙ никахтары менән ҡәнәғәт (1 Коринфтарға 7:12-14; 10:27; 14:22—25; 1 Петр 3:1, 2). Ләкин Павел «иманһыҙҙар» тигән һүҙҙе, өҫтә әйтеп кителгәнсә, «Раббыға инан[ыусыларҙан]» торған мәсихселәр йыйылышының ағзалары булмаған кешеләргә ҡарата ҡуллана (Ғәмәлдәр 2:41; 5:14; 8:12, 13).
2 Коринфтарға 6:14-тәге принцип мәсихселәргә тормоштоң бөтә өлкәләрендә лә мөһим йүнәлеш бирә. Уны тормош иптәше эҙләгән мәсихселәргә кәңәш биргәндә ҡулланалар (Матфай 19:4—6). Бағышланған һәм һыуға сумдырылған мәсихселәр, әлбиттә, тормош иптәшен иманһыҙҙар араһынан эҙләмәй, сөнки мәсихсе менән иманһыҙҙың ҡиммәттәре, ҡараш һәм тормош маҡсаттары бөтөнләй айырылып тора.
Ә Изге Яҙманы өйрәнеүселәр һәм йыйылыш осрашыуына йөрөүселәр тураһында нимә әйтеп була? Һыуға сумдырылмаған вәғәзселәр тураһында? Улар иманһыҙҙармы? Юҡ. Һөйөнөслө хәбәрҙе ҡабул иткән һәм һыуға сумдырылыр өсөн аҙымдар яһаған кешеләрҙе иманһыҙҙар тип атап булмай (Римдарға 10:10; 2 Коринфтарға 4:13). Кәрнили тураһында һыуға сумдырылғанға тиклем үк, «Аллаға табына ине», тип әйтелгән (Ғәмәлдәр 10:2).
Улай булғас, һыуға сумдырылған мәсихсе һыуға сумдырылмаған вәғәзсе менән никахҡа инергә теләһә, был аҡыллы булырмы (сөнки был осраҡта Павелдың 2 Коринфтарға 6:14-тәге кәңәшен ҡулланып булмай)? Юҡ, был аҡыллы булмаҫ. Ни өсөн? Сөнки ире үлгән мәсихсе ҡатын тураһында Павел асыҡ итеп: «Теләгәненә кейәүгә сығырға ирекле, әммә Раббыға инаныусыға ғына», — тип әйткән (1 Коринфтарға 7:39). Павелдың был һүҙҙәре буйынса, һыуға сумдырылған мәсихселәргә тормош иптәшен «Раббыға инаныусы[лар]», йәғни Мәсихтең шәкерттәре араһында ғына эҙләргә кәрәк.
«Мәсихкә хеҙмәт итеүсе» һәм «Раббы эшендә хеҙмәттәш» тигән һүҙҙәр нимә аңлата? Павел «Мәсихкә хеҙмәт итеүсе» һәм «Раббы эшендә хеҙмәттәш» тураһында Римдарға 16:8—10 һәм Колостарға 4:7-лә әйтә. Был аяттарҙан күренеүенсә, Павел ундай кешеләрҙе хеҙмәттәш, хупланған, мөхәббәт ептәре менән бәйләнгән дуҫ, тоғро хеҙмәтсе һәм Раббы эшендә хеҙмәттәш тип атай.
Ниндәй осраҡта кеше «Раббы эшендә хеҙмәттәш» булып китә? Әгәр ул ҙур теләк менән хеҙмәтсенән талап ителгәнде эшләһә һәм үҙенән ваз кисһә. Ғайса былай тип аңлата: «Кем минең артымдан барырға теләй, шул үҙенән ваз кисһен һәм үҙенең яфаланыу бағанаһын алып, миңә эйәрһен» (Матфай 16:24). Кеше, Аллаға бағышланғас, Мәсих артынан бара башлай һәм үҙен тулыһынса Алла ихтыярына буйһондора. Шунан һуң ул һыуға сумдырыла һәм Йәһүә Алланың илтифатын ҡаҙанған билдәләнгән хеҙмәтсе булып китә a. Шуға күрә «Раббыға инаныусыға ғына» кейәүгә сығыу йә өйләнеү үҙенең иманын асыҡ белдергән һәм, һыуға сумдырылып, «Алланың һәм Хужабыҙ Ғайса Мәсихтең ҡоло», йәғни хеҙмәтсеһе булып киткән кеше менән никахҡа инеүҙе аңлата (Яҡуб 1:1).
Йәһүә шаһиттары менән Изге Яҙма өйрәнгән һәм рухи уңыштар яһағандар маҡтауға лайыҡ. Ләкин әле улар Йәһүәгә бағышланмаған һәм фиҙаҡәр хеҙмәт юлына баҫмаған. Улар әле кәрәкле үҙгәрештәр яһай ғына башлаған. Никахҡа инеү кеүек мөһим аҙымды планлаштырыр алдынан, уларға башта тормоштарында иң мөһим үҙгәреште яһарға — бағышланған һәм һыуға сумдырылған мәсихсе булып китергә кәрәк.
Мәсихсегә рухи уңыштар яһаған кеше менән, бәлки, һыуға сумдырылғандан һуң уның менән никахҡа инергә ниәтләһә лә, романтик мөнәсәбәттәр үҫтереү аҡыллы булмаҫ ине. Әгәр Изге Яҙманы өйрәнеүсе һыуға сумдырылған мәсихсенең үҙе менән никахҡа инергә теләгәнен һәм һыуға сумдырылыуын көткәнен белһә, уның дөрөҫ булмаған мотивтары барлыҡҡа килергә мөмкин.
Күп осраҡтарҙа һыуға сумдырылмаған вәғәзсе оҙаҡ ваҡыт үтмәҫтән һыуға сумдырыла. Шуға күрә Раббыға инаныусы менән генә никахҡа керергә тигән кәңәште ҡулланыу артыҡ ҙур көс талап итмәй. Әгәр кеше никахҡа инергә мөмкин булған йәшкә етһә, Йәһүә шаһиттары ғаиләһендә тыуһа, күптән инде йыйылыштың тормошонда әүҙем ҡатнашһа һәм һыуға сумдырылмаған вәғәзсе булһа, нишләргә? Был кеше ни өсөн тормошон Йәһүәгә бағышламай? Ни өсөн ул быны оҙаҡҡа һуҙа? Уның шикләнеүҙәре бармы? Ундай кешене иманһыҙ тип атап булмай, ләкин шул уҡ ваҡытта «Раббыға инаныусы» тип тә әйтеп булмай.
Павелдың никахҡа ҡағылышлы кәңәше беҙҙең файҙаға бирелгән (Ишағыя 48:17). Әгәр ғаилә ҡорорға йыйынған ике кеше Йәһүәгә бағышланған булһа, уларҙың никахы ныҡлы рухи нигеҙҙә торасаҡ. Уларҙы бер үк ҡиммәттәр һәм маҡсаттар берләштерәсәк. Ә бәхетле никах күбеһенсә шунан тора. Өҫтәүенә, Раббыға инаныусы менән никахҡа инеп, кеше үҙенең Йәһүәгә тоғролоғон күрһәтә, ә был мәңгелек фатихалар килтерә, сөнки «[Йәһүә] тоғро кешегә ҡарата... тоғро эш итә» (Зәбур 18:25).
[Төшөрмә]
a Майланған мәсихселәр өсөн (Павелдың хаттары улар өсөн яҙылған булған) Раббының хеҙмәтсеһе булыу Алла улдары һәм Мәсихтең ҡәрҙәштәре булараҡ изге рух менән майланыуҙы ла аңлата.
[Иллюстрация]
Йәһүә тоғро кешегә ҡарата тоғро эш итә.