Төп мәғлүмәткә күсеү

«Һәр кем үҙ йөгөн үҙе күтәрергә тейеш»

«Һәр кем үҙ йөгөн үҙе күтәрергә тейеш»

«Һәр кем үҙ йөгөн үҙе күтәрергә тейеш»

«Һәр беребеҙ үҙе тураһында Алла алдында хисап тотасаҡ» (РИМДАРҒА 14:12).

1. Өс йәш йәһүд ҡарар ҡабул итеү тураһында нимә аңлаған?

 ВАВИЛОНДА йәшәүсе өс йәш йәһүдкә мөһим ҡарар ҡабул итергә кәрәк. Ил законы талап иткәнсә, ҙур һынға табынырғамы йәки, бынан баш тартып, ҡыҙған мейескә ырғытылырғамы? Сидрах, Мисах һәм Әбдинәхтың берәйһе менән кәңәшләшергә ваҡыты юҡ, был уларға кәрәк тә түгел. Бер икеләнеүһеҙ улар былай ти: «Һиңә, батша, шул билдәле булһын: беҙ һинең илаһтарыңа хеҙмәт итмәйәсәкбеҙ һәм һин ҡуйған алтын һынға табынмаясаҡбыҙ» (Данил 3:1—18). Улар ҡарар ҡабул итеү өсөн яуаплылыҡ үҙҙәре өҫтөндә ятҡанын аңлаған.

2. Асылда Ғайса Мәсихтең эше буйынса кем ҡарар сығарған, һәм был Понтий Пилатты яуаплылыҡтан азат иткәнме?

2 Яҡынса алты йөҙ йыл үткәс, бер суд тикшереүе үткәрелә. Бөтә ғәйепләүҙәрҙе тыңлап, эште тикшереп сыҡҡас, хаким, ғәйепләнеүсе бер ниндәй ҙә енәйәт эшләмәгән, тигән һығымтаға килә. Ләкин халыҡ уны язаға тартыуҙы талап итә. Башта хаким ныҡ тора, ләкин һуңынан бирешә. Үҙ өҫтөнә яуаплылыҡ алырға теләмәйенсә, ул ҡулдарын йыуа һәм: «Был кешенең үлемендә минең ғәйебем юҡ», — ти. Шунан һуң уны язаға тапшыра. Понтий Пилат, судья булараҡ үҙ бурысын үтәр урынына, башҡаларға үҙе өсөн ҡарар ҡабул итергә рөхсәт итә. Бер ниндәй һыу ҙа уның был ғәҙелһеҙ ҡарар өсөн ғәйебен йыумаясаҡ (Матфай 27:11—26; Лука 23:13—25).

3. Ни өсөн башҡалар беҙҙең өсөн ҡарар ҡабул итергә тейеш түгел?

3 Ә беҙ? Беҙ өс йәһүд егете кеүек эш итәбеҙме йәки башҡаларға үҙебеҙ өсөн ҡарар ҡабул итергә рөхсәт итәбеҙме? Ҡарар ҡабул итеү еңел түгел. Бының өсөн кеше етлеккән булырға тейеш. Мәҫәлән, бәләкәй бала өсөн ата-әсәһе ҡарар ҡабул итә. Айырыуса күп нәмәне иҫәпкә алырға кәрәк булған ҡатмарлы шарттарҙа быны эшләү ауыр. Әммә ҡарар ҡабул итеү — «рухҡа таяныусылар» күтәрешергә тейешле «ауыр йөк» түгел (Галаттарға 6:1, 2) Унан да бигерәк, был — беҙҙең бурыс, уны үтәп «һәр беребеҙ үҙе тураһында Алла алдында хисап тотасаҡ» (Римдарға 14:12). «Һәр кем үҙ йөгөн үҙе күтәрергә тейеш бит», — тип әйтелә Изге Яҙмала (Галаттарға 6:5). Аҡыллы ҡарарҙар ҡабул итергә нисек өйрәнергә? Иң башта кеше асылына ҡағылышлы бер хәҡиҡәтте ҡарап сығайыҡ.

Ҡарар ҡабул итер өсөн нимә кәрәк?

4. Әҙәм менән Һауаның тыңламаусанлығынан ҡарар ҡабул итеү тураһында нимәгә өйрәнәбеҙ?

4 Кешелек тарихының иң башында Әҙәм менән Һауа һәләкәтле нәтижәләргә килтергән ҡарар ҡабул иткән. Улар яҡшылыҡ менән яуызлыҡты аңлау ағасының емешен ашаған (Башланмыш 2:16, 17). Ни өсөн улар шулай эшләгән? Изге Яҙмала былай тиелә: «Ҡатын күрҙе: был ағастың емештәрен ашағы килеп тора, ҡарар күҙгә күркәмдәр... Ул бер емеште алды ла ашаны; янындағы иренә лә бирҙе, ул да ашаны» (Башланмыш 3:6). Һауаның ҡарарына эгоистик теләге тәьҫир иткән. Әҙәм дә уға ҡушылған. Һөҙөмтәлә, гонаһ менән үлем «бөтөн кешеләр араһында таралған» (Римдарға 5:12). Әҙам менән Һауаның тыңламаусанлығы кеше асылы тураһында ошондай иҫкәртеү булып тора: Алланы тыңламаһаҡ, аҡыллы ҡарар ҡабул итә алмайбыҙ.

5. Йәһүә беҙгә ниндәй етәкселек биргән, һәм ул беҙгә файҙа килтерһен өсөн, беҙ нимә эшләргә тейеш?

5 Йәһүә беҙҙе етәкселекһеҙ ҡалдырмағанға, беҙ бик шатланабыҙ! Изге Яҙмала былай әйтелә: «Әгәр уңға йә һулға тайпылһағыҙ, артығыҙҙа: „Бына юл. Ошо юлдан барығыҙ“, — тигән тауышты ишетерһегеҙ» (Ишағыя 30:21). Йәһүә үҙ Һүҙе, Изге Яҙма аша күрһәтмәләр бирә. Шуға күрә беҙгә Яҙманы өйрәнергә һәм теүәл белемдәр алырға кәрәк. Дөрөҫ ҡарарҙар ҡабул итер өсөн, рухи яҡтан етлеккән кешеләргә тәғәйенләнгән «ҡаты ризыҡ» менән туҡланырға кәрәк. Бынан тыш, беҙ тойғоларыбыҙҙы «тормош тәжрибәһе аша яҡшылыҡ менән яманлыҡты айырырға» өйрәтәбеҙ (Еврейҙарға 5:14). Алла һүҙенән алған белемдәрҙе ҡулланып, был һәләтебеҙҙе үҫтерәбеҙ.

6. Выжданыбыҙ дөрөҫ эшләһен өсөн, нимә кәрәк?

6 Ҡарарҙар ҡабул иткәндә выжданыбыҙға ҡолаҡ һалыу бик мөһим. Ул эштәребеҙгә баһа бирергә ярҙам итә һәм беҙҙе «ҡайһы саҡта ғәйепләй, ә ҡайһы ваҡыт аҡлай» (Римдарға 2:14, 15). Выжданыбыҙ дөрөҫ эшләһен һәм һиҙгер булһын өсөн, уны Алла Һүҙенән теүәл белем алып һәм уларҙы тормошта ҡулланып тәрбиәләргә кәрәк. Юғиһә уға традиция, йолалар һәм кешеләрҙең ҡараштары тәьҫир итеүе ихтимал. Выжданыбыҙ тауышын тыңламаһаҡ һәм Алла нормаларын боҙһаҡ, уның менән нимә булыр? Тора-бара ул «ҡыҙған тимер менән һалған тамға кеүек» һиҙеү һәләтен юғалтасаҡ (1 Тимофейға 4:2). Ә Алла Һүҙе буйынса тәрбиәләгән выждан — ышаныслы кәңәшсе.

7. Аҡыллы ҡарарҙар ҡабул итер өсөн нимә бик мөһим?

7 Шулай итеп, аҡыллы ҡарарҙар ҡабул итер өсөн, Изге Яҙманан теүәл белем алыу һәм уны үҙ тормошобоҙҙа ҡуллана белеү мөһим. Һайлау яһарға кәрәк булғанда, ашығырға ярамай. Кәрәкле принциптарҙы табыр һәм уларҙы нисек ҡулланыу тураһында уйланыр өсөн, ваҡыт кәрәк. Хатта ҡарарҙы Сидрах, Мисах һәм Әбдинәх осрағындағы кеүек ашығыс рәүештә ҡабул итеү талап ителһә лә, беҙ быға әҙер булырбыҙ, сөнки Изге Яҙманы теүәл беләбеҙ һәм выжданыбыҙ дөрөҫ тәрбиәләнгән. Рухи етлеккәнлек дөрөҫ ҡарарҙар ҡабул итергә нисек ярҙам итә? Быны белер өсөн тормошобоҙҙоң ике өлкәһен ҡарап сығайыҡ.

Дуҫтар һайлау

8, 9. а) Аҙғын кешеләр менән аралашыуҙан һаҡланырға кәрәк икәнен ниндәй принциптар күрһәтә? б) Изге Яҙма әхлаҡһыҙ кешеләр менән яҡын аралашыуҙы ғына тыямы? Аңлатығыҙ.

8 «Алданмағыҙ: аҙғын кешеләр менән аралашыу яҡшы әхлаҡты боҙа», — тип яҙған илсе Павел (1 Коринфтарға 15:33). Ғайса Мәсих үҙ шәкерттәренә: «Һеҙ был донъяныҡы түгел», — тигән (Яхъя 15:19). Был принциптар менән танышҡас, беҙ аҙғындар, зина ҡылғандар, ҡараҡтар, эскеселәр һәм башҡа шундай боҙоҡ кешеләр менән дуҫлашырға ярамағанын аңланыҡ (1 Коринфтарға 6:9, 10). Изге Яҙмалағы хәҡиҡәттәрҙе тәрәнерәк белгән һайын, беҙ ундай кешеләр менән кино, телетапшырыуҙар, компьютер йәки китаптар аша ваҡыт үткәреү шулай уҡ ҡурҡыныс икәнен аңлай башлайбыҙ. Интернет-чаттарҙа үҙҙәренең кем икәнен йәшергән кешеләр менән аралашыу тураһында ла шуны уҡ әйтеп була (Зәбур 26:4).

9 Әхлаҡи нормалар буйынса йәшәгән, ләкин хаҡ Аллаға ышанмаған кешеләр күп. Улар менән дуҫлашыу дөрөҫмө? Изге Яҙмала: «Бөтөн донъяның иһә Иблис хакимлығы аҫтында булыуын беләбеҙ», — тип яҙылған (1 Яхъя 5:19). Тимәк ямандар — принципһыҙ һәм әхлаҡһыҙ кешеләр генә түгел. Шуға күрә Йәһүәне яратҡан кешеләр менән генә дуҫлашыу аҡыллы булыр ине.

10. Был донъя кешеләре менән аралашыуға ҡағылышлы һорауҙарҙа аҡыллы ҡарарҙар ҡабул итергә нимә ярҙам итер?

10 Беҙ был донъя кешеләре менән аралашыуҙан тулыһынса ҡаса алмайбыҙ, һәм был кәрәк тә түгел (Яхъя 17:15). Ундай кешеләрҙе беҙ вәғәздә, мәктәптә, эштә осратабыҙ. Иман итмәгән тормош иптәше булған ҡәрҙәш башҡа мәсихселәргә ҡарағанда был донъя менән йышыраҡ аралаша. Әммә рухи кеше шуны аңлай: булған шарттар арҡаһында донъя менән аралашыу — бер, ә улар менән дуҫлыҡ үҫтереү бөтөнләй икенсе нәмә (Яҡуб 4:4). Һиҙгерлек беҙгә күп һорауҙарҙа аҡыллы ҡарарҙар ҡабул итергә ярҙам итер. Мәҫәлән, дәрестән тыш үткәрелгән спорт ярыштарында йәки бейеү кисәһендә ҡатнашырғамы? Беҙҙең предприятие ойошторған кисәгә йә банкетҡа барырғамы?

Эш һайлау

11. Эш һайлағанда беренсе сиратта нимәне иҫәпкә алырға кәрәк?

11 Беҙҙең ғаиләбеҙҙе тәьмин итеү бурысы бар. Изге Яҙма принциптарын дөрөҫ ҡулланыу шуға ҡағылышлы ҡарарҙар ҡабул итергә ярҙам итә (1 Тимофейға 5:8). Беренсе сиратта эштең үҙе менән танышырға кәрәк, йәғни унда нимә эшләргә тейешбеҙ. Әлбиттә, Изге Яҙма туранан-тура хупламаған эште һайламаҫбыҙ. Ысын мәсихселәр ботҡа табыныу, урлау, ҡанды дөрөҫ ҡулланмау һәм Изге Яҙмала хөкөм ителгән башҡа нәмәләр менән бәйле эшкә ризалашмай. Бынан тыш, эш биреүсе талап итһә лә, кешеләрҙе алдамайбыҙ (Ғәмәлдәр 15:29; Асылыш 21:8).

12, 13. Эшкә урынлашҡанда эштең үҙенән тыш тағы ниндәй факторҙарҙы иҫәпкә алырға кәрәк?

12 Ә эш үҙе Изге Яҙмаға ҡаршы килмәһә? Рухи яҡтан үҫкән һайын, беҙ башҡа факторҙарҙы ла иҫәпкә алырға кәрәк икәнен аңлай башлайбыҙ. Әгәр эш Изге Яҙма хөкөм иткән нәмә менән ситләтеп кенә бәйле булһа, мәҫәлән, казинола телефондан яуап биреү? Беҙҙең өсөн шулай уҡ эш хаҡын кем түләүе, эш урынының ҡайҙа булыуы мөһим. Мәҫәлән, мәсихсе, шәхси эшҡыуар, сиркәүҙә буяу эшен башҡарырға ризалашырмы? Әгәр шулай эшләһә, ялған динде хуплай булып сыҡмаймы? (2 Коринфтарға 6:14—16).

13 Әгәр беҙҙең эш биреүсе ниндәйҙер ғибәҙәт йортон төҙөкләндереү тураһында договор төҙөһә? Был осраҡта беҙгә бер нисә факторҙы иҫәпкә алырға кәрәк булыр: беҙҙең яуаплылыҡ ниндәй һәм эште үтәүҙә ни дәрәжәлә ҡатнашабыҙ? Ә Изге Яҙмаға ҡаршы килмәгән ғәҙәти эш тураһында нимә әйтеп була? Мәҫәлән, почта таратыусы хат-гәзитте бөтә адрестарға, шул иҫәптән боҙоҡ эштәр менән бәйле урындарға ла алып бара. Был осраҡта Матфай 5:45-тә яҙылған принципты ҡулланып буламы? Был эште даими башҡарыу беҙҙең выжданға нисек тәьҫир итеүен дә иҫәпкә алырға кәрәк (Еврейҙарға 13:18). Ысынлап та, эш һайлағанда яуаплы һәм аҡыллы булыр өсөн, һиҙгерлегебеҙҙе үҫтерергә һәм Алла биргән выжданыбыҙҙы тәрбиәләргә кәрәк.

«Бар юлдарыңда ла уны күҙ уңында тот»

14. Ҡарарҙар ҡабул иткәндә нисек эш итергә кәрәк?

14 Ә тормоштоң башҡа өлкәләрендә, мәҫәлән, белем алыу һәм дауаланыу методы һайлағанда, нисек эш итергә? Дөрөҫ ҡарар ҡабул итер өсөн, был осраҡҡа ярашлы Изге Яҙманың принцибын билдәләргә, уйларға һәм уны ҡулланырға кәрәк. «Бөтә йөрәгең менән Йәһүәгә таян, үҙеңдең аңлау һәләтеңә таянма. Бар юлдарыңда ла уны күҙ уңында тот, һәм ул һуҡмаҡтарыңды тура итер», — тип әйткән аҡыллы батша Сөләймән (Ғибрәтле һүҙҙәр 3:5, 6).

15. I быуат мәсихселәренән ҡарар ҡабул итеүгә ҡарата нимәгә өйрәнә алабыҙ?

15 Ҡарарҙарыбыҙ йыш ҡына башҡаларға тәьҫир итә, һәм быны иҫәпкә алырға кәрәк. Мәҫәлән, I быуат мәсихселәренә Мусаның ризыҡҡа ҡағылышлы әмерҙәрен үтәргә кәрәк булмаған. Ҡанун буйынса таҙа булмаған, әммә башҡа яҡтан ярашлы ризыҡты улар ашай алған. Ҡайһы саҡта ит мәжүсиҙәрҙең ғибәҙәтханаһы менән бәйле булыуын белеп, илсе Павел былай тип яҙған: «Мин ашаған ризыҡ имандашымды гонаһҡа төшөрөүгә сәбәпсе булһа, уны гонаһҡа этәрмәҫ өсөн ғүмерем буйына ит ашамам» (1 Коринфтарға 8:11—13). Павел тәүге мәсихселәрҙе башҡаларҙың выжданын иҫәпкә алырға өндәгән. Беҙҙең ҡарарҙар ҙа башҡалар өсөн абынырға сәбәп булырға тейеш түгел (1 Коринфтарға 10:29, 32).

Алла зирәклеген эҙлә

16. Ҡарар ҡабул иткәндә доға нисек ярҙам итә?

16 Ҡарар ҡабул итеүҙә айырыуса доға ярҙам итә. «Әгәр ҙә ҡайһығыҙғалыр зирәклек етешмәһә, ул уны Алланан һораһын һәм уға бирелер, сөнки Алла бөтөнөһөнә лә йомартлыҡ менән, шелтәләмәйенсә өләшә», — тип яҙа шәкерт Яҡуб (Яҡуб 1:5). Беҙ, ҙур ышаныс менән Йәһүәгә доға ҡылып, унан дөрөҫ ҡарар ҡабул итер өсөн зирәклек һорай алабыҙ. Хаҡ Аллаға борсолоуҙарыбыҙ тураһында һөйләп, унан кәңәш эҙләһәк, изге рух беҙгә Изге Яҙмалағы кәрәкле аяттарҙы аңларға һәм беҙ иғтибар итмәгән аяттарҙы иҫкә төшөрөргә ярҙам итә.

17. Ҡарар ҡабул иткәндә башҡалар нисек ярҙам итә ала?

17 Башҡалар ҡарар ҡабул итергә ярҙам итә аламы? Эйе. Йәһүә бының өсөн рухи яҡтан етлеккән ҡәрҙәштәрҙе биргән (Ефестарға 4:11, 12). Айырыуса мөһим һорауҙар тураһында һүҙ барғанда, уларҙан кәңәш һорап була. Рухи яҡтан зирәк, тәжрибәле мәсихселәр беҙҙең һорауға ҡағылышлы өҫтәмә принциптар күрһәтә һәм «иң яҡшыларҙы һайлап ал[ырға]» ярҙам итә ала (Филиптарға 1:9, 10). Әммә шуны иҫтә тоторға кәрәк: башҡалар беҙҙең өсөн ҡарар ҡабул итергә тейеш түгел. Быны беҙ фәҡәт үҙебеҙ эшләргә тейеш.

Һәр ваҡыт яҡшы һөҙөмтә булырмы?

18. Дөрөҫ ҡарарҙарҙың һөҙөмтәһе тураһында нимә әйтеп була?

18 Изге Яҙма принциптарына нигеҙләнеп һәм выжданды иҫәпкә алып ҡабул ителгән ҡарарҙарҙың һөҙөмтәһе һәр ваҡытта ла яҡшы булырмы? Ахыр сиктә, эйе. Ләкин башта ҡарарҙарыбыҙ арҡаһында ауырлыҡтар булырға мөмкин. Сидрах, Мисах һәм Әбдинәх алтын һынға табыныуҙан баш тартыу үлемгә килтерергә мөмкин икәнен белгән (Данил 3:16—19). Илселәр ҙә йәһүдтәрҙең Юғары Кәңәшмә ағзаларына, кешеләргә ҡарағанда Аллаға нығыраҡ буйһонорға кәрәк, тип әйткәс, шундай уҡ хәлгә эләккән. Илселәрҙе иреккә сығарғандар, әммә тәүҙә туҡмағандар (Ғәмәлдәр 5:27—29, 40). Бынан тыш, көтөлмәгән ваҡыт һәм осраҡ та насар нәтижәнең сәбәбе булырға мөмкин (Вәғәзсе 9:11). Әгәр беҙ дөрөҫ ҡарар арҡаһында ауырлыҡ кисерәбеҙ икән, Йәһүә беҙгә барыһын кисереп сығырға ярҙам итер һәм киләсәктә мул итеп фатихалар. Быға тулыһынса ышанырға була (2 Коринфтарға 4:7).

19. Ни өсөн беҙгә ҡарар ҡабул итергә ҡурҡмаҫҡа кәрәк?

19 Шулай итеп, ҡарар ҡабул иткәндә беҙ Изге Яҙма принциптарын табырға, улар тураһында уйланырға һәм ҡулланырға тейеш. Үҙенең изге рухы һәм етлеккән мәсихселәр аша ярҙам иткәне өсөн, беҙ Йәһүәгә бик тә рәхмәтле! Шундай ярҙам һәм кәңәштәр булғанда, беҙ ҡыйыулыҡ менән үҙ өҫтөбөҙгә ҡарар ҡабул итеү яуаплылығын ала алабыҙ.

Һеҙ нимә белдегеҙ?

• Дөрөҫ ҡарар ҡабул итер өсөн беҙгә нимә бик тә кәрәк?

• Рухи яҡтан үҫеү дуҫтар һайлауыбыҙға нисек тәьҫир итә?

• Эшкә урынлашҡанда нимәне иҫәпкә алырға кәрәк?

• Ҡарар ҡабул итер өсөн беҙҙең ниндәй ярҙам бар?

[Өйрәнеү өсөн һорауҙар]

[Иллюстрация]

Әҙәм менән Һауаның тыңламаусанлығы беҙҙең өсөн иҫкәртеү булып тора

[Иллюстрация]

Мөһим ҡарар ҡабул итер алдынан Изге Яҙма принциптарын тап та уларҙы ҡарап сыҡ