Уҡыусыларҙың һорауҙары
Уҡыусыларҙың һорауҙары
Изге Яҙмала тост әйтеү тураһында бер нәмә лә әйтелмәй. Улайһа, ни өсөн Йәһүә шаһиттары был йолала ҡатнашмай?
Шарап (йәки башҡа иҫерткес эсемлек) һалынған бокал күтәреп тост әйтеү — донъяла киң таралған йола, һәм төрлө илдәрҙә уның үҙенең үҙенсәлектәре булырға мөмкин. Ҡай саҡта тост әйткәндә кешеләр бокалдарын сәкәштерә. Тост әйткән кеше, ғәҙәттә, бәхет, һаулыҡ, оҙон ғүмер һәм башҡа нәмәләр теләй. Башҡалар, уның теләктәренә ҡушылып, үҙ ризалығын белдерә һәм бокал күтәреп шарап эсә. Күптәр өсөн был — бер зыянһыҙ ғәҙәт, ни бары әҙәп ҡағиҙәләрен тотоу ғына. Ләкин Йәһүә шаһиттарының тост әйтеүҙә ҡатнашмауына етди сәбәптәр бар.
Әлбиттә, был сәбәптәр мәсихселәрҙең башҡаларға бәхет һәм һаулыҡ теләгеһе килмәүҙә түгел. Мәҫәлән, беренсе быуатта Етәксе кәңәшмә үҙенең йыйылыштарға яҙған хатын «Ныҡлы һаулыҡ һеҙгә!», «Иҫән-һау булығыҙ!» йәки «Барыһы ла яҡшы булһын!» тип тәржемә итеп булған һүҙ менән тамамлаған (Ғәмәлдәр 15:29). Ҡай саҡта хаҡ Алланың хеҙмәтселәре батшаларға, «Хужам... мәңге йәшәһен!» йәки «Йәшәһен батша!», тип теләгән (1 Батшалар 1:31; Ниҡәми 2:3).
Тост әйтеү йолаһы ҡайҙан килеп сыҡҡан? 1968 йылғы 1 ғинуар «Күҙәтеү манараһында» (ингл.) бер энциклопедиянан өҙөмтә килтерелгән булған. Унда былай тиелә: «Берәйһенең һаулығы өсөн эсеү йолаһының боронғо илаһтар йә үлгәндәр хөрмәтенә эсеү йолаһынан килеп сығыуы бик ихтимал. Гректар һәм римдар ашаған саҡта үҙ илаһтарына иҫерткес эсемлектәрҙе бүләк итеп килтергән һәм мәжлестәрҙә улар хөрмәтенә, шулай уҡ үлгәндәр өсөн эскән». Артабан энциклопедияла былай тиелә: «Тереләрҙең һаулығы өсөн эсеү йолаһы илаһтарға ҡорбан килтереү йолалары менән тығыҙ бәйле» («The Encyclopædia Britannica», 1910, 13-сө том, 121-се бит).
Ә хәҙерге баҫмаларҙа нимә әйтелә? 1995 йылда сыҡҡан бер китап буйынса, тост күтәреү, күрәһең, боронғо мәжүси йоланан килә. «Кешеләр илаһтарға, уларҙың теләктәрен үтәһен тип, изге ҡорбан рәүешендә иҫерткес эсемлек килтергән». Уларҙың теләктәрен, йәғни доғаларын ҡыҫҡаса ғына: «Оҙон ғүмер!» йәки «Сәләмәтлеккә!» — тигән һүҙҙәр менән әйтеп була («International Handbook on Alcohol and Culture»).
Шуны ла әйтергә кәрәк, әгәр ниндәйҙер предметтар, биҙәктәр һәм йолаларҙың боронғо мәжүси диндәргә ҡағылышы булһа, был ҡай саҡта, улар мәсихселәргә ярамай, тигәнде аңлатмай. Мәҫәлән, Изге Яҙмала гранат алмалары тип аталған гранаттарҙы алайыҡ. Бер билдәле Изге Яҙма энциклопедияһында: «Күрәһең, мәжүсилектә лә гранаттар изге символ тип һаналған», — тип әйтелә. Шуға ҡарамаҫтан Алла баш руханиҙың күлдәгенең итәге буйлап ептәрҙән гранат алмалары яһарға, шулай уҡ Сөләймәндең ғибәҙәтханаһындағы баҡыр колонналарҙы гранаттар менән биҙәргә ҡушҡан (Сығыш 28:33; 2 Батшалар 25:17). Никах балдағы йөрөтөү ҙә элек дини мәғәнәгә эйә булған. Ләкин бөгөн күп кешеләр был турала белмәй, улар өсөн никах балдағы — кешенең никахта тороуының билдәһе генә.
Ә дини йолаларҙа шарап ҡулланыу тураһында нимә билдәле? Мәҫәлән, боронғо Сихем ҡалаһындағы Ваалға табынған кешеләр «үҙ илаһтары өйөнә барып, унда ашап-эсте һәм Әбүмәликте (Гедеондың улын) ҡарғаны» (Хөкөмсөләр 9:22—28). Ошондай һорау тыуа: Йәһүәнең тоғро хеҙмәтселәренең береһе үҙ аллаларынан Әбүмәликкә яуызлыҡ ебәреүен һораған кешеләр араһында ултырыр инеме? Күп израилдәр Аллаға ҡаршы сыҡҡан ваҡытты һүрәтләп, Амос пәйғәмбәр былай тигән: «Улар залог итеп алынған кейемде һәр ҡорбан килтереү урыны янында йәйеп ята. Штраф итеп алынған аҡсаға шарап һатып алалар ҙа үҙ илаһтары йортонда эсәләр» (Амос 2:8). Хаҡ Алланың хеҙмәтселәре кешеләр үҙ илаһтарына иҫерткес эсемлектәр бүләк итеп, улар хөрмәтенә шарап эскән ерҙә булыр инеме? (Иремия 7:18). Йәки хаҡ Алланың хеҙмәтсеһе бокал күтәреп, ниндәйҙер юғары көстән берәйһенең киләсәгенә тәьҫир итеүен йә берәйһен фатихалауын һорармы?
Шуныһы ҡыҙыҡ, Йәһүәнең хеҙмәтселәре лә ҡай саҡта ярҙам һорап ҡулдарын өҫкә күтәргән. Ләкин улар ҡулдарын хаҡ Аллаға табан һуҙған. Мәҫәлән, Изге Яҙмала беҙ былай тип уҡыйбыҙ: «Сөләймән Йәһүәнең ҡорбан килтереү урыны алдына... баҫты һәм, ҡулдарын күккә табан һуҙып, былай тине: „Эй Израиль Аллаһы Йәһүә... һиндәй Алла юҡ! ...Үҙеңдең йәшәү урыныңдан, күктәрҙән ишетсе; эйе, ишетсе һәм кисерсе“» (1 Батшалар 8:22, 23, 30). Бына тағы бер миҫал: «Езра Йәһүә Алланы... данланы, ә бөтөн халыҡ ҡулдарын күтәреп быға: „Амин! Амин!“ — тине. Шунан һуң улар ергә йөҙ түбән ҡапланып Йәһүәгә сәждә ҡылды» (Ниҡәми 8:6; 1 Тимофейға 2:8). Көн кеүек асыҡ, Алланың был тоғро хеҙмәтселәре күккә ҡулдарын ниндәйҙер уңыш аллаһынан мәрхәмәт һорап күтәрмәгән (Ишағыя 65:11).
Бөгөн күп кешеләр, моғайын, тост әйтеп, ниндәйҙер алланан мәрхәмәт һорайбыҙ, тип уйламайҙыр. Ләкин улар ни өсөн шарап тулы бокалдарын өҫкә күтәргәнен дә аңлата алмай. Уларҙың был ишараның мәғәнәһе тураһында уйланмауы һис тә, ысын мәсихселәр уларҙың йолаларын үҙләштерергә тейеш, тигәнде аңлатмай.
Билдәле булыуынса, Йәһүә шаһиттары күпселек кеше тотҡан бүтән йолаларҙы ла тотмай. Мәҫәлән, кешеләр, дәүләт гербы йәки флагына честь биргәндә, быны предметҡа табыныу тип һанамай. Ысын мәсихселәр, ундай церемонияларҙы үткәрергә ҡамасауламаһа ла, үҙҙәре унда ҡатнашмай. Шундай церемония үткәрелеүе тураһында белгәс, Йәһүә шаһиттары башҡаларҙың асыуын сығармаҫ өсөн, үҙҙәрен аҡыллы тоторға тырыша. Нисек кенә булмаһын, улар патриотик церемонияларҙа ҡатнашмаҫҡа ныҡлап ҡарар иткән, сөнки был Изге Яҙмала яҙылғандарға ҡаршы килә (Сығыш 20:4, 5; 1 Яхъя 5:21). Бөгөн күптәр тост әйтеүҙе дини йола тип һанамай, шулай ҙа мәсихселәрҙең тост әйтеүҙә ҡатнашмауына етди сәбәптәр бар: был йола боронғо диндәрҙән килгән һәм хатта беҙҙең көндәрҙә лә мәрхәмәт һорап күккә мөрәжәғәт итеү, ниндәйҙер юғары көскә доға ҡылыу тип һаналырға мөмкин (Сығыш 23:2).