Төп мәғлүмәткә күсеү

Етлеккәнлеккә ынтылығыҙ — «Йәһүәнең бөйөк көнө яҡын»

Етлеккәнлеккә ынтылығыҙ — «Йәһүәнең бөйөк көнө яҡын»

Етлеккәнлеккә ынтылығыҙ — «Йәһүәнең бөйөк көнө яҡын»

«Етлеккәнлеккә ынтылайыҡ» (ЕВР. 6:1, ЯДТ).

1, 2. Нисек беренсе быуатта Иерусалимда һәм Йәһүҙиәлә йәшәүсе мәсихселәргә «тауҙарға ҡас[ырға]» мөмкинлек тыуған?

 ҒАЙСА ерҙә булғанда, шәкерттәре уның янына килеп: «Һинең килеү осороңдоң, шулай уҡ был заман аҙағының билдәһе ниндәй булыр?» — тип һорағандар. Ғайсаның был һорауға яуап итеп әйткән пәйғәмбәрлеге тәүге тапҡыр беренсе быуатта үтәлгән. Ғайса ахырҙың яҡын икәнен күрһәтеүсе ғәжәп ваҡиғалар тураһында әйткән. Был ваҡиғаларҙы күреп «Йәһүҙиәлә булғандар тауҙарға ҡас[ырға]» тейеш булған (Матф. 24:1—3, 15—22). Ғайсаның шәкерттәре был билдәне танырмы һәм уның күрһәтмәләре буйынса эш итерме?

2 Утыҙ йыл тирәһе үткәс, б. э. 61 йылында илсе Павел Иерусалимда һәм уның тирәһендә йәшәгән еврей халҡынан булған мәсихселәргә уйланырлыҡ хат яҙған. Павел да, уның имандаштары ла «бөйөк афәт» башланыуын күрһәткән ваҡиғаларға тиклем биш йыл тирәһе генә ҡалғанын белмәгән (Матф. 24:21). Б. э. 66 йылында Цестий Галл етәкселегендәге Рим ғәскәрҙәре Иерусалимды яулап алған тип әйтеп була. Ләкин көтмәгәндә улар кире сигенә, һәм ҡалала йәшәүселәргә ҡасырға мөмкинлек тыуа.

3. Павел еврей халҡынан булған мәсихселәргә ниндәй саҡырыу менән мөрәжәғәт иткән һәм ни өсөн?

3 Был ваҡиғаларҙы аңлап ҡасып итер өсөн, ул мәсихселәргә зирәклек һәм рухи һиҙгерлек кәрәк булған. Ләкин ҡайһы бер мәсихселәр «һөйләгәндәрҙе ауыр аңлай башла[ған]». Улар «һөткә» мохтаж булған рухи сабыйҙар кеүек булған. (Еврейҙарға 5:11—13-тө уҡығыҙ.) Хатта күп йылдар хәҡиҡәт юлында йөрөгән ҡайһы бер мәсихселәр ҙә үҙ эштәре менән «тере Алланан» йыраҡлашҡанын күрһәткән (Евр. 3:12). Улар Раббы көнө яҡынлашҡан ваҡытта йыйылыш осрашыуҙарын ҡалдыра башлаған (Евр. 10:24, 25). Павел уларға ошондай саҡырыу менән мөрәжәғәт иткән: «Шуға күрә, Мәсих тураһындағы башланғыс тәғлимәттәрҙе ҡалдырып, етлеккәнлеккә ынтылайыҡ» (Евр. 6:1, ЯДТ).

4. Ни өсөн һәр ваҡыт рухи яҡтан уяу булыу мөһим һәм беҙгә шулай эшләргә нимә ярҙам итер?

4 Беҙ Ғайса пәйғәмбәрлегенең һүңғы үтәлеше ваҡытында йәшәйбеҙ. «Йәһүәнең бөйөк көнө» — Шайтан системаһы юҡ итәләсәк көн инде «яҡын» (Саф. 1:14). Беҙгә айырыуса хәҙер рухи яҡтан уяу булырға кәрәк (1 Пет. 5:8). Ә беҙ уяумы? Етлеккәнлек беҙгә ниндәй ваҡытта йәшәгәнебеҙҙе иҫтә тоторға ярҙам итер.

Мәсихселәргә хас етлеккәнлек

5, 6. а) Рухи етлеккәнлек нимәне үҙ эсенә ала? б) Етлеккән булыр өсөн, үҙебеҙ өҫтөнән ниндәй ике йүнәлештә эшләргә кәрәк?

5 Павел еврей халҡынан булған мәсихселәрҙе етлеккәнлеккә ынтылырға саҡырып ҡына ҡалмаған, ә уның үҙ эсенә нимә алыуын да аңлатҡан. (Еврейҙарға 5:14-те уҡығыҙ.) Етлеккәндәр «һөт» менән генә туҡланмай. Улар «ҡаты ризыҡ» та ҡабул итә. Шуға күрә улар хәҡиҡәттең «тәрәнлектәрен[ә]» лә төшөнә (1 Кор. 2:10). Бынан тыш, алған белемдәрҙе тормошта ҡулланыу аша өйрәтелгән һиҙгерлек уларҙы яҡшылыҡты яманлыҡтан айырырға һәләтле итә. Ҡарар ҡабул итергә кәрәк булғанда, был тормош тәжрибәһе теге йә был ситуацияла Изге Яҙмалағы ниндәй принциптарҙы ҡулланырға кәрәклеген күрергә ярҙам итә.

6 «Дөрөҫ йүнәлеште юғалтмаҫ өсөн, беҙ ишеткәндәребеҙгә айырыуса иғтибарлы булырға тейешбеҙ», — тип яҙған Павел (Евр. 2:1). Беҙ үҙебеҙ ҙә һиҙмәҫтән ситкә китергә мөмкин. Шулай булмаһын өсөн, рухи хәҡиҡәттәрҙе тикшергәндә беҙгә «айырыуса иғтибарлы» булыу мөһим. Һәр беребеҙгә үҙебеҙҙән былай тип һорарға кәрәк: «Мин элеккесә Изге Яҙмалағы төп хәҡиҡәттәр менән генә ҡәнәғәтләнәмме? Өйрәнеүҙе өҫтән-мөҫтән генә үткәрмәйемме? Хәҡиҡәттең йөрәгемә тәьҫир итеүе тураһында ҡайғыртаммы? Рухи яҡтан үҫергә миңә нимә ярҙам итер?» Етлеккән булыр өсөн, үҙебеҙ өҫтөнән ике йүнәлештә эшләргә кәрәк. Беренсенән, Алла Һүҙен яҡшы белергә, һәм, икенсенән, тыңлаусан булырға тейешбеҙ.

Алла Һүҙен яҡшыраҡ өйрән

7. Алла Һүҙен ентекләп өйрәнеү беҙгә ниндәй файҙа килтерә?

7 «Һөт менән туҡланған кеше хаҡ менән ялған араһындағы айырманы һиҙә алмай, сөнки ул — сабый», — тип яҙған Павел (Евр. 5:13). Етлеккән булыр өсөн, Алланың үҙ Һүҙе аша беҙгә еткерергә теләгән нәмәләрен яҡшы белергә кәрәк. Шуға күрә Изге Яҙманы һәм «тоғро һәм аҡыллы хеҙмәтсе» биргән баҫмаларҙы тырышып өйрәнеү мөһим (Матф. 24:45—47). Шулай итеп Алланың фекер йөрөтөү рәүешен үҙләштереп, беҙ һиҙгерлегебеҙҙе өйрәтәбеҙ. Оркид a исемле апай-ҡәрҙәштең миҫалына иғтибар итәйек. Ул былай тип һөйләй: «Минең тормошома иң көслө тәьҫир яһаған иҫкә төшөрөү — ул Изге Яҙманы көн дә уҡыу кәрәклеген иҫкә төшөрөү. Изге Яҙманы уҡып сығыр өсөн миңә ике йыл кәрәк булды, ләкин Барлыҡҡа килтереүсем менән беренсе тапҡыр танышҡан кеүек булдым. Мин уның юлдары тураһында, нимә ярата, ә нимәне яратмай икәнен, көсө һәм зирәклеге тураһында белдем. Изге Яҙманы һәр көн уҡыу миңә тормошомдағы иң ауыр ваҡыттарҙы кисереп сығырға ярҙам итте».

8. Алла Һүҙе беҙгә нисек тәьҫир итә ала?

8 Изге Яҙманың өҙөгөн көн һайын уҡып, беҙ Алла һүҙенә беҙгә тәьҫир итергә мөмкинлек бирәбеҙ. (Еврейҙарға 4:12-не уҡығыҙ.) Ундай уҡыу беҙҙең йөрәкте тәрбиәләй һәм беҙҙе Аллаға яраҡлыраҡ итә. Һиңә Изге Яҙманы уҡыр өсөн һәм уҡығандарың тураһында уйланыр өсөн, күберәк ваҡыт бүлеп ҡуйырға кәрәк түгелме?

9, 10. Алла Һүҙе менән танышыу үҙ эсенә нимәне ала? Миҫал килтерегеҙ.

9 Изге Яҙманы ысынлап та яҡшы белер өсөн, уның эстәлеген генә белеү әҙ. Павел көндәрендәге рухи сабыйҙар Алла Һүҙендә нимә тураһында һөйләнелеүен белгәндәрҙер. Ләкин улар был белемдәрҙе үҙ тормоштарында ҡулланмаған, уларҙың файҙаһын үҙҙәрендә татып ҡарамаған. Улар яҙылғандарҙың асылына төшөнмәгән һәм шуға күрә, аҡыллы ҡарар ҡабул итер өсөн, Изге Яҙмаға мөрәжәғәт итмәгән.

10 Шулай итеп, Алла Һүҙе менән яҡшы таныш булыу унда әйтелгәнде белеүҙе генә түгел, ә был белемдәрҙе тормошта ҡулланыуҙы ла аңлата. Быны нисек эшләп булыуын Кайл исемле апа-ҡәрҙәштең миҫалы күрһәтә. Уның эшендә хеҙмәттәше менән аңлашылмаусанлыҡ килеп сыҡҡан. Ул быны нисек яйға һалған? Кайл былай тип һөйләй: «Мин шунда Римдарға 12:18-ҙәге һүҙҙәрҙе иҫкә төшөрҙөм. Унда былай тиелә: „Әгәр мөмкинлегегеҙ бар икән, барыһы менән дә хәлегеҙҙән килгәнсә татыу йәшәгеҙ“. Мин уның менән эштән һуң осрашырға һөйләштем». Улар татыулашҡан, һәм Кайлдың шундай аҙымы ул ҡатынға ныҡ тәьҫир иткән. «Изге Яҙмалағы принциптарҙы ҡулланһам, бер ҡасан да яңылышмаясағымды аңланым», — тип әйтә Кайл.

Тыңлаусан булырға өйрән

11. Ауыр шарттарҙа тыңлаусан булыу еңел түгел икәне нимәнән күренә?

11 Изге Яҙманан белгәнебеҙҙе ҡулланыу айырыуса ауыр шарттарҙа еңел булмаҫҡа мөмкин. Мәҫәлән, Йәһүә Израил улдарын Мысыр ҡоллоғонан азат иткәс күп тә үтмәҫтән, халыҡ «Муса менән талаша башла[ған]» һәм Йәһүәне һынаған. Бының сәбәбе нимәлә булған? Эсергә һыу булмаған (Сығ. 17:1—4). Алла менән килешеү төҙөп, «Йәһүә әйткән барлыҡ һүҙҙәрҙе» үтәргә вәғәҙә биргәндән һуң ике ай ҙа үтмәгән, израилдәр уның ботҡа табыныу тураһындағы ҡанунын боҙған (Сығ. 24:3, 12—18; 32:1, 2, 7—9). Ни өсөн шулай килеп сыҡҡан? Муса, Хореб тауында Алланан күрһәтмәләр алып, оҙаҡ булмағанға, улар ҡурҡа башлағанмы? Бәлки, израилдәр, амаликтар тағы һөжүм итһә, ҡулдарын күтәреп еңеү килтереүсе Муса булмағас, яҡлауһыҙ ҡалырбыҙ, тип уйлағандыр (Сығ. 17:8—16). Бәлки, шулайҙыр. Ләкин сәбәбе ниндәй генә булмаһын, израилдәр «Муса әйткәнде тыңламаған» (Ғәм. 7:39—41). Павел мәсихселәрҙе, Вәғәҙә ителгән ергә инергә ҡурҡҡан «тыңлауһыҙҙар өлгөһөнә» эйәрмәҫ өсөн, ҡулдарынан килгәндең барыһын да эшләргә өндәгән (Евр. 4:3, 11).

12. Ғайса нисек тыңлаусан булырға өйрәнгән, һәм был уны нимәгә әҙерләгән?

12 Етлеккәнлеккә ынтылыу бар көсөбөҙҙө ҡуйып Йәһүәгә буйһоноуҙы аңлата. Ғайса Мәсих үрнәгенән күренгәнсә, тыңлаусанлыҡҡа өйрәнер өсөн йыш ҡына ғазаптар аша үтергә тура килә. (Еврейҙарға 5:8, 9-ҙы уҡығыҙ.) Ергә килгәнсе үк Ғайса атаһына тыңлаусан булған. Ләкин ерҙә атаһының ихтыярын үтәр өсөн, уға тән һәм йән ғазаптары кисерергә кәрәк булған. Сиктән тыш ауыр шарттарҙа тыңлаусан булып, Ғайса «камиллыҡҡа өлгәшкән». Шулай итеп ул Алла биргән Батша һәм Баш рухани вазифаһын үтәргә яҡшы әҙерләнгән.

13. Беҙҙең тыңлаусан булырға өйрәнгәнебеҙ нимәнән күренә?

13 Ә беҙ? Беҙ етди проблемалар килеп сыҡҡында ла Йәһүәгә буйһонорға әҙерме? (1 Петр 1: 6, 7-се уҡығыҙ.) Алланың әхлаҡҡа, телгә, Изге Яҙманы уҡыу һәм өйрәнеүгә, осрашыуға йөрөү һәм вәғәз эшендә ҡатнашыуға ҡарата бирелгән күрһәтмәләре яҡшы аңлашыла (Еш. 1:8; Матф. 28:19, 20; Ефес. 4:25, 28, 29; 5:3—5; Евр. 10:24, 25). Ауырлыҡтар менән осрашһаҡ та, Йәһүәнең был күрһәтмәләрен үтәйбеҙме? Беҙҙең тыңлаусанлыҡ етлеккән булыуҙа алға китеш бар икәнен күрһәтә.

Ни өсөн етлеккәнлек файҙалы?

14. Етлеккәнлеккә ынтылыу яҡлау булыуына миҫал килтерегеҙ.

14 Оятын юғалтҡан был донъяла яҡшылыҡ менән яманлыҡты айыра белеү мәсихсегә яҡлау булып тора (Ефес. 4:19). Мәҫәлән, Джеймс исемле ағай-ҡәрҙәш Изге Яҙмаға нигеҙләнгән баҫмаларыбыҙҙы һәр ваҡыт уҡыған һәм бик ҡәҙерләгән. Яңы эшкә урынлашҡас, ул ҡатын-ҡыҙҙар коллективына эләккән. «Хеҙмәттәштәрҙең күбеһе үҙен әҙәпһеҙ тотто, — ти Джеймс, — ә береһе тәртипле булып күренде һәм хәҡиҡәт менән ҡыҙыҡһынды. Әммә бер тапҡыр эш урынында икәү генә ҡалғас, ул яҡынлыҡ талап итеп бәйләнә башланы. Башта мин, шаярталыр, тип уйланым, ләкин уны туҡтатырлыҡ түгел ине. Мин шунда уҡ „Күҙәтеү манараһында“ яҙылған бер осраҡты иҫемә төшөрҙөм. Унда ағай-ҡәрҙәштең эштә шундай уҡ хәл менән осрашыуы тураһында яҙылғайны. Ул мәҡәләлә Йософ менән Потифар b ҡатынының миҫалы килтерелгәйне. Мин шунда уҡ был ҡыҙҙы этәреп ебәрҙем, һәм ул ҡасып китте» (Баш. 39:7—12). Джеймс шул ваҡытта бирешмәгәненә һәм выжданы саф ҡалғанға бик шатланған (1 Тим. 1:5).

15. Етлеккәнлеккә ынтылыу символик йөрәгебеҙҙе нисек нығыта?

15 Бынан тыш, етлеккәнлек беҙҙең символик йөрәкте нығыта һәм «төрлө ят тәғлимәттәргә [беҙҙе] ситкә тайпылдырырға юл ҡуйма[й]». (Еврейҙарға 13:9-ҙы уҡығыҙ.) Рухи яҡтан үҫергә тырышып, беҙ «иң яҡшылар[ға]» иғтибарыбыҙҙы туплайбыҙ (Флп. 1:9, 10). Был беҙгә Алла менән мөнәсәбәттәребеҙҙе һәм ул беҙҙең файҙаға биргән бөтә нәмәне тағы ла нығыраҡ ҡәҙерләргә ярҙам итә (Рим. 3:24). «Фекер йөрөтөү рәүеше менән ололар һымаҡ» булған мәсихсе шундай рәхмәтлелек үҫтерә һәм Йәһүә менән яҡын мөнәсәбәттәр булдыра (1 Кор. 14:20).

16. Бер апай-ҡәрҙәшкә йөрәген нығытырға нимә ярҙам иткән?

16 Луиза исемле апай-ҡәрҙәш өсөн һыуға сумдырылғандан һуң күпмелер ваҡыт башҡаларҙа ниндәй тәьҫир ҡалдырыуы иң мөһиме булған. «Мин бер ниндәй ҙә насарлыҡ эшләмәнем, — тип әйтә ул, — ләкин йөрәгемдә Йәһүәгә хеҙмәт итергә көслө теләк булманы. Йәһүә өсөн ҡулымдан килгәндең барыһын эшләргә теләһәм, үҙгәрергә кәрәк икәнен аңлай инем. Йәһүәгә ысын күңелдән хеҙмәт итә башлау иң ауыры булды». Луиза, ҙур тырышлыҡ һалып, йөрәген нығытҡан. Ҡаты ауырып киткәс, был уға бик ныҡ ярҙам иткән (Яҡ. 5:8). «Мин ныҡ ғазапландым, ләкин был мине Йәһүәгә яҡынайтты», — ти Луиза.

Ысын күңелдән тыңлаусан бул

17. Ни өсөн тыңлаусанлыҡ айырыуса беренсе быуатта мөһим булған?

17 Павелдың, етлеккәнлеккә ынтылығыҙ, тигән кәңәше беренсе быуатта Иерусалимда һәм Йәһүҙиәлә йәшәгән мәсихселәр өсөн бик мөһим булған. Был кәңәшкә ҡолаҡ һалғандарҙың тәрән рухи һиҙгерлеге булған. Улар Ғайса биргән тауҙарға ҡасырға кәрәклеген аңлатҡан билдәне таный алған. «Һәләкәт килтереүсе ерәнгес нәмәнең изге урында торғанын», йәғни Рим ғәскәренең Иерусалимды уратып алып ҡалаға инеүен күргәс, мәсихселәр аңлаған: тауҙарға ҡасырға ваҡыт еткән (Матф. 24:15, 16). Ғайсаның пәйғәмбәри иҫкәртеүенә буйһоноп, мәсихселәр Иерусалимдан ул емерелгәнсе үк ҡасып киткән һәм, Евсевий исемле сиркәү тарихсыһының шаһитлығы буйынса, Гилеадтың таулы урынындағы Пелла ҡалаһында урынлашҡан. Шулай итеп, улар Иерусалим дусар булған иң ҡурҡыныс һәләкәттән ҡотолған.

18, 19. а) Ни өсөн беҙҙең көндәрҙә тыңлаусанлыҡ бик мөһим? б) Киләһе мәҡәләлә нимә ҡаралыр?

18 Етлеккәнлеккә ынтылғанда үҫтергән тыңлаусанлығыбыҙ Ғайса пәйғәмбәрлегенең төп үтәлеше ваҡытында, йәғни «бөгөнгө көнгә тиклем булмаған... бөйөк афәт» ваҡытында бик мөһим буласаҡ (Матф. 24:21). «Тоғро һәм аҡыллы хеҙмәтсенең» кисектергеһеҙ эш итеүҙе талап иткән күрһәтмәләрен алғас, тыңлаусан булырбыҙмы? (Лука 12:42). Ысын күңелдән тыңлаусан булыу ни тиклем мөһим! (Рим. 6:17).

19 Етлеккән кеше булыр өсөн, һиҙгерлегебеҙҙе өйрәтергә кәрәк. Бының өсөн артабан да Алла Һүҙе менән танышыу һәм тыңлаусанлыҡҡа өйрәнеү мөһим. Айырыуса етлеккәнлеккә ынтылған йәш мәсихселәр ауырлыҡтар менән осраша. Бындай проблемаларҙы нисек уңышлы хәл итеп була? Был һорауҙы киләһе мәҡәләлә ҡарарбыҙ.

[Төшөрмәләр]

a Ҡайһы бер исемдәр үҙгәртелгән.

b «Күҙәтеү манараһының» 1999 йыл 1 октябрь һанындағы сығарылышында «Гонаһҡа ҡыйыулыҡ менән „юҡ“ тип әйт» тигән мәҡәләне (урыҫ) ҡарағыҙ.

Һеҙ нимә белдегеҙ?

• Рухи етлеккәнлек нимә ул һәм уға нисек ирешеп була?

• Алла Һүҙен яҡшы белеү етлеккән булырға ынтылғанда ниндәй роль уйнай?

• Тыңлаусан булырға нисек өйрәнергә?

• Тыңлаусанлыҡ беҙгә ниндәй файҙа килтерә?

[Өйрәнеү өсөн һорауҙар]

[Иллюстрация]

Изге Яҙмалағы принциптарҙы ҡулланыу проблемаларҙы хәл иткәндә етлеккән булырға ярҙам итә

[Иллюстрация]

Ғайсаның киҫәтеүенә ҡолаҡ һалып, беренсе мәсихселәр ғүмерҙәрен ҡотҡарған