Төп мәғлүмәткә күсеү

Ни өсөн ҡатындарға баш булыу принцибына буйһонорға кәрәк?

Ни өсөн ҡатындарға баш булыу принцибына буйһонорға кәрәк?

Ни өсөн ҡатындарға баш булыу принцибына буйһонорға кәрәк?

«Ҡатындың башы — ир» (1 Кор. 11:3).

1, 2. а) Илсе Павел Йәһүә урынлаштырған баш булыу принцибы һәм буйһоноу тәртибе тураһында нимә яҙған? б) Был мәҡәләлә ниндәй һорауҙар ҡараласаҡ?

 ИЛСЕ Павел, «һәр ирҙең Башы — Мәсих», ә «Мәсихтең Башы — Алла», тип яҙып, Алла урынлаштырған тәртипте күрһәткән (1 Кор. 11:3). Алдағы мәҡәләлә Ғайсаның үҙ Башына, Йәһүә Аллаға буйһоноуҙы хөрмәт тип һанағанына, шулай уҡ ирҙәрҙең башы Мәсих икәненә иғтибар ителде. Мәсих кешеләр менән игелекле, йомшаҡ, эскерһеҙ һәм ҡыҙғаныусан мөғәмәлә иткән. Йыйылыштағы ирҙәр үҙҙәрен бөтә кешеләр менән, айырыуса үҙ ҡатындары менән шулай уҡ тоторға тейеш.

2 Ә ҡатындар тураһында нимә әйтеп була? Уларҙың башы кем? «Ҡатындың башы — ир»,—тип яҙған Павел. Алла рухландырған был һүҙҙәргә ҡатындар нисек ҡарарға тейеш? Әгәр ире Йәһүә шаһиты булмаһа, ҡатынға был принципты тоторғамы? Иренә буйһоноу, ғаиләлә ҡарар ҡабул ителгәндә ҡатын үҙ фекерен әйтергә тейеш түгел, тигәнде аңлатамы? Ни өсөн ҡатын маҡтауға лайыҡ була ала?

«Уға үҙенә лайыҡ бер ярҙамсы яратайыҡ»

3, 4. Ни өсөн баш булыу принцибын тотоу никахта файҙа килтерә?

3 Баш булыу принцибын Алла урынлаштырған. Әҙәмде барлыҡҡа килтергәндән һуң, Алла: «Кешенең яңғыҙ булыуы яҡшы түгел; уға үҙенә лайыҡ бер ярҙамсы яратайыҡ», — тигән. Әҙәм, Һауа яратылғас, үҙенә иптәш һәм ярҙамсы булыуына шул тиклем шатланған, хатта: «Был һөйәк минең һөйәгемдән, тәне минең тәнемдән», — тип ҡысҡырып ебәргән (Баш. 2:18—24). Әҙәм менән Һауаның бөтә камил кешеләрҙең атаһы һәм әсәһе булыу мөмкинлеге булған. Улар ерҙәге ожмахта мәңге бәхетле йәшәр ине.

4 Ата-әсәбеҙҙең Эдендағы фетнәһе арҡаһында кешеләр баш булыу принцибын камил рәүештә тота алмаған. (Римдарға 5:12-не уҡы.) Ләкин был принцип ғәмәлдә ҡалған. Уны дөрөҫ ҡулланыу никахҡа ҙур файҙа һәм бәхет килтерә. Һөҙөмтәлә, Ғайса үҙ Башы Йәһүәгә буйһонғанда тойған хистәрҙе тоясаҡбыҙ. Ергә килгәнгә тиклем Ғайса Йәһүә «ҡаршыһында һәр ваҡыт шатланып» торған (Ғиб. һүҙ. 8:30). Камилһыҙлыҡ арҡаһында ирҙәр камил ғаилә башлығы була алмай, ә ҡатындар камил рәүештә буйһона алмай. Әммә ирҙәр һәм ҡатындар баш булыу принцибын тоторға тырышһа, улар ғаилә тормошонан бөгөнгө көндә мөмкин булған иң ҙур ҡәнәғәтлек табасаҡ.

5. Ни өсөн ир менән ҡатынға Римдарға 12:10-да яҙылған кәңәшкә ҡолаҡ һалырға кәрәк?

5 Никахта бәхетле булыр өсөн, ир менән ҡатындың бөтә мәсихселәргә бирелгән ошо кәңәште тотоуы мөһим: «Бер-берегеҙҙе туғандарса эскерһеҙ яратығыҙ, бер-берегеҙҙе үҙегеҙгә ҡарағанда ла нығыраҡ хөрмәт итегеҙ» (Рим. 12:10). Бынан тыш, иргә лә, ҡатынға ла бер-береһенә ҡарата изгелекле, шәфҡәтле булырға, бер-береһен ихлас кисерергә тырышырға кәрәк (Ефес. 4:32).

Тормош иптәшең иман итмәһә

6, 7. Мәсихсе ҡатындың Аллаға иман итмәгән иренә буйһоноуы ниндәй нәтижәгә килтерергә мөмкин?

6 Әгәр тормош иптәшең Йәһүәгә хеҙмәт итмәһә? Йыш ҡына ғаиләлә ир Аллаға иман итмәй. Бындай осраҡта ҡатынға нимә эшләргә? Изге Яҙмала яуап бар: «Ҡатындар, һеҙ ҙә ирҙәрегеҙгә буйһоноғоҙ. Шуның менән, әгәр ирҙәрегеҙ араһында ҡайһы берәүҙәр Алла һүҙен кире ҡаҡһа, уларҙы бер ниндәй һүҙҙәрһеҙ Алла ҡаршыһына баҫтырырһығыҙ. Һеҙҙең саф һәм Аллаға хөрмәт менән йәшәүегеҙҙе күргәнгә, улар иманға килер» (1 Пет. 3:1, 2).

7 Алла Һүҙе ҡатынды Аллаға хеҙмәт итмәгән иренә буйһонорға саҡыра. Уның яҡшы тәртибе ирҙе, ни өсөн ул шулай эшләй, тип уйланырға дәртләндерер. Һөҙөмтәлә, ир хәҡиҡәт менән ҡыҙыҡһынырға һәм уны ҡабул итергә мөмкин.

8, 9. Ҡатынының яҡшы тәртибенә ҡарамаҫтан, иман итмәгән ир хәҡиҡәт менән ҡыҙыҡһынмаһа, мәсихсе ҡатынға нимә эшләргә?

8 Әгәр ҡатынының яҡшы тәртибенә ҡарамаҫтан, ире хәҡиҡәт менән ҡыҙыҡһынмаһа? Изге Яҙма ҡатынды ни тиклем ауыр булһа ла мәсихсе сифаттар күрһәтергә дәртләндерә. Мәҫәлән, 1 Коринфтарға 13:4-тә: «Мөхәббәт түҙемле», — тип уҡыйбыҙ. Шуға күрә, әгәр мәсихсе булған ҡатын, «һәр ваҡыт тыйнаҡ, баҫалҡы һәм сабыр» булһа һәм ирен яратыуҙан туҡтамаһа, яҡшы эшләй (Ефес. 4:2). Алланың эш итеүсе көсө, йәғни изге рухы ярҙамында хатта ауыр шарттарҙа ла мәсихсе сифаттарҙы сағылдырып була.

9 «Мин үҙемә ҡөҙрәт биреүсе ярҙамында барыһын булдыра алам», — тип яҙған Павел (Флп. 4:13, ЯДТ). Алла рухы Аллаға хеҙмәт иткән иргә йә ҡатынға төрлө шарттарҙа дөрөҫ эш итергә ярҙам итә. Мәҫәлән, береһенең тупаҫлығы икенсеһен шулай уҡ яуап бирергә этәрергә мөмкин. Әммә Изге Яҙма ошондай кәңәш бирә: «Бер кемгә лә яманлыҡҡа ҡаршы яманлыҡ ҡылмағыҙ... Изге Яҙмала былай тип әйтелгән: „Үс алыу—Минең эшем. Әжерен Үҙем ҡайтарырмын, ти Раббы“» (Рим. 12:17—19). Шулай уҡ 1 Фессалоникаларға 5:15-тә ошондай кәңәш бирелә: «Яуызлыҡҡа яуызлыҡ менән яуап биреүгә берегеҙгә лә юл ҡуймағыҙ, һәр ваҡыт үҙ-ара һәм бөтөнөһөнә лә яҡшылыҡ эшләгеҙ». Йәһүәнең изге рухы ярҙамында үҙ көсөбөҙ менән эшләй алмағанды эшләй алабыҙ. Алланан доғала беҙҙең көстөң етмәгән өлөшөн уның изге рухы тултырыуын һорау ни тиклем мөһим!

10. Ғайса мыҫҡыллаған йә яуызлыҡ эшләгән кешеләр менән үҙен нисек тотҡан?

10 Ғайсаның мыҫҡыллаған һәм яуызлыҡ эшләгән кешеләр менән үҙен нисек тотоуы беҙҙең өсөн үрнәк булып тора. «Мыҫҡыл ителгән ваҡытта Ул мыҫҡыл менән яуап ҡайтарманы, — тип әйтелә 1 Петр 2:23-тә.— Ғазап сиккәндә янаманы, ә Үҙен ғәҙел Хөкөм итеүсегә тапшырҙы». Беҙгә уның матур үрнәгенә эйәрергә кәрәк. Башҡаларҙың насар тәртибе беҙҙе улар кеүек эш итергә этәрмәһен. Бөтә мәсихселәргә бирелгән: «Шәфҡәтле, тыйнаҡ булығыҙ. Яманлыҡҡа яманлыҡ менән йәки мыҫҡыллауға мыҫҡыллау менән яуап ҡайтармағыҙ»,—тигән кәңәшкә ҡолаҡ һалығыҙ (1 Пет. 3:8, 9).

Ҡатындарҙың мөһим роле

11. Ҡайһы бер мәсихсе ҡатын-ҡыҙҙар ниндәй ҙур хөрмәткә лайыҡ буласаҡ?

11 Ҡатындың иргә буйһоноуы ғаиләләге йә башҡа һорауҙар хәл ителгәндә ул үҙ фекерен әйтмәҫкә һәм өндәшмәҫкә тейеш тигәнде аңлатамы? Һис тә юҡ. Йәһүә ҡатындарға ирҙәргә биргән кеүек күп хөрмәтле йөкләмәләр биргән. Мәсих ер менән идара иткән саҡта 144 000 кешегә бирелгән күктә батшалар һәм руханиҙар булыу хөрмәте тураһында уйлап ҡарағыҙ! Улар араһында ҡатын-ҡыҙҙар ҙа бар (Гал. 3:26—29). Күреүебеҙсә, Йәһүә үҙ төҙөлөшөндә ҡатын-ҡыҙҙарға мөһим роль биргән.

12, 13. Ҡатын-ҡыҙҙар пәйғәмбәрлек иткәненә миҫал килтерегеҙ.

12 Мәҫәлән, Изге Яҙма яҙылған осорҙа ҡайһы бер ҡатын-ҡыҙҙар пәйғәмбәрлек иткән. Йәил 2:28, 29-ҙа алдан былай тип әйтелгән булған: «Мин үҙ рухымды һәр төрлө кешегә ҡойормон, улдарығыҙ һәм ҡыҙҙарығыҙ пәйғәмбәрлек итер... Ул көндәрҙә үҙ рухымды хатта ҡол ир-аттар менән ҡол ҡатын-ҡыҙҙарыма ла бирермен».

13 Б. э. 33 йылының Илленсе көн байрамында Иерусалимдағы бер йорттоң өҫкө бүлмәһендә йыйылған Ғайсаның яҡынса 120 уҡыусыһы араһында ирҙәр ҙә, ҡатын-ҡыҙҙар ҙа булған. Улар барыһы ла Алла рухы менән һуғарылған. Шуға күрә Петр Йәил пәйғәмбәрҙең һүҙҙәрен ирҙәргә ҡарата ла, ҡатындарға ҡарата ла ҡулланған. Ул былай тигән: «Бының тураһында Йәил пәйғәмбәр аша алдан әйтелгән булған: „Һуңғы көндәрҙә,— тип әйтә Аллаһы,— үҙ рухымды һәр төрлө кешегә ҡойормон, улдарығыҙ һәм ҡыҙҙарығыҙ пәйғәмбәрлек итер... Ул көндәрҙә үҙ рухымды хатта ҡол ир-аттар менән ҡол ҡатын-ҡыҙҙарыма ла индерермен“» (Ғәм. 2:16—18, ЯДТ).

14. Беренсе быуатта мәсихселәр динен таратыуҙа ҡатын-ҡыҙҙар ниндәй роль уйнаған?

14 Беренсе быуатта ҡатын-ҡыҙҙар мәсихселәр динен таратыуҙа мөһим роль уйнаған. Улар башҡаларға Алла Батшалығы тураһында һөйләгән һәм вәғәз менән бәйле эштәрҙә ҡатнашҡан (Лука 8:1—3). Мәҫәлән, илсе Павел Фиваны «Кенхрейҙағы берҙәмлектең ярҙамсыһы» тип атаған. Үҙ хеҙмәттәштәренә сәләм ебәргәндә, Павел күп тоғро ҡатындарҙы, шул иҫәптән «Раббы хаҡына тырышып хеҙмәт итеүсе Трифена менән Трифосаны» иҫкә алған. Ул шулай уҡ «Раббы хаҡына күп тырышлыҡ һалған ҡәҙерле Персиданы» ла иҫләгән (Рим. 16:1, 12).

15. Беҙҙең көндәрҙә яҡшы хәбәрҙе таратыуҙа ҡатын-ҡыҙҙар ниндәй роль уйнай?

15 Беҙҙең көндәрҙә Алла Батшалығы хаҡындағы яҡшы хәбәрҙе таратҡан ете миллиондан артыҡ кешенең ҙур өлөшөн төрлө йәштәге ҡатын-ҡыҙҙар тәшкил итә (Матф. 24:14).Уларҙың күбеһе пионер, миссионер булып, шулай уҡ Вефилдә хеҙмәт итә. Мәҙхиә йырлаусы Дауыт былай тигән: «Йәһүә бойороҡ бирә; яҡшы хәбәрҙе иғлан итеүсе ҡатын-ҡыҙҙар ҙур ғәскәрҙәй күп» (Зәб. 68:11). Был һүҙҙәр ысынлап та үтәлә! Йәһүә ҡатын-ҡыҙҙарҙың яҡшы хәбәрҙе таратыр өсөн һәм уның ниәттәрен үтәр өсөн һалған тырышлыҡтарын ҡәҙерләй. Мәсихсе ҡатын-ҡыҙҙар буйһонорға тейеш тигән күрһәтмә улар һүҙһеҙ булырға тейеш тигәнде аңлатмай.

Үҙ фекерен белдергән ике ҡатын

16, 17. Сараның миҫалы ҡатындар үҙ фекерҙәрен белдерә ала икәнен нисек күрһәтә?

16 Әгәр Йәһүә ҡатындарға күп хөрмәтле йөкләмәләр ышанып тапшыра икән, ирҙәр етди ҡарар ҡабул итер алдынан улар менән кәңәшләшергә тейеш түгелме ни? Шулай эшләү аҡыллы булыр ине. Изге Яҙмала ирҙәренә ҡаршы нимәлер әйткән йә эшләгән ҡатындарҙың бер нисә миҫалы килтерелә. Ике осраҡты ҡарап сығайыҡ.

17 Ырыу башы Ибраһимдың ҡатыны Сара иренән икенсе ҡатынын улы менән бергә үҙенә хөрмәт күрһәтмәгәндәре өсөн ҡыуып сығарыуын ҡат-ҡат һораған. «Ибраһимға был һүҙҙәрҙе ишетеү бик ҡыйын» булған, ләкин Алла Сараның һүҙҙәренә икенсе төрлө ҡараған. Йәһүә Ибраһимға былай тигән: «Улың тураһында ла, хеҙмәтсе ҡатының тураһында ла ҡайғырма. Сара нимә әйтһә, шуны тыңла» (Баш. 21:8—12).

18. Үҙ инициативаһы менән Әбиғиә нимә эшләгән?

18 Набалдың ҡатыны Әбиғиәне иҫкә төшөрәйек. Көнсөл Шаул батшанан ҡасып йөрөгәндә, Дауыт үҙ кешеләре менән Набалдың көтөүҙәре янында йәшәгән. Ул был бай кешенең бер нәмәһенә лә теймәгән, киреһенсә, уның мөлкәтен һаҡлаған. Ләкин Набал «тупаҫ һәм холоҡһоҙ кеше», һәм «аҡылһыҙлығы уның үҙе менән» булған. Дауыттың кешеләре хөрмәт менән аҙыҡ һорағас, ул ризалашмаған һәм «ҡысҡыра-ҡысҡыра уларҙы хурлап ташлаған». Быны ишеткәс, Әбиғиә нимә эшләгән? Иренә бер нәмә лә әйтмәйенсә, ул «тиҙ генә 200 икмәк, ике ҙур сүлмәк шарап, биш һарыҡ ите, биш сата ҡыҙҙырылған ашлыҡ бөртөгө, тығыҙлап яһалған 100 йөҙөм көлсәһе һәм 200 инжир көлсәһе» алып, быларҙың барыһын Дауытҡа һәм уның кешеләренә алып киткән. Әбиғиә дөрөҫ эшләгәнме? Эйе. Һуңыраҡ булған ваҡиғалар быны раҫлай. «Йәһүә Набалды һәләк итте, һәм ул үлде»,— тип әйтелә Изге Яҙмала. Һуңыраҡ Дауыт Әбиғиәгә өйләнгән (1 Сам. 25:3, 14—19, 23—25, 38—42).

Маҡтауға лайыҡ ҡатын

19, 20. Ҡатынды нимә ысынлап та маҡтауға лайыҡ итә?

19 Изге Яҙмала Йәһүә ихтыяры буйынса эш иткән ҡатын маҡтап телгә алына. Ғибрәтле һүҙҙәр китабында «яҡшы ҡатын» тураһында былай әйтелә: «Ундай ҡатын мәрйендәрҙән күпкә ҡиммәтерәк. Уның ире уға ысын күңелдән ышана һәм бер нәмәгә лә мохтаж түгел. Ундай ҡатын иренә ғүмере буйы насарлыҡ түгел, ә яҡшылыҡ ҡыла». Бынан тыш, «уның ауыҙынан зирәк һүҙҙәр сыға, телендә игелек ҡануны. Ул йортондағы эштәрҙе күҙәтә, ялҡаулыҡ икмәге ашамай. Балалары, тороп, уны бәхетле тип атай, ире лә, тороп, уны маҡтай» (Ғиб. һүҙ. 31:10—12, 26—28).

20 Нимә ҡатынды ысынлап та маҡтауға лайыҡ итә? «Яғымлылыҡ алдаусан һәм матурлыҡ ваҡытлыса ғына булырға мөмкин, ә Йәһүәне тәрән хөрмәт итеүсе ҡатын маҡтаулы булыр», — тип әйтелә Ғибрәтле һүҙҙәр 31:30-ҙа. Йәһүәне тәрән хөрмәт итеү ул урынлаштырған баш булыу принцибына теләп буйһоноуҙы ла үҙ эсенә ала. «Һәр ирҙең башы — Мәсих», ә «Мәсихтең Башы Алла» булған кеүек, «ҡатындың башы — ир» (1 Кор. 11:3).

Алла бүләгенең ҡәҙерен белегеҙ

21, 22. а) Никахта тороусы мәсихселәрҙең никах бүләге өсөн рәхмәтле булырға ниндәй сәбәптәре бар? б) Ни өсөн беҙ Йәһүәнең хакимлыҡҡа һәм баш булыу принцибына ҡағылышлы күрһәтмәләрен хөрмәт итергә тейеш? (17-се биттәге рамканы ҡарағыҙ.)

21 Никахта тороусы мәсихселәрҙең Аллаға рәхмәтле булыр өсөн күп сәбәптәре бар! Улар Йәһүәгә, бергәләшеп бәхетле ғаилә булып хеҙмәт итергә мөмкинлек биргәне өсөн, бигерәк тә рәхмәтле (Руф 1:9; Миҡ. 6:8). Никахҡа нигеҙ һалыусы булараҡ, ғаилә бәхетле булһын өсөн нимә кәрәк икәнен Йәһүә теүәл белә. Һәр ваҡыт уның ихтыяры буйынса эш итһәгеҙ, «Йәһүә биргән шатлыҡ» хатта бөгөнгө тынғыһыҙ тормошта ла «һеҙҙең ҡәлғә» буласаҡ (Ниҡ. 8:10).

22 Ҡатынын үҙ-үҙен яратҡан кеүек яратҡан ир баш булыу принцибын наҙ һәм хәстәрлек менән үтәй. Уның Алланы хөрмәтләүсе ҡатыны шундай яратыуға лайыҡ, сөнки иренә ярҙам итә һәм уға тәрән хөрмәт күрһәтә. Ә иң мөһиме, уларҙың никахы беҙҙең маҡтауға лайыҡ Аллабыҙ Йәһүәне данлай.

Хәтерләйһегеҙме?

• Йәһүә урынлаштырған баш булыу принцибы һәм буйһоноу тәртибе үҙ эсенә нимәне ала?

• Ни өсөн ирле-ҡатынлылар бер-береһен хөрмәтләргә тейеш?

• Мәсихсе булған ҡатын иман итмәгән иренә нисек ҡарарға тейеш?

• Ни өсөн ирҙәргә етди ҡарар ҡабул итер алдынан ҡатындары менән кәңәшләшергә кәрәк?

[Өйрәнеү өсөн һорауҙар]

[Рамка]

Ни өсөн хакимлыҡты хөрмәт итергә кәрәк?

Йәһүә аҡыллы заттар өсөн хакимлыҡ һәм баш булыу принциптары урынлаштырған. Был рухи заттарға ла, кешеләргә лә файҙа килтерә. Бындай тәртип уларға ихтыяр иркен дөрөҫ ҡулланырға һәм, Аллаға берҙәмлектә һәм татыулыҡта хеҙмәт итеп, уны хөрмәтләргә мөмкинлек бирә (Зәб. 133:1).

Майланған мәсихселәр Ғайса Мәсихтең хакимлығын һәм баш булыуын таный (Ефес. 1:22, 23). Ахыр сиктә Йәһүәнең хакимлығын танып, «Улы ла бар нәмәне Үҙенә буйһондорған Аллаға буйһонасаҡ. Шулай итеп, Алла бөтөн нәмәлә бар буласаҡ» (1 Кор. 15:27, 28). Шуға күрә Аллаға бағышланған кешеләрҙең йыйылышта һәм ғаиләлә баш булыу принцибын тотоуы бик урынлы (1 Кор. 11:3; Евр. 13:17). Был принцип буйынса йәшәп, беҙ Йәһүә хуплауын һәм фатихаһын алабыҙ (Ишағ. 48:17).

[Иллюстрация]

Доға мәсихсе булған ҡатынға Аллаға кәрәкле сифаттар күрһәтергә ярҙам итә ала

[Иллюстрация]

Йәһүә ҡатын-ҡыҙҙарҙың Батшалыҡ эштәрендәге тырышлыҡтарын ҡәҙерләй