Төп мәғлүмәткә күсеү

Нисек итеп хәҡиҡәттә булмаған туғандарҙың күңелен йомшартырға?

Нисек итеп хәҡиҡәттә булмаған туғандарҙың күңелен йомшартырға?

«БАР, өйөңә, туғандарың янына ҡайт. Раббының һиңә ниҙәр эшләгәнен, һиңә ниндәй мәрхәмәт күрһәткәнен һөйлә», — тигән Ғайса үҙенең шәкерте булырға теләгән бер кешегә. Был осраҡ Галилея диңгеҙенән көньяҡ-көнсығышта урынлашҡан Гадара ҡалаһында булған, күрәһең. Ғәҙәттә, һәр кем үҙе белеп ҡалған ҡыҙыҡлы һәм мөһим яңылыҡты туғандарына һөйләргә теләй. Күреүебеҙсә, Ғайса быны яҡшы белгән (Марк 5:19).

Бындай теләк беҙҙең заман кешеләренә лә хас, һәм ҡайһы бер халыҡтарҙа ул айырыуса күҙгә ташлана. Шул сәбәптән хаҡ Аллаға, Йәһүәгә, табына башлаған кешенең дә, ғәҙәттә, үҙенең яңы ҡараштары хаҡында туғандарына һөйләгеһе килә. Әммә быны нисек эшләргә? Нисек итеп бүтән диндә булған йәиһә Аллаға бөтөнләй ышанмаған туғандарҙың күңелен йомшартырға? Изге Яҙмала ошоға ҡағылышлы аҡыллы һәм ғәмәли кәңәштәр бар.

«БЕҘ МӘСИХТЕ ТАПТЫҠ»

Беренсе быуатта Андрей иң тәүгеләрҙән булып Ғайсаның Мәсих икәнен аңлаған. Был хаҡта ул шунда уҡ кемгә әйтергә ашыҡҡан? «Ул [Андрей], иң тәүҙә ағаһы Симонды эҙләп табып, уға: „Беҙ Мәсихте (Мәсих — „Май һөртөлгән Зат“ тигәнде аңлата) таптыҡ“, — ти[гән]». Андрей Петрҙы Ғайса янына алып килгән, йәғни ағаһына Мәсихтең шәкерте булып китергә мөмкинлек асҡан тиергә була (Яхъя 1:35—42).

Алты йыл самаһы үткәс, Петр Иоппияла булған саҡта, уға төньяҡҡа, Кесарияла йәшәгән йөҙбашы Корнилий йортона барырға ҡушҡандар. Унда Петр кемдәрҙе күргән? «Корнилий иһә, үҙенең туғандарын һәм яҡын дуҫтарын йыйып, уларҙы көтөп тора ине», — тип әйтелә Инжилдә. Шулай итеп, Корнилий үҙенең яҡындарына Петрҙы тыңларға һәм ишеткәндәренән сығып ҡарар ҡабул итергә мөмкинлек биргән (Ғәм. 10:22—33).

Андрей менән Корнилийҙың үҙ туғандары хаҡында шулай ҡайғыртыуы беҙҙе нимәгә өйрәтә?

Андрей ҙа, Корнилий ҙа үҙ туғандары хаҡында, берәй ваҡыт хәҡиҡәтте белерҙәр әле, тип уйламаған. Андрей ағаһы Петрҙы Ғайса менән үҙе таныштырған, ә Корнилий туғандары Петрҙың һөйләгәнен ишетһен өсөн, уларҙы үҙенә саҡырған. Ләкин Андрей ҙа, Корнилий ҙа туғандарын Ғайса шәкерте булырға көсләмәгән, хәйлә лә ҡороп маташмаған. Бында үҙебеҙ өсөн ниндәй һабаҡ күрәбеҙ? Беҙгә лә тап шулай эш итергә кәрәк. Беҙ туғандарыбыҙ менән ниндәйҙер фекерҙәр менән бүлешә йәиһә уларға Изге Яҙмалағы хәҡиҡәт һәм имандаштарыбыҙ менән танышыр өсөн мөмкинлек аса алабыҙ. Әммә уларҙың ихтыяр иреген сикләмәйбеҙ һәм баҫым яһарға теләмәйбеҙ. Туғандарға ярҙам итеү хаҡында әйткәндә, Германиянан ирле-ҡатынлы Йюрген һәм Петра миҫалы беҙгә яҡшы өлгө булып тора.

Петра Йәһүә шаһиттары менән Изге Яҙманы өйрәнә башлаған һәм бер аҙҙан һыуға сумдырылған. Уның ире Йюрген офицер булған, башта уға ҡатыны һайлаған юл һис тә оҡшамаған. Әммә тора-бара Йәһүә шаһиттарының Изге Яҙмалағы хәҡиҡәткә өйрәткәнен аңлаған һәм ул да үҙ ғүмерен Йәһүәгә бағышларға булған. Хәҙер инде ул өлкән булып хеҙмәт итә. Башҡа диндәге туғандарының йөрәгенә тәьҫир итергә теләгән кешеләргә ул ниндәй кәңәш бирә?

Йюрген былай ти: «Бәйләнсек булырға, туғандарҙы рухи темаларға ҡағылышлы мәғлүмәт менән күмеп ташларға кәрәкмәй. Сөнки шулай итеп, кешенең ҡыҙыҡһыныуын бөтөнләй һүндереп ҡуйыуың бар. Ваҡыт-ваҡыт ипләп кенә ҡыҙыҡлы фекерҙәр менән бүлешеү күпкә яҡшыраҡ. Шулай уҡ туғандарҙы ҡыҙыҡһынған нәмәләре оҡшаш булған ҡәрҙәштәр менән таныштырырға мөмкин. Һөҙөмтәлә бының ыңғай роль уйнауы ихтимал».

«Бәйләнсек булырға, туғандарҙы рухи темаларға ҡағылышлы мәғлүмәт менән күмеп ташларға кәрәкмәй» (Йюрген)

Илсе Петр һәм Корнилийҙың туғандары Изге Яҙмалағы хәбәрҙе бик тиҙ ҡабул иткән. Ә хәҡиҡәтте улар кеүек үк беренсе быуатта ишеткән башҡа берәүҙәргә иһә ҡарар ҡабул итер өсөн күберәк ваҡыт кәрәк булған.

Ә ҒАЙСАНЫҢ ҠУСТЫЛАРЫ?

Ғайсаның ҡайһы бер туғандары ла уға ул ерҙә хеҙмәт иткән саҡта уҡ ышанған. Мәҫәлән, илсе Яҡуб менән Яхъя һәм уларҙың әсәһе Саломия. Саломия Ғайсаның әсәһе Мәрйәм менән бер туған булғандар, күрәһең. «Байтаҡ башҡа ҡатындар ҙа Уның [Ғайса] менән бергә булған... Ғайсаға һәм Уның шәкерттәренә үҙ иҫәптәренән ярҙам иткән» осорҙа Саломияның да улар араһында булыуы ихтимал (Лука 8:1—3).

Ләкин Ғайсаның башҡа туғандары уға тәүҙә ышанмаған. Мәҫәлән, Ғайса һыуға сумдырылып бер йыл үткәс, уны тыңлар өсөн бер өйҙә бик күп халыҡ йыйылған. «Туғандары, был хәлдәрҙе ишеткәс, Ул аҡылдан яҙған икән, тип һөйләшеп, Уны көс менән алып китергә» килгән. Ә күпмелер ваҡыттан һуң Ғайсаның бер туған ҡустылары уның пландары менән ҡыҙыҡһынғас, ул асыҡ ҡына яуап бирмәгән. Ни өсөн? Сөнки ысынында «Уға хатта ҡустылары ла ышанма[ған]» (Марк 3:21; Яхъя 7:5).

Туғандарына ҡарата Ғайсаның үҙен нисек тотҡаны беҙҙе нимәгә өйрәтә? Ҡайһы бер туғандарының уны аҡылдан яҙған тип һанауына ул һис тә үпкәләмәгән. Хатта үлтерелгәндән һуң терелгәс тә, ул үҙенең бер туған ҡустыһы Яҡубҡа килеп, туғандарына айырым иғтибар күрһәткән. Тап ошо хәл Яҡубты ғына түгел, ә башҡа ҡустыларын да уның ысынлап та Мәсих икәненә ышандырған булһа кәрәк. Шуға күрә Иерусалимда өҫкө ҡатта илселәр йыйылғанда, улар ҙа шунда булған һәм, күрәһең, улар ҙа изге рух алған. Бер аҙҙан Ғайсаның бер туған ҡустылары Яҡуб менән Йәһүҙә мөһим йөкләмәләр үтәй башлаған (Ғәм. 1:12—14; 2:1—4; 1 Кор. 15:7).

ҠАЙҺЫ БЕРӘҮҘӘРГӘ КҮП ВАҠЫТ КӘРӘК

«Сабырлыҡ ярҙамында күпкә өлгәшергә була. Сабырлыҡ, сабырлыҡ һәм дә сабырлыҡ кәрәк» (Росвита)

Беренсе быуаттағы кеүек үк, әле лә хәҡиҡәт юлына баҫыр өсөн ҡайһы берәүҙәргә ярайһы уҡ күп ваҡыт талап ителә. Элек Росвита ашҡыныусан католик булған. Һәм, 1978 йылда ире Йәһүә шаһиты булып киткәс, Росвита үҙенең дөрөҫ юлда икәненә ныҡлы ышанып, иренә ҡаршылыҡ күрһәткән. Әммә ваҡыт үтеү менән күңеле йомшарған һәм Йәһүә шаһиттарының хәҡиҡәткә өйрәтеүен аңлаған. Росвита 2003 йылда үҙе лә һыуға сумдырылған. Быға нимә булышлыҡ иткән һуң? Ире уның ҡаршы килеүҙәренә үпкәләмәгән, ә уға үҙ фекерен үҙгәртер өсөн шарттар булдырған. Росвита үҙе ниндәй кәңәш бирә? «Сабырлыҡ ярҙамында күпкә өлгәшергә була. Сабырлыҡ, сабырлыҡ һәм дә сабырлыҡ кәрәк».

Моника — 1974 йылда, ә уның ике улы ун йыл тирәһе үткәс Йәһүә шаһиты булып киткән. Ә ире Ханс иһә, бер ваҡытта ла уларҙың иманына ҡаршы булмаһа ла, тик 2006 йылда ғына һыуға сумдырылған. Был ғаилә, үҙ тәжрибәһенән сығып, ниндәй кәңәш бирә? «Йәһүәгә тоғро булып ҡалығыҙ һәм үҙ иманығыҙҙан тайпылмағыҙ». Әлбиттә, Моника менән улдарының Хансҡа һәр саҡ яратыу сағылдырыуы мөһим роль уйнаған. Ханстың ҡасан да булһа үҙҙәренә ҡушылырына улар һис тә шикләнмәгән.

ХӘҠИҠӘТ ҺЫУЫ КӨС ӨҪТӘҺЕН

Бер ваҡыт Ғайса хәҡиҡәтте мәңгелек тормош биреүсе һыу менән сағыштырған (Яхъя 4:13, 14). Беҙ туғандарыбыҙҙың һалҡынса һәм саф хәҡиҡәт һыуын татып, көс алыуын теләйбеҙ. Әлбиттә, беҙ уларҙы тиҙ генә һәм күп итеп эсергә көсләп, тонсоҡторорға теләмәйбеҙ. Уларҙың хәҡиҡәттең көс биргәнен тойоу-тоймауы күбеһенсә беҙҙең үҙ иманыбыҙҙы нисек аңлатыуыбыҙға бәйле. Изге Яҙмала әйтелгәнсә, «тәҡүәнең йөрәге уйлап яуап бирә», «зирәк йөрәкле кеше төшөнөүсән була һәм ышандырырлыҡ итеп һөйләй». Был кәңәштәрҙе нисек ҡулланырға? (Ғиб. һүҙ. 15:28; 16:23).

Әйтәйек, ҡатын иренә үҙ ҡараштарын аңлатырға теләй, ти. Әгәр ул «уйлап яуап бирһә», уның һәр һүҙе ентекләп һайланған булыр һәм ул ашығып һөйләмәҫ. Ул үҙенең иманы менән маһаймаҫ һәм үҙен иренән юғары ҡуймаҫ. Ундай ҡатындың уйлап әйткән һүҙҙәре иренә көс өҫтәр һәм үҙ-ара татыулыҡ булдырыр. Иренең күңеле ҡасан күтәренке була? Ул нимә уҡырға, нимә хаҡында һөйләргә ярата? Уны фән ҡыҙыҡһындырамы, әллә сәйәсәт һәм спортмы? Уның фекерен хөрмәт итеп, хистәрен иҫәпкә алып, нисек Изге Яҙмаға ҡыҙыҡһыныу уятырға? Ошолар хаҡында уйланыу ҡатынға зирәк эш итергә һәм аңлап һөйләргә ярҙам итер.

Йәһүә шаһиты булмаған туғандарыбыҙҙың күңелен йомшартыр өсөн, үҙебеҙҙең иман хаҡында әҙ-әҙләп аңлатыу ғына етерлек түгел. Һөйләгәндәребеҙ эштәребеҙҙә күренергә тейеш.

ТӘРТИБЕГЕҘ ҺӘР САҠ ӨЛГӨЛӨ БУЛҺЫН

«Көндәлек тормошта Изге Яҙма принциптарын үтәп йәшәгеҙ. Шул рәүешле туғанығыҙҙың ҡыҙыҡһыныуын уятыуығыҙ ихтимал. Бәлки, ул быны танымаҫ та, әммә был — бик отошло ысул», — тип аңлата Йюрген. Ҡатынынан 30 йылға һуңыраҡ һыуға сумдырылған Ханс та шул фекер менән килешә. Ул: «Өлгөлө тәртип мөһим: эштәребеҙҙе күреп, туғаныбыҙ хәҡиҡәттең тормошто яҡшыртҡанын аңлай», — ти. Иманыбыҙ арҡаһында беҙҙең башҡаларҙан тиҫкәре түгел, ә ыңғай яҡтан айырылып тороуыбыҙ туғандарға ап-асыҡ күренергә тейеш.

«Өлгөлө тәртип мөһим: эштәребеҙҙе күреп, туғаныбыҙ хәҡиҡәттең тормошто яҡшыртҡанын аңлай» (Ханс)

Ирҙәре хәҡиҡәттә булмаған ҡатындарға илсе Петр ошондай бик файҙалы кәңәш биргән: «Һеҙ ҙә ирҙәрегеҙгә буйһоноғоҙ. Шуның менән, әгәр ирҙәрегеҙ араһында ҡайһы берәүҙәр Алла һүҙен кире ҡаҡһа, уларҙы бер ниндәй һүҙҙәрһеҙ Алла ҡаршыһына баҫтырырһығыҙ. Һеҙҙең саф һәм Аллаға хөрмәт менән йәшәүегеҙҙе күргәнгә, улар иманға килер. Һеҙҙең гүзәллегегеҙ сәстәрҙе ҡабартып ҡуйыуҙа һәм алтын биҙәүестәр тағыуҙа йәки ҡупшы кейемдәр кейеү кеүек тышҡы матурлыҡта түгел, ә ысын йөрәктән сыҡҡан, баҫалҡы һәм тыныс холҡоноң һулымаҫ эске матурлығында. Алла алдында бына шул ҡиммәтле» (1 Пет. 3:1—4).

Петр әйткәнсә, ҡатын үҙ ирен өлгөлө тәртибе менән яулап алырға мөмкин. Ошо кәңәште иҫендә тотоп, Криста исемле апай-ҡәрҙәш, иренең йөрәген яулар өсөн, 1972 йылда һыуға сумдырылғандан бирле тап шулай эшләй ҙә. Уның ире, бер ни тиклем ваҡыт Йәһүә шаһиттары менән Изге Яҙманы өйрәнгән булһа ла, әлегә хәҡиҡәтте ҡабул итмәгән. Ул ҡайһы бер осрашыуҙарҙа булған, йыйылыштағы күп ҡәрҙәштәр менән яҡшы мөнәсәбәттә. Ҡәрҙәштәр уның һайлау иреген сикләмәй. Криста иренең күңелен йомшартыр өсөн ниҙәр эшләй?

Ул былай тип һөйләй: «Мин Йәһүә юлынан тайпылмаҫҡа ныҡлы ҡарар иттем. Шул уҡ ваҡытта яҡшы тәртибем менән „бер ниндәй һүҙҙәрһеҙ“ генә иремдең йөрәген иретергә тырышам. Изге Яҙмалағы принциптарға ҡағылмаған осраҡтарҙа иһә мин ул теләгәнсә эш итәм. Бынан тыш, уның ихтыяр иреген сикләмәйем һәм барыһын да Йәһүәгә тапшырам».

Криста миҫалы уйлап эш итеүҙең ни тиклем мөһим икәнен күрһәтә. Ул даими рәүештә осрашыуҙарға йөрөй, хеҙмәттә ҡатнаша. Рухи эштәр графигы уға иманда ныҡ ҡалырға ярҙам итә. Шул уҡ ваҡытта Криста ирен яратырға, уға иғтибар һәм ваҡыт бүлергә тейеш икәнен дә онотмай. Хәҡиҡәттә булмаған туғандарыбыҙға ҡарата иғтибарлы булыу, аҡыл менән эш итеү бик мөһим. «Һәр нәмәнең үҙ мәле бар», — тиелгән Изге Яҙмала. Был шулай уҡ туғандарыбыҙ өсөн, бигерәк тә иманда булмаған тормош иптәшебеҙ өсөн ваҡыт бүлергә тейеш икәнебеҙҙе аңлата. Бергә үткәргән ваҡыт тығыҙ аралашыуға юл аса. Күптәр үҙ тәжрибәһенән сығып, шуны аңлаған: ундай аралашыу кешегә үҙен яңғыҙ, ташланған тип хис итмәҫкә һәм көнләшеүгә юл ҡуймаҫҡа ярҙам итә (Вәғ. 3:1).

ӨМӨТӨГӨҘ ҺҮРЕЛМӘҺЕН

«Хәҡиҡәттә булмаған туғаныбыҙға уны яратыуыбыҙҙы һәм уның өсөн доға ҡылыуыбыҙҙы күрһәтеү мөһим», — ти Хольгер. Уның атаһы үҙ ғаиләһе хәҡиҡәткә килеп, 20 йыл үткәс кенә һыуға сумдырылған. Криста былай тип өҫтәй: «Иремдең, хәҡиҡәтте ҡабул итеп, Йәһүә юлына баҫырына һис тә шикләнмәйем». Хәҡиҡәт менән ҡыҙыҡһынмаған туғандарыбыҙға һәр саҡ ыңғай ҡарашта булырға һәм өмөттө һүндермәй һаҡларға кәрәк.

Беҙҙең маҡсат — яҡындарыбыҙ менән яҡшы мөнәсәбәт һаҡлау, уларға хәҡиҡәтте ҡабул итер өсөн шарттар булдырыу һәм Изге Яҙмалағы һөйөнөслө хәбәр ярҙамында уларҙың күңелен йомшартыу. Ни генә эшләһәк тә, беҙ барыһын да «баҫалҡылыҡ һәм ихтирам» менән башҡарырға тейеш (1 Пет. 3:15, 16)