Төп мәғлүмәткә күсеү

Йыйылыштан сығарыу — яратыуға нигеҙләнгән сара

Йыйылыштан сығарыу — яратыуға нигеҙләнгән сара

«УЛЫБЫҘҘЫҢ йыйылыштан сығарылыуы тураһындағы белдереүҙе ишеткәс, бөтә донья емерелгәндәй булды, — тип иҫенә төшөрә Хулиан. — Ул оло улым ине, беҙ бер-беребеҙгә бик яҡын инек, күп нәмәне бергә эшләй инек. Ул үрнәк алырлыҡ бала ине, әммә көтмәгәндә үҙен насар тота башланы. Ҡатыным гел иланы, мин уны нисек йыуатырға белмәнем. Әллә улыбыҙҙы дөрөҫ тәрбиәләмәнек микән, тип аптырай инек».

Йыйылыштан сығарыу шул тиклем ауыртыу килтерә икән, ул яратыуға нигеҙләнгән, тип әйтеп буламы? Шундай ҡәтғи сара өсөн Изге Яҙмала ниндәй нигеҙҙәр бар? Ниндәй осраҡта кешене йыйылыштан сығаралар?

ЙЫЙЫЛЫШТАН СЫҒАРЫУ ӨСӨН СӘБӘПТӘР

Һыуға сумдырылған Йәһүә шаһиты ниндәй осраҡта йыйылыштан сығарыла? Беренсенән, ауыр гонаһ ҡылһа, икенсенән, тәүбә итмәһә.

Йәһүә беҙҙән камиллыҡ талап итмәй, шулай ҙа, хеҙмәтселәре уның изге нормаларын үтәр, тип көтә. Мәҫәлән, Йәһүә енси әхлаҡһыҙлыҡ, ботҡа табыныу, урлау, талау, үлтереү һәм сихырсылыҡ кеүек етди гонаһтарҙы тыя (1 Кор. 6:9, 10; Асыл. 21:8).

Һеҙ, моғайын, ризалашырһығыҙ, Йәһүәнең әхлаҡи нормалары аҡыллы һәм беҙҙе яҡлай. Тыныс, әҙәпле, ышаныслы кешеләр араһында йәшәргә кем теләмәҫ ине? Беҙҙең ҡәрҙәштәр — тап шундай кешеләр, сөнки Йәһүәгә бағышланған саҡта уның Һүҙендәге нормалар буйынса йәшәргә вәғәҙә бирәләр.

Әгәр һыуға сумдырылған мәсихсе, үҙ көсһөҙлөгөнә бирешеп, етди гонаһ ҡылһа? Йәһүәнең боронғо тоғро хеҙмәтселәре лә етди хаталар яһаған, әммә Алла уларҙы кире ҡаҡмаған. Быға асыҡ миҫал — Дауыт батша. Ул зина ҡылған һәм кеше үлтергән, шулай ҙа Натан пәйғәмбәр уға: «Йәһүә һинең гонаһыңды кисерә», — тигән (2 Сам. 12:13).

Алла Дауыттың гонаһын кисергән, сөнки ул ысын күңелдән тәүбә иткән (Зәб. 32:1—5). Бөгөн дә Йәһүәнең хеҙмәтсеһе тәүбә итмәһә йә гонаһ ҡылыуын дауам итһә генә, уны йыйылыштан сығаралар (Ғәм. 3:19; 26:20). Әгәр гонаһ ҡылыусының эскерһеҙ тәүбә итеүен күрмәһә, хоҡуҡ комитетына ингән өлкәндәр уны йыйылыштан сығарырға тейеш.

Тәү ҡарашҡа был сара бик ҡаты, хатта шәфҡәтһеҙ булып күренергә мөмкин, бигерәк тә йыйылыштан сығарылған кеше беҙҙең яҡыныбыҙ булһа. Шулай ҙа Алла Һүҙендә, был ҡарар яратыуға нигеҙләнгән, тип һанар өсөн төплө сәбәптәр бар.

ФАЙҘА КИЛТЕРЕҮСЕ САРА

Ғайса: «Аҡыллылыҡ эштәре менән раҫлана», — тигән (Матф. 11:19). Тәүбә итмәгән кешене йыйылыштан сығарыу күп яҡтан файҙалы. Өс яҡҡа иғтибар итәйек.

Гонаһ ҡылыусыны йыйылыштан сығарыу Йәһүәнең исемен данларға ярҙам итә. Беҙ Йәһүә исемен йөрөтәбеҙ, һәм беҙҙең тәртип, һис шикһеҙ, уның репутацияһына тәьҫир итә (Ишағ. 43:10). Баланың тәртибенә ҡарап, башҡалар уның ата-әсәһе тураһында һығымта яһай. Нәҡ шулай уҡ Йәһүә исемен йөрөткән халыҡтың тәртибе лә ниндәйҙер дәрәжәлә кешеләрҙең Аллаға ҡарашына тәьҫир итә. Алланың хеҙмәтселәре бөтә йөрәктән уның ғәҙел нормалары буйынса йәшәргә тырышһа, Йәһүәнең исеме данлана. Һәм киреһенсә, уларҙың насар тәртибе Алланы хурлай. Йәзәкил пәйғәмбәр йәшәгән көндәрҙә мәжүси халыҡтар Йәһүә исемен еврей халҡы менән тығыҙ бәйләгән (Йәз. 36:19—23).

Әгәр беҙ әхлаҡһыҙлыҡ ҡылһаҡ, был Алланың изге исеменә хурлыҡ килтерер ине. Илсе Петр мәсихселәргә ошондай кәңәш биргән: «Тыңлаусан балалар һымаҡ булығыҙ, Алланы белмәгән ваҡытығыҙҙағы элекке мин-минле теләктәрегеҙгә үҙегеҙ өҫтөнән хакимлыҡ итергә юл ҡуймағыҙ. Киреһенсә, һеҙҙе саҡырған Алла изге булған кеүек, һеҙ ҙә бар ғәмәлдәрегеҙҙә изге булығыҙ. Изге Яҙмала: „Изге булығыҙ, сөнки Мин изге“, — тип әйтелгән» (1 Пет. 1:14—16). Саф, изге тәртип Алла исемен данлай.

Әгәр Йәһүә шаһиты гонаһ ҡылып йөрөһә, был, моғайын, уның дуҫтарына һәм таныштарына билдәле булыр. Уны йыйылыштан сығарыу башҡаларға шуны күрһәтер: Йәһүәнең халҡында уның һүҙенә ҡолаҡ һалған һәм уның изге нормалары буйынса йәшәгән кеше генә була ала. Швейцарияла бер ир Батшалыҡ залына килгән һәм Йәһүә шаһиты булырға теләүе тураһында әйткән. Уның апаһы әхлаҡһыҙлыҡ ҡылған өсөн йыйылыштан сығарылған. Ул ир гонаһлы эштәрҙе түҙеп тормаған ойошмаға ҡушылырға теләгән.

Йыйылыштан сығарыу йыйылышты саф килеш һаҡларға ярҙам итә. Илсе Павел Коринфтағы мәсихселәрҙе, араларында белә тороп гонаһ ҡылыусы кеше ҡалһа, уларға ҡурҡыныс янай, тип киҫәткән. Павел ундай кешеләрҙең насар йоғонтоһон әсетке менән сағыштырған һәм былай тип яҙған: «Аҙ ғына әсеткенең тотош ҡамырҙы әсетеүен белмәйһегеҙме ни?». Шунан һуң ул ошондай күрһәтмә биргән: «Яманлыҡ ҡылыусыларҙы үҙ арағыҙҙан ҡыуығыҙ» (1 Кор. 5:6, 11—13).

Күрәһең, Павел иҫкә алған кеше оятһыҙ рәүештә, асыҡтан-асыҡ гонаһ ҡылған, хатта йыйылыштың ҡайһы бер ағзалары уның тәртибен аҡлай башлаған (1 Кор. 5:1, 2). Әгәр шундай етди гонаһты иғтибарһыҙ ҡалдырһалар, бәлки, башҡа мәсихселәр ҙә әхлаҡһыҙ эш итә башлар ине. Аңлы рәүештә эшләнгән гонаһты иғтибарһыҙ ҡалдырыу Алла нормаларын хөрмәт итмәүгә килтерә (Вәғ. 8:11). Бынан тыш, тәүбә итмәгән гонаһ ҡылыусылар «һыу аҫты таштары» кеүек. Улар арҡаһында йыйылыштағы башҡа кешеләрҙең имандары емерелергә мөмкин (Йәһ. 4, 12, ЯДТ).

Йыйылыштан сығарыу гонаһ ҡылыусыға аҡылына килергә ярҙам итә ала. Бер тапҡыр Ғайса атаһының йортон ҡалдырған бер йәш кеше тураһында ғибрәтле хикәйә һөйләгән. Ул кеше, кәйеф-сафа ҡороп йәшәп, үҙ мираҫын туҙҙырып бөтөргән. Юлдан яҙған был йәш кеше үҙ тәжрибәһендә ата йортонан йыраҡта йәшәү ауыр һәм мәғәнәһеҙ икәненә төшөнгән. Ахыр сиктә ул аҡылына килгән, тәүбә иткән һәм кире ҡайтырға булған (Лука 15:11—24). Уның атаһы улындағы үҙгәрештәрҙе күреп бик шатланған, был беҙгә Йәһүәнең хистәрен аңларға ярҙам итә. Ул беҙҙе былай тип ышандыра: «Яуыздың үлеме миңә һис тә шатлыҡ килтермәй. Киреһенсә, яуыз кеше үҙ юлын үҙгәртһә һәм иҫән ҡалһа, был миңә шатлыҡ килтерә» (Йәз. 33:11).

Шуның кеүек үк йыйылыштан, үҙ рухи ғаиләһенән, сығарылған кеше лә нимә юғалтҡанын аңлай башларға мөмкин. Гонаһының әсе емештәре, шулай уҡ Йәһүә һәм уның хеҙмәтселәре менән мөнәсәбәттәре яҡшы булған саҡтары тураһында хәтирәләр уға аҡылына килергә ярҙам итә ала.

Шундай һөҙөмтә булһын өсөн, яратыу һәм ныҡлыҡ кәрәк. Мәҙхиә йырлаусы Дауыт былай тигән: «Тәҡүә кеше миңә һуҡһа, был тоғро мөхәббәт күрһәтеү булыр ине, мине шелтәләһә, был — башыма һөртөлгән май кеүек булыр ине» (Зәб. 141:5). Шундай хәлде күҙ алдына килтерәйек: ике ир ҡыш көнө походҡа китә. Уларҙың береһе ныҡ арый, өшөй һәм уның йоҡоһо килә башлай. Ҡарға ятып йоҡлап китһә, ул үләсәк. Ҡотҡарыусыларҙың килгәнен көткәндә, ул йоҡлап китмәһен өсөн, иптәше уның яңаҡтарына һуҡҡылап ала. Был уға ауыртыу килтерә, әммә шулай уҡ ғүмерен дә ҡотҡара. Дауыт батша ла шуны аңлаған: тәҡүә кешенең төҙәтеүе ауыртыу килтерә ала, әммә һөҙөмтәлә ул файҙалы.

Йыйылыштан сығарыу ярҙамында күптәр кәрәкле төҙәтеү ала. Мәҡәлә башында әйтелгән Хулиандың улы яҡынса ун йылдан һуң, тормошон үҙгәртеп, йыйылышҡа кире ҡайтҡан һәм хәҙер өлкән булып хеҙмәт итә. Ул былай ти: «Йыйылыштан сығарылғас, тормош рәүешем нимәгә килтеререн асыҡ итеп күрҙем. Шундай яза миңә бик тә кәрәк ине» (Евр. 12:7—11).

БЕҘҘЕҢ ЯРАТЫУ НИМӘНӘН КҮРЕНӘ

Әлбиттә, йыйылыштан сығарылыу — ҙур трагедия, әммә был, өмөт бөттө, тигәнде аңлатмай. Йыйылыштан сығарыу сараһы үҙ маҡсатына ирешһен өсөн, беҙ барыбыҙ ҙа үҙ өлөшөбөҙҙө индерә алабыҙ.

Тәүбә иткәндәргә Йәһүәгә кире ҡайтырға ярҙам итер өсөн, күп көс һалына.

Өлкәндәр, кешегә йыйылыштан сығарылыуы тураһында әйткәндә, Йәһүәнән өлгө алып, быны яратыу менән эшләй. Улар шулай уҡ яңынан йыйылыш ағзаһы булып китер өсөн ниндәй аҙымдар яһарға кәрәк икәнен игелекле итеп аңлата. Йыйылыштан сығарылғандар тормоштарында үҙгәрештәр яһаһа, Йәһүәгә кире ҡайтыу мөмкинлеген иҫтәренә төшөрөр өсөн өлкәндәр ваҡыт-ваҡыт уларға килеп китә. a

Туғандары, йыйылыштан сығарыу ҡарары буйынса эш итеп, йыйылыштан сығарылған кешегә һәм йыйылышҡа яратыу күрһәтә. «Ул элеккесә минең улым ине, — тип иҫенә төшөрә Хулиан, — ләкин үҙенең тормош рәүеше менән арабыҙға кәртә ҡуйҙы».

Йыйылыштың һәр ағзаһы, йыйылыштан сығарылған кеше менән аралашмайынса, уға принциптарға нигеҙләнгән яратыу күрһәтә (1 Кор. 5:11; 2 Яхъя 10, 11). Шулай итеп, улар Йәһүәнең был кешегә өлкәндәр аша биргән язаһын яҡлай. Бынан тыш, ҡәрҙәштәр, яза бирелгән кешенең туғандарына айырыуса иғтибарлы булып, ҡайғыртыу күрһәтә ала. Уларға еңел түгел, шуға күрә беҙ уларҙың үҙҙәрен йыйылыштан сығарылған кеүек хис итеүҙәрен теләмәйбеҙ (Рим. 12:13, 15).

Хулиан ошондай һығымта яһай: «Йыйылыштан сығарыу — кәрәкле сара, ул беҙгә Йәһүәнең юғары әхлаҡи нормалары буйынса йәшәргә ярҙам итә. Был сара, ауыртыу килтерһә лә, ахыр сиктә яҡшы емештәр бирә. Әгәр мин улымдың тәртибенә түҙеп торһам, ул бер ҡасан да төҙәлмәҫ ине».