БИОГРАФИЯ
Йәһүәгә булған тәүге мөхәббәтем миңә ныҡ ҡалырға ярҙам итте
1970 йылдың йәй башында мин Финиксвилл ҡалаһындағы (Пенсильвания штаты, АҠШ) «Вэлли-Фордж» госпиталендә карауатта ята инем. Ул саҡта мин — 20 йәшлек һалдат — ауыр инфекцион ауырыуҙан ғазаплана инем. Медбрат ярты сәғәт һайын минең ҡан баҫымын үлсәй ине. Минән бер нисә йәшкә генә олораҡ был егеттең йөҙө бик борсоулы ине, сөнки ҡан баҫымым һаман төшөүен дауам итте. Шунда мин унан: «Һин кешенең нисек итеп үлеүен ошоғаса бер ҡасан да күрмәнеңме?» — тип һораным. Ул ағарынып китте һәм: «Юҡ», — тип яуап бирҙе.
Киләсәккә бер өмөт тә ҡалманы тип уйланым. Әммә нисек мин был госпиталгә килеп эләктем һуң? Үҙ тормошом хаҡында һеҙгә бер аҙ һөйләп алайым.
ҺУҒЫШТЫҢ НИ ИКӘНЕН МИН НИСЕК АҢЛАНЫМ
Мин Вьетнамда, һуғышта, медбрат булып хеҙмәт иткән саҡта ауырып киттем. Хирург булырға хыялландым, шуға ла миңә ауырыуҙарға һәм яралыларға ярҙам итеү оҡшай ине. Ә Вьетнамға 1969 йылдың июлендә килеп эләктем. Яңы килгәндәр менән бер рәттән миңә лә эҫе климатҡа һәм башҡа сәғәт поясына яраҡлашыр өсөн бер аҙна ваҡыт бирҙеләр.
Тиҙҙән мин үҙ вазифаларыма тотондом. Мин Меконг йылғаһы тамағында урынлашҡан «Донг Там» базаһындағы хирургия госпиталендә хеҙмәт иттем. Унда яралы һалдаттар менән тулы вертолеттар килә ине. Патриот булғанға һәм эшләргә яратҡанға күрә, тиҙерәк эш башлай һалырға тип, түҙмәй йөрөнөм. Операцияға әҙерләгәс, яралыларҙы елләтелә торған бәләкәй контейнерҙарға ашығыс рәүештә индерә торғайнылар. Был металл контейнерҙар операция бүлмәһе ролен үтәне. Ошо ҡыҫынҡы ғына бүлмәлә хирург, анестезиолог һәм ике медбрат кеше ғүмерен ҡотҡарыр өсөн мөмкин булғандың барыһын да эшләй ине. Мин ҡара ҙур тоҡтарҙы вертолеттарҙан бушатмағандарына иғтибар иттем. Ул тоҡтарҙа һуғыш яланында шартлауҙарға эләгеп, киҫәктәргә өҙгөләнгән һалдаттарҙың кәүҙәләре ята тип аңлаттылар. Шулай итеп мин һуғыштың ни икәненә төшөндөм.
МИН АЛЛАНЫ ЭҘЛӘЙЕМ
Йәһүә шаһиттары һәм улар Алла Һүҙенә нигеҙләнеп өйрәткән хәҡиҡәт менән мин йәштән үк таныш инем. Әсәйем улар менән Изге Яҙма өйрәнә ине, әммә ул һыуға сумдырылманы. Шул өйрәнеүҙәр ваҡытында тыңлап ултырыу миңә бик тә оҡшай ине. Бер саҡ үгәй атайым менән Батшалыҡ залы янынан үтеп барғанда, мин унан: «Был нимә ул?» — тип һораным. Ул иһә миңә: «Был кешеләрҙе урап үт!» — тип яуап бирҙе. Мин үгәй атайымды ярата һәм уға ышана инем, шуға ла уның кәңәшенә ҡолаҡ һалдым. Һөҙөмтәлә, Йәһүә шаһиттары менән элемтәне юғалттым.
Вьетнамдан ҡайтҡас, Алла хаҡында уйлана башланым. Ауыр хәтирәләр ғазапланы, һәм мин хистәремдең тупаҫланғанын һиҙҙем. Вьетнамда ысынында ниҙәр булғанын бер кем дә ахырғаса аңлап еткермәй кеүек тойолдо. Мин демонстрацияларҙы һәм унда ҡатнашҡан кешеләрҙең Америка һалдаттарын бала үлтереүселәр тип атағанын хәтерләйем, сөнки һуғышта бер ғәйепһеҙ балаларҙың һәләк булыуы хаҡында хәбәр ителә ине.
Рухи һыуһынымды ҡандырыр өсөн, төрлө сиркәүҙәргә йөрөй башланым. Алланы яратһам да, сиркәүҙәрҙә күргәндәрем һис тә күңелемә ятманы. Ниһайәт, 1971 йылда февраль айының бер йәкшәмбеһендә Делрей-Бич ҡалаһындағы (Флорида штаты, АҠШ) Батшалыҡ залына килдем.
Мин килгәндә, асыҡ телмәр тамамланып бара ине, шуға мин «Күҙәтеү манараһындағы» мәҡәләне өйрәнеүгә ҡалдым. Мәҡәләнең нимә хаҡында булғанын иҫләмәйем, әммә бәләкәй генә балаларҙың Изге Яҙманы асып, аяттарҙы эҙләп ултырғаны әле булһа хәтеремдә. Мин иҫем китеп, залдағы күренеште иғтибар менән күҙәттем. Һуңынан сығып китергә йыйынғанда, яныма 80 йәштәр тирәһендәге бер ағай-ҡәрҙәш килде. Уның исеме Джим Гарднер ине. Ул миңә «Мәңгелек тормошҡа алып барған хәҡиҡәт» тигән китапты һуҙҙы ла: «Ошо китапты алсы», — тине. Беҙ уның менән Изге Яҙма өйрәнеүе башлар өсөн, кесаҙна иртән осрашырға тип һөйләштек.
Ул йәкшәмбегә минең төнгө смена тура килде. Был минең Бока-Ратон ҡалаһындағы (Флорида штаты, АҠШ) шәхси дауаханала ашығыс ярҙам бүлегендә эшләгән сағым ине. Мин киске 11-ҙән иртәнге 7-гә тиклем дежурҙа булдым. Төн ығы-зығыһыҙ ғына үтә ине. Шунан файҙаланып, мин «Хәҡиҡәт» китабын уҡырға тотондом. Өлкән медсестра яныма килеп, китапты ҡулымдан тартып алды ла: «Һин нимә, шуларҙың береһе булырға итәһеңме әллә?» — тип ҡысҡырҙы. Мин китабымды кире тартып алдым да: «Әле мин тик яртыһын ғына уҡыным, әммә ысынлап та уларҙың береһе булырмын, ахырыһы», — тинем. Ул мине башҡаса борсоманы, һәм мин шул төндә китапты уҡып бөттөм.
Беренсе өйрәнеү башында мин Гарднер ағай-ҡәрҙәштән: «Ә беҙ нимә өйрәнәбеҙ?» — тип һораным. Ул миңә: «Һиңә биргән китапты», — тине. Мин иһә: «Уны мин уҡып бөттөм инде», — тинем. Гарднер ағай-ҡәрҙәш ипле генә былай тип тәҡдим итте: «Әйҙә, беренсе бүлекте ҡарайыҡ». Мин бик ғәжәпләндем, сөнки уҡығанда күп нәмәне абайламағанмын да икән! Ағай-ҡәрҙәш, мине үҙемдәге Изге Яҙманың «Яков батша тәржемәһен» асып, аяттарҙы даими уҡып барырға дәртләндерҙе. Ниһайәт, мин хаҡ Алла Йәһүә менән таныштым. Ул иртәлә Гарднер ағай-ҡәрҙәш (мин уны дуҫтарса Джим тип атаным) минең менән «Хәҡиҡәт» китабының өс бүлеген тикшереп сыҡты. Был өйрәнеүҙәрҙе мин бик яраттым. Миңә Чарлз Расселл менән шәхсән таныш булған майланған ағай-ҡәрҙәштән өйрәнеү бәхете тейҙе!
Бер нисә аҙна үтеүгә мин һөйөнөслө хәбәрҙе вәғәзләүсе булып киттем. Джим миңә күп ауырлыҡтарҙы, шул иҫәптән өйҙән-өйгә йөрөп хеҙмәт иткәндә ҡурҡыу тойғоһон еңергә ярҙам итте (Ғәм. 20:20). Уның менән хеҙмәттәшлек итеү һөҙөмтәһендә мин вәғәз эшен ярата башланым. Бөгөнгө көндә лә мин вәғәз эшендә ҡатнашыуҙы оло хөрмәт тип һанайым. Алланың хеҙмәттәше булыу күңелемә ҙур ҡәнәғәтлек килтерә! (1 Кор. 3:9).
ЙӘҺҮӘГӘ БУЛҒАН ТӘҮГЕ МӨХӘББӘТЕМ
Ә хәҙер мин һеҙгә йөрәк түремдәге серемде асырға — Йәһүәгә булған тәүге мөхәббәтем хаҡында һөйләргә теләйем (Асыл. 2:4). Йәһүәгә ҡарата яратыу миңә һуғыш менән бәйле ауыр хәтирәләрҙән арынырға һәм башҡа һынауҙарҙы еңергә ярҙам итте (Ишағ. 65:17).
Йәһүәгә ҡарата яратыу миңә һуғыш менән бәйле ауыр хәтирәләрҙән арынырға һәм башҡа һынауҙарҙы еңергә ярҙам итте
1971 йылдың яҙғы бер көнө хәтеремдә айырыуса уйылып ҡалды. Мине яңы ғына өйҙән ҡыуып сығарғайнылар. Үгәй атайым үҙ өйөндә һис ниндәй ҙә Йәһүә шаһиты булыуын теләмәне. Минең бөтөнләй тиерлек аҡсам юҡ ине. Госпиталдә миңә ике аҙнаға бер тапҡыр эш хаҡы түләйҙәр ине, әммә вәғәздә Йәһүәне уға лайыҡлы рәүештә данлар өсөн, мин аҡсамды яңы кейем һатып алыуға тотоноп бөткәйнем. Бер аҙ йыйған аҡсам бар ине, әммә ул мин үҫкән Мичиган штатындағы банкта һаҡлана ине. Шуға ла миңә бер нисә көн машинамда йәшәргә тура килде. Йыуынып һәм ҡырынып алыр өсөн, автозаправка бәҙрәфенә бара торғайным.
Шул көндәрҙең береһендә Батшалыҡ залына вәғәз осрашыуы башланырҙан бер нисә сәғәткә алданыраҡ килдем. Мин әле генә госпиталдән төнгө дежурҙан сыҡҡайным. Батшалыҡ залы артында ҡәрҙәштәрҙе көткән арала, күҙ алдыма Вьетнамдағы һуғыш хәтирәләре килеп баҫты. Мин янған кеше тәненең еҫен һиҙгәндәй, ҡандың йылғалай аҡҡанын күргәндәй булдым. Аңымда асыҡ картина хасил булды: мин йәш егеттәрҙе күрҙем һәм ишеттем. Улар: «Әйтсе, мин иҫән ҡалырмынмы икән? Мин үлмәм бит?» — тип ялбара ине. Уларҙың үлерен белә инем, әммә ҡулымдан килгәнсә йыуатырға тырыша һәм шул уҡ ваҡытта, дөрөҫөн ҡарашымдан белеп ҡуймаһындар тип, күҙҙәремде йәшерә инем. Шул иҫтәлектәр арҡаһында күңелем тулды.
Ауырлыҡтар һәм һынауҙарға ҡарамаҫтан, мин Йәһүәгә булған тәүге мөхәббәтемде ҡәҙерләп һаҡларға тырышам
Үҙем доға ҡылам, ә күҙемдән өҙлөкһөҙ йәш аға (Зәб. 56:8). Шул саҡ мин терелтеү хаҡында тәрән уйлана башланым. Һәм ҡапыл ғына башыма аңлау килде: терелтеү ярҙамында Йәһүә Алла мин күргән һуғыштың бар эҙемтәләрен дә юҡ итәсәк бит. Шулай уҡ мин һәм башҡа кешеләр кисергән йөрәк әрнеүҙәрен дә бөтөрәсәк. Алла теге егеттәрҙе лә терелтәсәк, һәм уларҙың Алла хаҡындағы хәҡиҡәтте белеү мөмкинлеге буласаҡ (Ғәм. 24:15). Шул мәлдә йөрәгем Йәһүәгә ҡарата мөхәббәт менән мөлдөрәмә тулды, һәм мин был хисте тәнемдең һәр күҙәнәге менән тойҙом. Ул көндө мин мәңгегә иҫтә ҡалдырҙым. Шул ваҡыттан бирле ауырлыҡтар һәм һынауҙарға ҡарамаҫтан, мин Йәһүәгә булған тәүге мөхәббәтемде ҡәҙерләп һаҡлайым.
ЙӘҺҮӘ МИҢӘ ҠАРАТА БИК ИГЕЛЕКЛЕ БУЛДЫ
Һуғышта кешеләр ҡот осҡос эштәр ҡыла, һәм мин дә шулар иҫәбендә инем. Ғәйеп тойғоһон баҫырға миңә Изге Яҙмалағы үҙем яратҡан ике өҙөк ярҙам итте. Беренсеһе — Асылыш 12:10, 11. Унда, Иблис беҙҙең шаһитлыҡ һүҙҙәребеҙ менән генә түгел, ә Бәрәс ҡаны менән еңелгән, тип әйтелә. Икенсеһе — Галаттарға 2:20. Был аяттан Ғайсаның минең өсөн үҙен ҡорбан иткәнен белдем. Тимәк, Йәһүә миңә Ғайсаның ҡаны аша ҡарай, һәм мине бар ҡылған ғәмәлдәрем өсөн дә кисергән. Был фекер миңә саф выжданға эйә булырға ярҙам итте һәм башҡа кешеләр ҙә мәрхәмәтле Йәһүә Алла хаҡында белһен өсөн мөмкин булғандың барыһын да эшләргә дәртләндерҙе (Евр. 9:14).
Үткән тормошомдо хәтерләп, Йәһүәнең һәр ваҡытта ла үҙем хаҡында хәстәрләп торғанын күрәм. Мәҫәлән, Джим минең машинала йәшәүемде белгәс, шул уҡ көндә бер апай-ҡәрҙәш менән таныштырҙы. Ә уның ҙур булмаған ҡунаҡханаһы бар икән. Мин һис тә шикләнмәйем: тап Йәһүә миңә яраҡлы торлаҡ табыр өсөн Джимды һәм ярҙамсыл апай-ҡәрҙәште ҡулланған. Йәһүә шул тиклем игелекле! Ул үҙенең тоғро хеҙмәтселәре хаҡында һәр ваҡыт ҡайғыртып тора.
АШҠЫНЫУСАН, ӘММӘ ӘҘӘПЛЕ БУЛЫРҒА ӨЙРӘНӘМ
1971 йылдың май айында миңә, ҡайһы бер эштәрҙе яйға һалыр өсөн, Мичиганға барырға тура килде. Мин Флоридалағы «Делрей-Бич» йыйылышынан китер алдынан багажнигымды әҙәбиәт менән тултырҙым һәм, 75-се федераль автострадаға сығып, төньяҡҡа табан юл тотом. Күрше Джорджия штатын үтергә лә өлгөрмәнем, багажнигым бушаны. Батшалыҡ хаҡындағы хәбәрҙе мин һәр ерҙә лә ашҡынып вәғәзләнем. Төрмәләр янында ла туҡтаным, хатта заправкаларҙағы бәҙрәфтәрҙә лә ирҙәргә буклеттар ҡалдырҙым. Шул саҡта сәселгән хәҡиҡәт орлоҡтары шытып сыҡтымы икән, тигән һорау мине әле булһа ҡыҙыҡһындыра (1 Кор. 3:6, 7).
Ләкин шуны ла танырға кәрәк: Изге Яҙманы өйрәнә генә башлағанда, мин кешеләр менән, бигерәк тә туғандар менән, ипләп кенә һөйләшә белмәй инем. Йәһүәгә ҡарата тәүге мөхәббәтем йөрәгемдә янып торғанға, мин хәҡиҡәтте ҡыйыу һәм ҡырҡа вәғәзләй инем. Мин үҙемдең ағайҙарым Джон һәм Ронды бик яратам, шуға ла уларға бигерәк тә ашҡынып һөйләнем. Һуңыраҡ үҙемдең әҙәпһеҙлегем өсөн уларҙан ғәфү үтендем. Улар ҙа хәҡиҡәтте ҡабул итһен ине тип, доға ҡылыуҙан туҡтамайым. Хәҙер инде Йәһүә ярҙамы менән мин башҡаларға вәғәзләгәндә һәм уларҙы өйрәткәндә әҙәпле булырға өйрәндем (Кол. 4:6).
ЙӨРӘГЕМӘ ЯҠЫН КЕШЕЛӘРЕМ
Йөрәгемдәге иң мөһим урынды Йәһүә биләп торһа ла, тормошомда шулай уҡ бик ҡәҙерле булған кешеләрем дә бар. Мин үҙемдең гүзәл ҡатыным Сьюзенды бик яратам. Батшалыҡ эштәрендә тап шундай ярҙамсым булһа ине тип хыялланғайным. Ул — рухи ҡарашлы ҡатын. Бөгөнгөләй хәтеремдә: осрашып йөрөгәндә шулай бер саҡ уның янына барғайным. Сьюзен ата-әсәһенең Кранстондағы (Род-Айленд штаты) йорто ишеге алдында «Күҙәтеү манараһын» уҡып ултыра ине. Ул уҡыған мәҡәлә өйрәнеү өсөн булмаһа ла, уның һәр аятты Изге Яҙманан асып ҡарай барыуы миңә бик ныҡ тәьҫир итте. Мин: «Ниндәй рухи ҡыҙ!» — тип уйлап ҡуйҙым. 1971 йылдың декабрь айында беҙ өйләнештек. Һәр саҡ янымда булып, гел ярҙам итеп торғаны өсөн мин уға шул тиклем рәхмәтлемен. Әммә уның Йәһүәне мине яратҡанға ҡарағанда ла нығыраҡ яратыуы айырыуса һоҡландыра.
Беҙҙең Сьюзен менән ике улыбыҙ Джесси һәм Пол тыуҙы. Улдарыбыҙ үҫкәндә, Йәһүә улар менән булды (1 Сам. 3:19). Уларҙың ышаныслы рәүештә хәҡиҡәт яғына баҫҡанына беҙ Сьюзен менән ғорурланабыҙ. Улар үҙ хеҙмәтен дауам итә, сөнки Йәһүәгә булған тәүге мөхәббәтен онотмай. Улдарыбыҙҙың һәр береһе инде 20 йылдан ашыу йыл тулы хеҙмәттә ҡатнаша. Мин шулай уҡ үҙебеҙҙең гүзәл килендәребеҙ Стефани һәм Раккель менән дә ғорурланам. Улар миңә ҡыҙҙарым кеүек. Улдарыбыҙ Йәһүәне бөтә йөрәге, бөтә йәне менән яратҡан рухи ҡарашлы ҡатындар тапты (Ефес. 6:6).
Һыуға сумдырылғандан һуң, мин 16 йыл Род-Айленд штатында хеҙмәт иттем. Унда мин үҙемә күп дуҫтар таптым. Шулай уҡ миңә хеҙмәткә йән-тән менән бирелгән өлкәндәр менән хеҙмәттәшлек итеү бәхете тейҙе. Үҙемә рухи яҡтан үҫергә ярҙам иткән күсеп йөрөүсе күҙәтеүселәрҙең дә барыһына ла бик тә рәхмәтлемен. Йәһүәгә үҙенең тәүге мөхәббәтен һаҡлаған ҡәрҙәштәр менән хеҙмәт итеү — ниндәй ҙур хөрмәт! Ә 1987 йылда беҙ Төньяҡ Королинаға күстек, ундағы ҡәрҙәштәргә хеҙмәттә ярҙам кәрәк ине. Унда ла беҙ бик күптәр менән дуҫлаштыҡ *.
2002 йылдың авгусында беҙҙе Сьюзен менән Паттерсондағы Вефилгә хеҙмәт итергә саҡырҙылар. Унда мин — хеҙмәт бүлегендә, ә Сьюзен кер йыуыу бүлегендә хеҙмәт итте. Уға үҙ хеҙмәте бик тә оҡшаны! 2005 йылдың авгусынан башлап мин Етәксе кәңәшмәлә хеҙмәт итеү хөрмәтенә эйә булдым. Был билдәләнеү арҡаһында мин баҫалҡы булырға өйрәндем. Һөйөклө ҡатыным эштең бик яуаплы икәнен аңлап, күп эшләргә һәм сәйәхәт итергә кәрәк буласаҡ тип борсолдо. Сьюзен самолетта осорға яратмай, ә бит йыш осорға тура килә! Уның һүҙҙәре буйынса, Етәксе кәңәшмә ағзаларының ҡатындары менән аралашыу уға бар эштә лә миңә таяныс булырға ярҙам итә. Сьюзен ысынлап та миңә ныҡ ярҙам итә, мин уны бик яратам.
Кабинетымда йөрәгемә яҡын булған күп фотографиялар эленеп тора. Улар тормошомда булған иҫтәлекле мәлдәрҙе иҫемә төшөрә. Йәһүәгә булған тәүге мөхәббәтемде һаҡлап ҡалыу инде хәҙерҙән үк күп фатихалар килтерә!
^ Моррис ҡәрҙәштең тулы ваҡытлы хеҙмәте хаҡында 2006 йылдың 15 мартында сығарылған «Күҙәтеү манараһынан» күберәк белеп була.