Төп мәғлүмәткә күсеү

Изге Яҙма тормошто үҙгәртә

Изге Яҙма тормошто үҙгәртә

Изге Яҙма тормошто үҙгәртә

ИМЕН булмаған ғаиләлә үҫкән ҡыҙ нисек тормош мәғәнәһен тапҡан? Нисек сәйәси енәйәтсе тыныс кешегә әйләнеп, һөйөнөслө хәбәрҙе вәғәзләүсе булып киткән? Әйҙәгеҙ, ошо кешеләр хаҡында күберәк беләйек.

«Мин яратыуға һәм ҡайғыртыуға бик мохтаж инем»(ИННА ЛЕЖНИНА).

ТЫУҒАН ЙЫЛЫ: 1981

ТЫУҒАН ИЛЕ: РӘСӘЙ

ҠЫҪҠАСА МӘҒЛҮМӘТ: ИМЕН БУЛМАҒАН ҒАИЛӘЛӘ ҮҪКӘН

ЭЛЕККЕ ТОРМОШОМ. Мин Троицк тип аталған ҙур булмаған ҡалала тыуғанмын. Атай-әсәйем кеүек, мин дә һаңғыраумын. Тәүге алты йыл ғүмерем тыныс үтте. Шунан һуң атайым менән әсәйем айырылышты. Бәләкәй генә булһам да, айырылышыуҙың ни икәнен аңлай инем, һәм был миңә күп әрнеү килтерҙе. Айырылышҡандан һуң, атайым ағайым менән Троицкиҙа ҡалды, ә беҙ әсәйем менән Силәбегә күстек. Ваҡыт уҙыу менән әсәйем тағы кейәүгә сыҡты. Үгәй атайым күп эсә һәм йыш ҡына әсәйемде лә, мине лә туҡмай ине.

1993 йылда яратҡан ағайым батып үлде. Ғаиләбеҙ өсөн был бик ҙур ҡайғы булды. Шул арҡала әсәйем дә эсә башланы һәм, үгәй атайым кеүек үк, мине туҡмай ине. Минең яҡшыраҡ, башҡараҡ тормошта йәшәгем килде. Мин яратыуға һәм ҡайғыртыуға бик мохтаж инем. Йыуаныс эҙләп, сиркәүҙәргә йөрөй башланым, ләкин эҙләнеүҙәрем файҙаһыҙ булды.

ИЗГЕ ЯҘМА ТОРМОШОМДО ҮҘГӘРТТЕ. 13 йәшемдә Йәһүә шаһиты булған бер класташ ҡыҙ миңә Изге Яҙманан бер нисә тарихи ваҡиға һөйләне. Миңә Изге Яҙмала әйтелгән кешеләр, мәҫәлән, Нух һәм Әйүп хаҡында тыңлау оҡшай ине. Улар, ауырлыҡтарға ҡарамай, Аллаға хеҙмәт иткән. Тиҙҙән мин Йәһүә шаһиттары менән Изге Яҙманы өйрәнә һәм уларҙың осрашыуҙарына йөрөй башланым.

Изге Яҙманан мин бик күп ғәжәйеп хәҡиҡәттәрҙе белдем. Алланың исеме бар икәнен белеү миңә айырыуса көслө тәьҫир итте (Зәбур 83:18). «Ахырызаман килгәндә» буласаҡ шарттарҙың Изге Яҙмала алдан уҡ теп-теүәл һүрәтләнгәне мине хайран ҡалдырҙы (2 Тимофейға 3:1—5). Бигерәк тә терелтеүгә өмөт илһамландырҙы. Уйлап ҡына ҡарағыҙ: мин ағайымды яңынан күрәсәкмен! (Яхъя 5:28, 29).

Әммә ҡайһы берәүҙәр шатлығымды уртаҡлашырға теләмәне. Әсәйем менән үгәй атайым Йәһүә шаһиттарын яратмай ине. Шуға күрә улар Изге Яҙма өйрәнеүемде туҡтатырға тырышты. Әммә белгәндәрем миңә бик оҡшай ине, һәм мин өйрәнеүҙе ҡалдырырға уйламаным да.

Туғандарҙың баҫымына ҡаршы тороу еңел булманы. Шуға өҫтәлеп тағы бер ҡайғы килде: Йәһүә шаһиттарының осрашыуҙарына минең менән бергә йөрөгән ҡустым да батып үлде. Әммә ауыр саҡтарҙа Йәһүә шаһиттары һәр ваҡыт янымда булды. Улар миңә ғүмерем буйы мохтаж булған яратыу һәм ҡайғыртыу күрһәтте. Мин был диндең хаҡ булыуын аңланым. 1996 йылда мин һыуға сумдырылдым һәм Йәһүә шаһиты булып киттем.

ТОРМОШОМ ЯҠШЫРҘЫ. Бынан алты йыл элек мин Дмитрий исемле бик һәйбәт кешегә тормошҡа сыҡтым. Беҙ Йәһүә шаһиттарының Санкт-Петербургтағы филиалында хеҙмәт итәбеҙ. Бынан тыш, ваҡыт уҙыу менән минең динемә атай-әсәйемдең дә ҡарашы үҙгәрҙе.

Йәһүәне белеүемә мин шул тиклем шатланам! Уға хеҙмәт итеү тормошомдо мәғәнәле итте.

«Мине күп һорауҙар борсой ине» (РАУДЕЛЬ РОДРИГЕС РОДРИГЕС).

ТЫУҒАН ЙЫЛЫ: 1959

ТЫУҒАН ИЛЕ: КУБА

ҠЫҪҠАСА МӘҒЛҮМӘТ: СӘЙӘСИ ЕНӘЙӘТСЕ

ЭЛЕККЕ ТОРМОШОМ. Мин Кубала, Гавананың ярлы кварталында тыуып үҫтем. Урамдарҙа һуғышыу унда ғәҙәти хәл ине. Үҫә килә мин дзюдо һәм башҡа төр көрәш сәнғәте менән ҡыҙыҡһына башланым.

Мин яҡшы уҡыным. Шуға ла атай-әсәйем университетҡа инергә дәртләндерҙе. Унда уҡығанда миңә, илдәге сәйәси системаны үҙгәртергә кәрәк, тип тойолдо. Һәм мин эш итергә булдым. Беҙ курсташым менән полицейскийға һөжүм итеп, уның пистолетын тартып алырға булдыҡ. Һуғышҡан ваҡытта беҙ уны ныҡ ҡына яраланыҡ. Беҙҙе төрмәгә яптылар һәм атырға тигән хөкөм сығарҙылар. Шулай итеп, 20 генә йәшемдә мин үлергә тейеш инем!

Төрмә камераһында мин үлем язаһы ваҡытында үҙемде нисек тоторомдо күҙ алдына килтерҙем. Мин ҡурҡыуымды күрһәтергә теләмәй инем. Шул уҡ ваҡытта төрлө һорауҙар миңә тынғы бирмәне. Мәҫәлән, мине, ни өсөн донъя ғәҙелһеҙлек менән тулы, үлемдән һуң йәшәү бармы, тигән һорауҙар борсой ине.

ИЗГЕ ЯҘМА ТОРМОШОМДО ҮҘГӘРТТЕ. Беҙгә сығарылған үлем язаһын 30 йыл төрмәлә ултырыуға алмаштырҙылар. Шул ваҡытта мин имандары арҡаһында төрмәгә эләккән Йәһүә шаһиттарын осраттым. Уларҙың ни тиклем батыр һәм шул уҡ ваҡытта тыныслыҡ һөйөүсән булыуы миңә ныҡ тәьҫир итте. Ғәйепһеҙгә төрмәгә эләкһәләр ҙә, улар ҡаты бәғерле булып китмәгән һәм үҙҙәрен уҫал тотмай ине.

Йәһүә шаһиттары миңә Алланың кешеләргә ҡарата ниәте хаҡында һөйләне. Улар, Изге Яҙманы асып, Алланың ерҙе ожмах итәсәге, енәйәтселекте һәм ғәҙелһеҙлекте бөтөрәсәге хаҡында аңлатты. Шулай уҡ улар, яҡшы кешеләр ерҙә, камил шарттарҙа мәңге йәшәйәсәк, тип һөйләне (Зәбур 37:29).

Йәһүә шаһиттарынан ишеткәндәрем миңә бик тә оҡшай ине, әммә тәртибем уларҙыҡынан ныҡ айырыла ине. Мин, сәйәсәткә ҡатнашмай булдыра алмам һәм бер яңағыма һуҡһалар, һис тә икенсеһен ҡуя алмам, тип уйланым. Шуға ла Изге Яҙманы үҙ аллы уҡып сығырға булдым. Уҡып бөткәс, тик Йәһүә шаһиттары ғына беренсе мәсихселәр кеүек эш итә, тигән һығымтаға килдем.

Изге Яҙманы өйрәнгәндә, мин тормошомда күп нәмәне үҙгәртергә кәрәклеген аңланым. Мәҫәлән, миңә тартыуҙы һәм һүгенеүҙе ташларға кәрәк ине. Шулай уҡ сәйәси һорауҙарҙа нейтралитет һаҡларға тейеш инем. Был еңел булманы, әммә Йәһүә ярҙамы менән барыһын да булдыра алдым.

Әммә иң ауыры үҙемдең ярһыу холҡомдо ауыҙлыҡлау булды. Мин әле булһа Йәһүәнән үҙемде тоторға көс биреүен һорайым. Миңә Изге Яҙманан Ғибрәтле һүҙҙәр 16:32-гә оҡшаш аяттар ярҙам итә. Унда былай тиелә: «Ярһырға ашыҡмаған кеше көслө кешенән, ә үҙ-үҙен тота белеүсе ҡаланы яулап алыусынан яҡшыраҡ».

1991 йылда, әле һаман да төрмәлә ҡалып, мин Йәһүә шаһиты булып киттем. Мине мискәләге һыуға сумдырҙылар. Киләһе йылда мине һәм тағы бер нисә кешене иреккә сығарып, Испанияға ебәрҙеләр, сөнки туғандарыбыҙ шунда йәшәй ине. Испанияға килгәс тә, Йәһүә шаһиттарының осрашыуҙарына йөрөй башланым. Улар мине инде күп йылдар белгән кеше кеүек бик йылы ҡаршы алдылар һәм яңы тормош башларға ярҙам иттеләр.

ТОРМОШОМ ЯҠШЫРҘЫ. Хәҙер мин ҡатыным һәм ҡыҙҙарым менән бергә шатланып Аллаға хеҙмәт итәм. Ваҡытымдың күп өлөшөн башҡалар менән Изге Яҙманы өйрәнеүгә бағышлайым. Ҡайһы ваҡыт саҡ үлмәй ҡалғаным хаҡында уйлайым. Ул ваҡыттан бирле тормошомда күп нәмә үҙгәрҙе, һәм хәҙер мин бик бәхетле. Иҫән ҡалыу ғына түгел, мин киләсәккә өмөт менән йәшәйем. Түҙемһеҙлек менән ғәҙеллек тантана иткән ожмахты көтәм, унда инде «үлем... башҡаса булмаясаҡ» (Асылыш 21:3, 4).

[Өҫтәмә текст]

«Алланың исеме бар икәнен белеү миңә айырыуса көслө тәьҫир итте»

[Иллюстрация]

Беҙ ирем менән баҫмалар ярҙамында һаңғырауҙарға ишаралар телендә вәғәзләйбеҙ