Улар яҡшыраҡ нәмә тапҡан
МИЛЛИОНДАРСА мәсихсе Раштыуаны байрам итмәҫкә булған. Улар был хаҡта үкенмәйме? Нимәнелер юғалттыҡ, тип уйламаймы? Ә балалары? Үҙҙәрен мәхрүм ҡалғандай тоймаймы? Төрлө илдәрҙә йәшәгән Йәһүә шаһиттарының ошо хаҡта нимә әйткәндәрен белегеҙ.
Ғайса Мәсихте иҫкә алып. «Элек мин сиркәүгә һирәк — Раштыуаға һәм Пасхаға ғына йөрөй торғайным. Әммә хатта шул саҡта ла Ғайса Мәсих иҫемә төшмәй ине. Хәҙер иһә, Йәһүә шаһиты булып киткәс, Раштыуаны байрам итмәйем. Аҙнаһына ике тапҡыр мин мәсихсе осрашыуҙарға йөрөйөм һәм хатта башҡаларҙы Ғайса тураһында Изге Яҙмала әйтелгәндәргә өйрәтәм!» (ЕВА, АВСТРАЛИЯ).
Биреү килтергән шатлыҡ. «Көтөлмәгән бүләктәр шул тиклем шатландыра! Сюрприздарҙы бик яратам! Мин башҡаларға бүләккә открыткалар яһайым, һүрәттәр төшөрәм, был уларҙың кәйефен күтәрә, үҙемә лә шатлыҡ килтерә» (РУБЕН, ТӨНЬЯҠ ИРЛАНДИЯ).
Мохтаждарға ярҙам итеү. «Сирләп киткән кешеләр өсөн беҙ ашарға бешерәбеҙ. Уларҙың күңелен күтәрер өсөн, сәскә, бәлеш йә булмаһа бәләкәй генә бүләк илтәбеҙ. Шулай ярҙам итә алғаныбыҙға беҙ бик шат, сөнки быны эшләр өсөн йылдың ниндәйҙер көнөн көтөргә кәрәк түгел» (ЭМИЛИ, АВСТРАЛИЯ).
Ғаилә менән йыйылыу. «Бөтә ғаилә менән йыйылғанда, балаларыбыҙ тыныс-татыу шарттарҙа инәй-бабайҙары, олатай-өләсәйҙәре, ике туған ағай-апайҙары менән иркенләп аралаша ала, һәм шул арҡала туғанлыҡ хистәре нығына. Ғаилә осрашыуҙары мәжбүри түгел, улар бер ниндәй байрамға ла бәйләнмәгән. Бөтә туғандарыбыҙ ҙа уларҙы яратҡанға килеүебеҙҙе белә» (УЭНДИ, КАЙМАН УТРАУҘАРЫ).
Тыныслыҡ. «Раштыуа ваҡытында кешеләр байрам мәшәкәттәренә шул тиклем ныҡ сума, тик ҡайһы берәүҙәр генә тыныслыҡ тураһында уйлай. Изге Яҙмалағы вәғәҙәләрҙе белеү иһә күңелгә тыныслыҡ бирә. Балаларымдың киләсәге имен буласағына мин һис тә шикләнмәйем» (САНДРА, ИСПАНИЯ).