Лука яҙған 1:1—80

  • Тәүфилгә мөрәжәғәт (1—4)

  • Ябраил Сумдырыусы Яхъяның тыуыуын алдан әйтә (5—25)

  • Ябраил Ғайсаның тыуыуын алдан әйтә (26—38)

  • Мәрйәм Илисәбәткә бара (39—45)

  • Мәрйәм Йәһүәне данлай (46—56)

  • Яхъяның тыуыуы; уға исем ҡушалар (57—66)

  • Зәкәриәнең пәйғәмбәрлеге (67—80)

1  Күптәр булып үткән ваҡиғаларҙы тасуирлап яҙырға тотондо, һәм беҙ шул ваҡиғаларҙың ысынлап та булғанына һис тә шикләнмәйбеҙ.  Уларҙы үҙ күҙҙәре менән күргән һәм Алла хәбәрен баштан уҡ вәғәзләгән кешеләр беҙгә улар хаҡында һөйләп бирҙе.  Шуға күрә мин дә, хөрмәтле Тәүфил, барыһын да иң баштан ентекләп тикшереп, һиңә был ваҡиғалар тураһында эҙмә-эҙлекле итеп яҙырға булдым.  Был һиңә үҙең телдән өйрәтелгән нәмәләрҙең дөрөҫлөгөнә инанырға ярҙам итер.  Йәһүҙиә батшаһы Һируд* көндәрендә Абия төркөмөнән булған Зәкәриә исемле бер рухани йәшәй ине. Уның ҡатыны Илисәбәт Һарун нәҫеленән* ине.  Улар икеһе лә Алла алдында тәҡүә булды, Йәһүәнең бөтә әмерҙәрен һәм ҡанундарын үтәп, саф тормош алып барҙы.  Ләкин Илисәбәттең түлһеҙлеге арҡаһында уларҙың балалары булманы, улар икеһе лә оло йәшкә еткәйне.  Бер көндө Зәкәриә Алла алдында рухани вазифаларын үтәй ине, сөнки ул хеҙмәт иткән төркөмдөң сираты килеп еткәйне.  Руханиҙар араһында ҡабул ителгән тәртип буйынса, уны Йәһүә ғибәҙәтханаһының изге урынына инеп, хуш еҫле ҡатышма төтәтеү өсөн һайланылар. 10  Ул хуш еҫле ҡатышма төтәткән ваҡытта халыҡ тышта доға ҡылып торҙо. 11  Ҡапыл Зәкәриә алдында Йәһүә фәрештәһе пәйҙә булды, ул хуш еҫле ҡатышма төтәтә торған ҡорбан усағының уң яғында тора ине. 12  Фәрештәне күргәс, Зәкәриә ҡаушап ҡалды, уны ҡурҡыу солғап алды. 13  Әммә фәрештә уға былай тине: «Ҡурҡма, Зәкәриә. Алла һинең доғаңды ишетте. Ҡатының Илисәбәт һиңә ир бала табыр, һин уға Яхъя тип исем ҡушырһың. 14  Күңелең һөйөнөс һәм шатлыҡ менән тулыр, уның тыуыуына күптәр ҡыуаныр, 15  сөнки ул Йәһүә алдында бөйөк булыр. Ләкин ул шарап та, башҡа бер ниндәй иҫерткес эсемлек тә эсергә тейеш түгел. Әле тыумаҫ борон, уға изге рух бирелер. 16  Ул күп исраилдарға үҙҙәренең Аллаһы Йәһүәгә кире ҡайтырға ярҙам итер. 17  Аталарҙың йөрәктәрен балаларҙың йөрәктәре кеүек итер өсөн* һәм буйһонмаусыларҙы тәҡүәләр кеүек аҡыллы итер өсөн, ул Алла алдында Ильястың рухы һәм көсө менән барыр. Шулай итеп ул халыҡты Йәһүә өсөн әҙерләр». 18  Зәкәриә фәрештәнән: «Был нисек мөмкин һуң? Ҡартмын бит инде, ҡатыным да оло йәштә», — тип һораны. 19  Фәрештә былай тине: «Мин һәр ваҡыт Алла ҡаршыһында тороусы Ябраил. Мин һиңә ошо ҡыуаныслы хәбәрҙе еткерер өсөн ебәрелдем. 20  Әммә үҙ ваҡытында үтәләсәк һүҙҙәремә ышанмағаның өсөн, һин улар тормошҡа ашҡанға тиклем телдән яҙырһың һәм һөйләшә алмаҫһың». 21  Ул арала халыҡ, Зәкәриәнең изге урындан оҙаҡ сыҡмағанына аптырап, уны көтөп тора ине. 22  Сыҡҡас, ул һөйләшә алманы, һәм улар изге урында уға илаһи күренеш бирелгәнен аңланылар. Һөйләшә алмағанға, Зәкәриә улар менән ым-ишара ярҙамында аңлашты. 23  Ә хеҙмәт көндәре тамамланғас, ул өйөнә ҡайтып китте. 24  Бер ни тиклем ваҡыттан һуң уның ҡатыны Илисәбәт ауырға ҡалды һәм биш ай өйҙән сыҡманы. Ул былай ти ине: 25  «Йәһүә минең өсөн бына нимә эшләне: кешеләр алдындағы хурлығымдан ҡотҡарыр өсөн, миңә иғтибар итте». 26  Илисәбәттең ауырлы булыуының алтынсы айында Алла Ябраил фәрештәне Ғәлиләйә өлкәһендәге Назара ҡалаһына, 27  Дауыт нәҫеленән булған Йософ исемле кеше менән йәрәшелгән ғиффәтле ҡыҙ янына ебәрҙе. Был ҡыҙҙың исеме Мәрйәм ине. 28  Уның янына килгәс, фәрештә уны сәләмләне лә: «Йәһүә һинең менән, һин оло хөрмәткә лайыҡ булдың!» — тине. 29  Был һүҙҙәрҙән Мәрйәм аптырашта ҡалды һәм уларҙың нимә аңлатҡанына төшөнөргә тырышты. 30  Фәрештә уға былай тине: «Ҡурҡма, Мәрйәм! Һин Алла хуплауына эйә булдың. 31  Һин ауырға ҡалып, ир бала табырһың һәм уға Ғайса тип исем ҡушырһың. 32  Ул бөйөк булыр һәм Аллаһы Тәғәләнең Улы тип аталыр. Йәһүә Алла уға атаһы Дауыттың тәхетен бирер. 33  Ул Яҡуп тоҡомдары өҫтөнән мәңге идара итер, идараһының ахыры булмаҫ*». 34  Мәрйәм фәрештәнән: «Мин нисек балаға уҙырмын? Ир менән яҡынлыҡ ҡылғаным юҡ бит», — тип һораны. 35  Фәрештә былай тип яуап бирҙе: «Һиңә изге рух төшөр, Аллаһы Тәғәләнең ҡөҙрәте һине ҡаплар, шуға һин тыуҙырасаҡ бала изге тип аталыр, уны Алла Улы тиерҙәр. 36  Туғаның Илисәбәт тә, оло йәштә булһа ла, ауырға ҡалды. Уны балаға уҙа алмай тип әйтәләр ине, әммә ул инде алтынсы ай ауырлы йөрөй, 37  сөнки Алланың ҡулынан килмәгән һис нәмә юҡ*». 38  Шунда Мәрйәм: «Мин Йәһүәнең ҡоло! Минең менән барыһы ла һин әйткәнсә булһын», — тине. Шунан фәрештә уның янынан китте. 39  Шул көндәрҙә Мәрйәм йыйынып, ашыға-ашыға Йәһүҙиәнең таулы ерҙәрендә урынлашҡан бер ҡалаға юлланды. 40  Зәкәриә йортона ингәс, ул Илисәбәт менән иҫәнләште. 41  Илисәбәт Мәрйәмдең сәләмләү һүҙҙәрен ишетеү менән, уның ҡарынындағы бала һикереп ҡуйҙы. Илисәбәткә изге рух төштө, 42  һәм ул ҡысҡырып былай тине: «Ҡатын-ҡыҙҙар араһында һин иң фатихалыһы, ҡарыныңдағы бала ла фатихалы! 43  Яныма Хужамдың әсәһе килгән! Кем мин ул тиклем?! 44  Мин һинең сәләмләү һүҙҙәреңде ишеткәс тә, ҡарынымдағы бала ҡыуаныстан һикереп ҡуйҙы. 45  Әйтелгәндәргә ышанған ҡатын бәхетле, сөнки Йәһүә уға вәғәҙә иткән бөтә нәмә тормошҡа ашасаҡ!» 46  Мәрйәм былай тине: «Йәнем* Йәһүәне данлай, 47  Ҡотҡарыусым Алланың минең өсөн эшләгәндәренә ҡыуанып бөтә алмайым, 48  сөнки ул бер ниндәй әһәмиәте булмаған ҡол ҡыҙына иғтибар итте! Бынан ары бөтә быуындар мине бәхетле тип атарҙар, 49  сөнки Ҡөҙрәтле Алла минең өсөн бөйөк эштәр башҡарҙы. Уның исеме изге. 50  Быуындан-быуынға ул үҙенән ҡурҡыусыларға шәфҡәт күрһәтә. 51  Ул үҙенең ҡулы менән бөйөк эштәр башҡарҙы, тәкәббер күңелле кешеләрҙе тарҡатты. 52  Ул хакимдарҙы тәхеттәренән төшөрҙө, ябай кешеләрҙе күтәрҙе. 53  Ул астарҙы ашатты, байҙарҙы буш ҡул менән ебәрҙе. 54  Ул, вәғәҙәһен иҫтә тотоп, үҙенең хеҙмәтсеһе Исраилға ярҙамға килде. 55  Ул Ибраһимға һәм уның тоҡомдарына мәңге шәфҡәт күрһәтергә вәғәҙә итте һәм ата-бабаларыбыҙға был хаҡта әйтә килде». 56  Мәрйәм Илисәбәттә өс ай самаһы булды, шунан өйөнә ҡайтып китте. 57  Ваҡыты еткәс, Илисәбәт ир бала тапты. 58  Күршеләре һәм туғандары Йәһүәнең уға бөйөк шәфҡәт күрһәткәнен ишетеп, уның менән бергә шатланды. 59  Һигеҙенсе көндө улар баланы сөннәткә ултыртырға килделәр һәм уны атаһының исеме менән Зәкәриә тип атарға теләнеләр. 60  Ләкин баланың әсәһе: «Юҡ, уның исеме Яхъя буласаҡ», — тип ҡаршы төштө. 61  «Туғандарың араһында ундай исем йөрөткән бер кем дә юҡ бит», — тинеләр улар. 62  Улар ишаралар ярҙамында атаһынан балаға ниндәй исем ҡушырға теләүен һоранылар. 63  Зәкәриә яҙыу таҡтаһы һорап алды ла: «Уның исеме — Яхъя», — тип яҙып ҡуйҙы, быға барыһы ла ғәжәпләнде. 64  Тап шул мәлдә Зәкәриәнең теле асылды, һәм ул Алланы данлап һөйләй башланы. 65  Шунда күрше-тирәлә йәшәгән бар кешене ҡурҡыу солғап алды, һәм булған хәл тураһында хәбәр Йәһүҙиәнең бөтә таулы ерҙәрендә таралды. 66  Быны ишеткән бөтә кеше был хаҡта уйлап: «Был бала кем булыр икән?» — тип әйтә ине, сөнки Йәһүәнең уның менән икәне ап-асыҡ ине. 67  Шунда баланың атаһы Зәкәриәгә изге рух төштө, һәм ул пәйғәмбәрлек итеп былай тине: 68  «Исраил Аллаһы Йәһүә маҡталһын, сөнки ул үҙ халҡын иҫенә төшөрөп, уны ҡотҡарҙы! 69  Ул беҙгә үҙенең хеҙмәтсеһе Дауыттың нәҫеленән булған ҡөҙрәтле ҡотҡарыусыны бирҙе*. 70  Был турала ул үҙенең күп йылдар элек йәшәгән изге пәйғәмбәрҙәре аша һөйләгәйне. 71  Ул беҙҙе дошмандарыбыҙҙан һәм беҙҙе нәфрәт итеүсе һәр кемдең ҡулынан ҡотҡарасағы тураһында әйткәйне. 72  Ул, ата-бабаларыбыҙға биргән вәғәҙәне үтәп, беҙгә шәфҡәт күрһәтер. Ул үҙенең изге килешеүен — 73  бабабыҙ Ибраһимға биргән антын иҫенә төшөрөр. 74  Был ант буйынса, беҙ дошмандарыбыҙҙан ҡотҡарылғас, ул беҙҙе үҙенә ҡурҡыуһыҙ хеҙмәт итеү хөрмәтенә лайыҡ итер, 75  һәм беҙ уның ҡаршыһында ғүмер буйы тоғро һәм тәҡүә була алырбыҙ. 76  Ә һине, улым, Аллаһы Тәғәләнең пәйғәмбәре тип атарҙар, сөнки һин, Йәһүә өсөн юл әҙерләп, уның алдынан барырһың 77  һәм уның халҡына гонаһтарҙың кисерелеүе арҡаһында мөмкин булған ҡотолоу хаҡында хәбәр еткерерһең. 78  Аллабыҙ быларҙың барыһын беҙҙе ныҡ йәлләгәнгә эшләр. Ул, таң яҡтыһы шикелле, беҙҙе ҡыҙғаныуы менән нурландырып, 79  ҡараңғылыҡта һәм үлем күләгәһендә ултырғандарға яҡтылыҡ бирер һәм аяҡтарыбыҙҙы тыныслыҡ юлына йүнәлтер». 80  Бала үҫте һәм Алла рухы ярҙамында* көслө булып китте. Исраил халҡына вәғәзләр ваҡыты еткәнгә тиклем, ул сүлдә йәшәне.

Төшөрмәләр

Йәғни Бөйөк Һируд I. Һүҙлекте ҡ.
Һүҙмә-һүҙ «ҡыҙҙарынан».
Йәки «аталарҙың йөрәктәрен балаларына борор өсөн».
Һүҙмә-һүҙ «Батшалығының ахыры булмаҫ».
Йәки «Алланың бер һүҙе лә үтәлмәй ҡалмаҫ».
Йәки «бөтә булмышым». Һүҙлектә «Йән» тигән мәҡәләне ҡ.
Һүҙмә-һүҙ «беҙҙең өсөн ҡотҡарыу мөгөҙөн күтәрҙе». Һүҙлектә «Мөгөҙ» тигән мәҡәләне ҡ.
Һүҙмә-һүҙ «рухта».