13-СӨ БҮЛЕК
Батшалыҡ вәғәзселәре судтарға мөрәжәғәт итә
1, 2. а) Дин етәкселәре нимә эшләгән, әммә илселәр быға нисек яуап биргән? б) Ни өсөн илселәр вәғәз эшен тыйған әмергә буйһонмаған?
БЕҘҘЕҢ ЭРАНЫҢ 33 йылы бара. Яңыраҡ ҡына Илленсе көн байрамы үткән. Иерусалимдағы мәсихселәр йыйылышына ни бары бер нисә аҙна ғына. Шайтандың тиҙ арала сара күрергә тырышыуы һис тә ғәжәп түгел. Йыйылыш нығынып өлгөрмәҫ элек, Шайтан уны юҡ итергә ашыға. Ул дин етәкселәрен Батшалыҡ хаҡындағы хәбәрҙе вәғәзләү эшенә ҡаршы сығырға ҡоторта, һәм вәғәз эше тыйыла. Шуға ҡарамаҫтан, илселәр ҡыйыу рәүештә вәғәзләүен дауам итә, һәм «бик күп ир-ат һәм ҡатын-ҡыҙ Раббыға» инана башлай (Ғәм. 4:18, 33; 5:14).
2 Ярһыған дошмандар тағы бер һөжүм яһай: улар илселәрҙең барыһын да төрмәгә яба. Әммә Йәһүә фәрештәһе төндә төрмә ишектәрен аса, һәм илселәр иртә таңдан яңынан вәғәзләй башлай! Уларҙы тағы ҡулға алалар һәм халыҡ башлыҡтарына килтерәләр. Тегеләре иһә илселәрҙе вәғәз эшен тыйған әмергә буйһонмауҙа ғәйепләй, ә илселәр ҡыйыу рәүештә былай тип яуап бирә: «Кешеләргә ҡарағанда Аллаға нығыраҡ буйһонорға кәрәк». Быны ишеткәс, халыҡ башлыҡтары тамам ярһый һәм илселәрҙе үлтерергә теләй. Әммә ошо хәл иткес мәлдә кәңәшмәнең хөрмәт ҡаҙанған бер ағзаһы Гамалиил һүҙ ала. Ул халыҡ башлыҡтарына ныҡлап уйларға кәңәш бирә һәм былай тип киҫәтә: «Был кешеләргә теймәгеҙ. Уларҙы ебәрегеҙ». Ғәжәп, әммә кәңәшмә ағзалары уның һүҙенә ҡолаҡ һала һәм илселәрҙе ебәрә. Ә Аллаға тоғро илселәр нимә эшләй һуң? Улар, үҙ иманында ныҡ ҡалып, «Ғайсаның Мәсих икәнлеге хаҡындағы Һөйөнөслө хәбәрҙе» һөйләүен һәм өйрәтеүен дауам итә (Ғәм. 5:17—21, 27—42; Ғиб. һүҙ. 21:1, 30).
3, 4. а) Алла халҡына һөжүм итер өсөн, Шайтан үҙенең инде күп тапҡырҙар һыналған ниндәй алымын ҡуллана? б) Алдағы ике бүлектә беҙ нимә хаҡында фекер алышырбыҙ?
3 Б. э. 33 йылында үткәрелгән был суд мәсихселәр йыйылышына законға таянып ҡаршы сығыуҙың беренсе осрағы ғына булған (Ғәм. 4:5—8; 16:20; 17:6, 7). Шайтан бөгөн дә, хәҡиҡәт дошмандарын ҡулланып, вәғәз эшен туҡтатһындар өсөн, хөкүмәттәргә баҫым яһауын дауам итә. Дошмандар Алла халҡына ҡаршы ниндәй генә ғәйепләүҙәр уйлап сығармай. Мәҫәлән, имеш, беҙ йәмәғәт тәртибен боҙабыҙ, дәүләткә ҡаршы агитация алып барабыҙ, сауҙа итәбеҙ. Шундай ғәйепләүҙәрҙең ялған булыуын иҫбатлар өсөн, ҡәрҙәштәребеҙ ҡайһы ваҡыт судтарға мөрәжәғәт иткән. Шул суд тикшеренеүҙәре нимә менән бөткән? Тиҫтәләгән йылдар элек ҡабул ителгән суд ҡарарҙары бөгөн беҙҙең һәр беребеҙгә нисек ҡағыла? Әйҙәгеҙ, бер нисә суд эшен иҫкә төшөрәйек һәм уларҙың «Һөйөнөслө Хәбәрҙе яҡлағанда һәм раҫлағанда» нисек ярҙам иткәнен ҡарайыҡ (Флп. 1:7).
4 Был бүлектә һүҙ ирекле рәүештә вәғәзләү хоҡуғыбыҙҙы яҡлағаныбыҙ хаҡында барыр. Ә киләһе ике бүлектә был донъяныҡы булмаҫ өсөн һәм Батшалыҡ нормаларына ярашлы йәшәр өсөн алып барған юридик көрәш миҫалдарын ҡарап китербеҙ.
Тәртип боҙоусылармы, әллә Алла Батшалығы яғында тороусылармы?
5. Ни өсөн 1930-сы йылдар аҙағында Батшалыҡ вәғәзселәрен ҡулға ала башлағандар, һәм ойошманы етәкләгән ҡәрҙәштәр ниндәй сара күрергә булған?
5 1930 йылдар аҙағында Америка Ҡушма Штаттарының төрлө ҡалаларында һәм штаттарында Йәһүә шаһиттарынан вәғәз эшен алып барыу өсөн рәсми рөхсәт йә лицензия талап итә башлағандар. Әммә ҡәрҙәштәребеҙ рөхсәт һорап хөкүмәттәргә мөрәжәғәт итмәгән. Лицензияны ғәмәлдән сығарырға ла мөмкин, ә ҡәрҙәштәр, Батшалыҡ хаҡындағы Ғайса ҡушҡан вәғәз эшенә ҡамасауларға бер кемдең дә хаҡы юҡ, тип иҫәпләгән (Марк 13:10). Һөҙөмтәлә, йөҙәрләгән вәғәзсе ҡулға алынған. Шул арҡала ойошманы етәкләгән ҡәрҙәштәр судҡа мөрәжәғәт итергә булған. Улар, дәүләт Йәһүә шаһиттарының вәғәзләү иреген сикләп законды боҙа, тип иҫбатларға ниәтләгән. 1938 йылдағы бер ваҡиға тарихи әһәмиәткә эйә булған суд тикшереүенә килтергән. Ул ниндәй ваҡиға һуң?
6, 7. Кантуэлл ғаиләһе менән нимә булған?
6 Шишәмбе иртән, 1938 йылдың 26 апрелендә, 60 йәшлек Ньютон Кантуэлл, ҡатыны Эстер, улдары Хенри, Расселл һәм Джесси (бишеһе лә махсус пионер), Нью-Хейвен ҡалаһында (Коннектикут штаты) көнө буйы вәғәзләргә ниәтләп, өйҙәренән сыға. Шулай ҙа улар, кис өйгә әйләнеп ҡайтмауыбыҙ ҙа ихтимал, тип уйлай. Ни өсөн? Уларҙың бығаса бер нисә тапҡыр ҡулға алынған саҡтары инде булған, һәм хәлдең ҡабатланыуы мөмкин икәнен улар яҡшы аңлай. Әммә был Кантуэлл ғаиләһенең кешеләргә Батшалыҡ хаҡындағы хәбәрҙе еткереү теләген һүндермәй. Улар Нью-Хейвен ҡалаһына ике автомобилдә бара. Ньютон — патефон һәм Изге Яҙмаға нигеҙләнгән әҙәбиәт һалынған машинаһында, ә 22 йәшлек Хенри рупор ҡуйылған машина рулендә була. Бер нисә сәғәттән, тап улар уйлағанса, полиция килеп уларҙы ҡулға ала.
7 Башта 18 йәшлек Расселды ҡулға алалар, шунан — Ньютон менән Эстерҙы. 16 йәшлек Джесси ата-әсәһе менән ағаһын полицейскийҙар алып киткәнен алыҫтан күҙәтеп тора. Хенри ҡаланың икенсе яғында вәғәзләгән була, шул сәбәпле йәш Джесси яңғыҙы ҡала. Әммә ул патефон ала ла вәғәзләүен дауам итә. Ике католик Рутерфорд ҡәрҙәштең «Дошмандар» тип аталған телмәрен тыңларға ризалаша. Тыңлағас, улар сығырынан сығырҙай булып ярһып китә һәм Джессиҙы туҡмап ташларға ынтыла. Джесси тыныс ҡалырға тырыша һәм улар янынан тиҙ генә китә һала. Әммә оҙаҡ та үтмәй, уны полицейский ҡулға ала. Шулай итеп Джесси ҙа полицияға эләгә. Полиция Эстер ҡәрҙәште ғәйепләп тормай, ә Ньютон һәм уның улдарына ҡарата ғәйепләү ҡарары сығара. Ләкин уларҙы шул уҡ көндә залог түләтеп сығаралар.
8. Ни өсөн суд Джесси Кантуэлды йәмәғәт тәртибен боҙоуҙа ғәйепле тип тапҡан?
8 Бер нисә ай үткәс, 1938 йылдың сентябрендә, Кантуэлл ғаиләһе Нью-Хейвендағы беренсе инстанция суды алдына баҫа. Ньютон, Расселл һәм Джессиҙы лицензияһыҙ иғәнә йыйыуҙа ғәйепләйҙәр. Коннектикут штатының Юғары судына апелляция бирелә, әммә Джесси, йәмәғәт тәртибен боҙоуҙа ғәйепле, тип таныла. Ни өсөн? Сөнки телмәр яҙмаһын тыңлаған теге ике католик, ишеткәндәребеҙ динебеҙҙе яманлай һәм хистәребеҙҙе кәмһетә, тип судта шаһитлыҡ итә. Бөтә ғәйепләүҙәрҙе лә кире ҡағыр өсөн, яуаплы ҡәрҙәштәр АҠШ Юғары судына мөрәжәғәт итә.
9, 10. а) АҠШ Юғары суды Кантуэлл ғаиләһенең эше буйынса ниндәй ҡарар сығарған? б) Был ҡарар беҙҙең өсөн ниндәй әһәмиәткә эйә?
9 1940 йылдың 29 мартында баш судья Чарлз Хьюз һәм башҡа һигеҙ судья эште тикшерә башлай. Тәүҙә Йәһүә шаһиттары яғынан адвокат Хейден Ковингтон * ағай-ҡәрҙәш сығыш яһай. Шунан Коннектикут штаты вәкиле булған юристҡа һүҙ бирелә. Ул, Йәһүә шаһиттары йәмәғәт тәртибен боҙа, тип һөйләй башлағас, судтың бер ағзаһы унан: «Ғайса Мәсих таратҡан хәбәр ҙә ул йәшәгән көндәрҙә күбеһенә оҡшамаған түгелме һуң?» — тип һорай. Теге юрист иһә: «Тап шулай. Һәм, әгәр яңылышмаһам, Изге Яҙмала шул хәбәрҙе таратҡаны өсөн Ғайса менән ни булғаны хаҡында ла яҙылған», — ти. Ниндәй көслө фашлау! Үҙе лә аңғармаҫтан, ул Йәһүә шаһиттарын Ғайса менән, ә штатты уны ғәйепләүселәр менән сағыштыра. 1940 йылдың 20 майында Юғары суд бер тауыштан Йәһүә шаһиттары файҙаһына ҡарар сығара.
10 Был ҡарар ниндәй әһәмиәткә эйә булған? Ҡарар кешеләрҙең ирекле рәүештә дин тотоу хоҡуғын яҡлаған. Хәҙер инде федераль хөкүмәт тә, штаттарҙың хөкүмәттәре лә, урындағы башлыҡтар ҙа законға нигеҙләнеп дин иреген сикләй алмаған. Бынан тыш, суд Джессиҙың эштәрендә «йәмәғәт именлегенә һәм тәртибенә янау» тапмаған. Шулай итеп, суд ҡарары Йәһүә шаһиттарының йәмәғәт тәртибен боҙоусылар түгел икәнен ап-асыҡ күрһәткән. Алла хеҙмәтселәренең ниндәй ышаныслы юридик еңеүе! Ул беҙгә ниндәй файҙа килтерә? Бер юрист ҡәрҙәш былай ти: «Динебеҙҙе ирекле рәүештә тотоу хоҡуғы беҙгә өмөт хәбәрен үҙебеҙ йәшәгән ерҙә ғәҙелһеҙ сикләүҙәрҙән ҡурҡмайынса таратыу мөмкинлеге бирә».
Дәүләткә ҡаршы агитация алып барабыҙмы, әллә хәҡиҡәтте вәғәзләйбеҙме?
11. Канадала ҡәрҙәштәребеҙ ниндәй кампания үткәргән һәм ни өсөн?
11 1940-сы йылдарҙа Канадалағы Йәһүә шаһиттары ҡаты эҙәрлекләүҙәр менән осраша. 1946 йылда, дәүләт тарафынан дин тотоу иреген сикләү факттарына киң билдәлелек бирер өсөн, Канадалағы ҡәрҙәштәр «Квебектың Аллаға, Ғайсаға һәм иреккә ҡарата утлы нәфрәте бөтә Канаданы хурлай» тип исемләнгән буклет таратыу буйынса 16 көнлөк кампания ойоштора. Дүрт битлек был буклетта руханиҙар ҡотҡоһо арҡаһында Квебекта Йәһүә шаһиттарына ҡаршы ойошторолған эҙәрләүҙәр, полицияның аяуһыҙ эштәре һәм халыҡ төркөмөнөң уларға һөжүме хаҡында әйтелгән була. «Йәһүә шаһиттарын законһыҙ рәүештә ҡулға алыуҙар дауам итә, — тиелә буклетта. — Ҙур Монреалдә Йәһүә шаһиттарына ҡаршы 800 ғәйепләү эше ҡуҙғатылды».
12. а) Кампанияға дошмандар нисек яуап биргән? б) Ҡәрҙәштәрҙе нимәлә ғәйепләгәндәр? (Төшөрмәне лә ҡарағыҙ.)
12 Кампанияға яуап итеп, Квебектың премьер-министры Морис Дюплесси католиктар кардиналы Вильнёв менән берлектә эш итеп, Йәһүә шаһиттарына ҡаршы «аяуһыҙ һуғыш» аса. Уларға ҡаршы сығарылған ғәйепләү эштәренең һаны тиҙ арала 800-ҙән 1 600-гә етә. «Беҙҙе шул тиклем йыш ҡулға алалар ине, хатта беҙ уларҙың иҫәбен юғалттыҡ», — тип иҫкә ала бер пионер апай-ҡәрҙәш. Шул буклет менән хеҙмәт иткән саҡта ҡулға алынған Йәһүә шаһиттарын «фетнәсел пасквиль» * таратыуҙа ғәйепләгәндәр.
13. Кемдәр, дәүләткә ҡаршы агитация алып барыуҙа ғәйепләнеп, тәүгеләрҙән булып суд алдына баҫҡан, һәм беренсе инстанция суды ниндәй ҡарар сығарған?
13 1947 йылда Эме Буше ағай-ҡәрҙәш һәм уның 18 һәм 11 йәшлек ҡыҙҙары Жизель менән Люсиль, дәүләткә ҡаршы агитация алып барыуҙа ғәйепләнеп, беренселәрҙән булып суд алдына баҫа. Улар үҙҙәренең Квебек ҡалаһынан көньяҡтараҡ урынлашҡан фермаһы тирәһендә «Квебектың утлы нәфрәте» тигән буклет таратып йөрөй. Әммә уларҙы һис тә, тәртип боҙоп йөрөүсе енәйәтселәр, тип атап булмай. Буше ҡәрҙәш тыйнаҡ һәм баҫалҡы кеше, үҙенең фермаһында тыныс ҡына эшләп йөрөй, атын егеп һирәк-һаяҡ ҡына ҡалаға сыҡҡылай торған була. Шуға ҡарамаҫтан, уның ғаиләһе тап шул буклетта әйтелгән йәбергә дусар була. Йәһүә шаһиттарын күрә алмаған судья Буше ғаиләһенең ғәйепһеҙ булыуын иҫбатлаған факттарҙы иҫәпкә алыуҙан баш тарта. Ул ғәйепләүсе яҡҡа баҫа һәм, буклет дошманлыҡ хисе тыуҙыра, шуға ла Бушены ғәйепле тип танырға кәрәк, ти. Судьяның һүҙенсә, дөрөҫтө һөйләү — енәйәт булып сыға! Эме һәм Жизель фетнәсел пасквиль таратыуҙа ғәйепләнеп хөкөмгә тартыла, һәм хатта бәләкәй Люсиль дә төрмә камераһында ике көн үткәрә. Ағай-ҡәрҙәштәр Канаданың Юғары судына апелляция бирә, суд эште тикшереүгә ҡабул итә.
14. Квебектағы ағай-ҡәрҙәштәр эҙәрлекләүҙәр ваҡытында нисек эш иткән?
14 Квебектағы ҡыйыу ҡәрҙәштәр, өҙлөкһөҙ барған ҡаты һөжүмдәргә ҡарамай, Батшалыҡ хаҡында вәғәзләүен дауам итә. Был йыш ҡына көтөлмәгән иҫ киткес һөҙөмтәләргә килтерә. 1946 йылда үткән буклет таратыу кампанияһынан һуңғы дүрт йыл эсендә Квебекта Йәһүә шаһиттарының һаны 300-ҙән 1 000-гә барып етә! *
15, 16. а) Буше ғаиләһенең эше буйынса Канаданың Юғары суды ниндәй ҡарар сығарған? б) Был еңеү беҙҙең ҡәрҙәштәр һәм башҡа кешеләр өсөн ниндәй әһәмиәткә эйә?
15 1950 йылдың июнь айында Канаданың Юғары суды үҙенең тулы составында (9 судья) Эме Бушеның эшен тикшерә. Алты ай үткәс, 1950 йылдың 18 декабрендә суд беҙҙең файҙаға ҡарар сығара. Ни өсөн? Йәһүә шаһиттарының адвокаты Глен Хау ағай-ҡәрҙәш аңлатыуынса, суд уның, «хөкүмәткә ҡаршы агитация» үҙ эсенә көс ҡулланыуға саҡырыуҙы йәиһә әлеге хөкүмәткә ҡаршы фетнәгә ҡотортоуҙы үҙ эсенә ала, тигән дәлилдәре менән ризалаша. Ә буклетта «ундай саҡырыуҙар юҡ, шуға ла ул һүҙ азатлығы менән файҙаланыуҙың законлы ысулы була». Хау ағай-ҡәрҙәш былай тип өҫтәй: «Йәһүәнең еңеү бүләк итеүен мин үҙ күҙҙәрем менән күрҙем» *.
16 Юғары судтың был ҡарары ысынлап та Алла Батшалығының әһәмиәтле еңеүе булған. Һөҙөмтәлә, Квебектағы Йәһүә шаһиттарын хөкүмәткә ҡаршы агитацияла ғәйепләгән 122 эш ябылған! Суд ҡарары шуны ла күрһәткән: Канада һәм Берҙәмлек граждандары хәҙер инде хөкүмәт эшмәкәрлеге менән бәйле борсолоуҙарын ирекле рәүештә белдерә аласаҡ. Ә барыһынан да бигерәк, был еңеү сиркәүҙең Квебек хөкүмәте менән берлектә Йәһүә шаһиттарының хоҡуғына һөжүм итеүҙәренә сик ҡуйған *.
Сауҙагәрҙәрме, әллә Алла Батшалығының ашҡыныусан вәғәзселәреме?
17. Нисек итеп ҡайһы бер хөкүмәттәр вәғәз эшебеҙҙе контролдә тоторға маташа?
17 Беренсе быуаттағы кеүек үк, беҙҙең көндәрҙә лә Йәһүә хеҙмәтселәре «Алла Һүҙе менән һатыу» итмәй. (2 Коринфтарға 2:17-не уҡығыҙ.) Шуға ҡарамаҫтан, ҡайһы бер хөкүмәттәр беҙҙең хеҙмәтебеҙҙе сауҙа закондарына таянып контролдә тоторға маташа. Әйҙәгеҙ, Йәһүә шаһиттарының сауҙагәрҙәрме, әллә дини хеҙмәткәрҙәрме икәнен тикшергән ике судҡа туҡталып китәйек.
18, 19. Нисек итеп Дания хөкүмәте вәғәз эшен туҡтатырға тырышҡан?
18 Дания. 1932 йылдың 1 октябрендә баҫма әҙәбиәтте рөхсәтһеҙ һатыуҙы тыйған закон ҡабул ителә. Әммә беҙҙең ҡәрҙәштәр рөхсәт алып тормай. Киләһе көндә биш вәғәзсе башҡала Копенгагендан көнбайыштараҡ 30 километр тирәһе алыҫлыҡта урынлашҡан Роскилле ҡалаһында вәғәзләй. Кисен осрашҡан ергә бер ағай-ҡәрҙәш килмәй: Аугуст Леманнды, рөхсәтһеҙ һатыу итә, тип ҡулға алалар.
19 1932 йылдың 19 декабрендә Аугуст Леманн суд алдына баҫа. Ул, кешеләргә килеп, Изге Яҙмаға нигеҙләнгән әҙәбиәт тәҡдим иткәнен, әммә бының өсөн аҡса алмағанын аңлата. Беренсе инстанция суды бының менән килешә. Суд ҡарарында былай тиелә: «Ғәйепләнеүсе... үҙен тәьмин итергә һәләтле, ул үҙенә матди файҙа алмаған һәм уның ундай ниәте лә булмаған. Киреһенсә, уның эшмәкәрлеге үҙенә финанс яғынан юғалтыуҙар килтергән». Шулай итеп, суд Йәһүә шаһиттарын яҡлай һәм Леманн ҡәрҙәштең эшмәкәрлеген «сауҙа итеү тип һанау» дөрөҫ түгел тигән ҡарарға килә. Әммә Алла халҡының дошмандары илдә вәғәз эшен туҡтатыу ниәтенә ныҡлап тотонған була (Зәб. 94:20). Прокурор, был ҡарарға ҡаршы ялыу яҙып, Данияның Юғары судына тиклем барып етә. Ҡәрҙәштәр быны нисек ҡабул итә?
20. Данияның Юғары суды ниндәй ҡарар сығарған, һәм ҡәрҙәштәр быны нисек ҡабул иткән?
20 Юғары суд ултырышы башланаһы аҙна дауамында Йәһүә шаһиттары бөтә Дания буйынса айырыуса әүҙем вәғәзләй. 1933 йылдың 3 октябрендә, шишәмбе көнө, Юғары суд үҙ ҡарарын иғлан итә. Ул, Аугуст Леманн законды боҙмаған тигән һығымтаға килеп, тәүге инстанция суды ҡарары менән килешә. Был, Йәһүә шаһиттары артабан да ирекле рәүештә вәғәзләй ала, тигәнде аңлата. Ҡәрҙәштәр ошо юридик еңеү өсөн Йәһүәгә рәхмәт йөҙөнән тағы ла ашҡыныбыраҡ вәғәзләй башлай. Хөкүмәттең шул ҡарарынан һуң, Данияла беҙҙең ҡәрҙәштәрҙең вәғәз эшенә ҡаршылыҡтар башҡаса булмай.
21, 22. АҠШ Юғары суды Мердок ағай-ҡәрҙәштең эше буйынса ниндәй ҡарар сығарған?
21 Кушма Штаттар. 1940 йылдың 25 февралендә, йәкшәмбе көнө, пионер Роберт Мердок һәм тағы ете Йәһүә шаһиты Питсбург ҡалаһынан (Пенсильвания штаты) йыраҡ түгел Дженнетт ҡалаһында вәғәзләп йөрөгәндә ҡулға алына. Уларҙы лицензия һатып алмайынса әҙәбиәт тәҡдим итеүҙә ғәйепләп хөкөм итәләр. Ҡәрҙәштәр был ҡарар менән ризалашмай һәм АҠШ Юғары судына ялыу яҙа. Суд эште тикшереүгә ҡабул итә.
22 1943 йылдың 3 майында Юғары суд Йәһүә шаһиттарын яҡлаған ҡарар сығара. Суд хөкүмәттең лицензия талап итеүенә ҡаршы сыға, сөнки был «федераль Конституция биргән хоҡуҡты һатып алырға кәрәк» тигәнде аңлата. Ул шулай уҡ «һүҙ иреген һәм дин тотоу иреген сикләй» тип, ҡала хакимиәтенең ҡарарын ғәмәлдән сығара. Күпселектең фекерен аңлатып, судья Уильям Дуглас, Йәһүә шаһиттарының эшмәкәрлеге — «ул вәғәз генә лә, дини әҙәбиәт таратыу ғына ла түгел, ә ике эшмәкәрлекте берлектә алып барыу», ти. Шунан судья: «Был дини эшмәкәрлек сиркәүҙәге ғибәҙәт һәм кафедранан вәғәзләү кеүек үк юғары статусҡа эйә», — тип өҫтәй.
23. Ни өсөн 1943 йылдағы юридик еңеү беҙҙең өсөн бөгөн дә әһәмиәтле?
23 Юғары суд ҡарары Алла халҡының ҙур юридик еңеүе булып тора. Ул беҙҙең сауҙагәр түгел, ә мәсихсе-хеҙмәтсе булыуыбыҙҙы күрһәткән. 1943 йылдың иҫтәлекле ул көнөндә Йәһүә шаһиттары Юғары судта (Мердок эше менән бергә) 13 эштең 12-һендә еңеп сыҡҡан. Артабанғы йылдарҙа, Батшалыҡ хаҡындағы хәбәрҙе таратыуға дошмандар ҡаршы сығырға маташҡанда, был ҡарарҙар прецедент ролен үтәгән.
Беҙ «кешеләргә ҡарағанда Аллаға нығыраҡ буйһонорға» тейешбеҙ
24. Хөкүмәт вәғәз эшебеҙҙе тыйһа, беҙ нимә эшләйбеҙ?
24 Беҙ, Йәһүә хеҙмәтселәре, Батшалыҡ хаҡында ирекле рәүештә вәғәзләр өсөн хөкүмәттәр законлы хоҡуҡ биргәндә, шатланабыҙ. Әммә хөкүмәт вәғәз эшен тыя икән, беҙ эшмәкәрлегебеҙгә үҙгәрештәр индерәбеҙ һәм, мөмкин булған һәр ысулды ҡулланып, хеҙмәтебеҙҙе дауам итәбеҙ. Илселәр кеүек үк, беҙ ҙә «кешеләргә ҡарағанда Аллаға нығыраҡ буйһонорға» тейешбеҙ (Ғәм. 5:29; Матф. 28:19, 20). Шул уҡ ваҡытта беҙ, тыйыуҙы ғәмәлдән сығарһындар өсөн, судтарға мөрәжәғәт итәбеҙ. Бына ике миҫал.
25, 26. Никарагуалағы ниндәй ваҡиғалар Юғары судта тикшереүгә килтергән һәм һөҙөмтә ниндәй булған?
25 Никарагуа. 1952 йылдың 19 ноябрендә миссионер һәм филиал хеҙмәтсеһе булған Донован Менстерман башҡала Манагуалағы Иммиграция департаментына килә. Уға департамент начальнигы капитан Арнольдо Гарсиаға килергә ҡушылған була. Капитан Донованға, Никарагуала Йәһүә шаһиттарына «үҙ тәғлимәтен таратыу һәм дини эшмәкәрлек менән шөғөлләнеү тыйыла», тип әйтә. «Ни өсөн?» тигән һорауға капитан Гарсиа, Йәһүә шаһиттарының вәғәзләр өсөн хөкүмәттән рөхсәте юҡ һәм уларҙы коммунистар тип иҫәпләйҙәр, ти. Уларҙы кем шулай ғәйепләгән? Католиктарҙың руханиҙары.
26 Менстерман ҡәрҙәш шунда уҡ дин эштәре буйынса Министерствоға һәм президент Анастасио Сомосе Гарсиаға ялыу яҙа, әммә һөҙөмтәһе булмай. Шуға күрә ҡәрҙәштәр вәғәз эшенә үҙгәрештәр индерергә хәл итә. Улар Батшалыҡ залын яба, бәләкәй генә төркөмдәргә бүленеп йыйыла башлай һәм урамдарҙа хеҙмәт итеүҙе туҡтата, әммә Батшалыҡ хаҡындағы хәбәрҙе таратыуын дауам итә. Шул уҡ ваҡытта улар, тыйыуҙы ғәмәлдән сығарһындар өсөн, Никарагуаның Юғары судына мөрәжәғәт итә. Был ваҡиға хаҡында гәзиттәрҙә күп хәбәр сыға, һәм Юғары суд беҙҙең эште тикшереүгә ҡабул итә. Һөҙөмтә ниндәй була? 1953 йылдың 19 июнендә Юғары суд бер тауыштан Йәһүә шаһиттары файҙаһына ҡарар сығара. Суд иҫәпләүенсә, тыйыу үҙ ҡарашыңды белдереү һәм выждан ирегенән, дин тотоу иреге биргән конституцион хоҡуҡтан мәхрүм итә. Ул шулай уҡ, Никарагуа хөкүмәте менән Йәһүә шаһиттары араһындағы мөнәсәбәттәрҙе яңынан тергеҙергә кәрәк, тип белдерә.
27. Ни өсөн Юғары суд ҡарары Никарагуа халҡын ғәжәпләндергән, һәм был еңеүҙе ағай-ҡәрҙәштәр нисек ҡабул иткән?
27 Юғары судтың Йәһүә шаһиттары яғына баҫыуы Никарагуа халҡын ғәжәпләндергән. Ошоғаса руханиҙарҙың тәьҫире илдә бик көслө булған, шуға күрә суд улар менән конфликтҡа инмәҫкә тырышҡан. Хөкүмәт чиновниктарының да йоғонтоһо ҙур булған, һәм суд уларҙың ҡарарына ла бик һирәк ҡаршы сыҡҡан. Ә ҡәрҙәштәребеҙ был еңеүгә Батшабыҙҙың яҡлауы һәм вәғәзде туҡтатмауҙары арҡаһында ирешеүенә һис тә шикләнмәгән (Ғәм. 1:8).
28, 29. 1980-се йылдар уртаһында Заирҙа ниндәй үҙгәрештәр булған?
28 Заир. 1980 йылдарҙа Заирҙа (хәҙер Конго Демократик Республикаһы) 35 000 тирәһе Йәһүә шаһиты була. Батшалыҡ вәғәзселәре һаны арта барыу сәбәпле филиалдың яңы биналарын төҙөү башлана. 1985 йылдың декабрендә илдең башҡалаһы Киншасалағы стадионда халыҡ-ара конгресс була, унда бөтә донъянан 32 000 делегат йыйыла. Әммә һуңыраҡ илдә Йәһүә шаһиттарының хәле үҙгәрә. Нимә арҡаһында?
29 Ул ваҡытта Заирҙа Квебектан (Канада) Дюплесси режимы заманында эҙәрлекләүҙәр кисергән Марсель Фильто ағай-ҡәрҙәш миссионер булып хеҙмәт иткән. Ул былай тип хәтерләй: «1986 йылдың 12 мартында яуаплы ағай-ҡәрҙәштәргә хат тапшырҙылар. Унда, Заирҙа Йәһүә шаһиттарының һәр төр эшмәкәрлеге законһыҙ тип иғлан ителә, тиелгән ине». Тыйыуға президент Мобуту ҡул ҡуйған.
30. Филиал комитетына ниндәй етди ҡарар ҡабул итергә кәрәк булған, һәм ҡәрҙәштәр нимә эшләргә хәл иткән?
30 Киләһе көндә милли радио аша: «Беҙ Заирҙа Йәһүә шаһиттары хаҡында башҡаса бер ваҡытта ла ишетмәйәсәкбеҙ», — тип хәбәр итәләр. Шунда уҡ эҙәрлекләүҙәр башлана. Ҡәрҙәштәрҙе талайҙар, ҡулға алалар, туҡмайҙар, төрмәләргә ябалар, ә Батшалыҡ залдарын емерәләр. Хатта Йәһүә шаһиттарының балаларын төрмәгә ултыртҡан саҡтар ҙа була. 1988 йылдың 12 октябрендә хөкүмәт ойошманың милкен тартып ала һәм филиал территорияһына халыҡ гвардияһын урынлаштыра. Яуаплы ҡәрҙәштәр президент Мобутуға ялыу яҙып ҡарай, әммә яуап булмай. Филиал Комитеты етди ҡарар ҡабул итергә тейеш була: «Юғары судҡа мөрәжәғәт итергәме, әллә бер аҙ көтөргәме?» Ул ваҡытта филиал комитеты координаторы булып хеҙмәт иткән Тимоти Холмс ағай-ҡәрҙәш былай ти: «Беҙ Йәһүәнән зирәклек һәм йүнәлеш биреүен һораныҡ». Ҡәрҙәштәр, оҙаҡ ҡына доға ҡылып фекер алышҡандан һуң, әлегә был проблеманы суд аша хәл итеп булмаясағын аңлай. Комитет иғтибарын ҡәрҙәшлек хаҡында хәстәрлек күреүгә һәм вәғәз эшен дауам итер өсөн ысулдар эҙләүгә тупларға ҡарар итә.
«Суд барышында беҙ Йәһүәнең нисек итеп барыһын да үҙгәртә алғанын күрҙек»
31, 32. Заирҙың Юғары суды ниндәй мөһим ҡарар сығарған, һәм ул ҡәрҙәштәребеҙгә нисек тәьҫир иткән?
31 Бер нисә йыл үткәс, Йәһүә шаһиттарына баҫым кәмей төшә, һәм илдә кеше хоҡуҡтарына иғтибар бер аҙ арта. Филиал комитеты, тыйыуҙы ғәмәлдән сығарыр өсөн, Заирҙың Юғары судына мөрәжәғәт итергә ваҡыт етте, тигән һөҙөмтәгә килә. Юғары суд эште тикшереүгә ҡабул итә. 1993 йылдың 8 ғинуарында, президенттың теге указына ете йыл була тигәндә суд, хөкүмәттең Йәһүә шаһиттарына ҡаршы эш итеүе законһыҙ булған, тип таба һәм тыйыу хаҡындағы указды ғәмәлдән сығара. Уйлап ҡына ҡарағыҙ: судьялар, үҙ ғүмерен ҡурҡыныс аҫтына ҡуйып, президенттың ҡарарын ғәмәлдән сығарған! Холмс ағай-ҡәрҙәш былай ти: «Суд барышында беҙ Йәһүәнең нисек итеп барыһын да үҙгәртә алғанын күрҙек» (Дан. 2:21). Был еңеү ҡәрҙәштәрҙең иманын нығытҡан. Улар Батшабыҙ Ғайса Мәсихтең Алла халҡына ҡасан һәм нисек эш итергә кәрәклеген күрһәтеп, етәкләп барыуына тағы ла нығыраҡ инанған.
32 Тыйыу ғәмәлдән сығарылғас, филиалға яңы биналар төҙөргә, миссионерҙарҙы саҡырырға һәм илгә Изге Яҙмаға нигеҙләнгән әҙәбиәт индерергә рөхсәт ителә *. Эйе, Йәһүә үҙ халҡының рухи именлеген яҡлап тора. Быны күреп, Алла хеҙмәтселәре бөтә донъя буйынса шатлана! (Ишағ. 52:10).
Йәһүә — минең ярҙамсым
33. Суд эштәренең ҡайһы берҙәрен ҡыҫҡаса ҡарап сығыу беҙҙе нимәгә өйрәтә?
33 Беҙ ҡарап сыҡҡан юридик еңеүҙәр Ғайсаның үҙ вәғәҙәһен үтәгәнен раҫлай. Ул: «Мин үҙем һеҙгә тейешле һүҙҙәр һәм зирәклек бирермен, дошмандарығыҙ уларға ҡаршы бер ни әйтә лә, ҡаршы тора ла алмаҫ». (Лука 21:12—15-те уҡығыҙ.) Ҡайһы ваҡыт Йәһүә, үҙ халҡын яҡлар өсөн, заман Гамалиилдарын ҡуллана йә ҡыйыу судья һәм юристарҙы ғәҙеллек һаҡларға этәрә. Йәһүә дошмандарҙың ҡоралдарын яраҡһыҙ итә. (Ишағыя 54:17-не уҡығыҙ.) Бер ниндәй ҡаршылыҡ та Алланың эшен туҡтата алмай.
34. Беҙҙең юридик еңеүҙәребеҙ ниндәй әһәмиәткә эйә һәм улар нимәне раҫлай? (Шулай уҡ «Юғары судтарҙа әһәмиәтле еңеүҙәребеҙ» тигән рамканы ҡарағыҙ.)
34 Беҙҙең юридик еңеүҙәребеҙ ниндәй әһәмиәткә эйә? Белеүебеҙсә, Йәһүә шаһиттары күренекле һәм дәрәжәле кешеләр түгел. Беҙ һайлауҙарҙа ҡатнашмайбыҙ, сәйәси акцияларға булышлыҡ итмәйбеҙ, политиктарға йоғонто яһарға ынтылмайбыҙ. Улай ғына ла түгел, юғары судтарҙа эшебеҙ тикшерелгәндә, ғәҙәттә, йәмғиәттә беҙҙе, «белемдәре аҙ булған ябай ғына» кешеләр, тип һанайҙар (Ғәм. 4:13). Шуға күрә, кеше күҙлегенән ҡарағанда, судтарҙың, беҙҙең көслө һәм ҙур йоғонтоға эйә булған дини һәм сәйәси дошмандарыбыҙға ҡаршы сығып, беҙҙе яҡлар өсөн сәбәбе лә юҡ тиергә була. Әммә судтар ҡарарҙы йыш ҡына беҙҙең файҙаға сығара! Юридик еңеүҙәребеҙ беҙҙең «Алла тарафынан ебәрелгән булараҡ, Уның Үҙе алдында Мәсих» менән йөрөүебеҙҙе иҫбатлай (2 Кор. 2:17). Илсе Павел кеүек беҙ ҙә: «Раббым — минең Ярҙамсым, мин бер ниҙән дә ҡурҡмаясаҡмын», — тип әйтәбеҙ (Евр. 13:6).
^ «Кантуэлл Коннектикут штатына ҡаршы» тигән суд эше — Хейден Ковингтон ағай-ҡәрҙәш АҠШ Юғары судында яҡлаған 43 эштең беренсеһе. Ул 1978 йылда вафат булған. Уның тол ҡалған ҡатыны Дороти 2015 йылға тиклем Аллаға тоғро хеҙмәт итеп, 92 йәшендә вафат булған.
^ Ғәйепләү 1606 йылда сығарылған законға таянып төҙөлгән. Уға ярашлы, әгәр кешенең һүҙҙәре дошманлыҡ уята кеүек тойолһа ғына ла, дөрөҫ һөйләүенә ҡарамаҫтан, ул ғәйепле тип табылған.
^ 1950 йылда Квебекта 164 тулы ваҡытлы хеҙмәтсе булған, шул иҫәптән 63 Гилеад мәктәбен тамамлаусы. Улар, рәхимһеҙ эҙәрләүҙәр менән осрашырын белһә лә, Квебекка килгән.
^ Глен Хау ағай-ҡәрҙәш батыр адвокат булған, ул 1943 йылдан алып 2003 йылға тиклем Канадала һәм башҡа илдәрҙә Йәһүә шаһиттарын ҙур оҫталыҡ менән яҡлаған.
^ Был эш тураһында 2000 йылдың 22 апрелендә сығарылған «Уянығыҙ!» журналының (урыҫ) 18—24-се биттәрендәге «Һеҙҙең һуғыш түгел, ә Алла һуғышы» тигән мәҡәләнән күберәк белергә була.
^ Халыҡ гвардияһы филиал территорияһын бушатһа ла, филиалдың яңы биналарын икенсе ерҙә төҙөгәндәр.