Төп мәғлүмәткә күсеү

Был донъя менән кем идара итә?

Был донъя менән кем идара итә?

Һеҙҙеңсә...

  • Алламы?

  • кешеләрме?

  • Шайтан Иблисме?

ИНЖИЛДӘ НИМӘ ТИП ӘЙТЕЛӘ?

«Бөтөн донъя... Иблис хакимлығы аҫтында» (1 Яхъя 5:19, «Инжил. Изге Яҙманы тәржемә итеү институты»).

«[Ғайса пәйғәмбәр] Иблис эштәрен емерергә килде» (1 Яхъя 3:8).

БЫЛ ҺҮҘҘӘР...

донъя проблемаларының сәбәбен күрһәтә (Асылыш 12:12).

донъя хәленең яҡшы яҡҡа үҙгәреүенә өмөт бирә (1 Яхъя 2:17).

ИЗГЕ ЯҘМАҒА ЫШАНЫП БУЛАМЫ?

Эйе. Түбәндә быға кәмендә өс сәбәп килтерелә:

  • Шайтан Иблистең идараһы юҡ ителәсәк. Йәһүә Алла Шайтандың кешелек өҫтөнән хакимлығын юҡ итәсәк. Ул Иблисте юҡ итергә һәм уның хакимлығы килтергән бөтә зыянды бөтөрөргә вәғәҙә бирә (Еврейҙарға 2:15).

  • Алла донъя өҫтөнән хаким итеп Ғайса Мәсихте һайлаған. Ғайса пәйғәмбәр был донъяның яуыз, эгоист хакимына бер ҙә оҡшамаған. Ғайсаның идараһы тураһында Алла бындай вәғәҙә бирә: «Ябай һәм ярлы кешене ул ҡыҙғаныр... Ул уларҙы иҙеүҙән һәм йәбер-золомдан йолоп ҡалыр» (Зәбур 72:13, 14).

  • Алла алдай алмай. Инжилдә: «Алла тарафынан алдауға юл ҡуйылмай», — тип әйтелә (Еврейҙарға 6:18). Йәһүә Алла берәй нәмә эшләргә вәғәҙә иткән икән, тимәк, был инде эшләнгән, тип әйтеп була! (Ишағыя 55:10, 11). «Был донъяның хакимы ҡыуыласаҡ» (Яхъя 12:31).

УЙЛАНЫР ӨСӨН ҺОРАУ:

Был донъяның хакимы юҡ ителгәс, донъя ниндәй буласаҡ?

Изге Яҙмала был һорауға яуап бар. ЗӘБУР 37:10, 11-ҙе һәм АСЫЛЫШ 21:3, 4-те ҡарағыҙ.