Төп мәғлүмәткә күсеү

Изге Яҙма ниндәй китап ул?

Изге Яҙма ниндәй китап ул?

Һеҙҙеңсә, ул...

  • аҡыллы кешеләр яҙған китапмы?

  • уйҙырмалар һәм мифтар йыйынтығымы?

  • Алла биргән китапмы?

ИНЖИЛДӘ НИМӘ ТИП ӘЙТЕЛӘ?

«Изге Яҙма тотош Алла тарафынан рухландырылған» (2 Тимофейға 3:16, «Инжил. Изге Яҙманы тәржемә итеү институты»).

БЫНЫ БЕЛЕҮ НИНДӘЙ ФАЙҘА КИЛТЕРӘ?

Һеҙ үҙегеҙҙе борсоған һорауҙарға яуап табырһығыҙ (Ғибрәтле һүҙҙәр 2:1—5).

Көндәлек тормошоғоҙға ҡағылышлы ышаныслы кәңәштәр алырһығыҙ (Зәбур 119:105).

Киләсәккә ышаныслы өмөт бирә (Римдарға 15:4).

ИЗГЕ ЯҘМАҒА ЫШАНЫП БУЛАМЫ?

Эйе. Түбәндә быға кәмендә өс сәбәп килтерелә:

  • Эстәлегенең ғәжәйеп берҙәмлеге. Изге Яҙма китабы 1600 йылдан ашыу ваҡыт дауамында яҙылған. Уны төрлө осорҙа йәшәгән 40 тирәһе кеше яҙған. Уларҙың күбеһе бер-береһе менән хатта таныш та булмаған. Шулай ҙа бөтә китап буйынса ҡыҙыл еп булып бер төп тема үтә!

  • Яҙыусыларҙың намыҫлы булыуы. Тарихсылар йыш ҡына үҙ халҡының еңелеүҙәре хаҡындағы хәбәрҙәрҙе төшөрөп ҡалдыра. Изге Яҙманы яҙыусылар иһә асыҡтан-асыҡ үҙҙәренең етешһеҙлектәре һәм үҙ халҡының хаталары тураһында яҙған (2 Йылъяҙма 36:15, 16; Зәбур 51:1—4).

  • Пәйғәмбәрлектәрҙең теүәл үтәлеүе. Изге Яҙмала боронғо Вавилон ҡалаһының емереләсәге хаҡында яҡынса 200 йыл алдан әйтелгән булған (Ишағыя 13:17—22). Пәйғәмбәрлектә Вавилондың нисек яулап алынасағы ғына түгел, ә яулап аласаҡ батшаның исеме лә яҙылған булған! (Ишағыя 45:1—3).

    Изге Яҙмалағы башҡа күп кенә пәйғәмбәрлектәр ҙә бөтә нескәлектәренә тиклем үтәлгән. Алла Һүҙендәге пәйғәмбәрлектәр тап шундай булырға тейеш тә! (2 Петр 1:21).

УЙЛАНЫР ӨСӨН ҺОРАУ:

Алла Һүҙе тормошоғоҙҙо нисек яҡшырта ала?

Изге Яҙмала был һорауға яуап бар. ИШАҒЫЯ 48:17, 18-ҙе һәм 2 ТИМОФЕЙҒА 3:16, 17-не ҡарағыҙ.