Төп мәғлүмәткә күсеү

5-СЕ БҮЛЕК

Сихырсылыҡ, күрәҙәселек һәм магия тураһында дөрөҫлөк

Сихырсылыҡ, күрәҙәселек һәм магия тураһында дөрөҫлөк

1. Магияға һәм сихырсылыҡҡа ышаныу ни тиклем киң таралған?

 «АФРИКАЛА, сихырсылыҡ ысынлап та бармы ул, тип һорау ахмаҡлыҡ булыр ине», — тиелә «Африканың традицион диндәре» тигән китапта. Унда шулай уҡ: «Африкала йәшәгән күптәр өсөн сихырсылыҡ — тормоштоң айырылғыһыҙ өлөшө», — тип тә әйтелә. Сихырсылыҡҡа уҡымышһыҙ кешеләр ҙә, юғары белемлеләр ҙә, хатта ислам һәм христиан дине етәкселәре лә ышана.

2. Киң таралған хөрәфәткә ярашлы, сихри көс ҡайҙан килә?

2 Африкала киң таралған хөрәфәткә ярашлы, имеш, шундай бер сихри көс бар, ул Алланан килә. Уны рухтар һәм үлгән ата-бабалар ҡулланырға мөмкин. Әммә ҡайһы бер кешеләр ҙә уны үҙләштереп, яҡшылыҡ (аҡ магия) йә яуызлыҡ (ҡара магия) ҡылыр өсөн ҡуллана ала.

3. Ҡара магия нимә ул, һәм ҡайһы берәүҙәрҙең фекеренсә, ул ниндәй зыян килтерә ала?

3 Ҡара магия дошмандарға ҡаршы ҡулланыла. Кешеләргә зыян килтерер өсөн, уны ҡулланыусылар ярғанаттарҙы, сысҡандар, себендәр һәм башҡа тереклекте ебәрергә мөмкин, тип иҫәпләнә. Дошманлыҡ, бала таба алмау, ауырыуҙар һәм хатта үлем дә ҡара магия арҡаһында була, тип ышана кешеләр.

4. Сихырсылар ниндәй һәләткә эйә тип һанала? Уларҙың ҡайһы берҙәре үҙе хаҡында ниҙәр һөйләй?

4 Ҡара магия сихырсылыҡ менән тығыҙ бәйле. Кешеләр иҫәпләүенсә, сихырсылар төндә башҡа сихырсылар менән осрашыр йә берәйһенең ғүмерен алыр өсөн, үҙ тәнен ҡалдырып осоп китә. Тәндәре карауаттарында йоҡлап ҡала, шуға ла осоп йөрөгәндәрен иҫбатлар өсөн, ни бары элекке сихырсыларҙың үҙҙәре һөйләгәндәрен генә дәлил итеп килтерәләр. Мәҫәлән, Африканың бер журналында элек сихырсы булған үҫмер ҡыҙҙарҙың һүҙҙәрен яҙғандар. Улар «мин автомобиль аварияһы яһаным һәм 150 кешене үлтерҙем», «мин биш баланың ҡанын һурып үлтерҙем», «мин үҙемде ташлаған өсөн, өс егетте үлтерҙем» кеүегерәк һүҙҙәр һөйләгән.

5. Аҡ магия нимә ул, һәм уны нисек ҡулланалар?

5 Аҡ магия яуызлыҡтан һаҡлай тип ышаналар. Аҡ магия менән шөғөлләнеүселәр тылсымлы балдаҡтар, беләҙектәр кейеп йөрөй. Улар үҙҙәрен яҡлау өсөн төрлө эликсирҙар эсә йә уларҙы тәненә һөртә. Өйҙәрендә һәм уның тирәһендәге төрлө урындарҙа яҡлау көсөнә эйә тип һаналған әйберҙәр йәшереп ҡуя. Шулай уҡ улар Ҡөрьәндән йә Изге Яҙманан алынған аяттар һалынған бетеүҙәрҙең яҡлау көсөнә ышана.

Ялған һәм мутлыҡ

6. Шайтан һәм ендәр боронғо замандарҙа нимә эшләгән, һәм беҙ уларҙың көсөнә нисек ҡарарға тейеш?

6 Ысынында, Шайтан һәм ендәр — кешеләрҙең ҡурҡыныс дошманы. Улар кешенең тормошона һәм аңына тәьҫир итә ала. Элек хатта улар кеше йә хайуан эсенә инеп оялаған осраҡтар ҙа булған (Матфей 12:43—45). Беҙгә, улар әллә ни көслө түгел, тип уйларға ла, уларҙан ҡотобоҙ алынып ҡалтырап торорға ла кәрәкмәй.

7. Шайтан кешеләрҙе нимәгә ышандырырға тырыша? (Миҫал килтерегеҙ.)

7 Шайтан — оҫта алдаҡсы. Ул үҙен ысынбарлыҡтан күпкә ҡеүәтлерәк итеп күрһәтергә маташа. Ошондай миҫал килтерәйек. Африка илдәренең береһендә күптән түгел генә булған хәрби бәрелештә һалдаттар дошмандың ҡотон алыр өсөн ҡеүәтле тауыш системаһы ҡулланған. Атака алдынан улар ныҡ итеп ҡысҡыртып орудия залптары һәм атыу тауыштары яҙмаһын уйнатҡан. Был тауыштар, яҡшы ҡоралланған армия һөжүм итә, тигән фекер тыуҙырырға тейеш булған. Шайтан да шуға оҡшаш алым ҡуллана. Ул кешеләрҙе, минең көсөм сикһеҙ, тип ышандырырға тырыша. Уның маҡсаты — кешеләрҙе ҡурҡытып, Йәһүәне түгел, ә үҙен тыңларға мәжбүр итеү. Шайтан таратҡан өс ялған фекерҙе ҡарап китәйек.

8. Шайтан ниндәй ялған тарата?

8 Беренсе ялған: бер насарлыҡ та осраҡлы ғына түгел, һәр яуызлыҡ, әгәр уны туранан-тура берәй кеше ҡылмаған булһа, сихыр көсө менән эшләнгән була. Әйтәйек, бала маляриянан үлеп китте, ти. Уның әсәһе был сирҙе серекәйҙәр таратҡанын, бәлки, беләлер ҙә. Әммә уның, кемдер сихыр ярҙамында шул серекәйҙе балаға ебәргән, тип уйлауы ихтимал.

Насар хәлдәр йыш ҡына осраҡлы рәүештә була

9. Изге Яҙма ҡайһы бер проблемаларыбыҙ Шайтан арҡаһында түгел икәнен нисек күрһәтә?

9 Шайтан кешеләргә ауырлыҡтар ебәрә ала. Әммә бөтә бәләләрҙә лә уны ғәйепләү дөрөҫ булмаҫ ине. Изге Яҙмала былай тиелә: «Һәр ваҡытта ла йүгерештә — етеҙҙәр, ә һуғышта көслөләр еңмәй, һәр саҡта ла аҡыллыларҙа — икмәк, зирәктәрҙә байлыҡ булмай, һәм һәр мәлдә лә белемле кешеләр уңышҡа ирешмәй, сөнки уларҙың һәммәһе лә көтөлмәгән ваҡытта осраҡлы хәлгә эләгә» (Вәғәзсе 9:11). Берәй йүгереүсе башҡаларҙан етеҙерәк булһа ла, тап ул еңәсәк тип әйтеп булмай. Уның бит «осраҡлы хәлгә» эләгеүе ихтимал. Йүгереүсе эләгеп тәгәрәргә, йығылып берәй ерен имгәтергә йә уның һеңере тартылырға мөмкин. Ундай хәлдең һәр кем менән булыуы ихтимал. Бында Шайтандың да, сихырҙың да ҡыҫылышы юҡ. Был — ни бары осраҡлы хәл.

10. Сихырсылар хаҡында ниҙәр һөйләйҙәр, һәм бының ялған икәнен беҙ ҡайҙан беләбеҙ?

10 Икенсе ялған: төндәрен сихырсылар үҙ тәнен ҡалдырып, икенсе сихырсылар менән осрашырға йә үҙ ҡорбандарын үлтерергә китә. Ә хәҙер уйлап ҡарайыҡ: «Әгәр сихырсы тәнен ҡалдырып китә икән, уның нимәһе осоп йөрөй һуң?» Белгәнебеҙсә, йән — ул кеше үҙе, ә тәндән айырыла ала торған ниндәйҙер бер нәмә түгел. Ә рух иһә — йәшәү көсө, тән уның арҡаһында йәшәй. Рух тәндән башҡа бер ни ҙә эшләй алмай.

Сихырсылар үҙ тәнен ҡалдырып китеп йөрөй алмай

11. Сихырсыларҙың үҙ тәнен ҡалдырып йөрөй алмағанын беҙ ҡайҙан беләбеҙ? Һеҙ быға ышанаһығыҙмы?

11 Йән дә, рух та тәнде ҡалдырып китеп, үҙ аллы ғына бер ни ҙә — яҡшылыҡ та, яуызлыҡ та ҡыла алмай. Шуға күрә сихырсыларҙың үҙ тәнен ҡалдырып йөрөй алыуы мөмкин дә түгел. Ысынында, улар, ниндәйҙер эштәр эшләнем тип һөйләһә лә, йә эшләнем тип уйлаһа ла, бер ни ҙә башҡармаған булып сыға.

12. Иблис нисек итеп кешеләрҙе, имеш, ниҙер эшләгәндәренә йә һөйләгәндәренә ышандыра ала?

12 Улайһа, сихырсыларҙың үҙҙәре хаҡында һөйләгәндәрен нисек аңлатырға? Улар бер ни эшләмәһә лә, Шайтан уларҙы нимәлер эшләгәндәренә ышандыра ала. Ул күренеш бирергә мөмкин, кеше, шул күренеште ысынбарлыҡ тип уйлап, күрҙем, ишеттем, шулай эшләнем, тип һөйләй. Ысынында иһә, быларҙың береһе лә булмаған. Шуға оҡшаш юлдар менән Шайтан кешеләрҙең Изге Яҙмаға ышанысын ҡаҡшатырға һәм уларҙы Йәһүәнән алып китергә тырыша.

13. а) Аҡ магия — ул яҡшы магия, тигәндәре дөрөҫмө? б) Изге Яҙмала был хаҡта ни әйтелә?

13 Өсөнсө ялған: аҡ магия яҡшы, ул кешеләрҙе ҡара магиянан һаҡлай. Ләкин Изге Яҙмаға ярашлы, аҡ магия менән ҡара магия араһында бер айырма ла юҡ. Ул һәр төрлө магияны ла кире ҡаға. Йәһүәнең магияға һәм уның менән шөғөлләнгән кешеләргә ҡағылышлы Израиль халҡына биргән бер нисә ҡанунын ҡарап китәйек.

  •   «Ҡаны булған бер нәмәне лә ашама. Фал асма һәм сихырсылыҡ ҡылма» (Левиттар 19:26).

  •   «Рухтар саҡырыусы йә күрәҙәсе булған һәр ир-ат йә ҡатын-ҡыҙ, һис шикһеҙ, үлтерелергә тейеш» (Левиттар 20:27).

  •   «Һинең араңда... күрәҙәлек итеүсе, сихырсылыҡ ҡылыусы, фал асыусы, башҡаларға әпсен менән тәьҫир итеүсе, рухтар саҡырыусыға йә бағымсыға барыусы йә үлгәндәр менән һөйләшеүсе булмаһын» (Ҡанун 18:10—14).

14. Ни өсөн Йәһүә сихырсылыҡ менән шөғөлләнеүҙе тыйған?

14 Был ҡанундарҙан күренеүенсә, Алла үҙ халҡының сихырсылыҡ, йәғни магия менән шөғөлләнеүен теләмәй. Үҙ хеҙмәтселәрен яратҡанға, уларҙың ҡурҡыу һәм төрлө хөрәфәттәр ҡоллоғона эләгеүен, ендәр хакимлығында булыуын теләмәгәнгә күрә, Йәһүә ошо ҡанундарҙы биргән.

15. Йәһүәнең Шайтандан күп тапҡырҙарға көслөрәк икәнен Изге Яҙма нисек күрһәтә?

15 Изге Яҙмала ендәрҙең ниҙәр эшләй алыуы, ә ниҙәр эшләй алмауы ентекләп һүрәтләнмәй, әммә унда Йәһүәнең Шайтан һәм ендәрҙән күпкә көслөрәк икәне асыҡ күрһәтелә. Йәһүә Шайтанды күктән бәреп төшөргән (Асылыш 12:9). Шулай уҡ иҫкә төшөрөгөҙ, Шайтан Әйүпте һынарҙан алда, Алланан рөхсәт һораған һәм уның Әйүпте үлтермәҫкә тигән әмеренә буйһонған (Әйүп 2:4—6).

16. Беҙгә кемдән яҡлау эҙләргә?

16 Ғибрәтле һүҙҙәр 18:10-да былай тиелә: «Йәһүәнең исеме — ныҡ манара. Тәҡүә кеше шунда ҡасып, яҡлау таба». Шуға күрә беҙгә яҡлау һорап, Йәһүәгә мөрәжәғәт итергә кәрәк. Алла хеҙмәтселәре, үҙҙәрен Шайтан һәм ендәрҙән яҡлар өсөн, төрлө әпсен-төпсөн, им-том ҡулланмай, сихырсыларҙың ләғнәтенән ҡурҡмай. Улар Изге Яҙмалағы бындай һүҙҙәргә ышана: «Йәһүә, үҙенең көс-ҡеүәтен күңелдәре тулыһынса үҙенә тоғро булғандар файҙаһына күрһәтер өсөн, бөтә ер йөҙөн күҙҙән кисерә» (2 Йылъяҙма 16:9).

17. Яҡуб 4:7 беҙҙе нимәгә ышандыра, әммә беҙҙән нимә көтөлә?

17 Әгәр һеҙ Йәһүә хеҙмәтсеһе булһағыҙ, был һүҙҙәр һеҙгә лә ҡағыла. Яҡуб 4:7-лә былай тиелә: «Аллаға буйһоноғоҙ, ә Иблискә ҡаршы тороғоҙ, шул ваҡытта ул һеҙҙән ҡасыр». Әгәр хаҡ Аллаға хеҙмәт итәһегеҙ һәм уның бар әйткәндәрен үтәйһегеҙ икән, Йәһүә мотлаҡ рәүештә һеҙҙе яҡлаясаҡ.