«Мәсихселәр тормошо һәм хеҙмәте» осрашыуы өсөн күрһәтмәләр
Йөкмәтке
1. Ошо документтағы күрһәтмәләр «Мәсихселәр тормошо һәм хеҙмәте» осрашыуында ҡатнашасаҡ бөтә кешеләр өсөн файҙалы булыр. Йөкләмәне әҙерләй башлар алдынан уларға «Мәсихселәр тормошо һәм хеҙмәте» эш дәфтәрендәге һәм ошо документтағы күрһәтмәләр менән танышырға кәрәк. Бөтә вәғәзселәрҙе лә уҡыусыларҙың йөкләмәләре менән сығыш яһарға дәртләндерергә кәрәк. Вәғәзсе булмағандар ҙа, Изге Яҙманың тәғлимәттәре менән риза булһа һәм тормошон мәсихселәр принциптарына ярашлы итеп үҙгәртһә, йөкләмәләр менән сығыш яһай ала. Әгәр ҙә вәғәзсе булып хеҙмәт итмәгән кеше йыйылышта йөкләмәләр менән сығыш яһарға теләк белдерһә, «Мәсихселәр тормошо һәм хеҙмәте» осрашыуының етәксеһе уның менән ниндәй талаптарға тура килергә тейешлеге тураһында фекер алышырға, ә һуңынан уға уҡыусыларҙың йөкләмәләре менән сығыш яһарға хупланғанмы-юҡмы икәнен хәбәр итергә тейеш. Был фекер алышыуға уның менән Изге Яҙма өйрәнеүен үткәргән вәғәзсене йә Йәһүә шаһиты булған атай-әсәйен дә саҡырырға кәрәк. Уҡыусыларҙың йөкләмәләре менән сығыш яһарға теләгәндәр өсөн дә, һыуға сумдырылмаған вәғәзсе булырға йыйынғандар өсөн дә талаптар бер төрлө (od-TAT 8 бүл., абз. 8).
ИНЕШ ҺҮҘ
2. Бер минут. Һәр осрашыу башында яңғыраған йырҙан һәм доғанан һуң осрашыу рәйесе үтәсәк программаға ҡыҙыҡһыныу уятыр. Ул йыйылышҡа күберәк файҙа килтерерҙәй фекерҙәргә баҫым яһарға тейеш.
«АЛЛА ҺҮҘЕНДӘГЕ ХАЗИНАЛАР»
3. Телмәр (ун минут). Телмәрҙең темаһы һәм уның ике-өс төп пункты эш дәфтәрендә килтерелә. Был телмәр өлкәнгә йә һәләтле хеҙмәт ярҙамсыһына бирелә. Изге Яҙманы аҙна һайын уҡыу расписаниеһы буйынса Изге Яҙманың яңы китабын өйрәнеү планлаштырылһа, был китап менән таныштырған видеояҙманы күрһәтергә кәрәк. Сығыш яһаған ҡәрҙәш видеояҙмала яңғыраған фекерҙәрҙең тема менән нисек бәйле булыуы хаҡында әйтеп китә ала. Әммә шул уҡ ваҡытта ул эш дәфтәрендә килтерелгән төп фекерҙәрҙе мотлаҡ ҡарап сығырға тейеш. Ваҡытҡа ҡарап, ул шулай уҡ һүрәттәрҙе лә ҡарап сыға ала. Шулай уҡ төп фекерҙәрҙе асыҡларға ярҙам иткән өҫтәмә материалды ҡулланырға була.
4. Рухи ынйылар (ун минут). Һорауҙар һәм яуаптар рәүешендә үткәрелә торған фекер алышыу. Инеш һүҙ әйтергә һәм йомғаҡлау яһарға кәрәкмәй. Уны өлкән йә һәләтле хеҙмәт ярҙамсыһы үткәрә. Ир ҡәрҙәш һорауҙарҙың икеһен дә бирергә тейеш. Килтерелгән аяттарҙың барыһын да уҡырғамы-юҡмы икәнен ул үҙе хәл итә ала. Комментарийҙар 30 секундтан да артыҡ булырға тейеш түгел.
5. Изге Яҙманы уҡыу (дүрт минут). Был йөкләмә ир-ат уҡыусыға бирелә. Уҡыусы, инеш һүҙ һәм йомғаҡлау һүҙе әйтеп тормайынса, бирелгән материалды уҡый. Осрашыу рәйесе уҡыусыларға уҡыу оҫталығын яҡшыртырға: аңлап, дөрөҫ итеп, ярашлы интонация менән, паузалар һәм дөрөҫ логик баҫым яһап, шыма һәм тәбиғи уҡырға ярҙам итә. Изге Яҙма өҙөктәре төрлө оҙонлоҡта булырға мөмкин, шуға күрә «Мәсихселәр тормошо һәм хеҙмәте» осрашыуының етәксеһе йөкләмәне билдәләгәндә уҡыусының һәләттәрен иҫәпкә алырға тейеш.
«ХЕҘМӘТ ИТЕҮ ОҪТАЛЫҒЫН ЯҠШЫРТАБЫҘ»
6. Ун биш минут. Йыйылыш осрашыуының был өлөшө һәр бер уҡыусыға вәғәзләү тәжрибәһе тупларға, һөйләшеү һәләттәрен үҫтерергә, вәғәзләү һәм шәкерттәр әҙерләү оҫталығын яҡшыртырға ярҙам итә. Кәрәк саҡта, өлкәндәр ҙә уҡыусылар йөкләмәләре менән сығыш яһай ала. Һәр уҡыусы «Уҡыу һәм өйрәтеү» йә «Кешеләрҙе яратығыҙ» тигән брошюраларҙағы дәрестәр өҫтөндә эшләргә тейеш. Был дәрестәр эш дәфтәрендә йөкләмәнән һуң йәйәләр эсендә килтерелә. Расписаниела фекер алышыу формаһында үткәрелергә тейеш булған пункттар булырға мөмкин. Ундай пунктты өлкән йә һәләтле хеҙмәт ярҙамсыһы үткәрергә тейеш. (Ундай пункттарҙы нисек үткәрергә икәнен белер өсөн, 15-се абзацты ҡара.)
7. Һөйләшеү башлағыҙ. Был йөкләмәне ир-ат йә ҡатын-ҡыҙ уҡыусыға бирергә була. Ярҙамсы шул уҡ енестәге кеше йә уҡыусының ғаилә ағзаһы булырға тейеш. Улар йөкләмә менән ултырып йә тороп сығыш яһай ала. (Был йөкләмәнең эстәлеге һәм вәғәзләү ысулдары тураһында 12-се һәм 13-сө абзацтарҙан күберәк бел.)
8. Ҡыҙыҡһыныу үҫтерегеҙ. Был йөкләмәне ир-ат йә ҡатын-ҡыҙ уҡыусыға бирергә була. Ярҙамсы шул уҡ енестәге кеше булырға тейеш. (km-U 5/97 7 б.). Улар йөкләмә менән ултырып йә тороп сығыш яһай ала. Уҡыусыға үткәндәге һөйләшеүҙе нисек дауам итеп булғанын күрһәтергә кәрәк. (Был йөкләмәнең эстәлеге һәм вәғәзләү ысулдары тураһында 12-се һәм 13-сө абзацтарҙан күберәк бел.)
9. Шәкерттәр әҙерләгеҙ. Был йөкләмәне ир-ат йә ҡатын-ҡыҙ уҡыусыға бирергә була. Ярҙамсы шул уҡ енестәге кеше булырға тейеш. (km-U 5/97 7 б.). Улар йөкләмә менән ултырып йә тороп сығыш яһай ала. Был пунктта ошоғаса инде үткәрелгән өйрәнеүҙең бер өлөшөн күрһәтергә кәрәк. Әгәр уҡыусы инеш һүҙ һәм йомғаҡлау һүҙе менән бәйле күнекмәләр өҫтөндә эшләмәй икән, уға инеш һүҙ әйтергә һәм йомғаҡлау яһарға кәрәкмәй. Килтерелгән бөтә материалды мотлаҡ уҡып сығыу талап ителмәй, шул уҡ ваҡытта быны эшләү ҙә тыйылмай.
10. Үҙ ҡарашығыҙҙы аңлатығыҙ. Әгәр был йөкләмә телмәр итеп билдәләнһә, уны ир-ат уҡыусы үтәргә тейеш. Һөйләшеү итеп билдәләнһә, уны ир-ат йә ҡатын-ҡыҙ уҡыусыға бирергә кәрәк. Ярҙамсы шул уҡ енестәге кеше йә уҡыусының ғаилә ағзаһы булырға тейеш. Уҡыусыға, йөкләмә өсөн килтерелгән сығанаҡтағы мәғлүмәтте ҡулланып, тема буйынса һорауға асыҡ һәм ипле генә итеп яуап бирергә кәрәк. Уҡыусы килтерелгән баҫмаға һылтанырмы-юҡмы икәнен үҙе хәл итә ала.
11. Телмәр. Был йөкләмә ир-ат уҡыусыға бирелә. Ул йыйылыш алдында телмәр менән сығыш яһай. Әгәр телмәр «Кешеләрҙе яратығыҙ» тигән брошюраның А ҡушымтаһындағы пункттарға нигеҙләнһә, уҡыусыға килтерелгән аятты йә аяттарҙы хеҙмәттә нисек ҡулланып булғанын күрһәтергә кәрәк. Мәҫәлән, ул аятты, аяттың мәғәнәһен ҡайһы осраҡтарҙа ҡулланып булғанын һәм был аят ярҙамында кеше менән нисек фекер алышып булғанын аңлата ала. Әгәр телмәр «Кешеләрҙе яратығыҙ» тигән брошюралағы берәй дәрестең пунктына нигеҙләнгән булһа, уҡыусы был пункты хеҙмәттә нисек ҡулланып булғанын күрһәтергә тейеш. Ул дәрестең беренсе пунктында килтерелгән миҫалды ҡарап сыға ала йәки, уға был ярҙам итһә, шул дәрестә килтерелгән өҫтәмә аяттарҙың береһен ҡуллана ала.
12. Йөкләмәнең эстәлеге. Ошо һәм киләһе абзац «Һөйләшеү башлағыҙ» һәм «Ҡыҙыҡһыныу үҫтерегеҙ» тигән йөкләмәләргә ҡағыла. Башҡа күрһәтмә бирелмәһә, уҡыусының маҡсаты — кеше менән Изге Яҙмалағы берәй ябай хәҡиҡәт менән бүлешеү һәм киләһе һөйләшеүгә нигеҙ һалыу. Уҡыусыға шул территория өсөн уңышлы һәм актуаль теманы һайларға кәрәк. Ул өйрәтеү ҡоралдарынан берәй баҫма йә видеояҙма ҡулланырғамы-юҡмы икәнен үҙе хәл итергә тейеш. Уҡыусы ятлап алынған инеш һүҙҙәрҙе ҡулланыу урынына, һөйләшеү оҫталығын үҫтерергә тейеш, мәҫәлән, уға кешегә шәхси ҡыҙыҡһыныу күрһәтергә һәм һөйләшеүҙе тәбиғи итеп алып барырға кәрәк.
13. Вәғәзләү ысулдары. Уҡыусы билдәләгән вәғәзләү ысулын урындағы шарттарға яраҡлаштырырға тейеш. Мәҫәлән:
1) Өйҙән-өйгә йөрөп вәғәзләү. Был өйҙән-өйгә йөрөп вәғәзләү (шәхсән рәүештә, телефон йә хат аша) һәм үткән тапҡыр хеҙмәттә осратҡан кеше менән һөйләшеүҙе дауам итеү булырға мөмкин.
2) Осраҡлы вәғәз. Был вәғәзләү ысулы шаһитлыҡ бирер өсөн ябай әңгәмәне нисек ҡулланып булғанын күрһәтә. Был эштә, мәктәптә, күршеләргә, йәмәғәт транспортында, көндәлек эштәр менән шөғөлләнгән саҡта осратҡан кешеләргә Изге Яҙмалағы фекерҙәр менән бүлешеүҙе үҙ эсенә ала.
3) Йәмәғәт урындарында вәғәзләү. Был ысул күсмә стенд менән вәғәзләү, кешеләрҙең эш урындарында вәғәзләү, тышта, парктарҙа йә кешеләр күп булған башҡа урындарҙа вәғәзләүҙе үҙ эсенә ала.
14. Видеояҙмалар һәм әҙәбиәт ҡулланыу. Шарттарға ҡарап, уҡыусы видеояҙма күрһәтергә йә әҙәбиәт тәҡдим итергә мөмкин. Әгәр ҙә йөкләмә үҙ эсенә видеояҙма күрһәтеүҙе алһа йә уҡыусы үҙе видеояҙма күрһәтергә булһа, уның буйынса фекер алышырға кәрәк, әммә йыйылышта был видеояҙманы күрһәтергә кәрәкмәй.
«МӘСИХСЕЛӘР ТОРМОШО»
15. Осрашыуҙың был өлөшө йыр менән башлана, шунан һуң 15 минут дауамында бер-ике пункт була. Унда Алла Һүҙен нисек ҡулланырға икәне асыҡлана. Башҡа күрһәтмә бирелмәһә, был пункттарҙы өлкәндәргә йә һәләтле хеҙмәт ярҙамсыларына биреп була. Әммә «Йыйылыш ихтыяждары» менән тик өлкән генә сығыш яһарға тейеш. Әгәр программаның пунктында эш дәфтәрендәге материалға нигеҙләнгән фекер алышыу күҙҙә тотолһа, пунктты үткәргән ир ҡәрҙәш, төп фекерҙәргә баҫым яһар өсөн, өҫтәмә һорауҙар бирә ала. Төп фекерҙәрҙе асыҡларға һәм тыңлаусыларға ҡатнашырға ваҡыт етһен өсөн, инеш һүҙ ҡыҫҡа булырға тейеш. Программаның пункты үҙ эсенә интервью алһа, интервью биреүсе үҙ урынынан түгел, ә сәхнәгә сығып һөйләһә, яҡшыраҡ булыр.
16. Йыйылыш менән Изге Яҙманы өйрәнеү (утыҙ минут). Был пункт һәләтле өлкәнгә бирелә. (Өлкәндәр әҙ булған йыйылыштарҙа был пунктты һәләтле хеҙмәт ярҙамсыһына бирергә була.) Өлкәндәр кәңәшмәһе Изге Яҙманы йыйылыш менән өйрәнеүҙе кем үткәрә алғанын хәл итергә тейеш. Был хупланған ир ҡәрҙәштәр өйрәнеүҙе материалдың мәғәнәһенә төшөнөп үткәрергә, ваҡытында тамамларға, Изге Яҙмалағы төп аяттарҙы асыҡларға һәм ҡарап сығылған фекерҙәрҙең практик файҙаһын күрһәтергә тейеш. Һорауҙар һәм яуаптар рәүешендә үткәрелгән фекер алышыуға ҡағылышлы күрһәтмәлә файҙалы кәңәштәр табып була (w23.04 24 б., рамка). Тәғәйенләнгән материалды ентекләп ҡарап сыҡҡандан һуң ваҡыт ҡалһа, пунктты махсус рәүештә һуҙырға кәрәкмәй. Мөмкин булһа, абзацтарҙы уҡыу һәм өйрәнеүҙе үткәреү өсөн, һәр аҙна төрлө ир ҡәрҙәштәрҙе билдәләргә кәрәк. Осрашыу рәйесе Изге Яҙманы өйрәнеү ваҡытын ҡыҫҡартырға ҡушһа, өйрәнеүҙе үткәреүсе быны нисек эшләргә икәнен үҙе хәл итә ала. Мәҫәлән, ҡайһы бер абзацтарҙы уҡымайынса ҡарап сығып була.
ЙОМҒАҠЛАУ ҺҮҘЕ
17. Өс минут. «Мәсихселәр тормошо һәм хеҙмәте» осрашыуының рәйесе осрашыуҙа яңғыраған айырыуса файҙалы фекерҙәрҙе ҡабатлап китер. Ул шулай уҡ киләһе аҙнала үтәсәк осрашыуҙың материалына байҡау яһарға тейеш. Ваҡыт ҡалһа, ул шулай уҡ киләһе аҙнаға ниндәй уҡыусыға ниндәй йөкләмә бирелгәнен дә әйтеп китә ала. Башҡа күрһәтмә бирелмәһә, рәйес кәрәкле хаттарҙы һәм белдереүҙәрҙе уҡый ала. Аҙналыҡ графикка ҡағылышлы, мәҫәлән, аҙна һайын үткәрелә торған вәғәз осрашыуҙарының графигына һәм йыйыштырыу графигына ҡағылышлы белдереүҙәрҙе сәхнәнән әйтергә кәрәкмәй. Уларҙы белдереү таҡтаһына элергә кәрәк. Әгәр рәйес бүлеп ҡуйылған ваҡыт эсендә бөтә кәрәкле белдереүҙәрҙе һәм хаттарҙы уҡып өлгөрмәҫтәй булһа, «Мәсихселәр тормошо» тигән өлөштә пункттар менән сығыш яһаған ир ҡәрҙәштәрҙән үҙ сығыштарын ҡыҫҡартыуын һорай ала ( 16-сы һәм 19-сы абзацтарҙы ҡара). Осрашыу йыр һәм доға менән тамамлана.
МАҠТАУ ҺӘМ КӘҢӘШ
18. Һәр йөкләмәнән һуң осрашыу рәйесе бер минут тирәһе ваҡыт эсендә уҡыусыларҙы, уларға билдәләнгән дәрескә нигеҙләнеп, маҡтарға һәм кәңәштәр бирергә тейеш. Уҡыусының йөкләмәһен иғлан иткәндә, рәйес уның ниндәй күнекмә өҫтөндә эшләгәне тураһында әйтмәй. Әммә уҡыусының сығышынан һуң рәйес, урынлы рәүештә маҡтап, уның ниндәй күнекмә өҫтөндә эшләгәне хаҡында әйтә. Ул шулай уҡ уҡыусының был күнекмәнең ниндәй пункттарын үтәй алғаны йә ни өсөн һәм нисек итеп уға был күнекмә өҫтөндә әле тағы ла эшләп алырға кәрәклеге тураһында ла ипле генә итеп әйтеп китер. Уҡыусы һәм йыйылыш өсөн файҙалы булыр тип иҫәпләһә, рәйес, уҡыусыны, сығышының башҡа үҙенсәлектәренә иғтибар итеп, маҡтай ала. Йыйылыштан һуң йә башҡа ваҡытта, үҙе менән генә һөйләшкәндә, уға, «Уҡыу һәм өйрәтеү», «Кешеләрҙе яратығыҙ» тигән брошюраларға йә «Хеҙмәт мәктәбе» тигән китапҡа (тат.) нигеҙләнеп, өҫтәмә кәңәштәр биреп була. Кәңәштәр уҡыусыға бирелгән күнекмә йә башҡа күнекмә менән бәйле булырға мөмкин. (Осрашыу рәйесенең һәм кәңәштәр бирә торған ир ҡәрҙәштең ролдәре тураһында 19-сы, 24-се һәм 25-се абзацтарҙа ҡара.)
РЕГЛАМЕНТ
19. Программаның пункттары һәм рәйес һүҙе өсөн бирелгән ваҡытты арттырырға ярамай. Эш дәфтәрендә һәр пунктҡа күпме ваҡыт бирелгәне яҙылған. Әммә тема әҙерәк ваҡыт эсендә асыҡланһа, пунктты махсус рәүештә һуҙырға кәрәкмәй. Әгәр ҙә кемдер үҙ пунктын оҙаҡҡа һуҙһа, «Мәсихселәр тормошо һәм хеҙмәте» осрашыуының рәйесе йә кәңәштәр биргән ир ҡәрҙәш был турала уның үҙенә генә әйтергә тейеш ( 24-се һәм 25-се абзацтарҙы ҡара). Осрашыуҙың дауамлығы йырҙар һәм доғалар менән бергә 1 сәғәт 45 минуттан күберәк булырға тейеш түгел.
РАЙОН КҮҘӘТЕҮСЕҺЕНЕҢ КИЛЕҮЕ
20. Район күҙәтеүсеһе йыйылышҡа килгәндә, осрашыу эш дәфтәрендә яҙылғанса, ләкин ҡайһы бер үҙгәрештәрҙе иҫәпкә алып үткәрелә. Осрашыуҙың «Мәсихселәр тормошо» тигән өлөшөндә Изге Яҙманы йыйылыш менән өйрәнеү урынына район күҙәтеүсеһенең 30 минутлыҡ хеҙмәт телмәре яңғырай. Район күҙәтеүсеһенең хеҙмәт телмәре алдынан осрашыу рәйесе үткәрелгән программаға байҡау яһай, киләһе аҙнала үтәсәк осрашыуҙың программаһына иғтибар итеп китә, шулай уҡ кәрәкле белдереүҙәр яһай, хаттар уҡый һәм район күҙәтеүсеһен иғлан итә. Хеҙмәт телмәренән һуң район күҙәтеүсеһе, тура килгән йырҙы һайлап, осрашыуҙы тамамлай. Осрашыу аҙағында ул үҙе доға ҡыла йә башҡа ир ҡәрҙәштең доға ҡылыуын һорай ала. Район күҙәтеүсеһе килгән аҙнала йыйылыш телендәге өҫтәмә кластарҙа уҡыусыларҙың сығыштары үткәрелмәй. Йыйылышҡа ҡараған төркөм район күҙәтеүсеһе килгән аҙнала ла осрашыуҙы айырым үткәрә ала, әммә район күҙәтеүсеһенең хеҙмәт телмәрен ул йыйылыш менән бергә тыңларға тейеш.
РАЙОН КОНГРЕСЫ ЙӘ РЕГИОНАЛЬ КОНГРЕСС ҮТКӘРЕЛГӘН АҘНА
21. Район конгресы йә региональ конгресс үткәрелгән аҙнала йыйылыш осрашыуҙары үткәрелмәй. Йыйылыштағы ҡәрҙәштәргә, ундай аҙналарҙа осрашыу программаһы буйынса материалды шәхсән йә ғаилә менән бергә ҡарап сығырға мөмкин, тип иҫтәренә төшөрөргә кәрәк.
ИҪКӘ АЛЫУ КИСӘҺЕ ҮТКӘРЕЛГӘН АҘНА
22. Кисә үткәрелгән көн аҙна уртаһына тура килһә, ул аҙнала «Мәсихселәр тормошо һәм хеҙмәте» осрашыуы үткәрелмәй.
«МӘСИХСЕЛӘР ТОРМОШО ҺӘМ ХЕҘМӘТЕ» ОСРАШЫУЫНЫҢ ЕТӘКСЕҺЕ
23. Өлкәндәр кәңәшмәһе «Мәсихселәр тормошо һәм хеҙмәте» осрашыуының етәксеһе итеп берәй өлкәнде һайлай. Ул осрашыуҙың яҡшы ойошторолоуы һәм ошо күрһәтмәләр буйынса үткәрелеүе өсөн яуаплы. Ул кәңәш биреүсе ир ҡәрҙәш менән даими рәүештә хеҙмәттәшлек итергә тейеш. Яңы эш дәфтәре сығыу менән, осрашыу етәксеһе бөтә программаның йөкләмәләрен ике айға планлаштырып бүлә. Был уҡыусыларға йөкләмәләр билдәләүҙе, программа пункттары менән сығыш яһаусыларҙы һәм өлкәндәр кәңәшмәһе тарафынан хупланғандар араһынан рәйестәр билдәләүҙе үҙ эсенә ала ( 3—16-сы һәм 24-се абзацтарҙы ҡара). Йөкләмәне билдәләр алдынан, ул уҡыусының йәшен, тәжрибәһен һәм ҡараласаҡ темаға ҡағылышлы һөйләү ирке бармы-юҡмы икәнен иҫәпкә алырға тейеш. Программаның башҡа пункттарын билдәләгәндә лә ошо яҡтарға иғтибар итергә кәрәк. Йөкләмәне кәм тигәндә өс аҙна алдан бирергә кәрәк. Уҡыусылар өсөн йөкләмәләр «„Мәсихселәр тормошо һәм хеҙмәте“ осрашыуына йөкләмә» (S-89) тигән бланкыға яҙып бирелә. «Мәсихселәр тормошо һәм хеҙмәте» етәксеһе кемгә ниндәй йөкләмәләр билдәләнгән графиктың иғландар таҡтаһына эленеүе хаҡында ҡайғыртырға тейеш. Өлкәндәр кәңәшмәһе уға ярҙамға икенсе бер өлкәнде йә хеҙмәт ярҙамсыһын билдәләй ала. Әммә уҡыусылар өсөн тәғәйенләнмәгән йөкләмәләрҙе билдәләүҙе тик өлкәндәргә генә тапшырырға кәрәк.
«МӘСИХСЕЛӘР ТОРМОШО ҺӘМ ХЕҘМӘТЕ» ОСРАШЫУЫНЫҢ РӘЙЕСЕ
24. Һәр аҙна өлкәндәрҙең береһе «Мәсихселәр тормошо һәм хеҙмәте» осрашыуының рәйесе була. (Өлкәндәр әҙ булған йыйылыштарҙа осрашыуҙың рәйесе итеп һәләтле хеҙмәт ярҙамсыһы ла билдәләнә ала.) Ул инеш һүҙ менән йомғаҡлау һүҙен әҙерләргә һәм программаның бөтә пункттарын иғлан итергә тейеш. Ул шулай уҡ, өлкәндәр кәңәшмәһендәге өлкәндәрҙең һанына ҡарап, программаның башҡа пункттары менән дә, бигерәк тә фекер алышмайынса видеояҙманы ғына күрһәтергә кәрәк булған пункттар менән сығыш яһай ала. Бер пункттан икенсеһенә күсеү ҡыҫҡа булырға тейеш. Рәйес роленә ниндәй өлкәндәр тура килгәнен өлкәндәр кәңәшмәһе хәл итә. Һайланған өлкәндәр, ғәҙәттә, сиратлашып рәйес булып хеҙмәт итә. Урындағы шарттарға ҡарап, «Мәсихселәр тормошо һәм хеҙмәте» осрашыуының етәксеһе, башҡа өлкәндәргә ҡарағанда, рәйес булып, бәлки, йышыраҡ хеҙмәт итер. Өлкән йыйылыш менән Изге Яҙма өйрәнеүе үткәрә ала икән, тимәк, ул осрашыу рәйесе роленә лә тура килә. Шуны оноторға ярамай: рәйес булып хеҙмәт иткән өлкән уҡыусыларҙы ысын күңелдән маҡтарға һәм, кәрәк булһа, файҙалы кәңәштәр бирергә тейеш. Рәйес шулай уҡ осрашыуҙың үҙ ваҡытында тамамланыуы өсөн яуаплы ( 17-се һәм 19-сы абзацтарҙы ҡара). Рәйестең теләге буйынса, сәхнәлә етерлек урын булһа, унда микрофон менән өҫтәмә стойка ҡуйып була. Пункт менән сығыш яһаған ир ҡәрҙәш пюпитр янына килеп баҫҡансы, рәйес уны иғлан итә алыр. Рәйес, теләһә, уҡыусы Изге Яҙманы уҡыу йөкләмәһе менән сығыш яһағанда, шулай уҡ программаның «Хеҙмәт итеү оҫталығын яҡшыртабыҙ» тигән өлөшөндә йөкләмәләр үтәлгәндә, сәхнәләге өҫтәл артында ултыра ала. Шулай эш итеү ваҡыттан яҡшыраҡ файҙаланырға ярҙам итер.
КӘҢӘШ БИРЕҮСЕ ИР ҠӘРҘӘШ
25. Мөмкин булһа, был вазифаны тәжрибәле докладсы булған өлкәнгә бирергә кәрәк. Кәрәк саҡта, ул «Мәсихселәр тормошо һәм хеҙмәте» осрашыуында пункт менән, асыҡ телмәр менән сығыш яһаған, шулай уҡ «Күҙәтеү манараһы» буйынса өйрәнеү үткәргән һәм йыйылыш менән Изге Яҙма өйрәнеүе үткәргән йә шул осрашыуҙар ваҡытында уҡыған өлкәндәргә һәм хеҙмәт ярҙамсыларына, үҙҙәре менән генә һөйләшкәндә, кәңәштәр бирер ( 19-сы абзацты ҡара). Әгәр йыйылышта оратор һәм өйрәтеү һәләттәре булған бер нисә өлкән булһа, кәңәштәр биреү вазифаһын улар йыл һайын алмашлап үтәй ала. Ир ҡәрҙәштәрҙең һәр сығышынан һуң кәңәш биреү мотлаҡ түгел.
ӨҪТӘМӘ КЛАСТАР
26. Уҡыусыларҙың һанына ҡарап, йыйылыштар өҫтәмә кластар ойоштора ала. Һәр класҡа кәңәштәр бирә торған яраҡлы ир ҡәрҙәш билдәләнергә тейеш. Ул өлкән булһа, яҡшы булыр. Кәрәк булһа, был вазифаны һәләтле хеҙмәт ярҙамсыһы ла үтәй ала. Өлкәндәр кәңәшмәһе был вазифаға тура килгән ир ҡәрҙәште һайлар һәм ул үҙе генә йә бер нисә ир ҡәрҙәш сиратлашып хеҙмәт итерме икәнен хәл итер. Был ир ҡәрҙәш 18-се абзацта аңлатылған тәртип буйынса эш итергә тейеш. Өҫтәмә класта дәрестәр үткәрелһә, уҡыусылар класҡа осрашыуҙың «Алла Һүҙендәге хазиналар» тигән өлөшөнөң «Рухи ынйылар» тигән пунктынан һуң күсә. Улар төп залға уҡыусыларҙың һуңғы йөкләмәһе тамамланғандан һуң сығырға тейеш.
ВИДЕОЯҘМАЛАР
27. Осрашыуҙа эш дәфтәрендәге расписаниеға ярашлы видеояҙмалар күрһәтеләсәк. Уларҙы JW Library® ҡушымтаһында табып була һәм төрлө яйланмалар аша ҡарап була.
© 2023 Watch Tower Bible and Tract Society of Pennsylvania
S-38-BAK 11/23