Төп мәғлүмәткә күсеү

ЙӘШТӘРҘЕҢ ҺОРАУҘАРЫ

Ораль сексты ысын секс тип атап буламы?

Ораль сексты ысын секс тип атап буламы?

 Сирҙәрҙе контролдә тотоу һәм профилактикалау үҙәктәре (АҠШ) 15-тән алып 19 йәшкә тиклемге үҫмерҙәр араһында һорау алыу ойошторған. Һөҙөмтәлә, яртыһының тиерлек ораль секс менән шөғөлләнеүе асыҡланған. Шарлин Эйзам үҙе яҙған китапта былай тигән: «Әгәр үҫмерҙәрҙән [ораль секс хаҡында] һорашһаң, улар, уның нимәһе бар, тип яуап бирә. Ораль сексты улар бөтөнләй секс тип тә иҫәпләмәй» (Oral Sex Is the New Goodnight Kiss).

 Һин нисек уйлайһың?

 Түбәндәге һорауҙарға яуап бир:

  1.   Ораль секстан ауырға ҡалыу мөмкинме?

    1.   Эйе

    2.   Юҡ

  2.   Ораль секс сәләмәтлеккә зыян килтерергә мөмкинме?

    1.   Эйе

    2.   Юҡ

  3.   Ораль секс ысын секс тип һаналамы?

    1.   Эйе

    2.   Юҡ

 Факттар нимә күрһәтә?

 Үҙеңдең яуаптарыңды түбәндә килтерелгән яуаптар менән сағыштыр.

  1.   Ораль секстан ауырға ҡалыу мөмкинме?

     Яуап: Юҡ. Шуға ла күптәр яңылышып, ораль секстың бер зыяны ла юҡ тип уйлай.

  2.   Ораль секс сәләмәтлеккә зыян килтерергә мөмкинме?

     Яуап: Эйе. Ораль секс һөҙөмтәһендә гепатит (А йә В), ВИЧ, герпес, гонорея, кондиломатоз һәм сифилис йоғорға мөмкин.

  3.   Ораль секс ысын секс тип һаналамы?

     Яуап: Эйе. Башҡа кешенең енси ағзалары менән ни ҙә булһа эшләү, шул иҫәптән ғәҙәти секс, ораль һәм аналь секс йәки башҡа кешенең енси ағзаларын иркәләү, секс тип һанала.

 Был ни өсөн мөһим?

 Изге Яҙманан ораль сексҡа ҡағылышлы бер нисә аятты ҡарап сыҡ.

 Изге Яҙмала былай тиелә: «Алла һеҙҙең изге булыуығыҙҙы, аҙғынлыҡҡа юл ҡуймауығыҙҙы теләй» (1 Фессалоникаларға 4:3).

 Төп нөсхәнән «аҙғынлыҡ» тип тәржемә ителгән һүҙ никахта булмаған кешеләрҙең сексуаль төрҙәге бар эштәрен дә, шул иҫәптән ғәҙәти сексты, ораль һәм аналь сексты һәм шулай уҡ башҡа кешенең енси ағзаларын иркәләүҙе лә үҙ эсенә ала. Енси әхлаҡһыҙлыҡ, йәғни аҙғынлыҡ, етди эҙемтәләргә килтерергә мөмкин, ә уларҙың иң аянысы — Алла менән дуҫлыҡты юғалтыу (1 Петр 3:12).

 Изге Яҙмала былай тиелә: «Фәхешлек итеүсе үҙ тәненә ҡаршы гонаһ ҡыла» (1 Коринфтарға 6:18).

 Ораль секс физик һәм рухи зыян килтерә, күңелдә яралар ҡалдыра. «Балалар менән секс хаҡында һөйләшеү» тигән китапта былай тиелә: «Секстан һуң кеше үкенеү хисе кисерергә, үҙен яҡлауһыҙ итеп тойорға, уны ҡулландылар тип уйлап ғазапланырға мөмкин. Әхлаҡһыҙ енси мөнәсәбәттәргә ингән кешенең, секстың ниндәй төрөндә ҡатнашыуына ҡарамаҫтан, иң ауыр хистәр кисереүе ихтимал. Ниндәй генә булмаһын, секс — секс булып ҡала» (Talking Sex With Your Kids).

 Изге Яҙмала былай тиелә: «Мин, Йәһүә, һинең Аллаң, мин — һине үҙеңдең файҙаңа өйрәтеүсе» (Ишағыя 48:17).

 Алланың енси мөнәсәбәттәргә ҡағылышлы ҡанундарының ысынлап та үҙеңә файҙа килтереүенә ышанаһыңмы? Әллә һин, улар минең азатлығымды сикләй, тип һанайһыңмы? Был һорауға яуап бирер өсөн, машиналар менән шығырым тулы оло юлды күҙ алдыңа килтер. Унда ике яҡлап та светофорҙар, тиҙлекте сикләү һәм башҡа төр юл тамғалары ҡуйылған. Һинеңсә, шул тамғалар һине яҡлаймы әллә ирегеңде сикләйме? Әгәр һин дә, башҡа машина йөрөтөүселәр ҙә уларға иғтибар итмәһә, нимә булыр?

Юл ҡағиҙәләре ирегеңде сикләһә лә, һине һаҡлай. Алланың ҡанундары ла, сикләһә лә, һинең файҙаңа эш итә

 Алланың нормалары хаҡында ла шуны уҡ әйтергә була. Уларҙы һанға һуҡмаһаң, сәскәнеңде урырһың (Галаттарға 6:7). «Үҙеңдең ҡараштарыңдан һәм ышаныуҙарыңдан ни тиклем йышыраҡ баш тартҡан һайын һәм дөрөҫ булмаған эштәрҙә ни тиклем күберәк ҡатнашҡан һайын, үҙ-үҙеңә ихтирамың да кәмей барыр», — тип әйтелгән бер китапта (Sex Smart). Киреһенсә, әгәр Алланың нормаларына ярашлы йәшәһәң, әхлаҡи принциптарҙың үҙең өсөн ни тиклем ҡәҙерле икәнен күрһәтерһең. Бынан тыш, выжданың саф килеш һаҡланыр (1 Петр 3:16).