Нимә ул ҡотолоу?
Изге Яҙманан яуап
Изге Яҙмала «ҡотҡарыу» һәм «ҡотолоу» тигән һүҙҙәр ҡайһы ваҡытта кешене ҡурҡыныстан йә үлемдән аралау хаҡындағы фекерҙе белдерә (Сығыш 14:13, 14; Илселәр 27:20). Әммә был һүҙҙәр йыш ҡына гонаһтарҙан азат ителеүҙе лә аңлата (Матфай 1:21). Үлемдең сәбәбе — гонаһ, шуға ла гонаһтан азат ителгән кеше мәңгелек тормошҡа өмөт итә ала (Яхъя 3:16, 17) a.
Ҡотолор өсөн нимә эшләргә кәрәк?
Ҡотолор өсөн Ғайсаға иман итергә һәм, уның ҡушҡандарын үтәп, үҙеңдең иманыңды күрһәтергә кәрәк (Илселәр 4:10, 12; Римдарға 10:9, 10; Еврейҙарға 5:9).
Изге Яҙмала әйтелгәнсә, беҙ тыңлаусан булыуыбыҙҙы эштәребеҙ менән күрһәтергә тейеш. Был эш-ғәмәлдәребеҙ иманыбыҙҙың тере икәнен күрһәтә (Яҡуп 2:24, 26). Әммә был, эштәребеҙ менән ҡотолоуға лайыҡ була алабыҙ, тигәнде аңлатмай. Ҡотолоу — ул «Алла бүләге». Ул беҙгә ҡотолоуҙы мәрхәмәтле булғанға бүләк итә (Эфестарға 2:8, 9).
Ҡотолоу бүләген ҡулдан ысҡындырыу мөмкинме?
Эйе. Әйтәйек, батып барған кешене ҡотҡарҙылар, ти, әммә ул яңынан һыуға ҡолап төшөргә йә үҙе һикерергә мөмкин. Шуның кеүек үк гонаһтан ҡотҡарылған кешенең дә, иманда ныҡ тормаһа, ҡотолоуҙан мәхрүм ҡалыуы ихтимал. Шуға күрә Изге Яҙма ҡотолоу алған мәсихселәрҙе бар көсөн һалып иман өсөн көрәшергә саҡыра (Йәһүҙә 3). Ул инде ҡотҡарылған кешеләрҙе: «Ҡотолоуығыҙ хаҡына, ҡурҡыу һәм ҡалтырау аша хеҙмәтегеҙҙе аҙағына тиклем дауам итегеҙ», — тип дәртләндерә (Филипиҙарға 2:12).
Кем Ҡотҡарыусы: Алламы әллә Мәсихме?
Изге Яҙманан күренеүенсә, ҡотолоуҙың төп сығанағы — Алла, һәм ул унда йыш ҡына «Ҡотҡарыусы» тип атала (1 Самуил 10:19; Ишағыя 43:11; Титҡа 2:10; Йәһүҙә 25). Бынан тыш, боронғо Исраилды дошмандарҙан ҡотҡарыр өсөн, Алла төрлө кешеләрҙе ҡулланған, Изге Яҙмала улар хаҡында ла «ҡотҡарыусылар» тип әйтелгән (Ниҡәми 9:27; Хөкөмсөләр 3:9, 15; 2 Батшалар 13:5) b. Шуның кеүек үк, Ғайса Мәсих тә «Ҡотҡарыусы» тип атала, сөнки Алла Ғайсаның йолом ҡорбаны аша гонаһтарҙан ҡотҡара (Илселәр 5:31; Титҡа 1:4) c.
Бөтә кешеләр ҙә ҡотолормо?
Юҡ, ҡайһы бер кешеләр ҡотолмаясаҡ (2 Тисалуникаларға 1:9). Бер ваҡыт Ғайсанан былай тип һорағандар: «Ысынлап та әҙҙәр генә ҡотолормо?» Ул: «Тар ишектән керер өсөн, бөтә көсөгөҙҙө һалығыҙ. Һеҙгә әйтәм: күптәр инергә тырышыр, ләкин инә алмаҫ», — тигән (Лука 13:23, 24).
Бөтә кешеләрҙең дә ҡотолоуы тураһында яңылыш ҡараштар
Яңылыш ҡараш. Изге Яҙмала: «Мәсих ярҙамында һәр кем тереләсәк», — тип яҙылған, тимәк, бар кешеләр ҙә ҡотоласаҡ (1 Кәринттәргә 15:22, ЯДТ).
Факт. Контексҡа ярашлы, бында һүҙ терелтеү хаҡында бара (1 Кәринттәргә 15:12, 13, 20, 21, 35). Шуның өсөн дә «Мәсих ярҙамында һәр кем тереләсәк» тигән һүҙҙәр терелтелгән кешеләрҙең Ғайса Мәсих аша йәшәү аласағын аңлата (Яхъя 11:25).
Яңылыш ҡараш. Титҡа 2:11-ҙә: «Алла тарафынан бөтә кешеләрҙе ҡотҡарыусы мәрхәмәт күрһәтелде», — тип яҙылған; был һүҙҙәр бөтә кешеләрҙең дә ҡотоласағын раҫлай.
Факт. Был аяттағы «бөтә» тип тәржемә ителгән грек һүҙе шулай уҡ «һәр төрлө» d тигән мәғәнә лә йөрөтөргә мөмкин. Шуға күрә Титҡа 2:11-ҙәге һүҙҙәрҙе, Алла һәр төрлө кешегә, йәғни «һәр милләттән һәм ҡәбиләнән, һәр халыҡтан һәм төрлө телдәрҙә һөйләшеүселәрҙән сыҡҡан» кешеләргә, ҡотҡарыу бирә тип аңларға кәрәк (Асылыш 7:9, 10).
Яңылыш ҡараш. Бөтә кешенең дә ҡотоласағын 2 Петер 3:9 раҫлай, унда, Алла «бер кемдең дә һәләк булыуын теләмәй», тип әйтелгән.
Факт. Алла бөтә кешеләрҙең дә ҡотолоуын теләй һәм һәр кеше ҡотола алһын өсөн сара күргән. Әммә ҡотолоу алырға ул бер кемде лә мәжбүр итмәй. Алланың хөкөм көнөндә «аллаһыҙҙар... юҡ ителәсәк» (2 Петер 3:7).
a Изге Яҙмала, кешеләр инде ҡотҡарылған, тип әйтелһә лә, ысынында иһә гонаһтан һәм үлемдән улар киләсәктә генә ҡотоласаҡ (Эфестарға 2:5; Римдарға 13:11).
b Бында килтерелгән аяттарҙа «ҡотҡарыусы» тигән һүҙҙән тыш Изге Яҙманың төрлө тәржемәләрендә шулай уҡ «яҡлаусы», «азат итеүсе», «батыр» «етәксе» тигән һүҙҙәр ҡулланыла. Ләкин боронғо еврей телендәге Изге Яҙманың төп нөсхәһендә был кешеләргә ҡарата Йәһүә Аллаға ҡарата ҡулланылған «ҡотҡарыусы» тигән һүҙ ҡулланыла (Зәбур 7:10).
c Ғайса тигән исем еврей телендәге Йехошу́а тигән исемдән барлыҡҡа килгән; был исем «Йәһүә — ҡотҡарыу» тигәнде аңлата.
d Шул уҡ грек һүҙе Матфай 5:11-ҙә ҡулланыла. Унда Ғайса башҡа кешеләр уның шәкерттәре тураһында «төрлө ялған һүҙҙәр» һөйләп яманлар тигән. «И. Х. Дворецкийҙың боронғо грекса-урыҫса һүҙлеген» ҡарағыҙ.