Төп мәғлүмәткә күсеү

Эстәлеккә күсеү

5

Изге Яҙмалағы хәбәр

Изге Яҙмалағы хәбәр

Йәһүә Алланың идара итергә хоҡуғы бар. Уның идара итеү ысулы — иң яҡшыһы. Алланың ергә һәм кешелеккә ҡарата ниәте үтәләсәк.

Б. э. т. 4026 йылдан һуң

«Йылан» Йәһүәнең идара итергә хоҡуғын һәм уның идара итеү ысулын шик аҫтына ала. Йәһүә Шайтанды ахыр сиктә юҡ итәсәк «улдың [тоҡомдоң, ЯДТ]» килеүен вәғәҙә итә (Башланмыш 3:1—5, 15). Әммә Йәһүә кешеләрҙең үҙҙәренә «йылан» тәьҫире аҫтында ниндәйҙер ваҡыт дауамында идара итергә рөхсәт итә.

Б. э. т. 1943 йыл

Йәһүә Ибраһимға, вәғәҙә ителгән «тоҡом» һинең аша киләсәк, тип әйтә (Башланмыш 22:18).

Б. э. т. 1070 йылдан һуң

Йәһүә Дауыт батшаны, ә һуңынан уның улын Сөләймәнде вәғәҙә ителгән «тоҡом» уларҙың нәҫеленән киләсәк тип ышандыра (2 Ишмуил 7:12, 16; 1 Батшалар 9:3—5; Ишағыя 9:6, 7).

Б. э. 29 йылы

Йәһүә Ғайсаның вәғәҙә ителгән «тоҡом» һәм Дауыттың тәхетенең вариҫы булыуын асыҡлай (Галаттарға 3:16; Лука 1:31—33; 3:21, 22).

Б. э. 33 йылы

«Йылан», йәғни Шайтан, Ғайсаны үлтереп, образлы әйткәндә, «тоҡомдоң» үксәһенән саға. Йәһүә Ғайсаны күктәге тормошҡа терелтә һәм уның камил ғүмеренең хаҡын ҡабул итә. Был гонаһтарҙың кисерелеүенә нигеҙ булып тора һәм Әҙәм быуындарына мәңгелек тормошҡа юл аса (Башланмыш 3:15; Ғәмәлдәр 2:32—36; 1 Коринфтарға 15:21, 22).

Яҡынса б. э. 1914 йылы

Ғайса Шайтанды ергә бәреп төшөрә. Шайтандың ваҡыты аҙ ҡала (Асылыш 12:7—9, 12).

Киләсәк

Ғайса Шайтанды 1000 йылға бығаулап ҡуясаҡ, ә һуңынан, образлы рәүештә башын ярып, уны юҡ итәсәк. Йәһүәнең ергә һәм кешелеккә ҡарата башланғыс ниәте үтәләсәк. Уның исеме хурлыҡтан таҙартыласаҡ һәм идара итеү ысулы иң яҡшыһы икәне иҫбатланасаҡ (Асылыш 20:1—3, 10; 21:3, 4).