Төп мәғлүмәткә күсеү

Эстәлеккә күсеү

Яңы донъя килә!

Яңы донъя килә!

Күсереп алыу

  1. 1. Күҙеңде йом әле бер аҙға:

    Иҫ киткес ожмахҡа әйләнгән донъя,

    Бер ни ҙә ҡурҡытмай,

    Көлөшә бала-саға һәм уйнай.

    Ай нурҙары һүрелмәҫ күктәрҙә,

    Тыныслыҡ та бөтмәҫ һис ҡасан ерҙә.

    Йәһүәнең һөйөүен

    Һәр көн тойоп йәшәрбеҙ ожмахта.

    Мәңгелек шатлыҡ

    Бүләк итер беҙгә Алла.

    Яңы донъя килә!

    ҠУШЫМТА

    Өмөтөбөҙ йылыта,

    Якорь кеүек, дауылда тота,

    Юлыбыҙға, ҡояштай, нур һибә.

    Ышаныс бирә ул:

    Яңы донъя килә!

  2. 2. Килтерәйек күҙ алдыбыҙға:

    Сәскәле туғайҙар, көмөштәй шишмәләр.

    Һәр кемдең үҙ йорто,

    Кем инеп килә таныш йөҙлө?

    Был мәлде көтөп алдың,

    Өҙөлөп уны һин һағындың.

    Шатлыҡтан йәш аға,

    Үлем беҙҙе бит айырҙы оҙаҡҡа.

    Мәңгегә Алла

    Үлемде еңә.

    Яңы донъя килә!

    ҠУШЫМТА

    Өмөтөбөҙ йылыта,

    Якорь кеүек, дауылда тота,

    Юлыбыҙға, ҡояштай, нур һибә.

    Ышаныс бирә ул:

    Яңы донъя килә!

    КҮСЕШ

    Биргән һүҙен Йәһүә

    Һәр ваҡыт тота, һин шикләнмә.

    «Күңелегеҙ теләген

    Үтәрмен», — тип әйтә Алла беҙгә.

    ҠУШЫМТА

    Өмөтөбөҙ йылыта,

    Якорь кеүек, дауылда тота,

    Юлыбыҙға, ҡояштай, нур һибә.

    Ышаныс бирә ул:

    Яңы донъя килә!

    Яңы донъя килә!

    Яңы донъя килә!

    Яңы донъя килә!