Төп мәғлүмәткә күсеү

Эстәлеккә күсеү

Миллионлаған рухи заттар

Миллионлаған рухи заттар

Изге Яҙманан белеүебеҙсә, күп һанлы рухи заттар бар. Йәһүә үҙе лә — рух (Яхъя 4:24; 2 Коринфтарға 3:17, 18).

Ҡасандыр Ғаләмдә Йәһүәнән башҡа бер кем дә булмаған. Шунан ул фәрештәләр тип аталған рухи шәхестәрҙе барлыҡҡа килтерә башлаған. Улар кешеләргә ҡарағанда күпкә көслөрәк һәм аҡыллыраҡ. Йәһүә бик күп фәрештә яратҡан. Йәһүәнең хеҙмәтсеһе Данил күренештә йөҙ миллион фәрештә күргән (Данил 7:10; Еврейҙарға 1:7).

Йәһүә был фәрештәләрҙе Ерҙе яратҡанға тиклем үк барлыҡҡа килтергән (Әйүп 38:4—7). Уларҙың береһе лә ҡасандыр ерҙә кеше булып йәшәп, үлгәс кенә фәрештә булып китмәгән.

Бөйөк Рух Йәһүә миллионлаған рухи шәхес булдырған