Төп мәғлүмәткә күсеү

Эстәлеккә күсеү

Рухи сфералағы фетнә

Рухи сфералағы фетнә

Шайтан йылан аша Һауа менән һөйләшкәс, Һауа уның Аллаға ҡаршы күтәргән фетнәһенә ҡушылған

Йәһүә рухи шәхестәрҙе яҡшы күңелле итеп барлыҡҡа килтергән. Әммә һуңыраҡ бер фәрештә яуыз булып киткән. Ул фәрештә — Шайтан Иблис. Шайтан кешеләрҙең Йәһүәгә түгел, ә үҙенә табыныуын теләгән. Был нимәгә килтергән?

Эден баҡсаһында тәмле емеш биреүсе бихисап күп ағас үҫкән. Йәһүә Әҙәмгә һәм уның ҡатыны Һауаға баҡсалағы бөтә ағастарҙың да емешен теләгәнсә ашарға рөхсәт иткән. Әммә бер ағастың емешен Алла уларға ашамаҫҡа ҡушҡан. Әгәр шул ағастың емешен ашаһағыҙ, мотлаҡ үлерһегеҙ, тип киҫәткән Алла (Башланмыш 2:9, 16, 17).

Бер ваҡыт, Һауа яңғыҙы ғына булғанда, уға йылан өндәшкән. Әлбиттә, йылан үҙе һөйләшмәгән, ә Шайтан Иблис, Һауа менән һөйләшер өсөн, йыланды ҡулланған. Шайтан Һауаға, әгәр тыйылған емеште ашаһаң, Алла кеүек үк зирәк булырһың, тигән. Ул шулай уҡ Һауаны, һин үлмәйәсәкһең, тип ышандырған. Әммә был ялған булған! Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, Һауа Шайтанға ышанып, емеште ашаған. Һуңыраҡ, емеште Әҙәмгә лә биргән, ул да ашаған (Башланмыш 3:1—6).

Тарихта ысынлап та булған был ваҡиға Шайтандың фетнәсе һәм ялғансы икәнен күрһәтә. Ул Һауаға, Алланы тыңламаһаң, үлмәҫһең, тигән. Ләкин был ялған булған! Ысынында ул үлгән, Әҙәм дә үлгән. Шайтан ул саҡта үлмәгән, әммә уны барыбер үлем көтә, сөнки ул гонаһ ҡылған. Әлегә ул тере һәм кешелекте алдауын дауам итә. Ул һаман да ялғансы булып ҡала, һаман да кешеләрҙе Алла ҡанундарын боҙорға этәрә (Яхъя 8:44).

Башҡа фәрештәләрҙең фетнәгә ҡушылыуы

Һуңғараҡ ҡайһы бер башҡа фәрештәләр ҙә яуыз булып киткән. Был фәрештәләр ерҙәге сибәр ҡатындарҙы күреп, улар менән енси мөнәсәбәткә инергә теләгән. Ергә төшөп, улар ирҙәр ҡиәфәтенә ингән һәм үҙҙәренә ҡатындар һайлап алған. Әммә улай эшләү Алла ихтыярына ҡаршы булған (Башланмыш 6:1, 2; Йәһүҙә 6).

Яуыз фәрештәләр, ҡатындар менән енси мөнәсәбәткә инер өсөн, ергә төшкән

Кешелеккә был бик күп проблемалар килтергән. Ҡатындарҙың шул фәрештәләрҙән балалары тыуған, ләкин улар ғәҙәти балалар кеүек булмаған. Улар яуыз һәм рәхимһеҙ әзмәүер булып үҫкән. Тиҙҙән бөтә ер йөҙө яуызлыҡ менән тулған, шуға күрә Йәһүә, ергә ҙур Туфан ебәреп, яуыздарҙы юҡ итергә булған. Туфанда тик тәҡүә Нух һәм уның ғаиләһе генә иҫән ҡалған (Башланмыш 6:4,11; 7:23).

Әммә яуыз фәрештәләр һәләк булмаған, улар яңынан рухи сфераға әйләнеп ҡайтҡан. Ләкин Алла был фәрештәләргә яза биргән: уларға башҡаса инде Алланың тәҡүә фәрештәләре ғаиләһенә кире ҡайтырға рөхсәт ителмәгән. Шул ваҡыттан алып Йәһүә уларҙы кеше тәне алыуҙан тыйған. Ахыр сиктә, хөкөм көнө еткәс, улар юҡ ителәсәк (2 Петр 2:4; Йәһүҙә 6).

Шайтан күктән ергә ырғытылған

Шайтан һәм уның яуыз фәрештәләре күктән ергә бәреп төшөрөлә

ХХ быуат башында күктә һуғыш булған. Изге Яҙмалағы Асылыш китабында ул ошолай һүрәтләнә: «Күктә һуғыш башланды: Михаил үҙенең фәрештәләре менән аждаһаға ҡаршы һуғышты. Аждаһа иһә үҙенең яуыз фәрештәләре менән уларға ҡаршы торҙо. Әммә ул еңелде һәм фәрештәләре менән бергә үҙенең күктәге урынын юғалтты. Был ҙур аждаһа, Иблис йәки Шайтан тип аталған бөтөн донъяны алдаусы боронғо йылан, ергә бәреп төшөрөлдө, уның менән бергә фәрештәләре лә ырғытылды».

Был һуғыш нимә менән тамамланған? Артабан Изге Яҙмала былай тиелә: «Шуға күрә, күктәр һәм унда йәшәүселәр, ҡыуанығыҙ!» Тоғро фәрештәләргә был ғәйәт ҙур шатлыҡ килтергән, сөнки Шайтан һәм уның уҫал фәрештәләре, йәғни ендәр, бүтән инде күктә түгел. Ә ерҙә йәшәүсе кешеләргә был нимә килтергән? Изге Яҙмала былай тип әйтелә: «Әммә ергә һәм диңгеҙгә ҡайғы, сөнки Иблис, ваҡытының аҙ ҡалыуын белеп, асыуҙан ярһып янығыҙға төштө» (Асылыш 12:7—9, 12).

Шайтан һәм уның яуыз фәрештәләре ысынлап та кешеләрҙе юлдан яҙҙыра һәм уларға күп ҡайғы килтерә. Был уҫал фәрештәләр ендәр тип атала. Улар барыһы ла Алланың дошмандары булып тора һәм яуызлыҡ ҡыла.