Төп мәғлүмәткә күсеү

Эстәлеккә күсеү

БИШЕНСЕ БҮЛЕК

Баланы сабый саҡтан уҡ тәрбиәләгеҙ

Баланы сабый саҡтан уҡ тәрбиәләгеҙ

1, 2. Балаларҙы тәрбиәләгәндә ата-әсәләр ярҙам һорап кемгә мөрәжәғәт итергә тейеш?

 БЫНАН өс мең йыл элек бер атай кеше шатланып: «Бына, улдар — Йәһүәнән килгән мираҫ», — тип әйткән (Зәбур 127:3). Эйе, атай һәм әсәй булыу — ул никахтағылар өсөн Алланың ҡәҙерле бүләге, һәм ирле-ҡатынлыларҙың күбеһе ошо бүләккә эйә була ала. Әммә атай-әсәй булып киткән кешеләр бер аҙҙан шуны аңлай: бала тыуыу шатлыҡтан тыш яуаплылыҡ та өҫтәй.

2 Баланы үҫтереү, айырыуса беҙҙең көндәрҙә, еңел түгел. Шулай ҙа күп ата-әсәләр уңышҡа ирешә, һәм мәҙхиә йырлаусы, Алла тарафынан рухландырылып, бының нисек мөмкин икәнен күрһәтә: «Йортто Йәһүә төҙөмәһә, уны төҙөүселәрҙең тырышлығы юҡҡа ғына» (Зәбур 127:1). Йәһүәнең күрһәтмәләрен теүәлерәк үтәгән һайын, һеҙ ата-әсә булараҡ яҡшыра барырһығыҙ. Изге Яҙмала: «Бөтә йөрәгең менән Йәһүәгә таян, үҙеңдең аңлау һәләтеңә таянма», — тип әйтелә (Ғибрәтле һүҙҙәр 3:5). Шулай икән, егерме йыллыҡ проектҡа тотоноу алдынан һеҙ Йәһүәнең кәңәшенә ҡолаҡ һалырға теләрһегеҙме?

ИЗГЕ ЯҘМАНЫҢ ҠАРАШЫН ҠАБУЛ ИТЕГЕҘ

3. Ир кешенең бала тәрбиәләүҙә ниндәй яуаплылығы бар?

3 Бөтә ер шары буйынса күп ғаиләләрҙәге ирҙәр, бала тәрбиәләү — ул ҡатындың эше, тип һанай. Эйе, Алла Һүҙе буйынса, атай кеше ғаиләне тәьмин итергә тейеш. Әммә ғаиләлә уның башҡа вазифалары ла бар. Изге Яҙмала былай тип әйтелә: «Әүәл тыштағы эштәреңде башҡар, ҡырҙағыларын тамамла; шунан һуң йортоңдо ҡор» (Ғибрәтле һүҙҙәр 24:27). Алла ҡарашы буйынса, атай менән әсәй бала тәрбиәләүҙә — хеҙмәттәштәр (Ғибрәтле һүҙҙәр 1:8, 9).

4. Ни өсөн беҙ малайҙарҙы ҡыҙҙарҙан өҫтөн ҡуймаҫҡа тейеш?

4 Һеҙ балаларығыҙға бер тигеҙ ҡарайһығыҙмы? Билдәле булыуынса, Азияла «йыш ҡына ҡыҙ бала тыуыу ата-әсәгә әллә ни шатлыҡ килтермәй». Бер отчеттан күренеүенсә, Латин Америкаһында ла ҡыҙ бала тыуыуға һаман да тиҫкәре ҡараш һаҡлана, бының «хатта төрлө ырымдарға ышанмаған ғаиләләрҙә» лә булыуы ихтимал. Әммә хәҡиҡәт шунда: ҡыҙҙар «икенсе сортлы» балалар түгел. Боронғо заманда йәшәгән Яҡуп пәйғәмбәр үҙенең шул ваҡытҡа тыуған балалары тураһында, шул иҫәптән ҡыҙҙары тураһында ла, «Алла биргән балалар» тип әйткән (Башланмыш 33:1—5; 37:35). Ғайса ла янына килгән бөтә «балаларҙы» (малайҙарҙы ла, ҡыҙҙарҙы ла) фатихалаған (Матфей 19:13—15). Һис шикһеҙ, ул Йәһүәнең ҡарашын сағылдырған (Ҡанун 16:14).

5. Нисә бала табырға тигән һорауҙы хәл иткәндә, ир менән ҡатын нимәне иҫәпкә алырға тейеш?

5 Ҡайһы бер илдәрҙә ҡатын-ҡыҙҙарҙан мөмкин тиклем күберәк бала тыуҙырыу көтөлә. Әммә был мәсьәләне ир менән ҡатын икәү ара ғына хәл итергә тейеш. Ә ата-әсәнең балаларҙы ашатырға, кейендерергә һәм уҡытырға аҡсаһы етмәһә? Өйләнешкәндәргә ғаиләлә нисә бала буласағын планлаштырғанда, әлбиттә, быны ла иҫәпкә алырға кәрәк. Ҡайһы бер ир менән ҡатын, үҙҙәренең бөтә балаларын да тәьмин итә алмағанға, уларҙың бер нисәһен туғандарына тәрбиәгә бирә. Был дөрөҫмө? Юҡ. Улай эшләү ата-әсәне яуаплылыҡтан азат итмәй. Инжилдә: «Берәйһе үҙенең яҡындары һәм бигерәк тә ғаилә ағзалары тураһында хәстәрлек күрмәй икән, тимәк, ул иманынан ваз кискән», — тиелә (1 Тимофейға 5:8). Үҙҙәренең яуаплылығына етди ҡараған ир менән ҡатын, «ғаилә ағзалары»ның һанын алдан планлаштырһа, һәр ҡайһыһы хаҡында «хәстәрлек күрә» алыр. Шунлыҡтан, ир менән ҡатын бала табырға йыйынмаһа, ауырға ҡалыуҙан һаҡланыу саралары күрә аламы? Был уларҙың эше. Өйләнешкәндәр, балаға уҙырға теләмәһә, һаҡланыу юлын үҙҙәре һайлай. «Һәр кем үҙ йөгөн үҙе күтәрергә тейеш» (Галаттарға 6:5). Ләкин шуны иҫтә тоторға кәрәк: Йәһүә Алла — «йәшәү шишмәһе», һәм инде барлыҡҡа килгән ғүмерҙе өҙөү үлтереүгә тиң һәм асыҡтан-асыҡ Йәһүәне ихтирам итмәүҙе күрһәтә (Зәбур 36:9; Сығыш 21:22, 23; Зәбур 139:16; Иремия 1:5). Шуға күрә ниндәйҙер формала абортты үҙ эсенә алған һаҡланыу юлы Изге Яҙманың принциптарына ҡаршы килә.

БАЛАНЫҢ ИХТЫЯЖДАРЫН ҠӘНӘҒӘТЛӘНДЕРЕГЕҘ

6. Баланы ҡасан тәрбиәләй башларға кәрәк?

6 Алла Һүҙендә бындай кәңәш бирелә: «Баланы тәрбиәләп, дөрөҫ юлға баҫтыр» (Ғибрәтле һүҙҙәр 22:6). Балаға тәрбиә биреү — ул ата-әсәнең тағы бер мөһим яуаплылығы. Тәрбиәләү ҡасан башланырға тейеш? Бик иртә. Илсе Павел, Тимофейҙы «бала саҡтан уҡ» тәрбиәләгәндәр, тип әйткән (2 Тимофейға 3:15). Бында ҡулланылған грек һүҙе бәләкәй балаға, хатта тыумаған сабыйға ҡағыла (Лука 1:41, 44; Ғәмәлдәр 7:18—20). Тимәк, Тимофейҙы бик бәләкәй саҡтан тәрбиәләгәндәр, һәм был дөрөҫ тә. Сабый саҡ — баланы тәрбиәләй башлар өсөн иң яҡшы ваҡыт. Хатта сабыйҙың да белемгә ынтылышы бар.

7. а) Ни өсөн атай кешегә лә, әсәй кешегә лә сабыйҙары менән яҡын мөнәсәбәттәр үҫтерергә кәрәк? б) Йәһүә менән уның берҙән-бер Улы араһында иң баштан уҡ ниндәй мөнәсәбәттәр булған?

7 «Бәпәйемде тәү күреүҙән үк яраттым», — ти бер әсә. Күп әсәйҙәр уның менән килешер. Бала тыуғас, әсә кеше уның менән ваҡыт үткәргән һайын, улар араһында бәйләнеш нығына бара. Имеҙеү уларҙы тағы ла яҡынайта. (1 Фессалоникаларға 2:7 менән сағыштырығыҙ.) Әсәнең үҙ балаһы менән һөйләшеүе, наҙлылығы баланың эмоциональ ихтыяждарын ҡәнәғәтләндереүҙә бик мөһим роль уйнай. (Ишағыя 66:12 менән сағыштырығыҙ.) Әммә атай кеше тураһында нимә әйтеп була? Уға ла яңы тыуған балаһы менән яҡын мөнәсәбәттәр үҫтерергә кәрәк. Йәһүә был йәһәттән үҙе үрнәк күрһәтә. Ғибрәтле һүҙҙәр китабында Йәһүәнең берҙән-бер Улы менән мөнәсәбәттәре былай тип тасуирлана: «Йәһүә үҙе мине булдырҙы, мин уның ижади эштәренең башланғысы... Һәр көн уның һөйөнөсө булдым» (Ғибрәтле һүҙҙәр 8:22, 30; Яхъя 1:14). Шулай итеп, һәйбәт ата, балаһы тыуғас та, уның менән йылы, наҙлы мөнәсәбәттәр үҫтерә башлай. «Үҙегеҙҙең бөтә яратыуығыҙҙы күрһәтегеҙ, — тип әйтә бер атай, — ҡосаҡлауҙан һәм үбеүҙән әле бер бала ла үлмәгән».

8. Сабыйҙың аңын мөмкин тиклем иртәрәк үҫтерер өсөн, ата-әсәләр нимә эшләй ала?

8 Балаға был ғына етмәй. Тыуғанда уҡ инде уның мейеһе ниндәйҙер мәғлүмәтте ҡабул итергә һәм иҫтә ҡалдырырға һәләтле, һәм атай менән әсәй был мәғлүмәттең төп сығанағы булып тора. Миҫалға тел өйрәнеүҙе алайыҡ. Тикшеренеүселәр әйтеүенсә, баланың яҡшы һөйләшеүе һәм уҡыуы «күрәһең, уның ата-әсәһе менән иртәрәк аралаша башлауынан тора». Балағыҙ менән иртәрәк һөйләшә һәм уҡый башлағыҙ. Күп тә үтмәҫтән ул инде һеҙҙән ишеткәндәрҙе ҡабатлай башлар, ә ваҡыт уҙыу менән һеҙ уны уҡырға өйрәтерһегеҙ. Моғайын, ул мәктәпкә бармаҫ борон уҡ уҡырға өйрәнер. Әгәр һеҙ уҡытыусылар етешмәгән һәм синыфтар артыҡ тулы булған илдә йәшәһәгеҙ, был һеҙгә айырыуса файҙалы булыр.

9. Ата-әсәләр ниндәй иң мөһим маҡсатты иҫтә тоторға тейеш?

9 Мәсихсе ата-әсәләрҙең иң мөһим яуаплылығы — ул баланың рухи ихтыяждарын ҡәнәғәтләндереү. (Ҡанун 8:3-тө ҡарағыҙ.) Уларға ниндәй маҡсатты күҙ уңында тоторға кәрәк? Улар балаға Мәсих һымаҡ рухи шәхес булырға, йәғни «яңы кешегә» әйләнергә ярҙам итергә тейеш (Ефестарға 4:24). Бының өсөн уларға тейешле «төҙөү материалдары» һәм тейешле «төҙөү ысулдары» эҙләргә кәрәк.

ХӘҠИҠӘТТЕ БАЛАНЫҢ КҮҢЕЛЕНӘ ҺЕҢДЕРЕГЕҘ

10. Балаға ниндәй сифаттар үҫтерергә ярҙам итергә кәрәк?

10 Өйҙөң ныҡлығы күбеһенсә уны төҙөүҙә ҡулланылған материалдарға бәйле. Илсе Павел әйтеүенсә, Йәһүәгә яраҡлы шәхес «төҙөү өсөн» «алтын», «көмөш», «аҫылташтар» иң яҡшы материал булып тора (1 Коринфтарға 3:10—12). Был материалдар иман, аҡыллылыҡ, зирәклек, тоғролоҡ, хөрмәт һәм Йәһүәгә рәхмәтле булыу кеүек сифаттарҙы символлаштыра (Зәбур 19:7—11; Ғибрәтле һүҙҙәр 2:1—6; 3:13, 14). Элек-электән бирелгән тәртипкә таянып, ата-әсәләр балаһына был сифаттарҙы сабый саҡтан уҡ үҫтерергә ярҙам итә ала.

11. Израилдәге ата-әсәләр нисек үҙ балаларына Аллаға яраҡлы сифаттар үҫтерергә ярҙам итә алған?

11 Израиль халҡын Вәғәҙә ителгән ергә индерергә йыйынғанда Йәһүә ата-әсәләргә бындай әмер биргән: «Мин бөгөн һиңә үтәргә ҡушҡан был һүҙҙәр һинең йөрәгеңдә булырға тейеш, һәм һин уларҙы балаларыңдың күңеленә һеңдерергә һәм улар тураһында өйөңдә ултырғанда, юлда барғанда, ятҡанда һәм торғанда һөйләргә тейеш» (Ҡанун 6:6, 7). Эйе, ата-әсәләр үҙ балаларына үрнәк күрһәтергә, уларға дуҫ булырға, улар менән аралашырға һәм уларҙы өйрәтергә тейеш.

12. Ни өсөн ата-әсәләр яҡшы үрнәк күрһәтергә тейеш?

12 Үрнәк булығыҙ. Башта Йәһүә: «Был һүҙҙәр һинең йөрәгеңдә булырға тейеш», — тигән. Шунан ул: «Һин уларҙы балаларыңдың күңеленә һеңдерергә... тейеш», — тип өҫтәгән. Тимәк, Аллаға яраҡлы сифаттар тәүҙә ата-әсәнең үҙ йөрәгендә булырға тейеш. Ата-әсәләр хәҡиҡәтте яратырға һәм хәҡиҡәткә ярашлы йәшәргә тейеш. Шул саҡта ғына улар баланың йөрәгенә үтеп инә алыр (Ғибрәтле һүҙҙәр 20:7). Ни өсөн? Сөнки балаға ишеткәндәренә ҡарағанда күргәндәре нығыраҡ тәьҫир итә (Лука 6:40; 1 Коринфтарға 11:1).

13. Ғайсанан үрнәк алып, мәсихсе ата-әсәләр балаларына нисек иғтибар бүлә ала?

13 Балаға дуҫ булығыҙ. Йәһүә Израилдәге ата-әсәләргә былай тип ҡушҡан: «Һин... улар [һүҙҙәр] тураһында өйөңдә ултырғанда, юлда барғанда... һөйләргә тейеш». Бының өсөн ата-әсәләргә, эштәре нисек кенә күп булмаһын, балалары менән ваҡыт үткәрергә кәрәк. Балалар, һис шикһеҙ, быға лайыҡ, тип һанаған Ғайса. Инжилдә былай тиелә: «Ҡағылыуы менән Үҙ фатихаһын бирһен өсөн, [кешеләр] Ғайса янына балаларын алып килделәр». Ул быға нисек ҡараған? «Ул балаларҙы ҡосаҡлап, уларға ҡулдарын ҡуйҙы һәм фатихаһын бирҙе», — тиелә Изге Яҙмала (Марк 10:13, 16). Уйлап ҡына ҡарағыҙ: тормошоноң һуңғы сәғәттәрендә Ғайса шул балаларға үҙ ваҡытын һәм иғтибарын бүлгән. Ниндәй иҫ киткес үрнәк!

14. Ни өсөн ата-әсәләргә үҙ балалары менән ваҡыт үткәреү файҙалы?

14 Балағыҙ менән аралашырға өйрәнегеҙ. Балағыҙ менән бергә ваҡыт үткәреү һеҙгә уның менән аралашырға ярҙам итәсәк. Күберәк аралашҡан һайын һеҙ уның шәхес булараҡ нисек үҫешкәнен яҡшыраҡ аңлаясаҡһығыҙ. Әммә шуны иҫтә тотоғоҙ: аралашыу ул һөйләшеү генә түгел. «Миңә тыңларға өйрәнергә кәрәк ине, йөрәгем менән тыңларға тип әйтер инем», — тип иҫенә төшөрә Бразилиянан бер әсә. Уның түҙемлеге бүләкләнгән — улы үҙ хистәре менән бүлешә башлаған.

15. Күңел асыу тураһында әйткәндә, нимәне иҫтә тоторға кәрәк?

15 Балаларға «көлөү ваҡыты... һәм бейеү ваҡыты» кәрәк (Вәғәзсе 3:1, 4; Зәкәриә 8:5). Эйе, балалар ата-әсәләре менән бергә күңел асҡанда, ял бигерәк тә файҙалы була. Ҡыҙғаныс, әммә күп ғаиләләрҙә ял итеү телевизор ҡарауға ҡайтып ҡала. Бәлки, ҡайһы бер телетапшырыуҙар ҡыҙыҡлылыр ҙа, әммә күбеһе кешене әхлаҡи яҡтан тарҡата һәм ғаиләне аралашыу мөмкинлегенән мәхрүм итә. Шулай икән, ниңә балалар менән уларҙы һәр яҡлап үҫтергән берәй эш менән шөғөлләнмәҫкә? Йырларға, төрлө уйындар уйнарға, дуҫтар менән аралашырға, ҡыҙыҡлы һәм матур урындарға барырға була. Ундай эштәр аралашыуға булышлыҡ итә.

16. Ата-әсәләр балаларҙы Йәһүә тураһында нимәгә өйрәтергә тейеш, һәм уларға быны нисек эшләргә кәрәк?

16 Баланы өйрәтегеҙ. «Һин уларҙы [был һүҙҙәрҙе] балаларыңдың күңеленә һеңдерергә... тейеш», — тип әйтә Йәһүә. Нимәгә һәм нисек өйрәтәргә икәнен контексттан күрәбеҙ. Беренсенән, «Аллаң Йәһүәне бөтә йөрәгең, бөтә йәнең һәм бөтә көсөң менән ярат» (Ҡанун 6:5). Шунан «был һүҙҙәрҙе... балаларыңдың күңеленә һеңдер». Өйрәтеүҙең маҡсаты Йәһүәгә һәм уның ҡанундарына бөтә йөрәктән яратыу үҫтереү булырға тейеш. (Еврейҙарға 8:10 менән сағыштырығыҙ.) «Һеңдереү» тигән һүҙ ҡат-ҡат әйтеп өйрәтеүҙе аңлата. Асылда Йәһүә ата-әсәләргә ни әйтергә теләй? Балаға рухи шәхес булып үҫергә ярҙам итер өсөн иң мөһим ысул — уның менән Йәһүә хаҡында һөйләшеү. Ундай өйрәтеү бала менән даими рәүештә Изге Яҙманы өйрәнеүҙе лә үҙ эсенә ала.

17. Ата-әсәләргә балала, бәлки, ниндәй теләк тыуҙырырға кәрәк булыр? Ни өсөн?

17 Ата-әсәләр белә, баланың йөрәгенә үтеп инерлек итеп өйрәтеү еңел түгел. Илсе Петр имандаштарын: «Яңы тыуған сабый һөт һораған кеүек, саф рухи һөткә ынтылығыҙ», — тип дәртләндергән (1 Петр 2:2). «Ынтылығыҙ» тигән һүҙ күптәрҙең рухи аҙыҡҡа тәбиғи теләге булмаҫҡа ла мөмкин тигән фекерҙе белдерә. Балала ундай теләк булдырыр өсөн, ата-әсәләргә, бәлки, төрлө ысулдар эҙләргә кәрәк булыр.

18. Ата-әсәләр Ғайса ҡулланған өйрәтеү ысулдарының ҡайһыларын ҡуллана ала?

18 Ғайса асыҡ миҫалдар ярҙамында кешеләрҙең йөрәктәренә үтеп инерлек итеп өйрәткән (Марк 13:34; Лука 10:29—37). Был ысул балаларҙы өйрәткәндә айырыуса файҙалы. Сағыу һүрәттәр менән биҙәлгән ҡыҙыҡлы хикәйәләрҙе ҡулланып, Изге Яҙмалағы принциптарға өйрәтегеҙ. Ундай хикәйәләрҙе баҫмаларыбыҙҙа табып була. Фекер алышыуҙарығыҙ йәнле үтһен. Балалар менән бергә Изге Яҙмала тасуирланған ваҡиғаларҙы һүрәткә төшөрөп һәм сәхнәләштереп, уларға үҙ ижади һәләттәрен асырға мөмкинлек бирегеҙ. Ғайса шулай уҡ һорауҙар ҡулланған (Матфей 17:24—27). Һеҙ ҙә ғаилә өйрәнеүе ваҡытында балаларығыҙға һорауҙар бирегеҙ. Алланың ниндәйҙер ҡануны тураһында әйтеп кенә китеү урынына, былай тип һорарға була: Йәһүә был ҡанунды беҙгә ни өсөн биргән? Уны үтәү ниндәй файҙа килтерәсәк? Ә үтәмәһәк, нимә булыр? Бындай һорауҙар ярҙамында бала фекер йөрөтөргә өйрәнер һәм Алла ҡанундарының үҙе өсөн файҙалы икәнен аңлар (Ҡанун 10:13).

19. Ата-әсәләр балаларын тәрбиәләгәндә Изге Яҙмалағы принциптар буйынса эш итһә, балалары ниндәй фатихалар урыр?

19 Әгәр һеҙ балағыҙға яҡшы өлгө булһағыҙ, уның менән дуҫлашһағыҙ, аралашһағыҙ һәм уны өйрәтһәгеҙ, уға бәләкәй саҡтан уҡ Йәһүә Алла менән тығыҙ мөнәсәбәт булдырырға ярҙам итә алырһығыҙ. Ә был, үҙ сиратында, балағыҙға Алланың бәхетле хеҙмәтсеһе булып үҫергә ярҙам итер. Шул саҡта ул, ҡотҡоға йәиһә тиҫтерҙәренең баҫымына ҡарамаҫтан, белгәндәре буйынса йәшәргә тырышыр. Уға Алла менән баһалап бөткөһөҙ мөнәсәбәттәрен һәр ваҡыт ҡәҙерләргә ярҙам итегеҙ (Ғибрәтле һүҙҙәр 27:11).

ТӘРБИӘ БИРЕҮҘЕҢ МӨҺИМЛЕГЕ

20. Тәрбиә нимә ул, һәм ата-әсә уны нисек бирергә тейеш?

20 Тәрбиәләү — ул аҡылды һәм йөрәкте төҙәтеүсе өйрәтеү. Балалар быға һәр ваҡыт мохтаж. Илсе Павел атайҙарға бындай кәңәш бирә: «Раббының өйрәтеүҙәрен һәм өгөт-нәсихәттәрен иҫтә тотоп, уларҙы [балаларҙы] тәрбиәле итеп үҫтерегеҙ» (Ефестарға 6:4). Ата-әсәләр балаларын Йәһүә ҡушҡанса, яратыу сағылдырып, тәрбиәләргә тейеш (Еврейҙарға 12:4—11). Яратыуға нигеҙләнгән тәрбиә өгөт-нәсихәтте үҙ эсенә ала. Шуға күрә лә Изге Яҙмала, «тәрбиәгә ҡолаҡ һал», тип әйтелә (Ғибрәтле һүҙҙәр 8:33). Баланы нисек тәрбиәләргә һуң?

21. Ата-әсә балаларын тәрбиәләгәндә ниндәй принциптарҙы күҙ уңында тоторға тейеш?

21 Ҡайһы бер ата-әсәләр, балаларҙы тәрбиәләү уларҙы ҡысҡырып өгөтләү, әрләү йә хатта кәмһетеүҙе аңлата, тип уйлай. Әммә тәрбиә биреүгә килгәндә, илсе Павел: «Һеҙ, атайҙар, балаларығыҙҙың күңелен ҡыймағыҙ», — тип киҫәткән (Ефестарға 6:4). Мәсихселәр «бөтәһенә ҡарата ла яғымлы... булырға, өйрәтеүҙәргә ҡаршы сығыусыларҙы ипле генә төҙәтергә» тейеш (2 Тимофейға 2:24, 25). Ҡайһы саҡта ҡатыраҡ булырға кәрәклеген белһәләр ҙә, мәсихсе ата-әсәләр был һүҙҙәрҙе онотмаҫҡа тейеш. Айырым осраҡта өгөтләү генә етмәҫкә мөмкин, бәлки, яза бирергә кәрәк булыр (Ғибрәтле һүҙҙәр 22:15).

22. Балаға яза бирергә тура килһә, атай-әсәй уға нимә аңлатырға тейеш?

22 Һәр балаға үҙенә күрә тәрбиә кәрәк. Ҡайһы бер балаларҙы «һүҙ әйтеп кенә төҙәтеп булмай». Балаға тыңламағаны өсөн ваҡыт-ваҡыт бирелгән яза уның ғүмерен һаҡлап ҡалырға ярҙам итә ала (Ғибрәтле һүҙҙәр 17:10; 23:13, 14; 29:19). Шулай ҙа бала язаның ни өсөн бирелгәнен аңларға тейеш. «Сыбыҡ менән шелтә аҡыллылыҡ бирә» (Ғибрәтле һүҙҙәр 29:15; Әйүп 6:24). Бынан тыш, яза биреүҙең сиктәре бар. Йәһүә үҙ халҡына өндәшеп: «Һине тейешле дәрәжәлә төҙәтермен», — тип әйткән (Иремия 46:28б). Изге Яҙма ярһыуҙан сығып балаға зыян килтергән йә уны имгәткән туҡмауҙы бер нисек тә хупламай (Ғибрәтле һүҙҙәр 16:32).

23. Бала, ата-әсәһе уға яза биргәндә, нимә аңларға тейеш?

23 Йәһүә, халҡына яза бирәсәге хаҡында әйткәндә, иң тәүҙә былай тигән: «Ҡурҡма... мин һинең менән» (Иремия 46:28а). Атай-әсәй ҙә балаға өгөт-нәсихәтте нисек кенә бирмәһен, бала үҙен ситләтелгән итеп тойорға тейеш түгел (Колосстарға 3:21). Унан да бигерәк, бала ата-әсәһе язаны уның яҡлы, «уның менән» булғанға күрә биргәнен һиҙергә тейеш.

БАЛАҒЫҘҘЫ ЯҠЛАҒЫҘ

24, 25. Балаларҙы бөгөн ниндәй ҡот осҡос ҡурҡыныстан яҡларға кәрәк?

24 Күп кеше бала сағын бәхетле ваҡыт тип хәтерләй. Улар, үҙҙәрен хәүефһеҙлектә тойғанын, ата-әсәләренең бер нигә ҡарамай улар хаҡында ҡайғыртҡанын иҫкә төшөрә. Ата-әсәләр балаларының үҙҙәрен тап шулай хис итеүен теләй. Әммә бөгөнгө боҙоҡ донъяла балаларҙы зыяндан һаҡлау элеккегә ҡарағанда күпкә ауырыраҡ.

25 Һуңғы ваҡытта балаларға янаған һәм киң ҡолас ала барған ҡот осҡос ҡурҡыныс — ул балаларға сексуаль бәйләнеүҙәр. Малайзияла ун йыл эсендә бәйләнеүҙәр тураһындағы хәбәрҙәр һаны дүрт тапҡырға артҡан. Германияла йыл һайын 300 000 бала енси көсләү ҡорбаны булып китә, ә Көньяҡ Америкалағы бер илдә, бер тикшеренеү буйынса, йыл һайын 9 000 000 бала көсләүгә дусар була! Ҡыҙғаныс, әммә был балаларҙың күбеһе шундай зыянды тыуған йортонда, үҙҙәре белгән һәм ышанған кешеләрҙән күрә. Шуға ла баланың ныҡлы яҡлауы булырға тейеш. Был яҡлау уның ата-әсәһе. Ата-әсәләр балаһын нисек яҡлай ала?

26. Баланы зыяндан һаҡлауҙың ысулдары ниндәй, һәм ниндәй белем баланы яҡлай ала?

26 Тәжрибә шуны күрһәтә: енси мөнәсәбәттәр тураһында әҙ белгән балалар көсләүгә күпкә йышыраҡ дусар була. Шуға күрә бала бәләкәй булыуға ҡарамаҫтан, уға енси мөнәсәбәттәр тураһында белем биреү — иң яҡшы яҡлау. Белем «яман юлдан, аҙғын һүҙҙәр һөйләүсе кешенән ҡотҡара» ала (Ғибрәтле һүҙҙәр 2:10—12). Ниндәй белем? Изге Яҙмалағы принциптарҙы белеү, әхлаҡи ҡараштан нимә дөрөҫ, нимә дөрөҫ түгел икәнен аңлау. Шулай уҡ балалар белергә тейеш: ҡайһы бер ололар насар эштәр эшләй һәм, улар ярамаған тәҡдимдәр яһағанда, балалар буйһонорға тейеш түгел. (Данил 1:4, 8; 3:16—18 менән сағыштырығыҙ.) Баланы өйрәтер өсөн, бер тапҡыр ғына һөйләшеү етмәй. Баланың иҫендә ҡалһын өсөн, ҡайһы бер нәмәләрҙе уға ҡат-ҡат ҡабатларға тура килер. Үҫә барған һайын ҡыҙ бала сисенгәндә, йыуынғанда атаһының уны күреүен теләмәй, ир бала ла үҫә килә әсәһенән уңайһыҙлана башлай. Ата-әсә быға тейешле әһәмиәт бирһә, бала нимә әҙәпле икәнен тағы ла яҡшыраҡ аңлаясаҡ. Һәм, әлбиттә, баланы көсләүҙәрҙән һаҡлауҙың иң төп ысулы — был ата-әсәнең даими ҡурсалауы.

АЛЛАНЫҢ ЕТӘКСЕЛЕГЕН ЭҘЛӘГЕҘ

27, 28. Бала тәрбиәләүҙә ауырлыҡтар менән осрашҡанда, ата-әсәләр тәү сиратта кемгә таянырға тейеш?

27 Эйе, баланы сабый сағынан уҡ тәрбиәләү ауыр, әммә Аллаға ышанған ата-әсәләр ярҙамһыҙ түгел. Хөкөмсөләр ваҡытында йәшәгән Мәнух исемле кеше, үҙенең атай буласағы хаҡында белгәс, баланы дөрөҫ тәрбиәләр өсөн, Йәһүәнән етәкселек һораған. Йәһүә уның доғаларына яуап биргән (Хөкөмсөләр 13:8, 12, 24).

28 Бөгөн дә Аллаға ышанған ата-әсәләр балаларын тәрбиәләгәндә Йәһүәгә доғала мөрәжәғәт итә ала. Ата-әсә булыу — ул ауыр эш, әммә шул уҡ ваҡытта был эштең әжере лә ҙур. Гавай утрауында йәшәгән мәсихсе бер пар: «Баланың ҡатмарлы үҫмер сағы еткәнсе, һеҙҙең 12 йыл ғына ваҡытығыҙ бар. Әммә һеҙ Изге Яҙмалағы принциптар буйынса эш итергә тырышҡанһығыҙ икән, балаларығыҙҙың Йәһүәгә ихлас күңелдән хеҙмәт итергә теләүен күреү һеҙгә шатлыҡ һәм күңел тыныслығы килтерер» (Ғибрәтле һүҙҙәр 23:15, 16). Балағыҙ шундай ҡарар ҡабул иткәндә, һеҙ ҙә: «Улдар [һәм ҡыҙҙар] — Йәһүәнән килгән мираҫ», — тип әйтә алырһығыҙ.