Төп мәғлүмәткә күсеү

Эстәлеккә күсеү

ЕТЕНСЕ БҮЛЕК

Ғаиләлә фетнәсе

Ғаиләлә фетнәсе

1, 2. а) Ниндәй ҡисса аша Ғайса йәһүд дине әһелдәренең тоғролоҡһоҙ булыуын күрһәткән? б) Ғайсаның ҡиссаһын үҫмерҙәргә ҡарата нисек ҡулланып була?

 ҮЛТЕРЕЛЕҮЕНӘН бер нисә көн элек Ғайса йәһүд дине әһелдәренә уйланырға мәжбүр иткән бындай һорау биргән: «Был хаҡта ни әйтерһегеҙ? Бер кешенең ике улы булған. Беренсеһенең янына килеп, ул: „Улым, бөгөн йөҙөм баҡсаһына барып эшләп ҡайт әле“, — тигән. Уныһы иһә: „Эшләгем килмәй“, — тигән, ләкин бер аҙҙан кире уйлап, киткән. Атай кеше, икенсе улы янына килеп, шуны уҡ ҡабатлаған. Уныһы: „Барам, әфәндем“ — тигән, әммә бармаған. Аталарының ихтыярын ҡайһыһы үтәгән?» Йәһүд дине әһелдәре: «Беренсеһе», — тип яуап биргән (Матфей 21:28—31).

2 Был ҡиссаны һөйләп, Ғайса йәһүд дине әһелдәренең тоғролоҡһоҙ икәнен күрһәткән. Улар Алла ихтыярын үтәргә вәғәҙә биреп тә уны үтәмәгән икенсе улға оҡшаш булған. Күп ата-әсәләр шуны таныр: Ғайса ғаилә тормошон яҡшы белгән. Уның ҡиссаһынан асыҡ күренеүенсә, йәштәрҙең нимә уйлауы һәм нимә эшләргә йыйыныуы хаҡында әйтеү ауыр. Бала, үҫмер сағында күп ауырлыҡтар килтереүенә ҡарамаҫтан, яуаплы, хөрмәткә лайыҡ кеше булып үҫергә мөмкин. Үҫмерҙәргә хас фетнәселек хаҡында һөйләшкәндә, был турала онотмайыҡ.

ФЕТНӘСЕ КЕМ УЛ?

3. Ни өсөн ата-әсәләр балаһын фетнәсе тип атарға ашыҡмаҫҡа тейеш?

3 Ҡайһы саҡта үҫмер ата-әсәһенә асыҡтан-асыҡ ҡаршы сығырға мөмкин. Бәлки, үҙегеҙ ҙә ундай ғаиләләрҙе беләһегеҙҙер. Ләкин, дөрөҫөн генә әйткәндә, бала ысындан да фетнәсеме икәнен билдәләү ауыр. Бынан тыш, ҡайһы бер бала фетнә күтәрә, ә шул уҡ ғаиләлә үҫкән икенсе бала — юҡ. Әгәр фетнәсе бала бөтөнләй бәйҙән ысҡына башлаһа, нимә эшләргә? Был һорауға яуап бирерҙән алда, әйҙәгеҙ, шуны асыҡлайыҡ: фетнәсе кем ул.

4—6. а) Фетнәсе кем ул? б) Үҫмер ҡайһы саҡта тыңламаһа, ата-әсәләр нимәне иҫтә тоторға тейеш?

4 Ябай ғына әйткәндә, фетнәсе — ул аңлы рәүештә һәм үҙ һүҙләнеп хакимлыҡҡа буйһонмаусы йә ҡаршы тороусы кеше. Әлбиттә, «бала күңеленә аҡылһыҙлыҡ һең[ергә]» мөмкин (Ғибрәтле һүҙҙәр 22:15). Шуға күрә бөтә балалар ҙа ваҡыт-ваҡыт ата-әсәһенә йә башҡа хакимлыҡҡа ҡаршы сыға. Ундай хәл айырыуса физик һәм эмоциональ яҡтан етлеккәндә — енси өлгөрөү осоронда була. Кеше тормошонда булған һәр үҙгәреш стресс тыуҙыра, ә үҫмер саҡ өҙлөкһөҙ стрестарҙан тора. Үҫмер ҡыҙығыҙ йә улығыҙ, бала саҡ осоронан сығып, тормош юлына аяҡ баҫа. Шуға күрә ул ваҡытта ҡайһы бер ата-әсәләр менән үҫмерҙәр араһында ауырлыҡтар тыуа. Йыш ҡына ата-әсәләр үҙҙәре лә аңламаҫтан был осорҙо кисектерергә, ә үҫмерҙәр иһә уны ашыҡтырырға тырыша.

5 Фетнә күтәргән үҫмер ата-әсәһе өсөн ҡәҙерле булған нәмәләрҙе һанға һуҡмай. Әммә шуны иҫтә тотоғоҙ: бала бер нисә тапҡыр тыңламаһа, был әле уның фетнәсе икәнен аңлатмай. Рухи һорауҙарға килгәндә, ҡайһы бер балалар башта Изге Яҙмалағы хәҡиҡәт менән әҙ ҡыҙыҡһына йә бөтөнләй ҡыҙыҡһынмай, әммә уларҙы әлегә фетнәсе тип атап булмай. Ата-әсә булараҡ, балағыҙҙы фетнәсе тип атарға ашыҡмағыҙ.

6 Бөтә балалар ҙа үҫмер сағында ата-әсәһенә ҡаршы сығамы? Юҡ. Ысын фетнәселек ҡайһы бер үҫмерҙәргә генә хас. Шулай ҙа, аңлы рәүештә фетнә күтәргән бала менән үҙеңде нисек тоторға? Бала ни сәбәпле фетнә күтәрә?

ФЕТНӘ КҮТӘРЕҮҘЕҢ СӘБӘПТӘРЕ

7. Шайтан донъяһы нисек баланы фетнә күтәрергә этәрергә мөмкин?

7 Фетнә күтәреүҙең иң төп сәбәбе — ул донъя рухы. Инжилдә: «Бөтөн донъяның иһә Иблис хакимлығы аҫтында булыуын беләбеҙ», — тип яҙылған (1 Яхъя 5:19). Эйе, был донъяла Шайтан рухы хөкөм һөрә, һәм мәсихселәргә уға ҡаршы көрәшергә тура килә (Яхъя 17:15). Бөгөн донъя, элеккегә ҡарағанда, күпкә боҙоғораҡ, ҡурҡынысыраҡ, шуға ла ул күпкә көслөрәк йоғонто яһай (2 Тимофейға 3:1—5, 13). Әгәр ҙә ата-әсәләр баланы өйрәтеп, иҫкәртеп, яҡлап тормаһа, уның еңел генә «итәғәтһеҙ кешеләрҙә ғәмәл ҡылыусы рухҡа буйһоноп» йәшәй башлауы ихтимал (Ефестарға 2:2). Тиҫтерҙәренең баҫымы ла көслө булырға мөмкин. Инжилдә: «Аҡылһыҙҙар менән аралашыусы зыян күрер», — тиелә (Ғибрәтле һүҙҙәр 13:20). Әгәр бала был донъяның рухы һеңгән кешеләр менән дуҫлашһа, шул рух тәьҫиренә эләгергә мөмкин. Йәштәр Алланың принциптары иң яҡшы тормош юлына нигеҙ һалыуын аңлаһын өсөн, уларға һәр ваҡыт ярҙам кәрәк (Ишағыя 48:17, 18).

8. Баланы фетнәгә тағы ниндәй шарттар этәрергә мөмкин?

8 Фетнә күтәреүҙең икенсе сәбәбе өйҙәге мөхит булырға мөмкин. Мәҫәлән, ата-әсәһенең береһе эскесе, наркоман булһа йә тормош иптәше менән ҡаты мөғәмәлә итһә, баланың тормошҡа ҡарашы боҙолорға мөмкин. Бала үҙенә ҡарата ата-әсәһенең иғтибары юҡлығын аңлап ҡалһа, ғаиләлә тыныс булһа ла, фетнә килеп сығыуы ихтимал. Ләкин үҫмер саҡтағы фетнәнең тағы бер сәбәбе бар. Ата-әсәләр Алла принциптары буйынса йәшәһә лә һәм балаларын ошо донъяның күп зыяндарынан яҡлаһа ла, ҡайһы бер балалар улар ҡәҙерләгән нәмәләрҙе кире ҡаға. Ни өсөн? Сөнки беҙ камил түгел. Павел: «Тәүге кеше — Әҙәм гонаһ ҡылғас, донъяға гонаһ үтеп ингән, ә был үлем килтергән һәм үлем бөтөн кешеләр араһында таралған, сөнки бөтөнөһө лә гонаһ ҡылған» — тип әйткән (Римдарға 5:12). Әҙәм фетнәсе булған, үҙен генә ҡайғыртҡан һәм бөтә тоҡомдарына насар мираҫ ҡалдырған. Ҡайһы бер үҫмерҙәр ҙә, ата-бабалары Әҙәм кеүек үк, фетнәсе булып китә.

ҮТӘ ЙОМШАҠ ИЛИЙ ҺӘМ ҮТӘ ҠАТЫ РОВОАМ

9. Тағы ниндәй шарттар баланы фетнә күтәрергә этәрә алыр ине?

9 Ата-әсәнең бала тәрбиәләүгә дөрөҫ ҡарашта булмауы үҫмерҙең фетнә күтәреүенә тағы бер сәбәп булып тора (Колосстарға 3:21). Яуаплылығын аңлаған ҡайһы бер ата-әсәләр, баланы яҡшы тәрбиәләйем тип, уға ҡәтғи сиктәр ҡуя һәм үҙҙәрен ҡырыҫ тота. Башҡалар иһә бала менән үтә йомшаҡ мөғәмәлә итә, тәжрибәһеҙ үҫмерҙе уны яҡлай алған принциптарға өйрәтмәй. Эйе, алтын урталыҡ табыу еңел түгел. Бынан тыш, һәр баланың үҙ ихтыяждары бар. Ҡайһы бер балалар ата-әсәһенең күҙәтеүенә башҡаларға ҡарағанда күберәк мохтаж. Изге Яҙмала быға ҡағылышлы ике миҫал бар: балаларын төҙәтмәгән Илий һәм сиктән тыш ҡаты булған Ровоам. Был миҫалдар бер сиктән икенсеһенә һуғылыу ни тиклем ҡурҡыныс икәнен күрһәтә.

10. Ни өсөн Илий, иң баш рухани булып та, насар атай булған?

10 Боронғо Израилдә йәшәгән иң баш рухани Илий 40 йыл буйы Аллаға хеҙмәт иткән һәм, һис шикһеҙ, Алланың Ҡанунын яҡшы белгән. Илий, күрәһең, ғәҙәттәге рухани вазифаларын тырышып үтәгән һәм, бәлки, үҙ улдары Хөфни менән Пинхәсте Алла Ҡанунына өйрәткән. Әммә Илий улдарына ҡарата үтә йомшаҡ булған. Хөфни менән Пинхәс рухани вазифаларын үтәгән, ләкин шул уҡ ваҡытта улар үҙ тамағы һәм әхлаҡһыҙ теләктәре хаҡында ғына уйлаған «яуыз кешеләр» булған. Улдары изге урында шундай әшәке эштәр ҡылһа ла, Илийҙың уларҙы рухани вазифаларынан бушатырға батырсылығы етмәгән. Ул уларҙы еңелсә шелтәләү менән генә сикләнгән. Улдарының яуыз эштәренә күҙ йомоп, Илий Аллаға ҡарағанда балаларын күберәк хөрмәт итеүен күрһәткән. Һөҙөмтәлә Илийҙың улдары саф ғибәҙәт ҡылыуға ҡаршы фетнә күтәргән. Шул арҡала Илийҙың бөтә йорто зыян күргән (1 Самуил 2:12—17, 22—25, 29; 3:13, 14; 4:11—22).

11. Илийҙың насар үрнәгенән ата-әсәләр ниндәй фәһем ала ала?

11 Илийҙың улдары ул саҡта инде ҙурайған булған, әммә был миҫал үҙ ваҡытында тейешле тәрбиә бирмәү ниндәй аяныс эҙемтәләргә килтергәнен күрһәтә. (Ғибрәтле һүҙҙәр 29:21 менән сағыштырығыҙ.) Ҡайһы бер ата-әсәләр, яратыуҙы үтә йомшаҡ булыу менән бутап, аңлайышлы, эҙмә-эҙлекле, үтәй алырҙай ҡағиҙәләр ҙә ҡуймай, балаларҙан шул ҡағиҙәләрҙе үтәүҙе талап та итмәй. Балалары Алланың принциптарын һанға һуҡмағанда ла ундай ата-әсәләр уларҙы төҙәтмәй. Шулай итеп, ата-әсәләрҙең үтә йомшаҡ булыуы арҡаһында балалар уларҙы ла, башҡаларҙы ла хөрмәт итмәй башларға мөмкин. (Вәғәзсе 8:11 менән сағыштырығыҙ.)

12. Хакимлыҡ тураһында әйткәндә, Ровоам ниндәй хата яһаған?

12 Берләшкән Израиль батшалығының һуңғы батшаһы Ровоам да үҙенә бирелгән хакимлыҡты дөрөҫ ҡулланмаған. Ул насар батша булған. Ровоам мираҫ итеп алған илдә халыҡ зарланып йәшәгән. Ни өсөн? Уның атаһы, Сөләймән, халыҡ өҫтөнә ауыр йөк һалған. Ровоам уларҙы аңларға тырышҡанмы? Юҡ. Халыҡ уның янына килеп, йөктө еңеләйтеүен һорағас, ул, өлкән йәштәге кәңәшселәрҙең аҡыллы һүҙҙәренә ҡолаҡ һалмайынса, йөктө тағы ла ауырайтырға ҡушҡан. Шулай итеп, Ровоамдың тәкәбберлеге арҡаһында Израилдең ун ҡәбиләһе фетнә күтәргән, һөҙөмтәлә батшалыҡ икегә бүленгән (1 Батшалар 12:1—21; 2 Йылъяҙма 10:19).

13. Ата-әсәләр Ровоам яһаған хатанан нисек һаҡлана ала?

13 Ровоам миҫалынан ата-әсәләр мөһим нәмәләргә өйрәнә ала. Уларға, доға ҡылып, «Йәһүәне эҙләргә» һәм үҙҙәре ҡулланған тәрбиә ысулдарын Изге Яҙмала яҙылған принциптар яҡтылығында тикшерергә кәрәк (Зәбур 105:4). Вәғәзсе 7:7-лә былай тип яҙылған: «Йәберләү зирәк кешене аҡылһыҙлыҡҡа этәрә ала». Ентекләп уйланылған сикләү саралары үҫмергә һәр яҡлап үҫергә ярҙам итә, шул уҡ ваҡыт уны яуызлыҡтан һаҡлай. Әммә балалар артыҡ ҡырыҫ һәм саманан тыш сикләгән мөхиттә тәрбиәләнһә, уларға үҙенә һәм үҙ көсөнә ышанырға өйрәнеү ауыр буласаҡ. Ата-әсәләр бер сиктән икенсеһенә һуғылмайынса балаларға тейешле азатлыҡ бирһә, шул уҡ ваҡытта ныҡлы, асыҡ итеп билдәләнгән сиктәр ҡуйһа, үҫмерҙәрҙең күбеһе фетнә күтәрергә бик үк ынтылып бармаҫ.

БАЛА ХАҠЫНДА ҠАЙҒЫРТЫУ ФЕТНӘНЕ КИҪӘТӘ АЛА

Әгәр ҙә ата-әсәләр балаларына үҫмер сағында проблемаларын сисергә ярҙам итеп торһа, улар тотороҡло булып үҫер

14, 15. Баланың үҫешенә ата-әсәнең ҡарашы ниндәй булырға тейеш?

14 Ата-әсәләр, баланың физик яҡтан көндән-көн үҫеүенә шатланһа ла, уның бойондороҡһоҙ һәм үҙ-үҙенә ышаныусан була барыуын күреп, борсолорға мөмкин. Әгәр бала үҫмер осорҙа ваҡыт-ваҡыт тиҫкәре, вайымһыҙ булып китһә, аптырамағыҙ. Ата-әсәләрҙең маҡсаты баланы рухи яҡтан өлгөрөп еткән, тәүәккәл һәм яуаплы мәсихсе итеп үҫтереү булырға тейеш. (1 Коринфтарға 13:11; Ефестарға 4:13, 14 менән сағыштырығыҙ.)

15 Нисек кенә ауыр булмаһын, ата-әсәләргә баланың үҙенә күберәк ирек талап иткән һәр үтенесенә лә кире ҡараш белдереү дөрөҫ булмаҫ ине. Ни генә әйтһәң дә, бала бит шәхес булараҡ үҫешергә тейеш. Белеүебеҙсә, ҡайһы бер үҫмерҙәрҙең, сағыштырмаса йәш булыуҙарына ҡарамаҫтан, ярайһы уҡ өлгөрөп еткән ҡараштары формалаша башлай. Мәҫәлән, йәш батша Иосия хаҡында Изге Яҙмала былай тиелә: «Әле малай сағында [15 йәштәр тирәһендә], ул ата-бабаһы Дауыт Аллаһын эҙләй башланы». Эйе, был иҫ киткес үҫмер ысынлап та яуаплы шәхес булған (2 Йылъяҙма 34:1—3).

16. Күберәк ирек бирелгән һайын, бала нимәне аңларға тейеш?

16 Әммә ирекле булыу үҙ эсенә яуаплы булыуҙы ла ала. Шуға күрә яңы «өлгөргән» кешегеҙгә үҙе ҡабул иткән ҡарарҙарының һәм ҡылған эштәренең емештәрен татырға мөмкинлек бирегеҙ. Изге Яҙмалағы «кеше ни сәсһә, шуны ура» тигән принцип үҫмерҙәргә лә ҡағыла (Галаттарға 6:7). Баланы гел генә ҡурсалап тороп булмай. Әммә балағыҙ бөтөнләй яраҡһыҙ эш ҡылырға йыйынһа, нимә эшләргә? Яуаплы ата-әсә булараҡ, һеҙ «юҡ» тип әйтергә тейеш. Бының сәбәптәрен аңлатырға булһағыҙ ҙа, һеҙҙең «юҡ» тигән һүҙегеҙ «эйе» булып китмәһен. (Матфей 5:37 менән сағыштырығыҙ.) Әммә «юҡ» тигәнде тыныс ҡына һәм тейешле тон менән әйтергә тырышығыҙ, сөнки «йомшаҡ яуап ярһыуҙы баҫа» (Ғибрәтле һүҙҙәр 15:1).

17. Үҫмер нимәгә мохтаж булырға мөмкин, һәм ата-әсәһе уға нисек ярҙам итә ала?

17 Бала, сикләүҙәр һәм ҡағиҙәләр менән теләмәй генә ризалашһа ла, тәрбиә биреүҙәге эҙмә-эҙлелек уны яҡлаясаҡ. Ғаиләләге ҡағиҙәләр ата-әсәнең кәйефенә бәйле рәүештә гел генә үҙгәреп торһа, бала аптырашта ҡалыр. Бынан тыш, үҫмер оялсанлыҡ, ҡыйыуһыҙлыҡ һәм үҙ-үҙенә ышанмаусанлыҡты еңер өсөн, үҙ ваҡытында тейешле дәртләндереү һәм ярҙам алһа, күпкә тотороҡлораҡ шәхес булып үҫер. Үҫмер шулай уҡ ата-әсәһенең үҙенә ышанғанын ҡәҙерләй (Ишағыя 35:3, 4 менән сағыштырығыҙ; Лука 16:10; 19:17).

18. Үҫмер тураһындағы ниндәй мәғлүмәт ата-әсәләргә көс өҫтәй ала?

18 Ғаиләләге именлек, тотороҡлолоҡ һәм яратыу балаға, ғәҙәттә, ыңғай тәьҫир итә, һәм быны белеү ата-әсәләрҙе йыуата ала (Ефестарға 4:31, 32; Яҡуб 3:17, 18). Хатта эскелек, көс ҡулланыу һәм башҡа шундай зыянлы күренештәр булған шарттарҙа үҫкән балалар ҙа, насар тәьҫиргә бирешмәй, яҡшы кеше булып китергә мөмкин. Шуға күрә һеҙ балағыҙ өсөн хәүефһеҙ мөхит булдырһағыҙ һәм ғаиләлә уны яраталар, көтәләр, уға ҙур иғтибар күрһәтелә икәнен аңларға ярҙам итһәгеҙ (ундай булышлыҡ аҡыллы сиктәрҙе һәм яза ҡулланыуҙы үҙ эсенә алһа ла), ул, моғайын, киләсәктә һеҙ ғорурлана алырҙай кеше булып үҫер. (Ғибрәтле һүҙҙәр 27:11 менән сағыштырығыҙ.)

БАЛА БӘЛӘГӘ ЭЛӘККӘНДӘ

19. Ата-әсәләр үҫмерҙе сабый саҡтан уҡ дөрөҫ юлға баҫтырырға тейеш булһа ла, үҫмерҙең үҙенең өҫтөндә ниндәй яуаплылыҡ ята?

19 Ата-әсәнең үҙ вазифаларын тейешенсә үтәүе ҙур әһәмиәткә эйә. Ғибрәтле һүҙҙәр 22:6-ла былай тиелә: «Баланы тәрбиәләп, дөрөҫ юлға баҫтыр. Ул ҡартайғас та, унан ситкә тайпылмаҫ». Әммә ата-әсәләренең бына тигән булыуына ҡарамаҫтан, барыбер етди ауырлыҡтар менән осрашҡан балалар тураһында нимә әйтеп була? Бындай хәл мөмкинме? Эйе. Ғибрәтле һүҙҙәрҙәге был фекерҙе аңлар өсөн, уны ата-әсәне «тыңлауҙың» мөһимлегенә баҫым яһаған башҡа шиғырҙар менән берлектә тикшерергә кәрәк (Ғибрәтле һүҙҙәр 1:8). Ғаиләлә татыулыҡ булһын өсөн, ата-әсәләр ҙә, балалар ҙа Изге Яҙмалағы принциптарҙы ҡулланырға тейеш. Ғаиләлә был йәһәттән берҙәмлек булмаһа, етди ауырлыҡтар тыуасаҡ.

20. Бала дыуамаллыҡ арҡаһында хата яһағанда, ата-әсәләр үҙҙәрен нисек тоторға тейеш?

20 Үҫмер хата яһап бәләгә эләкһә, ата-әсә үҙен нисек тоторға тейеш? Ундай саҡта бала ярҙамға айырыуса мохтаж. Ата-әсә, үҙ балаһының әле тәжрибәһеҙ үҫмер генә икәнен иҫтә тотһа, килеп сыҡҡан хәлде үтә ауыр ҡабул итмәҫ. Илсе Павел етлеккән мәсихселәргә бындай кәңәш биргән: «Берәйһе ниндәйҙер гонаһ өҫтөндә тотола икән, һеҙ, Рухҡа таяныусылар, ипле генә итеп уны төҙәтегеҙ» (Галаттарға 6:1). Ата-әсәләр ҙә, балалары дыуамаллыҡ арҡаһында яңылышҡанда, шул уҡ рәүешле эш итә ала. Баланың тәртибе ни өсөн дөрөҫ түгеллеген һәм нисек был хатаны тағы ҡабатламаҫҡа икәнен аңлатҡанда, улар баланың үҙен түгел, ә уның дөрөҫ булмаған тәртибен насар тип һанағанын асыҡ күрһәтергә тейеш. (Йәһүҙә 22, 23 менән сағыштырығыҙ.)

21. Бала етди гонаһ ҡылғанда, ата-әсәләр, мәсихсе йыйылыштан үрнәк алып, үҙҙәрен нисек тоторға тейеш?

21 Ә үҫмер ауыр гонаһ ҡылһа? Ундай саҡта бала етди ярҙамға һәм ышаныслы кәңәшкә мохтаж. Ә етди хатаны йыйылыш ағзаһы яһаһа, уға тәүбә итергә һәм өлкәндәргә мөрәжәғәт итергә кәңәш бирелә (Яҡуб 5:14—16). Гонаһ ҡылған кеше тәүбә иткәндән һуң, өлкәндәр уға рухи яҡтан нығынырға ярҙам итә. Тыуған хәл хаҡында ата-әсәләр өлкәндәр менән фекер алышырға тейеш булһа ла, етди гонаһ ҡылған үҫмергә ярҙам итеү бурысы ғаиләлә тәү сиратта ата-әсә өҫтөндә ҡала. Бала етди гонаһ ҡылған булһа, әлбиттә, атай-әсәйҙәр быны өлкәндәрҙән йәшерергә тейеш түгел.

22. Ата-әсәләр, балалары етди гонаһ ҡылһа, Йәһүәнән үрнәк алып, нисек эш итергә тейеш?

22 Үҙ балаңа ҡағылышлы етди проблема, ғәҙәттә, ныҡ ғазапландыра. Өмөтһөҙләнгән ата-әсәнең дөрөҫ юлдан яҙған үҫмергә ярһып янау теләге тыуырға мөмкин, әммә был уны тик уҫалландырыр ғына. Бала менән шундай көсөргәнешле ваҡытта нисек мөғәмәлә итеүегеҙгә уның киләсәге бәйле икәнен иҫтә тотоғоҙ. Шуны ла хәтерҙән сығармағыҙ: Йәһүә дөрөҫ юлдан тайпылған үҙ халҡын, улар тәүбә иткән осраҡта, кисерергә әҙер булған. Йәһүәнең яратыу тулы һүҙҙәренә ҡолаҡ һалығыҙ: «Килегеҙ, арабыҙҙағы мөнәсәбәттәрҙе асыҡлайыҡ, — ти Йәһүә. — Гонаһтарығыҙ ал ҡыҙыл туҡыма кеүек булһа ла, улар ҡарҙай аҡ булып китер. Ҡуйы ҡыҙыл туҡыма кеүек булһа ла, улар йөн кеүек аҡ булып китер» (Ишағыя 1:18). Ата-әсәләр өсөн ниндәй иҫ киткес үрнәк!

23. Балаларҙың берәйһе гонаһ ҡылһа, ата-әсәләргә нимә эшләргә, һәм улар нимәнән һаҡланырға тейеш?

23 Шуға күрә дөрөҫ юлдан яҙған үҫмерҙе эш итеү рәүешен үҙгәртергә дәртләндерергә тырышығыҙ. Тәжрибәле ата-әсәләрҙән һәм йыйылыш өлкәндәренән кәңәш һорағыҙ (Ғибрәтле һүҙҙәр 11:14). Балағыҙ һеҙгә ышанысын юғалтмаһын өсөн, уйламайынса эш итеүҙән һәм һөйләүҙән һаҡланығыҙ. Тыйылғыһыҙ асыуҙан һәм ярһыуҙан ҡасығыҙ (Колосстарға 3:8). Бирешергә ашыҡмағыҙ (1 Коринфтарға 13:4, 7). Яуызлыҡты нәфрәт итегеҙ, әммә шул уҡ ваҡытта үҙ балағыҙға ҡарата ҡаты бәғерле һәм аяуһыҙ булмағыҙ. Ә иң мөһиме, ата-әсәләр балаларына яҡшы үрнәк күрһәтергә тырышырға һәм иманда ныҡ ҡалырға тейеш.

ФЕТНӘСЕЛ РУХ САҒЫЛДЫРҒАН ҮҪМЕР МЕНӘН МӨҒӘМӘЛӘ ИТЕҮ

24. Мәсихсе ғаиләлә ҡайһы саҡта ниндәй аяныс хәл тыуырға мөмкин, һәм шундай осраҡта ата-әсәләр нисек эш итергә тейеш?

24 Ҡайһы саҡта үҫмер аңлы рәүештә фетнә күтәрергә ҡарар итеп, мәсихсе юлды тулыһынса кире ҡаға. Ул саҡта иғтибарҙы ғаиләләге башҡа балаларҙың именлеген һаҡлауға тупларға кәрәк. Бөтә көсөгөҙҙө фетнәсе балаға сарыф итеп, башҡаларҙы иғтибарһыҙ ҡалдырыуҙан һаҡ булығыҙ. Тыуған проблеманы ғаиләнең башҡа ағзаларынан йәшерәһе урынға уларҙың барыһы менән дә, нескәлектәргә бирелмәй генә, был хаҡта һөйләшегеҙ һәм уларҙы тынысландырырға тырышығыҙ. (Ғибрәтле һүҙҙәр 20:18 менән сағыштырығыҙ.)

25. а) Бала төҙәлергә теләмәгән фетнәсе булып китһә, ата-әсәләргә, бәлки, мәсихселәр йыйылышына ҡағылған ниндәй аҙымдар яһарға тура килер? б) Балаларҙың береһе фетнә күтәрһә, ата-әсәләргә нимәне иҫтә тоторға кәрәк?

25 Илсе Яхъя, йыйылыштағы төҙәлергә теләмәгән фетнәсене «өйөгөҙҙә ҡабул итмәгеҙ һәм уны сәләмләмәгеҙ», тип әйткән (2 Яхъя 10). Бала инде балиғ булһа һәм бөтөнләй баш бирмәһә, ата-әсәһе уға ҡарата шундай уҡ мөнәсәбәттә булырға тип ҡарар итә ала. Был хәл әрнеү һәм ауырлыҡ килтерһә лә, ҡайһы саҡта шундай ҡарар ғаиләнең башҡа ағзаларын яҡлар өсөн бик тә мөһим. Ғаиләгеҙ һаҡлауға һәм өҙлөкһөҙ күҙәтеп тороуға мохтаж. Шуға күрә аныҡ билдәләнгән, әммә шул уҡ ваҡытта аҡыллы тәртип ҡағиҙәләрен тотоуығыҙҙы дауам итегеҙ. Башҡа балаларығыҙ менән аралашығыҙ, мәктәптәге, йыйылыштағы эштәре менән ҡыҙыҡһынығыҙ. Бынан тыш, уларға шуны аңларға ярҙам итегеҙ: һеҙ фетнәсел баланың эштәрен хупламаһағыҙ ҙа, уның үҙен нәфрәт итмәйһегеҙ. Баланың үҙен түгел, ә насар эштәрен хөкөм итегеҙ. Яҡуп пәйғәмбәрҙең ике улы рәхимһеҙ ҡылыҡтары арҡаһында бөтә ғаиләгә бәлә килтергәс, Яҡуп улдарын түгел, ә уларҙың асыуҙарын ҡәһәрләгән (Башланмыш 34:1—31; 49:5—7).

26. Балаларҙың береһе төҙәлергә теләмәгән фетнәсе булһа, ата-әсәләр ҡайҙан йыуаныс таба ала?

26 Ғаиләгеҙҙә килеп сыҡҡан хәлдәрҙә һеҙ, бәлки, үҙегеҙҙе ғәйепләйһегеҙҙер. Әммә һеҙ Йәһүәнең кәңәштәре буйынса эш итеп һәм доға ҡылып, ата-әсә булараҡ көсөгөҙҙән килгәндең барыһын да эшләгәнһегеҙ икән, үҙегеҙҙе тәнҡитләү дөрөҫ булмаҫ. Бер кем дә камил ата-әсә була алмай, тип үҙегеҙҙе йыуатығыҙ, һеҙ бит бөтә көсөгөҙҙө һалып, яҡшы ата-әсә булырға тырышҡанһығыҙ. (Ғәмәлдәр 20:26 менән сағыштырығыҙ.) Төҙәлергә теләмәгән фетнәсе, әлбиттә, күңелде телгеләй, әммә һеҙҙең менән ундай хәл килеп сыҡһа, Алланың хәлегеҙгә ингәненә бер ҙә шикләнмәгеҙ, ул үҙенең тоғро хеҙмәтселәрен бер ҡасан да ҡалдырмаҫ (Зәбур 27:10). Шуға күрә, бер нигә ҡарамай, өйөгөҙҙөң башҡа балаларығыҙ өсөн тыныс, рухи яҡтан ышыҡ урын булыуы хаҡында хәстәрләгеҙ.

27. Юлдан яҙған ул тураһындағы ҡиссаны иҫтә тотоп, ата-әсәләр, фетнәсе бала тураһында әйткәндә, нимәгә өмөтләнә ала?

27 Шулай уҡ бер ҡасан да өмөтөгөҙҙө өҙмәгеҙ. Һеҙҙең тәрбиәләү өсөн элек һалған көсөгөҙ, бәлки, юлдан тайпылған үҫмерҙең йөрәгенә ахыр сиктә тәьҫир итер һәм уны аңына килтерер (Вәғәзсе 11:6). Ҡайһы бер ғаиләләр һеҙ дусар булған хәлгә эләккән, һәм улар, Ғайсаның ҡиссаһындағы атай шикелле, юлдан тайпылған балаларының «ҡайтҡанын» күргән (Лука 15:11—32). Һеҙҙең ғаиләгеҙҙә лә шулай булыуы ихтимал.