Төп мәғлүмәткә күсеү

Эстәлеккә күсеү

УНЫНСЫ БҮЛЕК

Ғаиләлә берәйһе ауырығанда

Ғаиләлә берәйһе ауырығанда

1, 2. Әйүптең сафлығын боҙорға тырышып, Шайтан бәлә-ҡаза һәм ауырыуҙы нисек ҡулланған?

 ӘЙҮП пәйғәмбәрҙең ғаиләһе, һис шикһеҙ, бәхетле ғаиләләрҙән булған. Уның хаҡында Изге Яҙмала: «Ул Көнсығышта йәшәүсе бар кешеләр араһында иң бөйөгө булып киткән», — тип әйтелә. Уның ун балаһы — ете улы һәм өс ҡыҙы булған. Әйүп бай булған һәм үҙ ғаиләһен һәр яҡтан тәьмин иткән. Ә иң мөһиме, ул ғаиләһенең рухилығы хаҡында ҡайғыртҡан, балаларының Йәһүә менән яҡшы мөнәсәбәттәрҙә булыуҙарын хәстәрләгән. Һөҙөмтәлә уның ғаиләһе ныҡ һәм бәхетле булған (Әйүп 1:1—5).

2 Әйүптең именлеге Алланың төп дошманы Шайтандың иғтибарынан ситтә ҡалмаған. Алла хеҙмәтселәренең сафлығын боҙорға юлдар эҙләп йөрөүсе Шайтан, Әйүпкә һөжүм итеп, уның бәхетле ғаиләһен юҡ иткән. Һуңынан Шайтан Әйүптең үҙен «баш түбәһенән аяҡ табанына тиклем һыҙлап торған эренле яралар менән зарарлаған». Шайтан, бәлә-ҡазалар һәм ауырыу аша Әйүптең сафлығын боҙа алырмын, тип уйлаған (Әйүп 2:6, 7).

3. Әйүптең ауырыуының симптомдары ниндәй булған?

3 Изге Яҙмала Әйүптең ниндәй ауырыу менән ауырығаны хаҡында асыҡ ҡына әйтелмәһә лә, уның симптомдары килтерелә. Әйүптең бөтә тәнен ҡорттар ҡаплаған, тиреһе ҡутырлаған, яраларынан эрен аҡҡан. Уның һулышы ерәнгес булған, ә тәненән һаҫыҡ еҫ аңҡыған. Ул һыҙланыуҙарҙан интеккән (Әйүп 7:5; 19:17; 30:17, 30). Өмөтөн юғалтып, Әйүп көл өҫтөнә ултырған һәм, көршәк ярсығы алып, тәнен ҡыра башлаған (Әйүп 2:8). Ниндәй ҡыҙғаныс күренеш!

4. Һәр ғаиләгә ваҡыт-ваҡыт нимә менән осрашырға тура килә?

4 Әгәр һеҙ шундай ауырыу менән ауырыған булһағыҙ, үҙегеҙҙе нисек хис итер инегеҙ? Беҙҙең көндәрҙә Шайтан Алланың хеҙмәтселәренә, Әйүп осрағындағы һымаҡ, ауырыуҙар ебәрмәй. Шулай ҙа кешеләрҙең камил булмауы, көн һайын стресс кисереүе һәм тирә-яҡ мөхиттең бысраныуы арҡаһында яҡындарыбыҙҙың ауырып китеүе бер ҙә аптырарлыҡ түгел. Әлбиттә, Әйүп кеүек ныҡ ғазапланған кешеләр күп түгел, әммә профилактик саралар күреүгә ҡарамаҫтан һәр кемдең ауырып китеүе ихтимал. Ғаиләлә берәйһе ауырып китһә, был ысынлап та һынауға әйләнергә мөмкин. Шуға күрә, әйҙәгеҙ, Изге Яҙма кешелектең дошманы — ауырыу — менән көрәшергә нисек ярҙам итә икәнен ҡарап сығайыҡ (Вәғәзсе 9:11; 2 Тимофейға 3:16).

ҠАРАШЫҒЫҘ НИНДӘЙ БУЛЫР?

5. Кешенең ауырыуы оҙаҡҡа һуҙылмаһа, ғаилә ағзалары, ғәҙәттә, уға нисек ҡарай?

5 Өйрәнелгән тормош рәүеше ниндәйҙер сәбәптәр арҡаһында үҙгәреп китһә, был һәр ваҡыт уңайһыҙлыҡтар килтерә. Ә үҙгәрештәр оҙаҡҡа һуҙылған ауырыу сәбәпле килеп сыҡһа, быға күнегеү айырыуса ауыр булырға мөмкин. Ауырыу ҡыҫҡа ваҡытлы булһа ла, нимәнелер үҙгәртергә, ҡорбандарға барырға һәм юл ҡуйыусан булырға кәрәк. Мәҫәлән, ауырыған кеше ял итә алһын өсөн, башҡаларға, моғайын, шым ғына йөрөргә тура килер. Ә, бәлки, уларға ҡайһы бер эштәрҙән баш тартырға кәрәк булыр. Шулай ҙа ғаиләләрҙең күбеһендә хатта бәләкәй балалар ҙа ауырыған туғанын йә ата-әсәһен йәлләй. Әлбиттә, иғтибарлы булырға кәрәклеген ҡайһы саҡта уларҙың иҫенә төшөрөп торорға кәрәк (Колосстарға 3:12). Һүҙ оҙаҡҡа һуҙылмаған ауырыу тураһында барғанда, ғаилә ағзалары йыш ҡына кәрәк булғанды эшләргә әҙер. Бынан тыш, ғаиләнең һәр ағзаһы, үҙе ауырып китһә, уға ҡарата ла шундай уҡ иғтибар күрһәтерҙәр, тип өмөтләнә ала (Матфей 7:12).

6. Ғаиләлә берәйһе етди ауырып китһә, туғандарының ниндәй хистәре тыуыуы ихтимал?

6 Ә туғаныбыҙ бик етди ауырып китһә, был оҙаҡҡа һуҙылһа һәм киҫкен үҙгәрештәр яһау талап ителһә, нимә эшләргә? Мәҫәлән, ул рак менән ауырып китһә йә уны паралич һуҡһа? Ә, бәлки, шизофрения кеүек психик ауырыу менән ауырыһа? Шундай саҡтарҙа тыуған тәү хистәрҙең береһе — йәлләү, сөнки яратҡан кешеңдең ғазапланыуын күреү йәнде әрнетә. Ләкин ҡайһы саҡта йәлләүҙе башҡа хистәр алмаштыра. Эйе, ауырыған кеше башҡаларҙың тормошона ныҡ тәьҫир итә, һөҙөмтәлә, уларҙың ирке ниндәйҙер мәғәнәлә сикләнә. Шул арҡала ғаилә ағзаларының ҡайһы берҙәренең асыуы килә. Улар хатта аптырап: «Ни өсөн минең менән шундай хәл килеп сыҡты?» — тип һорарға мөмкин.

7. Әйүптең ҡатыны иренең ауырыуына нисек ҡараған, һәм ул нимәне күҙҙән ысҡындырған?

7 Әйүптең ҡатыны ла шундай уҡ хистәр кисергән, күрәһең. Хәтерләйһегеҙҙер, ул балаларын юғалтҡан. Бер-бер артлы барған аяныслы ваҡиғалар уның хәлен артабан да ауырайтҡан, һәм ул ҡайғынан башын юғалтҡан. Ә инде көсө ташып торған ире ерәнес сир менән ауырып киткәс, ул иң мөһим нәмәне — үҙенең һәм иренең Алла менән бөтә бәләләрҙе ҡаплай алған мөнәсәбәттәрен күҙҙән ысҡындырған. Изге Яҙмала былай тиелә: «Ахыр сиктә, ҡатыны уға: „Һин һаман да сафлығыңды һаҡлайһыңмы? Алланы ҡәһәрләү һәм үлеү һинең өсөн яҡшыраҡ булмаҫмы?“ — тигән» (Әйүп 2:9).

8. Ғаиләлә берәйһе етди ауырыһа, Изге Яҙмалағы ниндәй шиғырҙар дөрөҫ ҡараш һаҡларға ярҙам итер?

8 Күптәр туғанының ауырыуы арҡаһында тормош рәүешен үҙгәртергә кәрәк булғанға төшөнкөлөккә бирелә, хатта асыулана. Шулай ҙа мәсихсе, килеп сыҡҡан хәл тураһында уйланып, шуны танырға тейеш: был хәл — яратыуҙың ихлас булыуын күрһәтер өсөн яҡшы мөмкинлек. Ысын мөхәббәт «түҙемле, шәфҡәтле. ...Үҙенә файҙа эҙләмәй... Ул бөтөнөһөнә лә түҙә, бөтөн нәмәгә ышана, һәр саҡ өмөтләнә һәм сабыр итә» (1 Коринфтарға 13:4—7). Тиҫкәре хистәргә бирелеү урынына, уларҙы контролдә тотор өсөн хәлдән килгәнде эшләү бик мөһим (Ғибрәтле һүҙҙәр 3:21).

9. Ғаиләлә берәйһе ауырығанда, ниндәй һүҙҙәр башҡаларҙы рухи һәм эмоциональ яҡтан нығыта?

9 Ғаиләлә берәйһе етди ауырыһа, рухилыҡты һәм күңел тыныслығын нисек һаҡларға? Әлбиттә, һәр ауырыу үҙенә күрә ҡайғыртыу һәм дауалау талап итә, һәм был китапта дауалау ысулдары йә кешене өйҙә ҡарау буйынса кәңәштәр биреү дөрөҫ булмаҫ ине. Шулай ҙа Йәһүә «бөгөлөп төшкәндәрҙе» рухи яҡтан торғоҙа (Зәбур 145:14). Дауыт пәйғәмбәр былай тип яҙған: «Мохтаж әҙәм тураһында ҡайғыртҡан кеше бәхетле. Йәһүә уны бәлә-ҡаза килгән көндө ҡотҡарыр. Йәһүә уны һаҡлар һәм иҫән ҡалдырыр... Ауырып түшәккә ятҡан сағында Йәһүә уға таяныс булыр» (Зәбур 41:1—3). Эйе, беҙ ҡайһы ваҡыт үҙебеҙҙе эмоциональ яҡтан бик ауыр хис итәбеҙ, әммә шундай саҡтарҙа ла Йәһүә беҙгә рухи һаулыҡ һаҡларға ярҙам итә (2 Коринфтарға 4:7). Туғандары ҡаты ауырыған күп кешеләр мәҙхиә йырлаусының һүҙҙәренә ҡушылыр: «Мин ҡаты ғазап сигәм. Эй Йәһүә, һүҙең буйынса ғүмеремде һаҡла» (Зәбур 119:107).

ШИФАЛЫ РУХ

10, 11. а) Ауырыған кеше хаҡында яҡшы ҡайғыртыр өсөн, нимә мөһим? б) Бер ҡатын ауырыған ире хаҡында нисек ҡайғыртҡан?

10 Алла Һүҙендә: «Кешенең рухы уға ауырыуын кисереп сығырға ярҙам итә, әммә һыныҡ рухҡа кем түҙә алыр?» — тиелә (Ғибрәтле һүҙҙәр 18:14). Күңел йәрәхәте айырым «кешенең рухын» ғына түгел, ә бөтә ғаиләнең рухын ҡаҡшата ала. Әммә «тыныс күңел тәнгә сихәт бирә» (Ғибрәтле һүҙҙәр 14:30). Ғаиләнең етди ауырыу менән көрәшендәге уңышы, күбеһенсә, өйҙәгеләрҙең дөрөҫ ҡараш күрһәтеүенә, йәғни рухҡа бәйле. (Ғибрәтле һүҙҙәр 17:22 менән сағыштырығыҙ.)

11 Бер мәсихсе ҡатын күпте кисергән: туйҙан һуң алты ғына йыл үтеүгә, ирен паралич һуҡҡан. «Был ауырыу иптәшемдең һөйләшеү һәләтенә ныҡ тәьҫир итте, уның менән аралашып та булмай ине, — тип иҫенә төшөрә ул. — Уның тырышып ниҙер әйтергә теләгәнен аңлар өсөн, күп көс кәрәк ине». Иренең дә ни тиклем яфаланғанын күҙ алдына килтерегеҙ. Уларға нимә ярҙам иткән? Мәсихселәр йыйылышынан йыраҡ йәшәһәләр ҙә, ҡатыны, рухи яҡтан ныҡ булып ҡалыр өсөн, ойошманан артта ҡалмаҫҡа тырышҡан һәм, «Күҙәтеү манараһы», «Уянығыҙ!» журналдарын уҡып, рухи яҡтан туҡланған. Был уға көс өҫтәгән һәм яратҡан ире хаҡында дүрт йыл буйы, уның үлеменә ҡәҙәр ҡайғыртырға ярҙам иткән.

12. Әйүптең миҫалынан күреүебеҙсә, ауырыған кеше үҙе башҡаларға нисек ярҙам итә ала?

12 Әйүп осрағында ауырыуҙан интеккән кеше тап үҙе — Әйүп — рухи яҡтан көслө булып ҡалған. «Әллә беҙ Алланан яҡшыны ғына ҡабул итергә тейешме? Насарҙы ла ҡабул итергә тейеш түгелме ни?» — тип һораған ул ҡатынынан (Әйүп 2:10). Һуңыраҡ шәкерт Яҡуб Әйүптең иҫ киткес сифаттарын — сабырлығын һәм сыҙамлығын өлгө итеп ҡуйған, һәм быға бер ҙә ғәжәпләнәһе юҡ! Ул былай тип яҙған: «Һеҙ Әйүптең түҙемлеге тураһында ишеттегеҙ, аҙаҡ Раббының уға ҡылған яҡшылығын күрҙегеҙ, сөнки Раббы ғәйәт шәфҡәтле һәм рәхимле» (Яҡуб 5:11). Бөгөн дә күп осраҡтарҙа ауырыған кешенең ҡыйыулығы туғандарына ыңғай ҡараш һаҡларға ярҙам итә.

13. Ғаиләлә етди ауырыған кеше булһа, ниндәй сағыштырыуҙар яһарға кәрәк түгел?

13 Туғандары ауырыған кешеләрҙең күбеһе шуның менән ризалашыр: тәү мәлдә яҡындарына ысынбарлыҡты ҡабул итеү ауыр. Улар шулай уҡ, күп нәмә кешенең ҡарашына бәйле, тип уйлай. Башта ғәҙәткә инеп киткән тормош рәүешен үҙгәртеү һәм яңы шарттарға күнегеү ауыр булырға мөмкин. Әммә кеше ысын күңелдән тырышлыҡ һалһа, ул яңы шарттарға өйрәнә алыр. Үҙебеҙҙең шарттарҙы ғаилә ағзалары ауырымаған башҡа берәй ғаилә менән сағыштырмау мөһим. «Уларға рәхәт» һәм «был ғәҙел түгел» тип уйлау дөрөҫ булмаҫ ине. Башҡалар ниндәй йөк күтәреп йәшәгәнен беҙ белмәйбеҙ. Бөтә мәсихселәр ҙә Ғайсаның һүҙҙәренән йыуаныс таба: «Йонсоған һәм ауыр йөктән интегеүселәр, барығыҙ ҙа Миңә килегеҙ. Мин һеҙгә тыныслыҡ бирермен» (Матфей 11:28).

МӨҺИМ НӘМӘЛӘРҘЕ АЙЫРА БЕЛЕГЕҘ

14. Бөтә эштәрҙе нисек дөрөҫ итеп ойошторорға?

14 Ғаиләлә берәйһе етди ауырыһа, туғандарына Алла тарафынан рухландырылған: «Кәңәшселәр күп булғанда... [ниәттәр] тормошҡа аша», — тигән һүҙҙәрҙе иҫтә тотоу яҡшы булыр ине (Ғибрәтле һүҙҙәр 15:22). Туғандары, йыйылып, ауырыу арҡаһында тыуған һорауҙар буйынса кәңәшләшә алыр инеме? Фекер алышҡанда, доға ҡылырға һәм Алла Һүҙенә мөрәжәғәт итергә кәрәк (Зәбур 25:4). Нимәгә иғтибар итеү яҡшы булыр ине? Мәҫәлән, дауалау, аҡсалата ярҙам итеү һәм ғаиләләге башҡа ҡарарҙар менән бәйле һорауҙарҙы хәл итергә кәрәк булыр. Ауырыған кешене кем ҡарар? Башҡалар нисек ярҙам итә ала? Был үҙгәрештәр туғандарына нисек тәьҫир итер? Ауырыған туғанын ҡараған кешенең рухи һәм башҡа ихтыяждарын нисек ҡайғыртырға?

15. Ауырыған кеше булған ғаиләләргә Йәһүә нисек ярҙам итә?

15 Йәһүәнең етәкселеген эҙләгәндә доға ҡылыу, уның Һүҙе өҫтөндә уйланыу һәм унда яҙылғандарға ярашлы тәүәккәл эш итеү йыш ҡына көтөлмәгән фатихаларға килтерә. Эйе, ҡайһы саҡта ауырыған кешенең хәле яҡшырмай. Әммә һәр хәлдә Йәһүәгә таяныу яҡшы һөҙөмтәләр бирә (Зәбур 55:22). Мәҙхиә йырлаусы: «Һинең тоғро мөхәббәтең, эй Йәһүә, миңә таяныс булып торҙо. Борсолоуҙар мине биләп алғанда, һин миңә йыуаныс һәм тыныслыҡ бирҙең», — тип йырлаған. (Зәбур 94:18, 19; шулай уҡ Зәбур 63:6—8-ҙе ҡарағыҙ.)

БАЛАЛАРҒА ЯРҘАМ ИТЕГЕҘ

Ауырлыҡтарҙы бөтә ғаилә менән берлектә генә еңеп була

16, 17. Бәләкәй балаларға ауырыған туғанының хәлен һөйләгәндә, нимәгә иғтибар итергә кәрәк?

16 Ғаиләлә берәйһе етди сир менән ауырыһа, был балаларға ла тәьҫир итә. Ата-әсәләр уларға ғаиләнең хәҙер нимәгә мохтаж булыуын һәм уларҙың нисек ярҙам итә алыуын аңлатырға тейеш. Әгәр ҙә ғаиләлә бала ауырый икән, башҡа балаларға шуны аңларға ярҙам итергә кәрәк: ауырыған балаға күрһәтелгән өҫтәмә иғтибар һәм ҡайғыртыу уларҙы әҙерәк яраталар икәнен аңлатмай. Ата-әсәләрҙең килеп тыуған ауырлыҡты бергәләшеп еңергә тырышыуы балаларға бер-береһе менән тығыҙ һәм йылы мөнәсәбәттәр үҫтерергә ярҙам итә. Шулай итеп улар балаларында үпкәләү һәм ярышыу хисе үҫеүгә юл ҡуймаҫ.

17 Ғәҙәттә, бәләкәй балаларға оҙон һәм ҡатмарлы медик аңлатмаларҙы һөйләү түгел, ә ата-әсәһенең наҙлы һүҙҙәре күберәк файҙа килтерә. Шуға күрә уларға ауырыған туғаны нимә хис итә икәнен бала аңларҙай телдә һөйләй алаһығыҙ. Һау балалар, ауырыу туғанына ғәҙәти нимәне эшләү ни тиклем ауыр булғанын күреп, тағы ла нығыраҡ «туған йәнле, шәфҡәтле» булыр (1 Петр 3:8).

18. Ҙурыраҡ балаларға туғанының ауырыуы арҡаһында ғаиләлә тыуған хәлде аңларға нисек ярҙам итеп була, һәм быны аңлау уларға ниндәй файҙа килтерә?

18 Ҙурыраҡ балаларға, ғаиләлә ауыр шарттар тыуғанға күрә, һәр береһенән ҡорбанға барыу талап ителә икәнен аңларға ярҙам итегеҙ. Йыш ҡына дауалау ҡиммәткә төшә, шуға күрә ата-әсәләр башҡа балалары теләгән әйберҙе ала алмаҫҡа мөмкин. Балалар быға үпкәләрме һәм үҙҙәрен нимәнәндер мәхрүм ҡалғандай тойормо? Йә улар, тыуған хәлде аңлап, кәрәкле ҡорбандарға барырға әҙер булырмы? Күп нәмә был мәсьәлә нисек хәл ителеүенән һәм ғаилә ниндәй рух сағылдырыуынан тора. Ысындан да, ғаиләлә берәй баланың ауырыуы ата-әсәләрҙе башҡа балаларын Павелдың бындай кәңәшенә ярашлы тәрбиәләргә өйрәтә: «Бер-берегеҙҙе уҙырға тырышып, дан артынан ҡыумағыҙ, киреһенсә, күндәм булып, башҡаларҙы өҫтөн күрегеҙ. Һәр кем үҙ мәнфәғәтен генә түгел, башҡалар хаҡында ла хәстәрлек күрһен» (Филиптарға 2:3, 4).

ДАУАЛАНЫУҒА ДӨРӨҪ ҠАРАШ ҺАҠЛАҒЫҘ

19, 20. а) Яҡындарының береһе ауырып киткәндә, ғаилә башлығы өҫтөнә ниндәй яуаплылыҡ ята? б) Изге Яҙма медицина буйынса белешмә булмаһа ла, һаулыҡ менән бәйле һорауҙарҙа унда ниндәй кәңәштәр бар?

19 Аҡыллы эш иткән мәсихселәр Алланың ҡанундарына ҡаршы килмәгән дауалау ысулдарынан баш тартмай. Ғаиләлә берәйһе ауырып китһә, уның хәлен еңеләйтер өсөн, туғандары бар көсөн һалырға әҙер. Әммә табиптар бер-береһенә ҡаршы килгән кәңәштәр бирергә мөмкин. Ул саҡта ғаилә ағзаларына барыһын да ентекләп тикшереп, уйлап эш итергә кәрәк. Бынан тыш, һуңғы йылдарҙа яңы ауырыуҙар барлыҡҡа килә, һәм уларҙың күбеһенән дөйөм ҡабул ителгән дауалау ысулдары юҡ. Ә ҡайһы саҡта дөрөҫ диагноз да ҡуйып булмай. Мәсихсегә ундай осраҡтарҙа нимә эшләргә?

20 Изге Яҙманы яҙған кешеләрҙең береһе табип булһа ла, илсе Павел үҙенең дуҫы Тимофейға һаулыҡ менән бәйле кәңәш биргән булһа ла, Изге Яҙма медицина буйынса белешмә түгел, ә кешенең әхлаҡи һәм рухи тормошона күрһәтмәләр сығанағы булып тора (Колосстарға 4:14; 1 Тимофейға 5:23). Шуға күрә дауалауға ҡағылышлы һорауҙарҙа мәсихсе булған ғаилә башлыҡтары, барыһын да иҫәпкә алып, үҙҙәре ҡарарҙар ҡабул итергә тейеш. Бәлки, улар тәжрибәле бер нисә табип менән кәңәшләшергә булыр. (Ғибрәтле һүҙҙәр 18:17 менән сағыштырығыҙ.) Улар, әлбиттә, ауырыған яҡыны өсөн иң яҡшы дауалау ысулын табырға тырыша, һәм уларҙың күбеһе квалификациялы табиптарға мөрәжәғәт итә. Башҡалар иһә, традицион булмаған дауалау ысулдарын һайлай. Был шулай уҡ шәхси ҡарар. Әммә һаулыҡ менән бәйле һорауҙарҙы хәл иткәндә, мәсихселәр өсөн Алла Һүҙе «аяҡтарына — яҡтыртҡыс, юлына — яҡтылыҡ» булып ҡала (Зәбур 119:105). Улар артабан да Изге Яҙмалағы кәңәштәр буйынса йәшәүен дауам итә (Ишағыя 55:8, 9). Шулай итеп улар спиритизм менән бәйле диагностика төрҙәренән һаҡлана һәм Изге Яҙмалағы принциптарға ҡаршы килгән дауалау ысулдарынан баш тарта (Зәбур 36:9; Ғәмәлдәр 15:28, 29; Асылыш 21:8).

21, 22. Азияла йәшәгән бер ҡатын, Изге Яҙмалағы принцип хаҡында уйланып, ниндәй һөҙөмтәгә килгән һәм нисек дөрөҫ ҡарар ҡабул иткән?

21 Әйҙәгеҙ, бер миҫал ҡарап китәйек. Азияла йәшәгән бер йәш ҡатын Йәһүә шаһиттары менән Изге Яҙманы өйрәнә башлаған. Күп тә үтмәҫтән, ул ваҡытынан алда ҡыҙ бала тапҡан. Баланың ауырлығы ни бары 1470 грамм булған. Табип ҡатынға балаһы аҡыл яғынан артта ҡаласағы һәм бер ҡасан да атлай алмаясағы хаҡында әйткәс, ул ҙур ҡайғыға батҡан. Табип уға ҡыҙын балалар йортона бирергә кәңәш иткән. Ире иһә нимә эшләргә лә белмәгән. Был ҡатынға кемдән ярҙам эҙләргә?

22 Ул былай тип һөйләй: «Мин: „Улдар — Йәһүәнән килгән мираҫ, әсә ҡарынындағы бала — бүләк ул“, — тигән һүҙҙәрҙе хәтерләй инем» (Зәбур 127:3). Ул үҙенең «мираҫын» өйгә алып ҡайта һәм уны ҡарарға була. Башта бик ауыр була, әммә Йәһүә шаһиттары йыйылышындағы дуҫтары уға ярҙам итә, һәм ул, баланы тейешле итеп ҡарап, ауырлыҡтарҙы еңеп сыға. Ун ике йыл үткәс, ҡыҙ Батшалыҡ залындағы йыйылыш осрашыуҙарына йөрөй башлай һәм йәштәштәре менән рәхәтләнеп аралаша. Әсәһе былай тип һөйләй: «Мин шул тиклем рәхмәтлемен, сөнки Изге Яҙмалағы принциптар ярҙамында дөрөҫ ҡарар ҡабул итә алдым. Изге Яҙма миңә Йәһүә Алла алдында саф выждан һаҡларға ярҙам итте һәм ғүмер буйына һуҙыла алған йән ғазаптарынан араланы».

23. Ауырыған һәм улар хаҡында ҡайғыртҡан кешеләр өсөн Изге Яҙмала ниндәй йыуаныс бар?

23 Ауырыуҙар гел булмаясаҡ. Изге Яҙмала бындай вәғәҙә яҙылған: «Йәшәүселәрҙең береһе лә: „Мин ауырыйым“, — тип әйтмәҫ» (Ишағыя 33:24). Был вәғәҙә тиҙ яҡынлашып килгән яңы донъяла үтәләсәк. Әлегә иһә беҙгә ауырыуҙар һәм үлем кисерергә тура килә. Бәхеткә ҡаршы, Алла Һүҙе беҙҙең өсөн ҡулланма һәм ярҙам сығанағы булып тора. Изге Яҙмалағы төп тәртип ҡағиҙәләре камил булмаған кешеләр уйлап сығарған үҙгәреүсән ҡағиҙәләрҙән күпкә өҫтөнөрәк. Бына ни өсөн аҡыллы кеше мәҙхиә йырлаусының һүҙҙәре менән ризалашыр: «Йәһүәнең ҡануны камил — көс бирә. Йәһүәнең иҫкә төшөрөүҙәре ышаныслы — тәжрибәһеҙҙе зирәк итә. ...Йәһүәнең хөкөмдәре хаҡ, барыһы ла ғәҙел. ...Улар буйынса йәшәү — оло әжер» (Зәбур 19:7, 9, 11).