Төп мәғлүмәткә күсеү

Эстәлеккә күсеү

2-СЕ БҮЛЕК

Ҡайғыртыусан Алланан хат

Ҡайғыртыусан Алланан хат

ҺИНЕҢ иң яратҡан китабың ниндәй? ~ Ҡайһы бер балаларға хайуандар тураһындағы китаптар оҡшай. Башҡалар иһә һүрәтле китаптарҙы ярата. Ундай китаптарҙы уҡыу, әлбиттә, бик ҡыҙыҡлы.

Әммә донъялағы иң яҡшы китаптар — ул Алла тураһындағы хәҡиҡәтте һөйләгән китаптар. Улар араһында иң ҡиммәтле бер китап бар. Уның исемен беләһеңме? ~ Уның исеме — Изге Яҙма.

Ни өсөн Изге Яҙма шул тиклем мөһим китап? ~ Сөнки ул Алланан бирелгән китап. Изге Яҙмала Алла тураһында һәм уның беҙҙең өсөн киләсәктә эшләйәсәк иҫ киткес эштәре тураһында әйтелә. Унда, шулай уҡ, Алланы ҡыуандырыр өсөн, нимә эшләргә кәрәк икәне аңлатыла. Изге Яҙманы Алланың хаты тип атап була.

Алла, күктә Изге Яҙманы үҙе тулыһынса яҙып, кешеләргә бүләк итә алыр ине. Ләкин ул улай эшләмәгән. Изге Яҙманы яҙыр өсөн, ул ерҙәге хеҙмәтселәрен ҡулланған. Улар үҙ фекерҙәрен түгел, ә Алла теләгәнде яҙған.

Алла үҙ фекерҙәрен кешеләргә нисек итеп еткергән? ~ Быны аңлар өсөн, бер нисә миҫалға иғтибар итәйек. Радионан берәй кешенең тауышын ишеткәндә, беҙ был кешенең үҙебеҙҙән бик йыраҡ булыуын аңлайбыҙ. Ә телевизорҙан беҙ хатта башҡа илдәрҙә йәшәгән кешеләрҙе күрә һәм ишетә алабыҙ.

Кешеләр, космос караптарында Айға осоп, унан Ергә хәбәрҙәр ебәрә ала. Һин был турала белә инеңме? ~ Быны кешеләр эшләй ала икән, Алла ла күктән ергә хәбәр ебәрә алмаймы ни? ~ Әлбиттә, ала! Ул быны кешеләр әле радио һәм телевизорҙар уйлап сығарғансы эшләгән булған.

Алла беҙҙең менән алыҫ аранан һөйләшә алыуын ҡайҙан беләбеҙ?

Мәҫәлән, Алла Муса исемле бер кеше менән һөйләшкән. Муса Алланы күрмәгән, ул уның тауышын ғына ишеткән. Муса менән бергә был тауышты миллионлаған кеше ишеткән. Ул көндә Алла күк күкрәткән, йәшен йәшнәткән һәм тауҙы һелкеткән. Кешеләр үҙҙәре менән Алла һөйләшкәнен аңлаған. Улар бик ныҡ ҡурҡҡан һәм Мусанан: «Алла беҙҙең менән һөйләшмәһен, юғиһә беҙ үлербеҙ», — тип үтенгән. Һуңыраҡ Муса Алла әйткәндәрҙең барыһын да яҙып ҡуйған. Бөгөн беҙ шул һүҙҙәрҙе Изге Яҙманан уҡый алабыҙ (Сығыш 20:18—21).

Изге Яҙманың беренсе биш китабын Муса яҙған. Изге Яҙманы яҙыуҙа башҡа кешеләр ҙә ҡатнашҡан. Алла был йөкләмәне 40-ҡа яҡын ир кешегә биргән. Был ирҙәр бик күп йылдар элек йәшәгән. Изге Яҙма китабы яҡынса 1600 йыл дауамында яҙылған. Шуныһы ғәжәпләндерә: был китапты яҙған кешеләр бер-береһе менән бер ҡасан да күрешмәгән булһа ла, уларҙың яҙғандары бер-береһенә ҡаршы килмәй.

Изге Яҙманы яҙыуҙа ҡатнашҡан был яҙыусыларҙың исемдәре нисек?

Изге Яҙманы яҙыуҙа ҡатнашҡан ҡайһы бер кешеләр бик күренекле булған. Муса, тәүҙә көтөүсе булһа ла, һуңынан Израиль халҡының етәксеһе булып киткән. Сөләймән иһә батша булған һәм үҙ заманында ул иң аҡыллы, иң бай кеше булған. Әммә Изге Яҙма китабының башҡа яҙыусылары ундай уҡ данлыҡлы булмаған. Мәҫәлән, Амос пәйғәмбәр инжир ағастары үҫтергән.

Изге Яҙманы яҙыусыларҙың береһе табип булған. Беләһеңме, уның исеме нисек? ~ Лука. Яҙыусылар араһында һалым йыйыусы ла булған. Уның исеме Матфей. Тағы береһе юрист — йәһүдтәрҙең дини ҡанундары буйынса белгес булған. Изге Яҙманың китаптары тураһында әйткәндә, ул башҡаларға ҡарағанда күберәк яҙған. Һин уның исемен беләһеңме? ~ Уның исеме Павел. Ә Ғайсаның Изге Яҙманы яҙыуҙа ҡатнашҡан шәкерттәре — Петр менән Яхъя — балыҡсылар булған.

Был кешеләрҙең күбеһе Алланың киләсәктә башҡарасаҡ эштәре тураһында яҙған. Әммә киләсәктә нимә булырын улар ҡайҙан белгән? ~ Был турала уларға Алла һөйләгән.

Ғайса, Бөйөк Остаз, ергә килгәнсе, Изге Яҙманың күпселек өлөшө инде яҙылған булған. Хәтерләйһеңдер, Бөйөк Остаз башта күктә йәшәгән. Ул Алла башҡарған эштәрҙе күреп торған. Ул Изге Яҙманың Алланан бирелгән китап булыуына ышанғанмы? ~ Әлбиттә, ышанған.

Ғайса кешеләргә Алланың эштәре хаҡында һөйләгәндә, ул уларға Изге Яҙманан өҙөктәр уҡыған. Ҡайһы саҡта ул Изге Яҙмалағы һүҙҙәрҙе яттан әйткән. Бынан тыш, Ғайса кешеләргә Алланың үҙенән белгән бик күп нәмәләрҙе еткергән. «Мин донъяға бары тик Алланан ишеткәнемде генә һөйләйем», — тигән ул (Яхъя 8:26). Ғайса Алланан бик күп нәмә ишеткән, сөнки ул уның менән күктә йәшәгән. Ә Ғайсаның һүҙҙәрен беҙ ҡайҙан уҡый алабыҙ? ~ Изге Яҙманан. Ғайсаның әйткәндәре беҙ уҡый алһын өсөн яҙылған.

Әлбиттә, Алла тарафынан һайланған кешеләр Изге Яҙманы үҙҙәренең туған телендә яҙған. Изге Яҙманың күпселек өлөшө еврей телендә, ҡайһы берҙәре арамей телендә, ә ҡалғандары грек телендә яҙылған булған. Бөгөн кешеләрҙең күбеһе был телдәрҙә уҡый белмәй, шунлыҡтан Изге Яҙма башҡа телдәргә лә тәржемә ителгән. Бөгөн Изге Яҙманың айырым өлөштәрен 2800-ҙән ашыу телдә уҡып була. Уйлап ҡына ҡара, был бит бик күп! Изге Яҙма — Алланың бөтә кешеләргә яҙған хаты. Уны күп телдәргә тәржемә итһәләр ҙә, ул барыбер Алланан бирелгән китап булып ҡала.

Изге Яҙмала яҙылғандар беҙҙең өсөн бик мөһим. Был китап күптән яҙылған булған. Ләкин унда беҙҙең көндәр тураһында әйтелә. Шулай уҡ унда Алланың яҡын киләсәктә башҡарасаҡ эштәре тураһында яҙылған. Ни ҡәҙәр матур был хәбәр! Был хәбәр беҙгә иҫ киткес өмөт бирә.

Изге Яҙманы уҡып, һин нимәгә өйрәнә алаһың?

Шулай уҡ Изге Яҙмала, Алланы шатландырып йәшәр өсөн, беҙгә нимә эшләргә кәрәклеге тураһында әйтелә. Унда шулай уҡ нимә яҡшы, ә нимә насар икәне аңлатыла. Һин дә, мин дә быны белергә тейеш. Изге Яҙмала яман эштәр ҡылған кешеләр тураһында һәм уларҙың шул эштәре нимәгә килтергәне тураһында әйтелә. Был беҙгә насар хәлдәргә эләкмәҫкә ярҙам итер. Унда шулай уҡ яҡшы эштәр ҡылған кешеләр тураһында һәм был уларға ниндәй файҙа килтергәне хаҡында яҙылған. Эйе, Изге Яҙмала яҙылғандың барыһы беҙҙең өсөн һабаҡ итеп яҙылған.

Әммә, Изге Яҙма файҙа килтерһен өсөн, беҙгә бер һорауға яуап белергә кәрәк: беҙгә Изге Яҙманы кем биргән? Һин нисек яуап бирер инең? ~ Эйе, Изге Яҙманы беҙгә Алла биргән. Беҙгә үҙебеҙҙең ысындан да аҡыллы булыуыбыҙҙы нисек күрһәтергә? ~ Беҙгә Алланы тыңларға һәм ул әйткәнде эшләргә кәрәк.

Беҙгә, Изге Яҙманы бергәләп уҡыр өсөн, ваҡыт бүлергә кәрәк. Ныҡ яратҡан кешебеҙҙән хат алһаҡ, беҙ уны ҡат-ҡат уҡыйбыҙ. Сөнки был хат беҙҙең өсөн ҡәҙерле. Изге Яҙма тураһында ла шуны уҡ әйтеп була, ул — беҙҙе бик ныҡ яратҡан Аллабыҙҙан хат.

Ә хәҙер Изге Яҙманың ысындан да Алла Һүҙе булыуын һәм беҙҙең өсөн файҙалы икәнен күрһәткән өҙөктәрҙе уҡы: Римдарға 15:4; 2 Тимофейға 3:16, 17 һәм 2 Петр 1:20, 21.