Төп мәғлүмәткә күсеү

Эстәлеккә күсеү

3-СӨ БҮЛЕК

Бөтә нәмәне Барлыҡҡа Килтереүсе

Бөтә нәмәне Барлыҡҡа Килтереүсе

Кем бөтә тере нәмәләрҙе бар иткән?

МИН бер ғәжәп нәмәне беләм. Һиңә лә һөйләйемме? ~ Ҡулдарыңа ҡара. Бармаҡтарыңды бөгөп ҡара. Ә хәҙер ҡулыңа берәй әйбер ал. Һинең ҡулдарың күп нәмә эшләй ала. Ә һин беләһеңме, кем уларҙы барлыҡҡа килтергән? ~

Эйе, Алла. Ул ауыҙыбыҙҙы, танауыбыҙҙы һәм күҙҙәребеҙҙе лә барлыҡҡа килтергән. Ул — Бөйөк Остаздың Атаһы. Алланың беҙгә күҙҙәр биреүе ни ҡәҙәр яҡшы, шулай бит? ~ Беҙ тирә-яғыбыҙҙағы бөтә нәмәне күрә алабыҙ. Беҙ сәскәләргә, йәшел үләнгә һәм зәңгәр күккә ҡарай алабыҙ. Беҙ хатта был рәсемдәге бәләкәй генә ас ҡошсоҡтарҙы күрә алабыҙ. Шул тиклем күп нәмәләрҙе күрә алыуыбыҙ ҡайһылай һәйбәт, шулай бит? ~

Әммә бөтә нәмәне кем яһаған? Кешеләрме? Юҡ. Кеше йорт төҙөй ала. Әммә кешеләрҙең береһе лә үләнде яһай алмай. Кеше ҡошсоҡто ла, сәскәне лә йә башҡа берәй тере нәмәне эшләй алмай. Һин был турала белә инеңме? ~

Быларҙың барыһын да Алла эшләгән. Алла күкте, ерҙе һәм кешеләрҙе лә барлыҡҡа килтергән. Алла беренсе ир менән ҡатынды барлыҡҡа килтергән. Был турала Ғайса — Бөйөк Остаз һөйләгән (Матфей 19:4—6).

Ләкин Алланың беренсе ир менән ҡатынды барлыҡҡа килтергәнен Ғайса ҡайҙан белгән? Ғайса быны үҙе күргәнме? ~ Әлбиттә, күргән, сөнки ул ваҡытта Ғайса Атаһы янында булған. Алла Ғайсаны барыһынан да алдараҡ барлыҡҡа килтергән. Ғайса фәрештә булған һәм Атаһы менән күктә йәшәгән.

Изге Яҙмала Алланың: «Кешене бар итәйек», — тигән һүҙҙәре яҙылған (Башланмыш 1:26). Алла был һүҙҙәрҙе кемгә әйткән, беләһеңме? ~ Ул был һүҙҙәрҙе үҙенең Улына әйткән. Уның Улы һуңыраҡ ергә килгән, һәм уны Ғайса тип атағандар.

Был ғәжәп түгелме? Алла ерҙе һәм бөтә нәмәне барлыҡҡа килтергәндә, уның янында Ғайса булған. Беҙ Ғайсаны тыңлап, уның үҙенән өйрәнә алабыҙ! Был турала уйлап ҡына ҡара! Ғайса күктә Атаһына ярҙам иткәндә күп нәмәгә өйрәнгән. Эйе, Ғайсаның Бөйөк Остаз булып китеүенә бер ҙә аптырарлыҡ түгел!

Һин нисек уйлайһың, Улын барлыҡҡа килтергәнгә тиклем, Алла үҙен бәхетһеҙ һәм яңғыҙ итеп тойғанмы? ~ Юҡ. Әгәр ул үҙен бәхетһеҙ тоймаған икән, улайһа, ни өсөн ул барлыҡҡа килтерә башлаған? ~ Бөтә тере нәмәләрҙе барлыҡҡа килтерергә уны яратыу дәртләндергән. Ул башҡаларҙың да йәшәүен һәм тормоштан рәхәт табыуын теләгән. Ғүмер бүләк иткәне өсөн, беҙ Аллаға рәхмәтле булырға тейеш.

Алланың барлыҡҡа килтерелгән бөтә нәмәләрендә уның яратыуы күренә. Алла ҡояшты барлыҡҡа килтергән. Ҡояш беҙгә яҡтылыҡ һәм йылы бирә. Ҡояшһыҙ бөтә нәмә туңыр ине, һәм ерҙә йәшәү мөмкин булмаҫ ине. Әлдә Алла ҡояшты барлыҡҡа килтергән әле, шулай бит? ~

Алла шулай уҡ ямғыр биргән. Ҡайһы саҡта ямғырҙың яуыуы һиңә оҡшамаҫҡа ла мөмкин, сөнки ямғыр ваҡытында тышҡа сығып уйнап булмай. Әммә ямғыр сәскәләргә үҫергә ярҙам итә. Шуға күрә матур сәскәләрҙе күрһәң, һин кемгә рәхмәт әйтерһең? ~ Аллаға. Ә тәмле емеш-еләк, йәшелсә ашағанда, беҙ кемгә рәхмәт әйтербеҙ? ~ Әлбиттә, Аллаға, сөнки улар ҡояш һәм ямғыр ярҙамында үҫә.

Ә һинән: «Кешеләрҙе лә, хайуандарҙы ла Алла бар иткәнме?» — тип һораһалар, һин нимә тип яуап бирерһең? ~ «Эйе, Алла кешеләрҙе лә, хайуандарҙы ла барлыҡҡа килтергән», — тип яуап биреү дөрөҫ булыр. Ә берәйһе Алланың кешеләрҙе барлыҡҡа килтергәненә ышанмаһа? Ул, кеше хайуандан барлыҡҡа килгән, тип әйтһә? Изге Яҙма быға өйрәтмәй. Унда, бөтә тере нәмәне Алла барлыҡҡа килтергән, тип әйтелә (Башланмыш 1:26—31).

Йортто кемдер төҙөй икән, тимәк кем сәскәләрҙе, ағастарҙы һәм хайуандарҙы барлыҡҡа килтергән?

Әммә берәйһе: «Мин Аллаға ышанмайым», — тиһә, һин нимә әйтерһең? ~ Ундай кешенән, берәй йортҡа күрһәтеп, һора: «Был йортто кем төҙөгән?» Һәр кеше, был йортто кемдер төҙөгән, тигән фекер менән ризалашыр. Йорт үҙенән-үҙе төҙөлә алмаған бит! (Еврейҙарға 3:4)

Шунан уны баҡсаға алып бар ҙа уға сәскә күрһәт. Унан: «Был сәскәне кем бар иткән?» — тип һора. Бер кеше лә сәскәне барлыҡҡа килтерә алмай. Йорт үҙенән-үҙе төҙөлә алмаған һымаҡ, сәскә лә үҙенән-үҙе барлыҡҡа килә алмаған. Кемдер уны бар итергә тейеш булған. Эйе, сәскәне Алла барлыҡҡа килтергән.

Һуңынан, туҡтап, был кеше менән ҡоштарҙың һайрағанын тыңлағыҙ. Унан: «Кем ҡоштарҙы бар иткән һәм кем уларҙы һайрарға өйрәткән?» — тип һора. Быны Алла эшләгән. Эйе, күкте, ерҙе һәм бөтә тере нәмәләрҙе Алла барлыҡҡа килтергән! Бөтә нәмәгә лә Алла йәшәү биргән.

Ләкин кемдер, күргән нәмәләргә ышанам, ә күрмәгән нәмәләргә ышанмайым, тип әйтергә мөмкин. Эйе, ҡайһы берәүҙәр Алланы күрмәгәнгә, уға ышанмай.

Ысынлап та, беҙ Алланы күрә алмайбыҙ. Изге Яҙмала, бер кеше лә Алланы күрә алмай, тип әйтелә. Эйе, ирҙәр ҙә, ҡатындар ҙа, балалар ҙа Алланы күрә алмай. Шуға күрә бер кем дә Алланың һүрәтен төшөрөргә йә уның һынын яһарға тейеш түгел. Алла үҙенең һүрәтен төшөрмәҫкә тигән бойороҡ биргән. Шуға күрә өйөбөҙҙә шундай әйберҙәрҙең булыуы Аллаға һис тә оҡшамаҫ ине (Сығыш 20:4, 5; 33:20; Яхъя 1:18).

Әммә Алланы күреп булмағас, ни өсөн беҙ уның барлығына ышана алабыҙ? Әйҙә, уйлап ҡарайыҡ. Һин елде күрә алаһыңмы? ~ Әлбиттә, юҡ. Бер кем дә елде күрә алмай. Әммә беҙ елдең нимәләр эшләгәнен күрә алабыҙ. Мәҫәлән, ел иҫкәндә, ағас ботаҡтарының һәм япраҡтарының һелкенеүен күреп була. Шуға күрә һин елдең барлығына ышанаһың.

Елдең барлығын һин ҡайҙан беләһең?

Алланың да эштәрен күреп була. Тере сәскәне лә, ҡошсоҡто ла — барыһын да Алла яһаған. Шуға күрә беҙ ысындан да Алланың барлығына ышанабыҙ.

Кемдер, бәлки, һорар: «Ә кем ҡояшты һәм ерҙе бар иткән?» Изге Яҙмала: «Иң элек Алла күк менән ерҙе яратты», — тиелә (Башланмыш 1:1). Эйе, был ғәжәп нәмәләрҙе Алла барлыҡҡа килтергән. Һин бының өсөн Аллаға рәхмәтлеме? ~

Йәшәүе ни ҡәҙәр рәхәт! Беҙ ҡоштарҙың һайрауын тыңлай алабыҙ. Беҙ матур сәскәләрҙе һәм Алланың барлыҡҡа килтергән башҡа нәмәләрен күрә алабыҙ. Шулай уҡ беҙ Алла биргән төрлө тәмле ризыҡтарҙы ашай алабыҙ.

Бөтә был бүләктәр өсөн беҙ Аллаға рәхмәт әйтергә тейешбеҙ. Ә иң ҡиммәтле бүләк — ул беҙҙең ғүмеребеҙ. Аллаға рәхмәтле булһаҡ, беҙ, беләһеңме, нимә эшләрбеҙ? ~ Беҙ Алланы тыңларбыҙ һәм уның Изге Яҙма аша әйткәндәре буйынса йәшәрбеҙ. Шулай эшләп, беҙ бөтә нәмәне барлыҡҡа килтергән Алланы яратҡаныбыҙҙы күрһәтербеҙ.

Беҙ Алланың беҙҙең хаҡҡа башҡарған бөтә эштәре өсөн рәхмәтле булыуыбыҙҙы күрһәтергә тейеш. Нисек итеп? Ошо шиғырҙарҙы уҡы: Зәбур 139:14; Яхъя 4:23, 24; 1 Яхъя 5:21; Асылыш 4:11.