Төп мәғлүмәткә күсеү

Эстәлеккә күсеү

9-СЫ БҮЛЕК

Ҡотҡоға бирелмә

Ҡотҡоға бирелмә

ҺИНЕ ҡасан да булһа берәй насар эш ҡылырға ҡотортҡандары бармы? ~ Бәлки, улар: «Әйҙә, ҡурҡма, бының бер насарлығы ла юҡ, киреһенсә, күңелле булыр», — тип әйткәндер. Һинең шундай хәлгә эләккәнең бармы? ~ Әгәр ҙә берәйһе шулай эшләй икән, ул беҙҙе ҡотҡоға һала, йәғни насарлыҡ эшләргә ҡоторта.

Беҙҙе насар эшкә ҡотортһалар, беҙ нимә эшләргә тейеш? Беҙ бирешергә һәм шул насар эште эшләргә тейешме? ~ Шулай эшләһәк, был Йәһүә Аллаға оҡшамаҫ ине. Әммә был эш кемгә оҡшар ине? ~ Эйе, Шайтан Иблискә.

Шайтан — Алланың дошманы. Ул беҙҙең дә дошманыбыҙ. Шайтан рухи зат булғанға, беҙ уны күрә алмайбыҙ. Ләкин ул беҙҙе күрә. Бер ваҡыт ул Ғайса менән һөйләшкән һәм уны һынаған, йәғни уны насар эшкә ҡоторторға тырышҡан. Әйҙә, Ғайсаның үҙен нисек тотҡаны хаҡында беләйек. Быны белеү беҙгә үҙебеҙҙе һынауҙар ваҡытында дөрөҫ тоторға ярҙам итер.

Ғайса, һыуға сумдырылғандан һуң, күрәһең, нимәне иҫенә төшөргән?

Ғайса һәр ваҡыт Алланың ихтыярын үтәргә теләгән. Быны ул, Иордан йылғаһында һыуға сумдырылып, асыҡ итеп күрһәткән. Ғайса һыуға сумдырылғандан һуң, Шайтан уны һынай башлаған. Изге Яҙмала, Ғайса һыуҙан күтәрелгәс, «күктәр асылып китте», тип әйтелә (Матфей 3:16). Был нимәне аңлатырға мөмкин? Күрәһең, шул мәлдә Ғайса Алла менән күктә йәшәгән сағын иҫенә төшөргән.

Һыуға сумдырылғандан һуң, Ғайса, иҫенә төшөргән нәмәләр тураһында уйланыр өсөн, сүлгә киткән. Ул унда ҡырҡ көн һәм ҡырҡ төн үткәргән. Ҡырҡ көн буйы ул бер нәмә лә ашамаған, шуға күрә бик ныҡ асыҡҡан. Тап ошо ваҡытта Шайтан Ғайсаны һынай башлаған.

Шайтан, таштар ҡулланып, Ғайсаны нисек һынаған?

Шайтан Ғайсаға: «Әгәр ҙә Һин Алла Улы булһаң, бынау таштарға икмәккә әйләнергә ҡуш», — тигән. Икмәк шул хәтлем тәмле була, шулай бит?! Ә Ғайса таштарҙы икмәккә әйләндерә алыр инеме? ~ Әлбиттә, алыр ине! Ул бит Алланың Улы, шуға күрә ул бик-бик көслө.

Әгәр ҙә Шайтан һиңә таштарҙы икмәккә әйләндерергә ҡушһа, һин быны эшләр инеңме? ~ Ғайса асыҡҡан булған. Шулай булғас, ул бер тапҡыр ғына булһа ла ташты икмәккә әйләндерә алмағанмы ни? Ғайса үҙенең көсөн шулай итеп ҡулланыу дөрөҫ түгел икәнен белгән. Сөнки был көстө ул Алланан үҙ файҙаһына ҡулланыр өсөн түгел, ә кешеләргә Аллаға яҡынлашырға ярҙам итер өсөн алған.

Шуға күрә Ғайса Шайтанға Изге Яҙмала яҙылған бындай һүҙҙәрҙе әйткән: «Кеше икмәк менән генә түгел, ә Йәһүәнең ауыҙынан сыҡҡан һәр һүҙ менән йәшәргә тейеш». Ғайса Йәһүәгә оҡшағанды эшләү һәр ҡайһы ризыҡтан да мөһимерәк икәнен белгән.

Әммә Шайтан тынысланмаған. Ул Ғайсаны Иерусалимға алып килгән һәм уны ғибәҙәтхананың иң бейек урынына баҫтырған. Шунан Шайтан былай тигән: «Әгәр ҙә һин Алланың Улы булһаң, аҫҡа ташлан. Изге Яҙмала, Алланың фәрештәләре һине ҡотҡарырҙар, тип әйтелгән бит».

Ни өсөн Шайтан шулай тигән? Сөнки ул Ғайсаны ҡотҡоға һалырға теләгән. Ул Ғайсаның берәй аҡылһыҙ эш эшләүен теләгән. Ләкин Ғайса был осраҡта ла уны тыңламаған. Ул Шайтанға: «„Йәһүә Аллаңды һынама“, — тип тә яҙылған», — тигән. Ғайса, үҙ ғүмереңде ҡурҡыныс аҫтына ҡуйып, Алланы һынау дөрөҫ түгел икәнен белгән.

Шулай ҙа Шайтан бирешергә уйламаған. Ул Ғайсаны бейек тауға алып менеп, уға донъялағы бөтә батшалыҡтарҙы, йәғни хөкүмәттәрҙе, һәм уларҙың данын, матурлығын күрһәткән. Шунан Шайтан Ғайсаға: «Әгәр алдыма йөҙ түбән ятып миңә табынһаң, быларҙың барыһын да Һиңә бирәм», — тигән.

Әйҙә, уйланып алайыҡ: донъялағы бөтә батшалыҡтар, йәғни хөкүмәттәр, ысынлап та Шайтандыҡы булғанмы? ~ Эйе, Ғайса Мәсих был батшалыҡтар Шайтандыҡы икәнен белгән. Әгәр ҙә донъялағы батшалыҡтар уныҡы булмаһа, Ғайса был хаҡта әйткән булыр ине. Эйе, Шайтан ысынлап та бөтә халыҡтар менән идара итә. Изге Яҙмала ул хатта «был донъяның хакимы» тип атала (Яхъя 12:31).

Ни өсөн Шайтан Ғайсаға, донъялағы бөтә батшалыҡтарҙы һиңә бирәм, тип әйтә алған?

Әгәр ҙә Шайтан һиңә: «Миңә табынһаң, мин һиңә нимә теләһәң, шуны бирермен», — тиһә, һин нимә эшләр инең? ~ Ғайса шуны белгән: Шайтан нимә генә бирәм тиһә лә, уға табыныу дөрөҫ түгел. Шуға күрә Ғайса уға былай тигән: «Кит, Шайтан! Изге Яҙмала, Йәһүә Аллаңа ғына табын һәм уға ғына хеҙмәт ит, тип яҙылған бит» (Матфей 4:1—10; Лука 4:1—13).

Һине насар эшкә ҡотортһалар, һин нимә эшләрһең?

Беҙ ҙә йыш ҡына ҡотҡоға дусар булабыҙ. Беләһеңме, ниндәй? Бына бер миҫал. Күҙ алдыңа килтер: әсәйең тәмле генә торт йәки бәлеш бешергән, ти. Ул һиңә төшкө аш ваҡытына тиклем уны ашамай торорға ҡушҡан. Әммә һин бик асыҡҡанһың һәм бәлештең бәләкәй генә бер киҫәген булһа ла ашап ҡарағың килә. Һин нимә эшләрһең, әсәйеңде тыңларһыңмы? ~ Шайтан әсәйеңде тыңламауыңды бик ныҡ теләй.

Ғайсаның нимә эшләгәнен хәтерләйһеңме? Ул да бик асыҡҡан булған. Әммә ул Алланы ҡыуандырыу ризыҡтан мөһимерәк икәнен белгән. Эйе, әсәйеңде тыңлап, һин Ғайсанан үрнәк алаһың.

Бәлки, бүтән балалар һиңә: «Мә, ошо таблетканы йотоп ебәр. Уны йотһаң, һиңә бик рәхәт булып китер, үҙеңде күңелле хис итерһең», — тиерҙәр. Ләкин ундай таблетка наркотик булып сығырға мөмкин. Улар арҡаһында һин ауырып китергә йә хатта үлергә мөмкинһең. Һиңә шулай уҡ, бәлки, тәмәке тартырға тәҡдим итерҙәр, һәм был тәмәкелә лә наркотик булыуы ихтимал. Шундай осраҡтарҙа һин нимә эшләрһең? ~

Ғайсаны иҫеңә төшөр. Шайтан уны ғибәҙәтхананың иң бейек урынынан һикерергә ҡотортҡан. Ғайса һикергән булһа, ул үҙ ғүмерен ҡурҡыныс аҫтына ҡуйыр ине. Ләкин ул быны эшләмәгән. Ә һине берәй ҡурҡыныс эш эшләргә этәрһәләр, һин нимә эшләрһең? ~ Ғайса Шайтанды тыңламаған. Шуға күрә һин дә насар эш ҡылырға этәргән кешеләрҙе тыңлама.

Ни өсөн Аллаға табыныуҙа берәй әйбер ҡулланыу дөрөҫ түгел?

Һине шулай уҡ берәй нәмәгә табынырға, Изге Яҙмаға ҡаршы килгән эштә ҡатнашырға, мәжбүр итергә мөмкиндәр (Сығыш 20:4, 5). Ундай хәл, мәҫәлән, мәктәптә үткән берәй байрам ваҡытында булырға мөмкин. Һиңә хатта: «Әгәр ҡатнашмаһаң, беҙ һине мәктәптән ҡыуып сығарабыҙ!» — тип әйтеүҙәре бар. Ундай осраҡта һин нимә эшләрһең? ~

Тирә-яҡтағы кешеләрҙең барыһы ла дөрөҫ булғанды эшләһә, беҙгә дөрөҫ эш итеүе еңел. Әммә башҡалар беҙҙе насар эшкә этәрһә, дөрөҫ булғанды эшләү бик ауыр булырға мөмкин. Улар хатта, был эштең бер насарлығы ла юҡ, тип әйтер. Ләкин был турала Алланың нимә уйлағанын белеү күпкә мөһимерәк. Сөнки ул бит яҡшыраҡ белә.

Башҡалар беҙгә нимә генә әйтмәһен, беҙ бер ҡасан да Алла насар тип һанағанды эшләргә тейеш түгел. Шулай итеп беҙ Шайтанды түгел, ә һәр ваҡыт Алланы ҡыуандырырбыҙ.

Был шиғырҙарҙа ҡотҡоға бирелмәҫкә ярҙам иткән кәңәштәр табып була: Зәбур 1:1, 2; Ғибрәтле һүҙҙәр 1:10, 11; Матфей 26:41 һәм 2 Тимофейға 2:22.