Төп мәғлүмәткә күсеү

Эстәлеккә күсеү

13-СӨ БҮЛЕК

Ғайсаның шәкерттәре булып киткән кешеләр

Ғайсаның шәкерттәре булып киткән кешеләр

Был кеше кем, һәм ул нисек Ғайсаның шәкерте булып киткән?

КЕМ Алланың иң яҡшы хеҙмәтсеһе булған? ~ Дөрөҫ, Ғайса Мәсих. Һин нисек уйлайһың, беҙ Ғайса һымаҡ була алабыҙмы? ~ Эйе, Изге Яҙмала Ғайса беҙгә үрнәк ҡалдырған тип әйтелә. Ул беҙҙе үҙенең шәкерте булырға саҡыра.

Һин беләһеңме, Ғайсаның шәкерте булыу нимә аңлата? ~ Беренсенән, беҙгә унан өйрәнергә кәрәк. Әммә был ғына етерлек түгел. Беҙ шулай уҡ уның әйткәндәренә ысын күңелдән ышанырға тейеш. Ә уның һүҙҙәренә ышаныуыбыҙ эштәребеҙҙән күренәсәк.

Күп кешеләр, Ғайсаға ышанабыҙ, тип әйтә. Нисек уйлайһың, уларҙың барыһын да Ғайсаның шәкерте тип атап буламы? ~ Юҡ, уларҙың күбеһе хаҡында улай тип әйтеп булмай. Улар, бәлки, сиркәүгә йөрөйҙөр. Әммә уларҙың күбеһе, Ғайсаның өйрәткәндәре менән һис тә ҡыҙыҡһынмай. Эйе, Ғайсаның өлгөһөнә эйәргән кешеләрҙе генә уның шәкерттәре тип атап була.

Әйҙә, Ғайсаның ҡайһы бер шәкерттәре менән танышайыҡ. Иң тәүге шәкерттәрҙең береһе — Филипп. Филипп Нафанаил исемле дуҫын (уның икенсе исеме — Варфоломей) эҙләргә китә. Ул ваҡытта Нафанаил, рәсемдә күрһәтелгәнсә, ағас аҫтында ултырған. Нафанаил килгәс, Ғайса уның хаҡында: «Бына ысын Израиль кешеһе, ул алдаша белмәй», — ти. Нафанаил ғәжәпләнеп: «Һин мине ҡайҙан беләһең?» — тип һорай.

Ғайса кемде үҙенең шәкерте булырға саҡыра?

«Мин һине Филипп саҡырғанға тиклем үк инжир ағасы төбөндә күргәйнем», — тип яуап бирә Ғайса. Быны ишетеп, Нафанаил ныҡ аптырап китә, сөнки Ғайса уның ҡайҙа булғанын теүәл генә әйтеп бирә. Шуға Нафанаил Ғайсаға: «Һин — Алла Улы! Һин — Израиль Батшаһы!» — тип әйтә (Яхъя 1:49).

Йәһүҙә Искариот, Йәһүҙә (шулай уҡ Фаддей) һәм Симон

Башҡа ир-аттар Нафанаил менән Филиптан бер көнгә алдараҡ Ғайсаның шәкерте булып китә. Уларҙың исемдәре — Андрей, уның ағаһы Петр, шулай уҡ Яхъя һәм, күрәһең, уның ағаһы Яҡуб (Яхъя 1:35—51). Ләкин һуңыраҡ улар дүртеһе лә элекке шөғөлөнә — балыҡ тотоу эшенә кире ҡайта. Бер саҡ Ғайса, Галилея күле яры буйлап үтеп барғанда, ау һалып йөрөгән Петр менән Андрейҙы күрә. Ғайса уларҙы: «Миңә эйәрегеҙ!» — тип саҡыра.

Яҡуб (Алфей улы), Фома һәм Матфей

Бер аҙҙан Ғайса Яхъя менән Яҡубты күрә. Улар аталары менән бергә кәмәлә ау йүнәтеп ултыра. Ғайса уларҙы ла үҙе артынан эйәрергә саҡыра. Ә һине Ғайса саҡырһа, һин нимә эшләр инең? Һин шунда уҡ уның артынан эйәрер инеңме? ~ Был кешеләр Ғайсаның кем икәнен инде белә. Улар Ғайсаны Алла ебәргәнен таный. Шуға күрә улар шунда уҡ, балыҡ тотоу эшен ҡалдырып, Ғайса артынан эйәрә (Матфей 4:18—22).

Нафанаил, Филипп һәм Яхъя

Был ир-аттар, хәҙер инде Ғайсаның шәкерттәре булып киткәс, тик дөрөҫ булғанды ғына эшләрҙәр, тип әйтеп буламы? ~ Юҡ. Хәтерләйһеңдер, улар хатта үҙҙәре араһында кемеһе иң бөйөгө тип бәхәсләшкән. Шулай ҙа улар Ғайсаны тыңлаған һәм үҙгәрергә теләгән. Беҙ ҙә яҡшы яҡҡа үҙгәрергә теләһәк, Ғайсаның шәкерте була алабыҙ.

Яҡуб (Яхъяның ағаһы), Андрей һәм Петр

Ғайса төрлө кешеләрҙе үҙенең шәкерте булырға саҡырған. Бер саҡ йәш һәм бай бер етәксе, Ғайса янына килеп, мәңгелек тормошто нисек алып була, тип һораған. Бай етәксе, Алланың бөтә әмерҙәрен бала сағымдан уҡ үтәйем, тип әйткәс, Ғайса уны: «Миңә эйәр», — тип саҡырған. Беләһеңме, шунан һуң нимә булған? ~

Был бай кеше, Ғайсаның шәкерте булыу байлыҡтан күпкә мөһимерәк булырға тейеш икәнен аңлап ҡалғас, ҡайғыға төшкән. Ул аҡсаны Аллаға ҡарағанда нығыраҡ яратҡан, шуға күрә Ғайсаның шәкерте булып китмәгән (Лука 18:18—25).

Ғайса йыл ярым самаһы вәғәзләгәндән һуң шәкерттәре араһынан 12 илсе һайлаған. Улар махсус йөкләмә үтәргә тейеш булған. Уларҙың исемдәрен беләһеңме? ~ Әйҙә, уларҙың исемдәрен иҫтә ҡалдырырға тырышайыҡ. Рәсемгә ҡара һәм илселәрҙең исемдәрен әйт. Шунан уларҙы яттан әйтеп ҡара.

Ғайсаға ярҙам иткән ҡатындарҙың исеме нисек?

Ваҡыт уҙыу менән илселәрҙең береһе насар булып киткән. Уның исеме Йәһүҙә Искариот. Шуға күрә уның урынына башҡа илсе һайланған булған. Уның исемен беләһеңме? ~ Матфий. Һуңынан Павел менән Варнава ла илсе булып киткән, ләкин улар 12 илсе һанына инмәгән (Ғәмәлдәр 1:23—26; 14:14).

Был китаптың 1-се бүлегенән белеүебеҙсә, Ғайса бәләкәй балаларға ваҡыт бүлгән. Ни өсөн? ~ Сөнки улар ҙа уның шәкерттәре булып китә алған. Ысынлап та, йыш ҡына балаларҙың әйткән һүҙҙәре ололарҙы Бөйөк Остаздан өйрәнергә дәртләндерә.

Күп кенә ҡатын-ҡыҙҙар ҙа Ғайсаның шәкерте булып киткән. Ҡайһы берәүҙәре, Ғайса башҡа ҡалаларға вәғәзләргә барғанда, уның менән бергә сәйәхәт иткән. Улар араһында Мәрйәм Магдалина, Иоанна, Сусанна булған. Улар шулай уҡ, күрәһең, уға ашарға әҙерләгән һәм кейемен йыуған (Лука 8:1—3).

Һин Ғайсаның шәкерте булырға теләр инеңме? ~ Онотма, үҙеңде Ғайсаның шәкерте тип атау ғына әҙ. Беҙ йыйылыш осрашыуҙарында ғына түгел, ә башҡа урындарҙа ла үҙ тәртибебеҙ менән Ғайсаның шәкерте булыуыбыҙҙы күрһәтергә тейеш. Мәҫәлән, ҡайҙа? Һин нисек уйлайһың? ~

Эйе, өйҙә. Шулай уҡ мәктәптә. Әйҙә, шуны онотмайыҡ: Ғайсаның ысын шәкерте, ҡайҙа ғына булыуына ҡарамаҫтан, көн һайын уның кеүек эш итергә тейеш.

Беҙгә ҡайҙа үҙ тәртибебеҙ менән Ғайсаның шәкерте булыуыбыҙҙы күрһәтеү мөһим?

Әйҙә, хәҙер Изге Яҙмала Ғайсаның шәкерттәре тураһында нимә яҙылғанын уҡыйыҡ: Матфей 28:19, 20; Лука 6:13—16; Яхъя 8:31, 32 һәм 1 Петр 2:21.