Төп мәғлүмәткә күсеү

Эстәлеккә күсеү

14-СЕ БҮЛЕК

Ни өсөн беҙ башҡаларҙы ғәфү итергә тейеш?

Ни өсөн беҙ башҡаларҙы ғәфү итергә тейеш?

КЕМ дә булһа һине үпкәләткәне бармы? Бәлки, һиңә ҡарата яманлыҡ ҡылғандарҙыр йә берәй насар һүҙ әйткәндәрҙер? ~ Һин дә яманлыҡҡа яманлыҡ менән яуап бирергә тейешме? ~

Кешене берәйһе үпкәләтһә, ул, ғәҙәттә, яманлыҡҡа яманлыҡ менән ҡайтарырға тырыша. Ләкин Ғайса, беҙ үҙебеҙгә яманлыҡ эшләгән кешеләрҙе ғәфү итергә тейеш, тип өйрәткән (Матфей 6:12). Ә кеше беҙгә ҡат-ҡат насарлыҡ ҡылһа, нимә эшләргә? Беҙ уны нисә тапҡыр ғәфү итергә тейеш? ~

Петр тап ошо һорауға яуап белергә теләгән. Бер ваҡыт ул Ғайсанан: «Туғанымды нисә тапҡыр кисерергә тейешмен? Етегә тиклемме?» — тип һораған. Әммә ете тапҡыр етерлек түгел шул. Ғайса уға былай тип яуап биргән: «Туғаның һиңә ҡаршы күп тапҡыр гонаһ ҡылһа, уны етмеш тапҡыр етегә тиклем ғәфү итергә кәрәк».

Петр ғәфү итеү тураһында нимә белергә теләгән?

Был бигерәк күп бит! Беҙгә ҡарата шул тиклем күп эшләнгән йә әйтелгән насарлыҡты беҙ хатта һанай ҙа алмаҫбыҙ, шулай бит? Ғайса беҙгә ниндәй һабаҡ бирергә теләгән? Беҙ башҡаларҙың насар эштәрен иҫтә тоторға һәм уларҙы һанап барырға тейеш түгел. Әгәр улар беҙҙән ғәфү үтенә икән, беҙ уларҙы кисерергә тейеш.

Ғайса үҙенең шәкерттәренә ғәфү итеү ни тиклем мөһим икәнен күрһәткән. Шуға күрә Петрҙың һорауына яуап биргәс, Ғайса шәкерттәренә бер хикәйә һөйләгән. Һиңә шул хикәйәне һөйләйемме? ~

Бер яҡшы батша йәшәгән. Ул бик игелекле булған. Кәрәк булғанда, ул хатта үҙенең хеҙмәтселәренә бурысҡа аҡса биргән. Әммә бер саҡ батша үҙ хеҙмәтселәренә алған аҡсаларын ҡайтарырға ҡушҡан. Бер хеҙмәтсе уға 60 миллион тәңкә бурыслы булған. Ә был бик күп аҡса!

Хеҙмәтсеһе бурысын ҡайтарыу өсөн күберәк ваҡыт һорағас, батша нимә эшләгән?

Был хеҙмәтсе батша биргән бөтә аҡсаны тотоноп бөтөргән, шуға батшаға бурысын ҡайтара алмаған. Шунлыҡтан батша был хеҙмәтсене һатырға бойорған. Ул шулай уҡ уның ҡатынын, балаларын һәм бар милкен һатырға ҡушҡан. Шул саҡта батша үҙ аҡсаһын ҡайтара алыр ине. Нисек уйлайһың, быны ишеткәс, хеҙмәтсе үҙен нисек хис иткән? ~

Был хеҙмәтсе батша алдында тубыҡланып: «Зинһар өсөн, миңә тағы ваҡыт бирсе! Мин һиңә барыһын ҡайтарып бирермен», — тип үтенгән. Һин батша урынында булһаң, шул хеҙмәтсе менән ни эшләр инең? ~ Батша хеҙмәтсене йәлләгән, шуға күрә уны ғәфү иткән. Ул хеҙмәтсеһенә, 60 миллион бурысыңдың бер тәңкәһен дә ҡайтармаһаң да була, тип әйткән. Хеҙмәтсе ни тиклем шатланғандыр!

Әммә шунан был хеҙмәтсе нимә эшләгән? Ул батша янынан сыҡҡас, үҙенә йөҙ тәңкә генә бурыслы башҡа хеҙмәтсене эҙләп тапҡан. Ул: «Миңә күпме бурысың бар, бөтәһен дә түлә!» — тиеп, уны быуа башлаған. Был хеҙмәтсегә әле генә шундай ҙур бурыс кисерелгән, ә ул башҡа хеҙмәтсенән ни бары йөҙ тәңкә аҡсаны ҡайтарыуын талап иткән! Һин быны күҙ алдыңа килтерә алаһыңмы? ~

Хеҙмәттәше бурысын ҡайтара алмағас, был хеҙмәтсе нимә эшләгән?

Бурысҡа йөҙ тәңкә аҡса алып торған хеҙмәтсе бик ярлы булған. Ул бурысын шунда уҡ ҡайтара алмаған. Шуға ла хеҙмәттәшенең аяғына йығылып: «Зинһар, әҙ генә көтөп торсо, мин барыһын ҡайтарып бирермен!» — тип үтенә башлаған. Хеҙмәттәше уға ваҡыт бирергә тейеш булғанмы? ~ Һин нисек эш итер инең? ~

Йөҙ тәңкә аҡса биреп торған хеҙмәтсе, батша һымаҡ, игелекле булмаған. Ул аҡсаһын шунда уҡ алырға теләгән. Ярлы хеҙмәтсе бурысын ҡайтара алмағанға, яуыз хеҙмәтсе уны төрмәгә ултыртҡан. Башҡа хеҙмәтселәр быны күргән һәм был уларға һис тә оҡшамаған. Улар төрмәгә ябылған хеҙмәтсене йәлләгән. Шуға күрә улар, батшаға барып, уға барыһын һөйләп биргән.

Батшаға ла был хәл оҡшамаған. Ул туғанын кисермәгән хеҙмәтсегә бик асыуланған. Ул уны саҡырып алған да былай тигән: «Яуыз хеҙмәтсе, миң һинең бурысыңды ғәфү иттем, түгелме ни? Һин дә туғаныңды кисерергә тейеш инең, түгелме һуң?»

Батша яуыз хеҙмәтсе менән нимә эшләгән?

Яуыз хеҙмәтсе игелекле батшанан үрнәк алырға тейеш булған. Әммә ул быны эшләмәгән. Шуға күрә хәҙер батша уны, 60 миллион тәңкә бурысын ҡайтарғанға тиклем, төрмәгә ябырға ҡушҡан. Әлбиттә, төрмәлә аҡса эшләп булмай. Шуға күрә ул үлеменә тиклем төрмәлә ҡалырға тейеш булған.

Хикәйәһен һөйләп бөткәс, Ғайса шәкерттәренә: «Әгәр туғанығыҙҙы ихлас күңелдән кисермәһәгеҙ, Күктәге Атам да һеҙгә ҡарата шулай буласаҡ», — тигән (Матфей 18:21—35).

Эйе, беҙҙең дә Алла алдында бурысыбыҙ бик ҙур. Ул беҙгә иң ҡиммәтле нәмә — ғүмер бүләк иткән! Башҡа кешеләр беҙгә күпме генә бурыслы булмаһын, беҙҙең Алла алдында булған бурысыбыҙ күпкә ҙурыраҡ. Кешеләрҙең бер-береһе алдында булған бурысын йөҙ тәңкә менән сағыштырып була. Әммә беҙ хаталар яһағанға күрә, үҙебеҙҙең Алла алдындағы бурысыбыҙҙы 60 миллион тәңкә менән сағыштырып була.

Алла бик игелекле. Беҙ хаталар эшләһәк тә, ул беҙҙе ғәфү итә. Беҙ хаталанғанда, ул, бурысыбыҙҙы ҡайтарыуҙы талап итеп, ғүмеребеҙҙе тартып алмай. Ләкин беҙгә шуны иҫтә тоторға кәрәк: беҙ үҙебеҙҙе үпкәләткәндәрҙе кисерһәк кенә, Алла беҙҙе кисерәсәк. Был бик етди һабаҡ, шулай бит? ~

Берәйһе һинән ғәфү үтенһә, һин нимә эшләрһең?

Шулай булғас, берәйһе һиңә насарлыҡ эшләһә, ә һуңынан ғәфү үтенһә, һин ни эшләрһең? Уны ғәфү итерһеңме? ~ Ә был ҡат-ҡат ҡабатланһа? Һин уны һәр ваҡыт та ғәфү итерһеңме? ~

Берәй кемдән ғәфү үтенһәк, беҙ уның үҙебеҙҙе кисереүен теләйбеҙ, шулай бит? ~ Шуға күрә беҙгә лә шулай эшләргә кәрәк. Мин ғәфү итәм, тип әйтеү генә әҙ, беҙгә ысын күңелдән кисерергә кәрәк. Шулай эшләп, беҙ Бөйөк Остаздың шәкерте булырға теләгәнебеҙҙе күрһәтербеҙ.

Ғәфү итеүҙең мөһимлеген аңлар өсөн, әйҙә, шулай уҡ Ғибрәтле һүҙҙәр 19:11; Матфей 6:14, 15 һәм Лука 17:3, 4-те уҡыйыҡ.