Төп мәғлүмәткә күсеү

Эстәлеккә күсеү

18-СЕ БҮЛЕК

Һин рәхмәт әйтергә онотмайһыңмы?

Һин рәхмәт әйтергә онотмайһыңмы?

ҺИН бөгөн ашаныңмы? ~ Кем бөгөн һиңә ашарға бешергән, беләһеңме? ~ Бәлки, әсәйең йә башҡа кеше бешергәндер. Әммә ни өсөн беҙ ашаған ризыҡ өсөн Аллаға рәхмәт әйтергә тейеш? ~ Сөнки төрлө үҫемлектәрҙе һәм ағастарҙы тап Алла барлыҡҡа килтергән. Ә уларҙың емештәре беҙҙең өсөн ризыҡ булып тора. Ләкин беҙ ашарға бешергән йә өҫтәл әҙерләгән кешегә лә рәхмәт әйтергә тейеш.

Ҡайһы ваҡыт беҙ үҙебеҙгә ҡарата эшләнгән игелек өсөн рәхмәт әйтергә онотабыҙ, шулай бит? Бер ваҡыт махау сире менән ауырыған кешеләр ҙә Бөйөк Остазға рәхмәт әйтергә онотҡан.

Махау ул ниндәй ауырыу, беләһеңме? ~ Ҡайһы ваҡыт был сир арҡаһында кешенең тән өлөштәре сереп боҙола һәм йәмһеҙләнә. Ғайса ерҙә йәшәгән көндәрҙә, махаулы кешеләр башҡаларҙан айырым йәшәргә тейеш булған. Махаулы кеше үҙенә берәйһенең яҡынлашыуын күргәндә: «Нәжес! Нәжес!» — тип ҡысҡырырға тейеш булған. Шул арҡала башҡалар уға яҡын килмәгән һәм махау сире уларға йоҡмаған.

Ғайса махаулы кешеләргә ҡарата бик игелекле булған. Бер ваҡыт, Иерусалимға барған саҡта, Ғайса бәләкәй генә бер ауылға ингән. Унда ул махаулы ун кешене осратҡан. Был кешеләр Ғайсаның ҡаршыһына сыҡҡан, сөнки Ғайсаға, төрлө ауырыуҙарҙы һауыҡтырыр өсөн, Алланан көс бирелгәне хаҡында ишеткән.

Махаулы кешеләр Ғайсаға яҡын килмәгән. Улар ситтә торған. Әммә Ғайсаның үҙҙәрен һауыҡтыра алыуына ышанғанға, улар Бөйөк Остазды күреү менән: «Ғайса, Остаз! Беҙгә ярҙам итсе!» — тип ҡысҡыра башлаған.

Һин ауырыған кешеләрҙе йәлләйһеңме? ~ Ғайса йәлләгән. Ул махау сире ни ҡәҙәр интектергес ауырыу икәнен белгән. Шуға күрә ул уларға: «Барығыҙ, руханиҙарға күренегеҙ», — тип әйткән (Лука 17:11—14).

Ғайса махаулы кешеләргә нимә эшләргә ҡушҡан?

Ни өсөн Ғайса шулай тигән? Боронғо замандарҙа Йәһүә махау сиренә ҡағылышлы ҡанун биргән. Ул ҡанун буйынса, Алланың руханийы махаулы кешенең тәнен тикшерергә тейеш булған. Тик рухани ғына кешенең һауыҡҡанмы, юҡмы икәнен билдәләй алған. Кеше һауыҡһа, яңынан һау кешеләр араһында йәшәй алған (Левиттар 13:16, 17).

Әммә был махаулы кешеләр әлегә һауыҡмаған булған. Улар, Ғайсаны тыңлап, руханиға күренергә киткәнме? ~ Эйе, улар шунда уҡ киткән. Был ирҙәр, күрәһең, Ғайсаның үҙҙәрен һауыҡтыра алыуына бик ныҡ ышанған. Һуңынан нимә булған?

Руханиға әле барып етмәҫ борон, уларҙың махауы бөткән. Уларҙың тәне һау-сәләмәт булып киткән. Был кешеләр Ғайсаға иман иткәндәре өсөн фатихаланған! Улар һис шикһеҙ бик шатланғандыр! Әммә рәхмәтен белдерер өсөн, улар нимә эшләргә тейеш булған? Ә һин нимә эшләр инең? ~

Был махаулы кеше нимә эшләргә онотмаған?

Һауыҡҡандарҙың береһе Ғайса янына кире килгән. Ул Йәһүә тураһында маҡтау һүҙҙәре әйтеп, уны данлай башлаған. Ул дөрөҫ эшләгән, сөнки уны һауыҡтырған көс Йәһүәнән булған. Был кеше, Ғайсаның аяҡтарына йығылып, Уға рәхмәт әйткән. Эйе, һауыҡҡаны өсөн ул Ғайсаға бик рәхмәтле булған!

Әммә ҡалған туғыҙ кеше тураһында нимә әйтеп була? Ғайса былай тип һораған: «Ун кеше һауыҡты, түгелме һуң? Ҡалған туғыҙығыҙ ҡайҙа? Был кешенән башҡалары, Аллаға рәхмәт белдереү өсөн, кире килмәнеме ни?»

Эйе, был ысынлап та шулай булған. Ун кешенең береһе генә, Алланы данлар өсөн, йәғни уны маҡтар өсөн, Ғайса янына кире әйләнеп килгән. Был кеше самариян — сит ил кешеһе булған. Ҡалған туғыҙы Аллаға ла, Ғайсаға ла рәхмәт әйтмәгән (Лука 17:15—19).

Һин был кешеләрҙең кемеһенә оҡшарға теләйһең? Беҙ бөтәбеҙ ҙә Самария кешеһе һымаҡ булырға теләйбеҙ, шулай бит? ~ Берәйһе беҙгә игелек эшләһә, беҙ нимәне онотмаҫҡа тейеш? ~ Әлбиттә, беҙ рәхмәт әйтергә тейеш. Йыш ҡына кешеләр рәхмәт әйтергә онота. Әммә башҡаларға рәхмәт әйтеү бик мөһим. Шулай эшләп, беҙ Йәһүә Алланы һәм уның Улын — Ғайсаны шатландырабыҙ.

Ғайса янына кире әйләнеп килгән махаулы кешенән һин нисек үрнәк ала алаһың?

Был турала уйланһаң, һин һис шикһеҙ башҡаларҙың үҙеңә эшләгән игелекле эштәрен иҫеңә төшөрөрһөң. Һинең ауырығаның бармы? ~ Бәлки, һин бер ҡасан да теге махаулы ун кеше һымаҡ ауырымағанһыңдыр. Әммә һиңә һыуыҡ тейгәне барҙыр йә һинең эсең ауыртҡандыр. Шул саҡтарҙа һинең хаҡта кем дә булһа ҡайғыртып торҙомо? ~ Бәлки, һиңә дарыу биргәндәр йә һинең турала башҡаса ҡайғыртҡандарҙыр. Үҙеңә күрһәтелгән ярҙам өсөн һин рәхмәтлеме? ~

Самария кешеһе Ғайсаға һауығыуы өсөн рәхмәт әйткән. Был Ғайсаны бик шатландырған. Нисек уйлайһың, атайың менән әсәйеңә һинең хаҡҡа башҡарған эштәре өсөн рәхмәт әйтһәң, улар шатланырмы? ~ Һис шикһеҙ шатланыр.

Ни өсөн рәхмәт әйтеү мөһим?

Ҡайһы бер кешеләр көн һайын йә аҙна һайын һинең өсөн нимәлер эшләй. Бәлки, был уларҙың эшелер, һәм шул эште башҡарыу уларға күп шатлыҡ килтерәлер. Әммә ҡайһы саҡта һин уларға рәхмәт әйтергә онотаһыңдыр. Мәҫәлән, уҡытыусың, һине уҡытыр өсөн, күп тырышлыҡ һала. Әлбиттә, был уның эше. Шулай ҙа һин уға рәхмәт әйтһәң, ул бик шатланыр.

Ҡайһы саҡта кешеләр беҙҙең хаҡҡа мөһим булып күренмәгән нәмәләр эшләргә мөмкин. Мәҫәлән, берәйһе һиңә сыҡҡанда йә ингәндә ишек тотоп торорға йә ашағанда икмәк алып бирергә мөмкин. Хатта шундай эштәр өсөн дә рәхмәт әйтеү бик мөһим.

Беҙ кешеләргә рәхмәт әйтергә онотмайбыҙ икән, күктәге Атайыбыҙға бигерәк тә рәхмәт әйтергә онотмаҫҡа тейеш. Ә Йәһүәгә рәхмәт әйтер өсөн сәбәптәр шул тиклем күп! Ул беҙгә ғүмер бүләк иткән һәм тормошобоҙҙо йәмләндергән күп нәмә биргән. Әйҙә, көн һайын Алла тураһында яҡшыны һөйләп, уны данлайыҡ!

Рәхмәт белдереү ни ҡәҙәр мөһим икәнен ошо шиғырҙарҙан белеп була: Зәбур 92:1; Ефестарға 5:20; Колосстарға 3:17 һәм 1 Фессалоникаларға 5:18.