Төп мәғлүмәткә күсеү

Эстәлеккә күсеү

25-СЕ БҮЛЕК

Насар эштәр ҡылған кешеләр үҙгәрә аламы?

Насар эштәр ҡылған кешеләр үҙгәрә аламы?

БӨТӘ кешеләр ҙә дөрөҫ булғанды ғына эшләһә, бик яҡшы булыр ине, шулай бит? ~ Әммә, ҡыҙғанысҡа ҡаршы, бер кеше лә тик дөрөҫ булғанды ғына эшләй алмай. Ҡайһы саҡта беҙ яҡшылыҡ эшләргә теләйбеҙ, әммә ысынбарлыҡта киреһенсә килеп сыға. Беләһеңме, ни өсөн? ~ Сөнки бөтәбеҙ ҙә гонаһлы булып тыуғанбыҙ. Ләкин ҡайһы бер кешеләр бик яуыз эштәр ҡыла. Улар башҡа кешеләрҙе яратмай һәм уларға зыян килтерә. Һин нисек уйлайһың, ундай кешеләр, үҙгәреп, дөрөҫ булғанды эшләргә өйрәнә аламы? ~

Рәсемдә күрһәтелгән йәш егеткә ҡара. Ул Стефанға таш бәргән кешеләрҙең өҫ кейемдәрен һаҡлап тора. Уның еврей исеме — Савл, ә Рим исеме — Павел. Ул Бөйөк Остаздың шәкерте Стефандың үлтерелеүен хуплай. Беләһеңме, ни өсөн Савл шулай насар эш итә? Әйҙә, быны беләйек.

Савл йәһүдтәрҙең «фарисейҙар» тип аталған бер дини төркөмөнөң ағзаһы булған. Фарисейҙар Алла Һүҙен ҡабул иткән, әммә үҙ етәкселәренең өйрәтеүҙәренә күберәк ышанған. Бына шуның өсөн дә Савл яуызлыҡ ҡылған.

Иерусалимда Стефанды ҡулға алғанда, Савл шунда була. Стефанды судҡа килтерәләр. Ундағы судьялар араһында фарисейҙар ҙа була. Стефанға яла яҡһалар ҙа, ул ҡурҡмай. Ул үҙенә ҡаршы тороусыларға ҡыйыу итеп яуап бирә һәм судьяларға Йәһүә Алла һәм Ғайса тураһында яҡшы шаһитлыҡ бирә.

Әммә судьяларға уның һөйләгәндәре бер ҙә оҡшамай. Улар Ғайса тураһында инде күп нәмә белә. Яңы ғына улар Ғайсаны үлемгә тапшырған ине! Әммә бер аҙҙан Йәһүә Ғайсаны, терелтеп, яңынан күккә алған. Ә хәҙер, был судьялар үҙҙәрен үҙгәртер урынына Ғайсаның шәкерттәренә ҡаршылыҡ күрһәтә.

Улар Стефанды тотоп, уны төрткөләй-төрткөләй ҡаланың ситенә алып сыға. Шунда улар уны аяғынан йығып, таштар менән бәргеләй башлай. Рәсемдә күрһәтелгәнсә, Савл быға ҡарап тора. Ул Стефанды үлтереү дөрөҫ тип һанай.

Ни өсөн Савл Стефанды үлтереү дөрөҫ тип һанаған?

Ни өсөн Савл шулай уйлай? ~ Ғүмере буйына Савл фарисей булған һәм, фарисейҙарҙың өйрәткәне дөрөҫ, тип инанған. Фарисейҙар уның өсөн өлгө булған, шуға ул улар һымаҡ эш итергә тырышҡан (Ғәмәлдәр 7:54—60).

Стефандың үлеменән һуң Савл нимә эшләй? ~ Ул Ғайсаның бөтә шәкерттәрен дә юҡ итергә тырыша! Уларҙың йорттарына инеп, ул ир-аттарҙы һәм ҡатын-ҡыҙҙарҙы һөйрәп сығара. Ул уларҙы төрмәгә яба. Күп кенә шәкерттәргә Иерусалимдан ҡасырға тура килә, әммә улар Ғайса тураһында вәғәзләүҙән туҡтамай (Ғәмәлдәр 8:1—4).

Был Савлда шәкерттәргә ҡарата тағы ла нығыраҡ асыу уята. Ул Каиафа исемле иң баш руханиға барып, Дамаск ҡалаһындағы мәсихселәрҙе ҡулға алыр өсөн рөхсәт ала. Савл уларҙы Иерусалимға килтереп ҡаты язаларға уйлай. Әммә Дамаскыға барышлай юлда бер ғәжәп хәл була.

Савл менән кем һөйләшкән, һәм Ул уға нимә эшләргә ҡушҡан?

Кинәт күктән төшкән яҡтылыҡтан Савлдың тирә-яғы балҡып китә. Һәм ул: «Савл, Савл! Ниңә Мине эҙәрлекләйһең?» — тигән тауыш ишетә. Был — күктән яңғыраған Ғайсаның тауышы! Яҡтылыҡ шул тиклем сағыу була, хатта Савл һуҡырая, шуға күрә уның менән булған кешеләргә Дамаскыға тиклем уны етәкләп алып барырға тура килә.

Өс көн үткәс, Ғайса Дамаскылағы үҙенең Анания исемле бер шәкертенә күренештә күренә. Ғайса Ананияға Савлға барып, уға күреү һәләтен ҡайтарырға һәм уның менән һөйләшергә ҡуша. Ананияны тыңлағандан һуң, Савл Ғайса тураһындағы хәҡиҡәтте ҡабул итә. Ул яңынан күрә башлай! Уның бөтә тормошо үҙгәрә, һәм ул Алланың тоғро хеҙмәтсеһе булып китә (Ғәмәлдәр 9:1—22).

Ни өсөн һуң Савл элек насар эштәр ҡылған? ~ Сөнки ул дөрөҫ булмаған нәмәләргә өйрәтелгән булған. Ул Аллаға тоғро булмаған кешеләр артынан эйәргән. Шул кешеләр үҙ ҡараштарын Алла Һүҙенән өҫтөн ҡуйған. Әммә ни өсөн башҡа фарисейҙар Аллаға ҡаршы тороуҙарын дауам итһә лә, Савл, тормошон үҙгәртеп, игелек эшләй башлаған? ~ Савл үҙгәргән, сөнки ул хәҡиҡәтте яратҡан. Нимә дөрөҫ икәнен аңлағас, ул хәҡиҡәтте ҡабул итергә әҙер булған.

Ваҡыт үткәс, Савлдың кем булып киткәнен беләһеңме? ~ Эйе, ул илсе Павел — Ғайсаның илсеһе булып киткән. Хәтерләйһеңдер, Изге Яҙманың китаптары тураһында әйткәндә, Павел башҡаларға ҡарағанда күберәк яҙған.

Күп кешеләр Савл шикелле үҙгәрә ала. Әммә был еңел түгел, сөнки бер шәхес, бөтә көсөн һалып, кешеләрҙе насарлыҡ эшләргә этәрә. Кем ул, беләһеңме? ~ Савл Дамаск ҡалаһына барғанда, Ғайса шул шәхес тураһында әйткән. Ғайса Савлға күктән былай тигән: «Һин кешеләрҙең күҙен асырға, уларҙы ҡараңғынан яҡтыға, Иблис хакимиәтенән Аллаға табан борорға тейешһең» (Ғәмәлдәр 26:17, 18).

Эйе, Шайтан Иблис бөтә кешеләрҙе лә насарлыҡ эшләргә ҡоторта. Ҡайһы саҡта һиңә лә дөрөҫ булғанды эшләүе ауырҙыр, шулай бит? ~ Шайтан арҡаһында барыбыҙға ла дөрөҫ булғанды эшләүе ауыр. Әммә быға тағы бер сәбәп бар. Ниндәй сәбәп? ~ Беҙ барыбыҙ ҙа гонаһлы булып тыуабыҙ.

Гонаһ арҡаһында беҙгә насарлыҡ эшләүе яҡшылыҡ эшләүгә ҡарағанда еңелерәк. Улайһа, нимә эшләргә һуң? ~ Беҙ дөрөҫ булғанды эшләү өсөн көрәшергә тейеш. Шулай эшләһәк, беҙҙе яратҡан Ғайса һис шикһеҙ беҙгә ярҙам итәсәк.

Элек насарлыҡ ҡылған, әммә һуңынан үҙгәргән кешеләргә Ғайса яратыу күрһәткән. Ул шул кешеләргә үҙгәрер өсөн ни тиклем күп тырышлыҡ һалырға кәрәк икәнен белгән. Мәҫәлән, ул ваҡытта күп һәм төрлө ирҙәр менән енси мөнәсәбәткә ингән ҡатындар булған. Изге Яҙмала ундай ҡатындар фәхишәләр тип атала. Әлбиттә, шундай тормош алып барыу бик насар.

Ни өсөн Ғайса әхлаҡһыҙ тормош алып барған ҡатынды кисергән?

Бер ваҡыт шундай әхлаҡһыҙ бер ҡатын Ғайса тураһында ишетеп, уның янына килгән. Ул ваҡытта Ғайса бер фарисейҙың өйөндә булған. Шул ҡатын, илап, Ғайсаның аяҡтарына май ағыҙған һәм уның аяҡтарына тамған күҙ йәштәрен сәсе менән һөрткән. Әммә фарисей, был ҡатын кисереүгә лайыҡ түгел, тип уйлаған (Лука 7:36—50).

Һин беләһеңме, Ғайса фарисейға нимә тигән? ~ Ул уға: «Алла Батшалығына фәхишәләр һеҙҙән алда инәсәк», — тигән (Матфей 21:31). Фәхишәләр Ғайсаға иман иткән һәм тормош рәүешен үҙгәрткән, шуға күрә лә Ғайса ошо һүҙҙәрҙе әйткән. Фарисейҙар иһә Ғайсаның шәкерттәренә насарлыҡ эшләүен дауам иткән.

Ниндәйҙер эштәребеҙҙең Изге Яҙмаға ҡаршы килгәнен аңлаһаҡ, беҙгә үҙгәрергә әҙер булырға һәм бүтән улай эшләмәҫкә кәрәк. Йәһүәнең талаптары менән танышҡас та, беҙгә шунда уҡ уларҙы үтәргә тырышырға кәрәк. Шул саҡта Йәһүә шатланасаҡ һәм киләсәктә беҙгә мәңгелек тормош бүләк итәсәк.

Ошо шиғырҙар беҙгә насарлыҡ эшләмәҫкә ярҙам итер: Зәбур 119:9—11; Ғибрәтле һүҙҙәр 3:5—7 һәм 12:15