Төп мәғлүмәткә күсеү

Эстәлеккә күсеү

27-СЕ БҮЛЕК

Кем һинең Аллаң?

Кем һинең Аллаң?

КЕМ һинең Аллаң? Ни өсөн был һорау шул тиклем мөһим? ~ Сөнки кешеләр төрлө аллаларға, йәғни илаһтарға табына (1 Коринфтарға 8:5). Бер ваҡыт илсе Павел Йәһүәнең көсө менән бер ҡасан да атламаған кешене һауыҡтырғас, кешеләр: «Беҙҙең яныбыҙға кеше ҡиәфәтендә илаһтар инде!» — тип ҡысҡыра башлаған. Был кешеләр Павелға һәм уның дуҫы Варнаваға табынырға теләгән. Шунлыҡтан улар Павелға Гермес, ә Варнаваға Зевс тип ялған илаһтарҙың исемен биргән.

Әммә Павел менән Варнава был кешеләргә үҙҙәренә табынырға рөхсәт итмәгән. Улар халыҡ араһына йүгереп инеп: «Был файҙаһыҙ илаһтарығыҙҙан арынығыҙ һәм мәңге тере Аллаға табан боролоғоҙ», — тип ҡысҡырып әйткән (Ғәмәлдәр 14:8—15). Бөтә нәмәне барлыҡҡа килтергән «тере Алла» кем ул? ~ Эйе, ул Йәһүә Алла — «бөтә ер өҫтөнән берҙән-бер Аллаһы Тәғәлә». Ғайса Йәһүәне «берҙән-бер хаҡ Алла» тип атаған. Тимәк, кем генә ғибәҙәт ҡылыуға лайыҡ? ~ Тик Йәһүә генә! (Зәбур 83:18; Яхъя 17:3; Асылыш 4:11)

Ни өсөн Павел менән Варнава үҙҙәренә табынырға теләгән кешеләрҙе туҡтата?

Кешеләрҙең күбеһе «берҙән-бер хаҡ Алла[ға]» табынмай. Улар ағастан, таштан йәки металдан яһалған нәмәләргә табына (Сығыш 32:4—7; Левиттар 26:1; Ишағыя 44:14—17). Ҡайһы саҡта хатта күренекле кешеләрҙе лә илаһ, йондоҙ йә кумир тип атайҙар. Әммә уларға Аллаға табынғандай табыныу дөрөҫмө? ~

Савл илсе Павел булып киткәс: «Был донъяның илаһы иманһыҙҙарҙың аҡылын томаланы», — тип яҙған (2 Коринфтарға 4:4). Был донъяның илаһы кем ул? ~ Эйе, Шайтан Иблис! Шайтан арҡаһында кешеләр хатта башҡа кешеләргә йә әйберҙәргә табына башлаған.

Шайтан үҙенә Ғайсаның йөҙ түбән йығылып табыныуын теләгәндә, Ғайса уға нисек яуап биргән? ~ Ул: «„Йәһүә Аллаңа табын һәм бары Уға ғына хеҙмәт ит“, — тип яҙылған бит», — тигән (Матфей 4:10). Шулай итеп Ғайса тик Йәһүәгә генә табынырға кәрәк икәнен күрһәткән. Бик күп йылдар элек йәшәгән өс йәш егет быны яҡшы аңлаған. Уларҙың исеме — Сидрах, Мисах һәм Әбдинәх. Әйҙә, улар тураһында уҡыйыҡ.

Был өс йәш егет Израиль халҡынан булған. Уларҙы Вавилонға әсирлеккә алып киткәндәр. Унда Набуҡаднизар исемле батша алтындан ҙур һын яһаған. Бер көндө ул бындай бойороҡ биргән: музыка уйнай башлағас, һәр кеше шул һынға табынырға тейеш. «Кем дә кем һынға теҙләнеп табынмаһа, шунда уҡ дөрләп янған мейескә ырғытыласаҡ», — тип иҫкәрткән ул. Һин унда булһаң, нимә эшләр инең? ~

Ни өсөн был егеттәр һынға табынмай?

Ғәҙәттә, Сидрах, Мисах һәм Әбдинәх батша ҡушҡандың барыһын үтәгән. Әммә ошо осраҡта улар батша әйткәнде эшләргә теләмәгән. Ни өсөн, беләһеңме? ~ Сөнки Алла биргән ҡанунда былай тиелгән: «Минән башҡа һис ниндәй илаһтарығыҙ булмаһын. Үҙеңә боттар яһама һәм уларға табынма» (Сығыш 20:3—5). Шуға күрә Сидрах, Мисах һәм Әбдинәх батшаның бойороғона түгел, ә Алланыҡына буйһонған.

Был хаҡта белеп ҡалғас, батша бик ныҡ асыуланған. Ул шунда уҡ өс йәш еврейҙы үҙенең алдына баҫтырырға ҡушҡан. Батша былай тигән: «Һеҙ ысынлап та минең илаһтарыма хеҙмәт итмәйһегеҙме? Һеҙгә тағы бер мөмкинлек бирәм. Хәҙер, музыка уйнай башлағас, һын алдында теҙләнеп, уға табынығыҙ. Юғиһә, мин һеҙҙе шунда уҡ дөрләп янған мейескә ырғытырмын. Шунда ҡарарбыҙ, ниндәй илаһ һеҙҙе минең ҡулымдан ҡотҡарыр».

Был өс йәш егеткә ни эшләргә? Һин нимә эшләр инең? ~ Улар батшаға былай тип яуаплаған: «Беҙ хеҙмәт иткән Аллабыҙ беҙҙе ҡотҡара ала. Хатта ҡотҡармаһа ла, һинең илаһтарыңа беҙ хеҙмәт итмәйәсәкбеҙ. Беҙ һин ҡуйған алтын һынға табынмаясаҡбыҙ».

Батша бик ныҡ ярһып киткән. Ул: «Мейесте ете тапҡырға ҡыҙыуыраҡ яғығыҙ!» — тип бойорған. Шунан ул көслө ирҙәргә Сидрах, Мисах һәм Әбдинәхте, бәйләп, мейескә ташларға ҡушҡан! Мейес шул тиклем ҡыҙыу булған, хатта өс егетте мейескә ташлаған кешеләр янып үлгән! Ә өс йәш еврей менән нимә булған?

Сидрах, Мисах һәм Әбдинәх шартлап янған мейес эсенә барып төшкән. Шунда мөғжизә булған: был егеттәр уттан бер ниндәй ҙә зыян күрмәгән, уларҙың ҡулдары ла бәйләнмәгән. Был нисек мөмкин булған һуң? ~ Мейес эсенә ҡарағас, батша бик ныҡ ҡурҡып киткән. «Беҙ мейескә өс кешене ырғыттыҡ түгелме һуң?» — тип һораған ул. «Тап шулай, батша!» — тигән хеҙмәтселәре.

Йәһүә ялҡынлы мейескә ырғытылған хеҙмәтселәрен нисек ҡотҡарған?

Шунан батша былай тигән: «Ҡарағыҙ! Ут эсендә дүрт кеше йөрөп ята, һәм улар һис ниндәй зыян күрмәй». Ә дүртенсеһе кем булған, беләһеңме? ~ Йәһүәнең фәрештәһе. Ул өс еврейҙы уттан яҡлаған.

Быны күреп, батша мейес ишеге янына килгән дә былай тип ҡысҡырған: «Сидрах, Мисах һәм Әбдинәх, Хоҙай Тәғәләнең хеҙмәтселәре, сығығыҙ, бында килегеҙ!» Өс йәш егет мейестән сыҡҡас, барыһы ла ғәжәпкә ҡалған: егеттәрҙең бер сәс бөртөгө лә янмаған, уларҙан хатта төтөн еҫе лә килмәгән. Батша былай тигән: «Сидрах, Мисах һәм Әбдинәх Аллаһына маҡтауҙар яуһын! Ул, фәрештәһен ебәреп, үҙ хеҙмәтселәрен ҡотҡарҙы, сөнки улар үҙ Аллаһынан башҡа һис ниндәй илаһҡа табынырға теләмәне» (Данил китабы, 3-сө бүлек).

Бөгөн кешеләр кемде данлай һәм кемгә табына?

Беҙ был осраҡтан күп нәмәгә өйрәнә алабыҙ. Хатта бөгөн дә кешеләр төрлө һындарға, һүрәттәргә йәки боттарға табына. Бер энциклопедияла: «Флаг тәре кеүек үк изге», — тип әйтелә («The Encyclopedia Americana»). Һынды йә һүрәтте ағастан, таштан, металдан йәки туҡыманан яһайҙар. Ғайсаның беренсе шәкерттәре Рим императорына табыныуҙан баш тартҡан. Дэниел Манникс исемле бер тарихсы быны флагка честь биреүҙән һәм берәй илгә тоғро ҡалырға ант итеүҙән баш тартыу менән сағыштырған.

Һин нисек уйлайһың, боттарҙың туҡыманан, ағастан, таштан йә металдан яһалғаны Алла өсөн мөһимме? ~ Йәһүәнең хеҙмәтсеһенә боттарға табыныу дөрөҫ булыр инеме? ~ Сидрах, Мисах һәм Әбдинәх боттарға табынмаған, һәм шулай итеп Йәһүәнең йөрәген һөйөндөргән. Ә һин уларҙан нисек өлгө ала алаһың? ~

Йәһүәнең хеҙмәтселәре берәй кешегә йәки әйбергә табынырға тейеш түгел. Был турала ошо шиғырҙарҙа әйтелә: Ешуа 24:14, 15, 19—22; Ишағыя 42:8; 1 Яхъя 5:21 һәм Асылыш 19:10.