Төп мәғлүмәткә күсеү

Эстәлеккә күсеү

28-СЕ БҮЛЕК

Кемде тыңларға кәрәк икәнен нисек белергә?

Кемде тыңларға кәрәк икәнен нисек белергә?

ҠАЙҺЫ саҡта кемде тыңларға кәрәк икәнен аңлау ауыр булырға мөмкин. Атайың менән әсәйең һинән бер нәмә эшләүеңде, ә уҡытыусың йә полиция хеҙмәткәре бөтөнләй башҡаса эш итеүеңде талап итергә мөмкин. Шундай осраҡта нимә эшләргә? ~

Ошо китаптың 7-се бүлегендә беҙ Ефестарға 6:1—3-тө уҡыған инек. Унда, балалар ата-әсәләрен тыңларға тейеш, тип әйтелә. «Атай-әсәйҙәрегеҙгә Раббы теләгәнсә итәғәтле булығыҙ», — тип әйтелгән Изге Яҙмала. Был һүҙҙәр нимә аңлата, беләһеңме? ~ Ата-әсәләр Йәһүәнең ҡанундарына өйрәткәндә, балалары уларҙы тыңларға тейеш.

Әммә ололарҙың ҡайһы берҙәре Йәһүәгә ышанмай. Шуға күрә ҡайһы берәүҙәр, контроль эш ваҡытында шпаргалкалар ҡулланыуҙың йә магазиндан түләмәйенсә берәй нәмә алып сығыуҙың бер насарлығы ла юҡ, тип һанай. Әммә алдашыу йә урлашыу дөрөҫмө? ~

Хәтерләйһеңдер, бер ваҡыт Набуҡаднизар батша, һәр кеше алтындан яһалған һынға теҙләнеп табынырға тейеш, тигән бойороҡ сығарған. Әммә Сидрах, Мисах һәм Әбдинәх быны эшләүҙән баш тартҡан. Беләһеңме, ни өсөн? ~ Сөнки Изге Яҙмала, кешеләр тик Йәһүәгә генә табынырға тейеш, тип әйтелә (Сығыш 20:3; Матфей 4:10).

Петр Каиафаға нимә тип әйтә?

Ғайсаның үлеменән һуң, уның илселәрен Юғары кәңәшмәгә алып килгәндәр. Юғары кәңәшмә йәһүдтәрҙең дини һорауҙары ҡарала торған урын булған. Каиафа исемле иң баш рухани уларға өндәшеп былай тигән: «Беҙ һеҙгә ҡәтғи рәүештә был исемдән өйрәтмәҫкә бойорғайныҡ түгелме? Ә һеҙ үҙегеҙҙең тәғлимәтегеҙҙе бөтә Иерусалимға тараттығыҙ». Ни өсөн илселәр Юғары кәңәшмәнең бойороғона буйһонмаған? ~ Петр бөтә илселәр исеменән яуап итеп: «Кешеләргә ҡарағанда Аллаға нығыраҡ буйһонорға кәрәк», — тигән (Ғәмәлдәр 5:27—29).

Ул ваҡытта йәһүдтәрҙең дин әһелдәре ҙур хакимлыҡҡа эйә булған. Әммә уларҙың иле Рим хөкүмәтенең идаралығы аҫтында булған. Был хөкүмәттең батшаһын ҡайсар тип атағандар. Йәһүдтәр ҡайсарҙың үҙҙәре өҫтөнән идара итеүен теләмәһә лә, Рим хөкүмәте халыҡ өсөн күп яҡшы нәмәләр эшләгән. Бөгөн дә хөкүмәттәр үҙенең граждандары хаҡында ҡайғырта һәм улар өсөн күп файҙалы нәмәләр эшләй. Беләһеңме, нимә? ~

Хөкүмәт юлдар төҙөй, полиция хеҙмәткәрҙәренә һәм янғын һүндереүселәргә эш хаҡы түләй. Шулай итеп ул именлегебеҙ хаҡында ҡайғырта. Хөкүмәт шулай уҡ балаларҙың белем алыуы, оло кешеләрҙең сәләмәтлеге хаҡында ла хәстәрләй. Быларҙың барыһы өсөн дә аҡса кәрәк. Беләһеңме, хөкүмәт ҡайҙан аҡса ала? ~ Ул аҡсаны кешеләрҙән ала. Кешеләр хөкүмәткә түләгән аҡса һалым тип атала.

Ғайса ерҙә йәшәгән саҡта күп кенә йәһүдтәр Рим хөкүмәтенә һалым түләргә теләмәгән. Шуға күрә бер көндө руханиҙар Ғайса янына бер һорау менән үҙҙәренең кешеләрен ебәргән. Улар унан: «Ҡайсарға һалым түләү дөрөҫмө, йәки юҡмы?» — тип һораған. Был мәкерле һорау булған. Әгәр Ғайса: «Эйе, һеҙ һалым түләргә тейеш», — тип әйтһә, был күп кенә йәһүдтәргә оҡшамаҫ ине. Ә әгәр: «Һалым түләргә кәрәкмәй», — тиһә, был дөрөҫ булмаҫ ине.

Ғайса нимә эшләгән? Ул: «Миңә берәй тәңкә күрһәтегеҙ әле», — тигән. Кешеләр Ғайсаға тәңкә килтергәс, ул уларҙан: «Бында кемдең һүрәте төшөрөлгән һәм кемдең исеме яҙылған?» — тип һораған. Кешеләр: «Ҡайсарҙыҡы», — тип яуаплаған. Шунда Ғайса былай тигән: «Шулай булғас, ҡайсарҙыҡын — ҡайсарға, Алланыҡын — Аллаға бирегеҙ» (Лука 20:19—26).

Ғайса был кешеләрҙең һорауына нисек яуап биргән?

Ундай яуапҡа ҡаршы һүҙ әйтеп булмаған. Ҡайсар халыҡ тураһында ҡайғыртҡан һәм үҙе аҡса сығарған. Тимәк, бының өсөн уға һалым түләү дөрөҫ булған. Шулай итеп Ғайса хөкүмәткә беҙҙең хаҡҡа башҡарған эштәре өсөн һалым түләү дөрөҫ икәнен күрһәткән.

Һин әле бәләкәй, шуға һалым түләмәйһең. Әммә һин нимә эшләргә тейеш, беләһеңме? ~ Һин хөкүмәт сығарған ҡанундарға буйһонорға тейеш. Изге Яҙмала, «һәр кем хакимлыҡ иткән етәкселәргә» буйһонорға тейеш, тип әйтелә. «Хакимлыҡ иткән етәкселәр» — ул хөкүмәттә хакимлыҡҡа эйә булған кешеләр. Алла үҙе беҙгә хөкүмәт сығарған ҡанундарға буйһонорға ҡуша (Римдарға 13:1, 2).

Әйтәйек, урамда ҡағыҙҙар йә башҡа сүп-сар ташларға ярамай тигән ҡанун бар, ти. Һин шул ҡанунға буйһонорға тейешме? ~ Эйе, сөнки быны Йәһүә Алла теләй. Ә һиңә полиция хеҙмәткәрен тыңларға кәрәкме? ~ Хөкүмәт полиция хеҙмәткәрҙәренә, тәртип һаҡлағаны һәм кешеләрҙе яҡлағаны өсөн, эш хаҡы түләй. Уларға буйһоноп, беҙ хөкүмәткә буйһонабыҙ.

Күҙ алдыңа килтер, һин юл аша сығырға йыйынғанһың, ти, ә полиция хеҙмәткәре һиңә: «Туҡта!» — тип әйтә. Һин шул саҡта ни эшләрһең? ~ Ә башҡалар иҫкәртеүгә ҡарамаҫтан юл аша йүгереп сыҡһа, һин дә улар артынан йүгерерһеңме? ~ Хатта башҡалар туҡтамаһа ла, туҡтарға кәрәк. Сөнки Алла тыңлаусан булыуҙы талап итә.

Әйтәйек, күрше урамда ниҙер булған һәм полиция хеҙмәткәре: «Өйөгөҙгә ҡайтығыҙ! Урамға сыҡмағыҙ!» — тип әйтә икән ти. Ләкин тирә-яҡта ҡысҡырышыуҙар ишетелә, һәм һинең барыһын да үҙ күҙҙәрең менән күргең киләлер. Барып ҡарарға яраймы? ~ Был «хакимлыҡ иткән етәкселәргә» буйһоноу булыр инеме? ~

Хөкүмәт, ғәҙәттә, мәктәптәр төҙөй, уҡытыусыларға эш хаҡы түләй. Нисек уйлайһың, Алла һинең уҡытыусыға тыңлаусан булыуыңды теләйме? ~ Әйҙә, уйлап алайыҡ. Хөкүмәт уҡытыусыларға беҙҙе уҡытһын өсөн, ә полиция хеҙмәткәрҙәренә беҙҙе яҡлаһын өсөн эш хаҡы түләй. Шулай итеп, уҡытыусыны йә полиция хеҙмәткәрен тыңлап, һин хөкүмәткә буйһонғаныңды күрһәтерһең.

Ни өсөн беҙ полиция хеҙмәткәрҙәрен тыңларға тейеш?

Ә уҡытыусы һиңә берәй нәмәгә табынырға ҡушһа, һин нимә эшләрһең? ~ Өс йәш еврей Набуҡаднизар батшаның бойороғона буйһонмаған: улар һынға теҙләнеп табынмаған. Хәтерләйһеңме, ни өсөн? ~ Сөнки улар Аллаға буйһонорға теләгән.

Уилл Дюрант исемле тарихсының һүҙҙәре буйынса, беренсе мәсихселәр тәү сиратта ҡайсарға түгел, ә Йәһүәгә тоғро булған. Әйҙә, тормошобоҙҙа беренсе урында Йәһүә булырға тейеш икәнен онотмайыҡ.

Беҙ хөкүмәткә буйһонабыҙ, сөнки быны беҙҙән Алла талап итә. Әммә беҙгә Алла рөхсәт итмәгәнде эшләргә ҡушһалар? ~ Беҙ илселәр иң баш руханиға әйткән һүҙҙәрҙе ҡабатларбыҙ: «Кешеләргә ҡарағанда Аллаға нығыраҡ буйһонорға кәрәк» (Ғәмәлдәр 5:29).

Изге Яҙма беҙҙе ҡанунды ихтирам итергә өйрәтә. Был турала ошо шиғырҙарҙан уҡып була: Матфей 5:41; Титҡа 3:1 һәм 1 Петр 2:12—14.