Төп мәғлүмәткә күсеү

Эстәлеккә күсеү

29-СЫ БҮЛЕК

Алла бөтә байрамдарҙы ла хуплаймы?

Алла бөтә байрамдарҙы ла хуплаймы?

Ни өсөн Аллаға был байрам оҡшаған?

ҺИН байрамдар яратаһыңмы? ~ Байрамдарҙа ваҡытты күңелле үткәреп була. Һин нисек уйлайһың, беҙ берәй байрамға барһаҡ, был Бөйөк Остазға оҡшар инеме? ~ Ғайса үҙе лә бер байрамда булған: ул шәкерттәре менән бергә туйға барған. Йәһүә — бәхетле Алла, шуға күрә беҙҙең яҡшы байрамдарҙа күңел асыуыбыҙ уны шатландыра (Яхъя 2:1—11).

Ошо китаптың 29-сы битендә Йәһүәнең Ҡыҙыл диңгеҙ һыуҙарын айырғаны һәм израилдәрҙең ҡоро диңгеҙ төбө буйлап икенсе ярға сыҡҡаны һүрәтләнгәйне. Был хикәйәне хәтерләйһеңме? ~ Шунан һуң израилдәр, Йәһүәне данлап һәм уға рәхмәттәр әйтеп, йырлай һәм бейей башлаған. Улар байрам иткән тип әйтеп була. Кешеләр бик шатланған, һәм, уларға ҡарап, әлбиттә, Алла ла ҡыуанған (Сығыш 15:1, 20, 21).

40 йыл самаһы үткәс, израилдәр башҡа бер ҙур байрамда булған. Әммә ул байрамды ойошторған кешеләр Йәһүәгә ғибәҙәт ҡылмаған. Ул кешеләр башҡа илаһтарға табынған һәм үҙенең ире йә ҡатыны булмаған кешеләр менән енси мөнәсәбәткә ингән. Һин нисек уйлайһың, ундай байрамда булыу дөрөҫмө? ~ Йәһүәгә был оҡшамаған, һәм ул израилдәрҙе хөкөм иткән (Һандар 25:1—9; 1 Коринфтарға 10:8).

Изге Яҙмала шулай уҡ ике тыуған көн байрамы тураһында яҙылған. Уларҙың береһе Бөйөк Остаздың тыуған көнө булғанмы? ~ Юҡ. Ул тыуған көндәрҙе Йәһүәгә хеҙмәт итмәгән кешеләр үткәргән. Шул кешеләрҙең береһе Ирод Антипа батша булған. Ғайса ерҙә йәшәгән саҡта ул Галилеяның идарасыһы булған.

Ирод батша күп яуыз эштәр ҡылған. Ул ағаһының ҡатынына өйләнгән. Уның исеме Иродиада булған. Алланың хеҙмәтсеһе Сумдырыусы Яхъя Иродты, һин дөрөҫ эшләмәйһең, тип хөкөм иткән. Ирод, быға бик асыуланып, Яхъяны төрмәгә япҡан (Лука 3:19, 20).

Яхъя төрмәлә ултырған саҡта Иродтың тыуған көнө еткән. Ирод ҙур байрам ойошторған. Ул күп күренекле ҡунаҡтар саҡырған. Улар ашаған, эскән һәм күңел асҡан. Шунан һуң Иродиаданың ҡыҙы, сығып, бөтә ҡунаҡтар алдында матур итеп бейегән. Уның бейеүе барыһына ла шул тиклем оҡшаған, хатта Ирод батша уны бүләкләргә булған. «Минән нимә теләһәң, шуны һора. Һорағаныңды бирермен. Һораһаң, хатта батшалығымдың яртыһын бирәм», — тип ант иткән ул.

Уға нимә һорарға? Аҡса, матур кейем йә зиннәтле һараймы? Ҡыҙ нимә һайларға белмәгәнгә, кәңәш артынан әсәһе янына киткән. «Нимә һорайым икән?» — тигән ул әсәһенә.

Иродиада иһә Сумдырыусы Яхъяны бик ныҡ нәфрәт иткән. Шуға күрә ул: «Сумдырыусы Яхъяның башын һора», — тигән. Батша янына кире килеп, ҡыҙ: «Сумдырыусы Яхъяның башын ҡоштабаҡҡа һалып, хәҙер үк миңә алып килеүеңде теләйем!» — тип әйткән.

Ирод батша Яхъяның һәйбәт кеше булғанын белә, шуға уны үлтерергә теләмәй. Әммә ул инде һүҙ биреп өлгөрҙө. Һүҙен үтәмәһә, ҡунаҡтар, батша вәғәҙәһендә тормай, тигән уйға килергә мөмкин. Шуға Ирод хеҙмәтсеһенә, төрмәгә барып, Яхъяның башын сабырға ҡуша. Оҙаҡламай хеҙмәтсе кире әйләнеп килә. Ул, Яхъяның башын ҡоштабаҡҡа һалып, ҡыҙға килтереп бирә. Ҡыҙ уны әсәһенә тапшыра (Марк 6:17—29).

Изге Яҙмала тасуирланған икенсе тыуған көн беренсеһенән яҡшыраҡ булған тип әйтеп булмай. Был фирғәүендең, Мысыр батшаһының, тыуған көнө булған. Был байрам ваҡытында ла фирғәүен бер кешенең башын саптырған. Шул кешенең кәүҙәһен ағасҡа элеп ҡуйғандар, һәм ҡоштар уны суҡып өҙгөләп бөтөргән (Башланмыш 40:19—22). Нисек уйлайһың, Алла был ике байрамды хуплағанмы? ~ Һин унда булырға теләр инеңме? ~

Ирод батша тыуған көнөн үткәргән саҡта нимә булған?

Беҙ Изге Яҙмала яҙылғандарҙың барыһы ла билдәле бер маҡсат менән яҙылғанын беләбеҙ. Унда ике тыуған көн байрамы тураһында ғына әйтелә. Әммә икеһендә лә насар ваҡиғалар булған. Шулай итеп, Алла беҙгә тыуған көн байрамы тураһында нимә әйтергә теләй? Ул беҙҙең был байрамды үткәреүебеҙҙе теләйме? ~

Эйе, бөгөн кешеләр ундай байрамдарҙы үткәргән саҡта башҡаларҙың башын сапмай. Әммә тыуған көн байрамын хаҡ Аллаға ғибәҙәт ҡылмаған кешеләр уйлап сығарған. Изге Яҙмала иҫкә алынған тыуған көндәр тураһында бер хеҙмәттә былай тиелә: «Гонаһлылар ғына... ҙур мәжлес ойоштороп үҙҙәренең тыуған көнөн үткәргән» («The Catholic Encyclopedia»). Беҙ уларға оҡшарға теләмәйбеҙ, шулай бит? ~

Бөйөк Остаз тураһында нимә әйтеп була? Ул үҙенең тыуған көнөн үткәргәнме? ~ Юҡ. Изге Яҙмала был турала бер нәмә лә әйтелмәй. Ғайсаның беренсе шәкерттәре лә уның тыуған көнөн үткәрмәгән. Әммә һуңыраҡ кешеләр Ғайсаның тыуған көнөн 25 декабрҙә, ә ҡайһы бер илдәрҙә 7 ғинуарҙа үткәрә башлаған. Ләкин Ғайса был көндәрҙең береһендә лә тыумаған. Дөрөҫөн әйткәндә, ул бөтөнләй ҙә ҡыш көнө тыумаған.

Беләһеңме, ни өсөн беҙ шулай тип әйтә алабыҙ? ~ Сөнки Изге Яҙмала әйтелгәнсә, Ғайса тыуғанда, көтөүселәр көтөүҙәре менән төндө әле ҡырҙа үткәргән (Лука 2:8—12). Әммә һыуыҡ һәм ямғырлы декабрь айында улар ҡырҙа була алмаҫ ине.

Ни өсөн Ғайса декабрь йә ғинуар айында тыуған тип иҫәпләү дөрөҫ түгел?

Улайһа, ни өсөн күп кеше Ғайсаның тыуған көнөн декабрь йә ғинуар айында үткәрә? Сөнки кешеләр Ғайсаның тыуған көнөн мәжүсиҙәр үҙ байрамын үткәргән көндә үткәрә башлаған. Ысынында, бөгөн кешеләр үткәргән күп кенә байрамдарҙы элек мәжүсиҙәр генә үткәргән. Мәҫәлән, күп кенә кеше Яңы йыл байрамын ғинуар айында үткәрә, сөнки боронғо Римда кешеләр был көндө Янус исемле илаһтарының береһенә бағышлаған булған.

Кешеләрҙең күбеһе Яңы йыл байрамының мәжүсиҙәр байрамынан килеп сыҡҡанын, һәм Алла был байрамды хупламағанын белә. Әммә улар барыбер был байрамды үткәрә. Уларға был байрам шул тиклем оҡшай, хатта улар Алланың был байрамға ҡарашын да иҫәпкә алмай. Әммә беҙ Йәһүәне шатландырырға теләйбеҙ, шулай бит? ~

Шулай итеп, берәй байрамды үткәрергә булһаҡ, беҙ ул байрам Йәһүәгә оҡшаймы, юҡмы икәнен белергә теләйбеҙ. Байрамды теләһә ҡайһы ваҡытта ойошторорға була. Бының өсөн берәй махсус көндө көтөргә кәрәкмәй. Тәмле ризыҡ әҙерләп, төрлө уйындар уйнап була. Һиңә ундай байрам оҡшар инеңме? ~ Улайһа, был турала атай-әсәйеңә әйт һәм уларҙан байрам ойошторорға ярҙам итеүен һора. Был бик күңелле булыр, шулай бит? ~ Әммә байрам үткәрер алдынан Алла уны хуплаймы, юҡмы икәнен бел.

Үткәргән байрамдарыбыҙҙы Алла хуплаймы, юҡмы икәнен нисек белергә?

Изге Яҙмала Алла хуплағанды ғына эшләргә кәрәк икәне күрһәтелә. Әйҙә, был турала ошо шиғырҙарҙан уҡыйыҡ: Ғибрәтле һүҙҙәр 12:2; Яхъя 8:29; Римдарға 12:2 һәм Яхъя 3:22.