Төп мәғлүмәткә күсеү

Эстәлеккә күсеү

40-СЫ БҮЛЕК

Алланы нисек һөйөндөрөп була?

Алланы нисек һөйөндөрөп була?

АЛЛАНЫ һөйөндөрөр өсөн беҙ нимә эшләй алабыҙ? Беҙ уға берәй нәмә бирә алабыҙмы? ~ Йәһүә: «Урмандағы бар ҡырағай хайуандар минеке», — тип әйтә. Ул шулай уҡ: «Көмөш тә минеке, алтын да минеке», — ти (Зәбур 24:1; 50:10; Аггей 2:8). Шулай ҙа беҙ Аллаға бик ҡиммәтле бер нәмә бирә алабыҙ. Һинеңсә, нимә? ~

Йәһүә беҙгә үҙенә хеҙмәт итергәме, юҡмы икәнен һайларға мөмкинлек бирә. Ул беҙҙе үҙе теләгәнде эшләргә мәжбүр итмәй. Ни өсөн Алла беҙҙе һайлау ирке менән барлыҡҡа килтергән? Әйҙә, быны беләйек.

Һин роботтың нимә икәнен беләһеңдер. Робот — ул уны уйлап сығарған кеше нимә теләһә, шуны эшләй торған машина. Робот нимә эшләргә икәнен үҙе һайлай алмай. Йәһүә беҙҙең барыбыҙҙы ла роботтар кеүек итеп барлыҡҡа килтерә алған. Шул саҡта беҙ һәр ваҡыт уның теләге буйынса ғына эш итер инек. Әммә Алла шулай эшләмәгән. Беләһеңме, ни өсөн? ~ Мәҫәлән, ҡайһы бер уйынсыҡтар робот итеп эшләнгән. Уларҙың кнопкаһына баҫһаң, улар нимә өсөн уйлап сығарылған, шуны ғына эшләй. Һинең ундай уйынсыҡтар күргәнең бармы? ~ Йыш ҡына ундай уйынсыҡтар менән уйнау тиҙ ялҡыта. Сөнки улар гел дә бер үк нәмәне эшләй. Йәһүә беҙҙең үҙенә алдан билдәле бер программа буйынса эшләгән роботтар кеүек буйһоноуҙы теләмәй. Ул беҙҙең үҙенә теләп буйһоноуҙы һәм яратыуҙан сығып хеҙмәт итеүҙе теләй.

Ни өсөн Йәһүә беҙҙе роботтар һымаҡ итеп барлыҡҡа килтермәгән?

Нисек уйлайһың, беҙ Күктәге Атабыҙҙы үҙ теләгебеҙ менән тыңлағанда, ул нимә хис итә? ~ Ә атай-әсәйеңә һинең тәртибең нисек тәьҫир итә? ~ Изге Яҙмала: «Зирәк улан — атаһының һөйөнөсө, аҡылһыҙ улан — әсәһенең бәләһе», — тип әйтелә (Ғибрәтле һүҙҙәр 10:1). Атай-әсәйеңә тыңлаусан булғанда, улар бик һөйөнә. Һин быға иғтибар иткәнең бармы? ~ Ә уларҙы тыңламаһаң, улар нимә хис итә? ~

Һин Йәһүәне һәм атай-әсәйеңде нисек һөйөндөрә алаһың?

Ә хәҙер, әйҙә, күктәге Атабыҙ, Йәһүә, тураһында уйланайыҡ. Ул беҙгә үҙен нисек һөйөндөрөп булғанын әйтә. Әйҙә, Изге Яҙманан Ғибрәтле һүҙҙәр китабынан 27-се бүлектең 11-се шиғырын уҡыйыҡ. Унда Алла былай ти: «Улым [шулай уҡ ҡыҙым], аҡыллы бул һәм йөрәгемде һөйөндөр; шул саҡ мин мыҫҡыллаусыма яуап ҡайтара алырмын». Берәйһен мыҫҡыллау тигән һүҙҙәрҙең мәғәнәһен аңлайһыңмы? ~ Был — шул кешенән көлөп, уны, үҙ һүҙеңде үтәй алмайһың, тип ғәйепләү. Шайтан Йәһүәне нисек мыҫҡыллай? ~ Әйҙә, быны беләйек.

Иҫеңдәме, ошо китаптың 8-се бүлегендә беҙ Шайтандың иң бөйөк шәхес булырға теләгәне тураһында уҡығайныҡ. Ул шулай уҡ барыһының да үҙенә буйһоноуын теләй. Шайтан, кешеләр мәңгелек тормош алыр өсөн генә Йәһүәгә хеҙмәт итә, ти. Әҙәм менән Һауаны Алланы тыңламаҫҡа ҡотортоп, Шайтан Аллаға ҡаршы сыҡҡан. Ул Йәһүәгә: «Кешеләр һиңә үҙ файҙаһын ҡайғыртып ҡына хеҙмәт итә. Миңә мөмкинлек бирһәң, мин һәр кемде һинән алып китермен», — тигән.

Әҙәм менән Һауа гонаһ ҡылғандан һуң, Шайтан Йәһүәгә нисек ҡаршы сыҡҡан?

Әлбиттә, Изге Яҙмала тап шундай һүҙҙәр яҙылмаған. Әммә Әйүп пәйғәмбәр тураһында уҡығанда, Шайтандың Йәһүәгә шундайыраҡ һүҙҙәр әйткәне асыҡ күренә. Әйүп Йәһүәгә тоғро булып ҡалырмы, юҡмы, тигән һорау Шайтан өсөн дә, Йәһүә өсөн дә бик мөһим булған. Әйҙә, Изге Яҙманы асып, Әйүп китабының 1-се һәм 2-се бүлектәрен уҡып, нимә булғанын беләйек.

Әйүп китабының 1-се бүлегенән белгәнебеҙсә, бер ваҡыт фәрештәләр Йәһүә ҡаршыһына йыйыла. Улар араһында Шайтан да була. Шунда Йәһүә Шайтандан: «Һин ҡайҙан килдең?» — тип һорай. Шайтан ерҙе йөрөп сыҡҡаны тураһында әйтә. «Һин Әйүпкә иғтибар иттеңме? — ти Йәһүә. — Ул миңә хеҙмәт итә һәм яуызлыҡ ҡылмай» (Әйүп 1:6—8).

Шайтан шунда уҡ Әйүпте яманларға тотона: «Әйүп ауырлыҡтары булмағанға ғына һиңә хеҙмәт итә. Әгәр һин уны яҡламаһаң һәм эштәрен фатихалап тормаһаң, ул һине асыҡтан-асыҡ ҡәһәрләйәсәк». Шунда Йәһүә: «Бына, уның бар нәмәһе һинең ҡулыңда. Тик үҙенә генә теймә!» — тип яуап бирә (Әйүп 1:9—12).

Шайтан нимә эшләй? ~ Ул насар кешеләрҙе Әйүптең үгеҙҙәрен һәм ишәктәрен урларға, ә көтөүселәрен үлтерергә ҡоторта. Шунан һуң йәшен ата, һәм Әйүптең һарыҡтары, көтөүселәре утта янып үлә. Юлбаҫарҙар уның дөйәләрен урлай, ә уларҙы көткән көтөүселәрҙе үлтереп китә. Ахыр сиктә, Шайтан ҙур дауыл күтәрә. Шул дауыл арҡаһында Әйүптең ун балаһы йыйылған йорт емерелә. Уларҙың барыһы ла вафат була. Әммә, быға ҡарамаҫтан, Әйүп Йәһүәгә хеҙмәт итеүен дауам итә (Әйүп 1:13—22).

Шайтан менән ҡабат осрашҡас, Йәһүә Әйүптең тоғро булып ҡалыуына иғтибар итә. Шайтан быға ла сәбәп таба. Ул: «Әгәр һин миңә уның тәнен зарарларға рөхсәт итһәң, ул һине шунда уҡ ҡәһәрләйәсәк», — тип яуап бирә. Шунда Йәһүә уға Әйүптең тәненә зыян килтерергә рөхсәт итә, әммә, ғүмерен генә алма, ти.

Әйүп нимә кисереп сыҡҡан, һәм ни өсөн уның тоғро ҡалыуы Йәһүәне һөйөндөргән?

Шайтан Әйүпте ҡот осҡос сир менән зарарлай: уның бөтә тәне эренле яралар менән ҡаплана. Әйүптең тәненән шул тиклем һаҫыҡ еҫ килә, хатта шул еҫ арҡаһында бер кем дә уның эргәһендә оҙаҡ тора алмай. Хатта уның ҡатыны ла уға: «Алланы ҡәһәрләү һәм үлеү һинең өсөн яҡшыраҡ булмаҫмы?» — ти. Бер ваҡыт Әйүп янына дуҫ булып ҡыланған кешеләр килә. Улар Әйүпте, ҡасандыр ҡылған ауыр гонаһтарың өсөн яза алаһың, тип инандырырға тырыша. Ундай һүҙҙәр әйтеп, улар Әйүптең былай ҙа ауыр хәлен тағы ла ауырайтып ебәрә. Әммә Шайтан килтергән бөтә был ғазаптарға ҡарамаҫтан, Әйүп Йәһүәнең тоғро хеҙмәтсеһе булып ҡала (Әйүп 2:1—13; 7:5; 19:13—20).

Йәһүә, Әйүптең тоғролоғон күреп, нимә хис иткән, һин нисек уйлайһың? ~ Йәһүә бик ныҡ һөйөнгән, сөнки ул Шайтанға: «Әйүпкә ҡара! Ул миңә үҙ теләге менән хеҙмәт итә», — тип әйтә алған. Һин дә Әйүп һымаҡ булырһыңмы? Йәһүә, һине миҫал итеп килтереп, Шайтандың ялғансы булыуын иҫбатлай алырмы? ~ Эйе, Шайтандың, бар кешеләрҙе лә Йәһүәнән ситкә алып китә алам, тигән һүҙҙәренә яуап биреү — беҙҙең өсөн ҙур хөрмәт. Ғайса ла быны ҙур хөрмәт тип һанаған.

Шайтан Бөйөк Остазды насар эштәр ҡылырға ҡотортһа ла, Ғайса бер ҡасан да бирешмәгән. Уйлап ҡына ҡара, Ғайса үҙенең Атаһын ни тиклем һөйөндөргән! Йәһүә, Ғайсаға ҡарап, Шайтанға: «Минең Улыма ҡара! Ул ахырға тиклем миңә тоғро булып ҡалды, сөнки ул мине ярата», — тип әйтә алған. Атаһының йөрәген һөйөндөрөп, Ғайса үҙе лә бик шатланған! Был шатлыҡ Ғайсаға яфаланыу бағанаһында үлеменә тиклем тоғро булып ҡалырға ярҙам иткән (Еврейҙарға 12:2).

Ә һин, Бөйөк Остаздан өлгө алып, Йәһүәне һөйөндөрөргә теләйһеңме? ~ Улайһа, Алланың талаптары тураһында белем алыуыңды дауам ит һәм уларҙы үтәп, Йәһүәне һөйөндөр!

Ғайсаның Йәһүәне һөйөндөрөр өсөн нимә эшләгәне һәм беҙҙең Йәһүәне һөйөндөрөр өсөн нимә эшләй алғаныбыҙ тураһында уҡы: Ғибрәтле һүҙҙәр 23:22—25; Яхъя 5:30; 6:38; 8:28 һәм 2 Яхъя 4.