Төп мәғлүмәткә күсеү

Эстәлеккә күсеү

43-СӨ БҮЛЕК

Кем беҙҙең ҡәрҙәштәребеҙ?

Кем беҙҙең ҡәрҙәштәребеҙ?

БЕР ваҡыт Бөйөк Остаз кешеләргә: «Кем Минең әсәйем һәм кем Минең туғандарым?» — тигән көтөлмәгән һорау биргән (Матфей 12:48). Был һорауға һин нисек яуап бирер инең? ~ Ғайсаның әсәһе Мәрйәм булғанын хәтерләйһеңдер. Ә ҡустыларының исемен беләһеңме? ~ Ә уның һеңлеләре булғанмы? ~

Изге Яҙмала, Ғайсаның ҡустыларының исеме Яҡуб, Йософ, Симон һәм Йәһүҙә булған, тип әйтелә. Унда шулай уҡ уның һеңлеләре лә иҫкә алына. Ғайса беренсе бала булғанға, уларҙың иң олоһо булған (Матфей 13:55, 56; Лука 1:34, 35).

Ғайсаның ҡустылары уның шәкерттәре булып киткәнме? ~ Изге Яҙмала, улар башта уға ышанмаған, тип әйтелә (Яхъя 7:5). Әммә һуңыраҡ Яҡуб һәм Йәһүҙә уның шәкерттәре булып киткән һәм хатта Изге Яҙманы яҙыуҙа ҡатнашҡан. Беләһеңме, улар ниндәй китаптарҙы яҙған? ~ Эйе, был китаптар Яҡубтың хаты һәм Йәһүҙәнең хаты тип атала.

Изге Яҙмала Ғайсаның һеңлеләренең исемдәре яҙылмаған булһа ла, уның кәм тигәндә ике һеңлеһе булған, тип әйтеп була. Бәлки, күберәк тә булғандыр. Ғайсаның һеңлеләре уның шәкерте булып киткәнме? ~ Изге Яҙмала был турала бер нәмә лә әйтелмәй, шуға күрә беҙ теүәл белмәйбеҙ. Әммә ни өсөн Ғайса: «Кем Минең әсәйем һәм кем Минең туғандарым?» — тип һораған? ~ Әйҙә, быны беләйек.

Ғайса үҙ шәкерттәрен уҡытҡан саҡта, кемдер, уның һүҙен бүлеп, былай тигән: «Ана, әсәйең менән ҡустыларың тышта баҫып тора. Улар Һинең менән һөйләшергә теләй». Шунда Ғайса, мөһим һабаҡ бирергә теләп: «Кем Минең әсәйем һәм кем Минең туғандарым?» — тигән көтөлмәгән һорау биргән. Һәм үҙенең шәкерттәренә ҡулы менән күрһәтеп: «Бына былар Минең әсәйем менән Минең туғандарым!» — тип әйткән.

Ғайса әйткән һүҙҙәрен аңлатып биргән: «Кем Күктәге Атамдың ихтыярын үтәй, шул Минең ағай-энем дә, апай-һеңлем дә, әсәйем дә» (Матфей 12:47—50). Был һүҙҙәр Ғайсаның үҙ шәкерттәрен ни тиклем ныҡ яратҡанын күрһәтә. Шәкерттәре уның өсөн бер туған ҡустылары, һеңлеләре һәм әсәһе кеүек булған.

Ғайса әйткәнсә, кем уның ағай-энеһе һәм апай-һеңлеһе булған?

Ул ваҡытта Ғайсаның бер туған ҡустылары — Яҡуб, Йософ, Симон һәм Йәһүҙә — уның Алла Улы булыуына ышанмаған. Улар, күрәһең, Ябраил фәрештәнең әсәләренә әйткән һүҙенә ышанмаған (Лука 1:30—33). Бәлки, улар Ғайсанан мыҫҡыллап көлгәндәрҙер. Үҙен шулай тотоусы кешене ысын ағай-эне һәм апай-һеңле тип атап булмай. Ә һин үҙ ағай-энеләре һәм апай-һеңлеләре менән үҙен насар тотҡан кешене беләһеңме? ~

Изге Яҙмала бер туған Ғаяз менән Яҡуп тураһында яҙылған. Бер ваҡыт Ғаяз көслө ярһып: «Яҡупты үлтерәсәкмен!» — тигән. Уларҙың әсәләре, Рабиға, бынан ҡурҡып, Яҡупты хатта башҡа илгә ебәргән (Башланмыш 27:41—46). Ләкин күп йылдар үткәс, Ғаяздың күңеле йомшарған һәм, Яҡуп менән осрашҡас, ул уны ҡосаҡлап үпкән (Башланмыш 33:4).

Ваҡыт уҙыу менән Яҡуптың 12 улы тыуған. Әммә оло улдары Йософ исемле ҡустыһын яратмаған. Улар Йософтан көнләшкән, сөнки ул аталарының иң яратҡан улы булған. Улар Йософто Мысырға юл тотҡан кешеләргә һатып ебәргән. Ә аталарын, Йософто йыртҡыс талап үлтергән, тип алдаған (Башланмыш 37:23—36). Башҡа һыймаҫлыҡ яуызлыҡ, шулай бит? ~

Һуңыраҡ Йософтоң ағалары үҙ эштәре өсөн үкенгән. Шуға күрә Йософ уларҙы ғәфү иткән. Был осраҡта Йософ ҡайһы яҡтан Ғайсаға оҡшаған? ~ Ғайсаға ҡурҡыныс янағанда, уның илселәре уны ҡалдырып ҡасып киткән, Петр унан хатта баш тартҡан. Шуға ҡарамаҫтан, Ғайса, Йософ кеүек, илселәренең барыһын да ғәфү иткән.

Ҡабил һәм Һабил менән булған осраҡтан беҙ ниндәй һабаҡ алабыҙ?

Шулай уҡ ағалы-энеле Ҡабил һәм Һабил миҫалына иғтибар итәйек. Был миҫалдан күп нәмәгә өйрәнеп була. Алла, Ҡабилдың йөрәгенә иғтибар итеп, Һабилды яратмағанын күргән. Ул Ҡабилға, ҡустыңа ҡарата мөнәсәбәтеңде үҙгәртергә кәрәк, тигән. Ҡабил Алланы ысындан да яратҡан булһа, уның һүҙҙәрен тыңлар ине. Әммә Ҡабил Алланы яратмаған. Бер көндө Ҡабил Һабилға: «Әйҙә, яланға сығайыҡ», — тигән, һәм улар яланға киткән. Яланда Ҡабил Һабилға ныҡ итеп һуҡҡан, һәм Һабил үлгән (Башланмыш 4:2—8).

Изге Яҙмала, был миҫалдан беҙ мөһим һабаҡ алырға, тейеш тип әйтелә. Беләһеңме, ниндәй? ~ «Бына был иһә һеҙ тәүҙән үк ишеткән Хәбәр: беҙ бер-беребеҙҙе яратырға тейешбеҙ. Беҙгә Иблистән булған һәм үҙенең ҡустыһын үлтергән Ҡабил кеүек булырға ярамай». Тимәк, ҡәрҙәштәр Ҡабил һымаҡ булырға тейеш түгел, улар бер-береһен яратырға тейеш (1 Яхъя 3:11, 12).

Ни өсөн беҙ Ҡабил һымаҡ насар булырға теләмәйбеҙ? ~ Сөнки Изге Яҙмала, ул «Иблистән булған», тип яҙылған. Ҡабил Иблис кеүек эш иткәнгә күрә, уның атаһы — Иблис тиергә була.

Хәҙер һин ҡәрҙәштәрҙе яратыу ни тиклем мөһим икәнен күрәһеңме? ~ Әгәр һин ҡәрҙәштәреңде яратмаһаң, кемдең балаларына оҡшарһың? ~ Эйе, Иблис балаларына. Әлбиттә, һин уларға оҡшарға теләмәйһең, шулай бит? ~ Ә инде Алланың балаһы булырға теләһәң, быны нисек күрһәтергә? ~ Һин быны ҡәрҙәштәрҙе яратып күрһәтә алаһың.

Әммә яратыу нимә ул? ~ Ул — кеше күңелендәге көслө хис, ул беҙҙе башҡаларға яҡшы эштәр ҡылырға дәртләндерә. Әгәр беҙ башҡаларға ҡарата йылы хистәр тоябыҙ һәм улар өсөн яҡшы эштәр ҡылырға тырышабыҙ икән, тимәк, беҙ уларҙы яратабыҙ. Ә беҙ яратырға тейеш булған ҡәрҙәштәр кем? ~ Хәтерләйһеңдер, Ғайсаның һүҙҙәре буйынса — мәсихселәр йыйылышындағы бөтә имандаштарыбыҙ.

Һин ҡәрҙәштәреңә ҡарата яратыуыңды нисек күрһәтә алаһың?

Ҡәрҙәштәребеҙҙе яратыу ни тиклем мөһим? ~ Изге Яҙмала: «Үҙе күргән имандашын яратмаған кеше күрмәгән Алланы ярата алмай», — тип яҙылған (1 Яхъя 4:20). Шуға күрә ҡайһы бер ҡәрҙәштәрҙе генә яратыу етерлек түгел. Беҙгә бар ҡәрҙәштәребеҙҙе лә яратырға кәрәк. Ғайса: «Бер-берегеҙҙе яратыуығыҙҙан барыһы ла һеҙҙең Минең шәкерттәрем булыуығыҙҙы белер», — тигән (Яхъя 13:35). Һин бар ҡәрҙәштәрҙе лә яратаһыңмы? ~ Онотма, уларҙы яратмаһаң, ысынында Алланы яратып булмай.

Ә беҙ ҡәрҙәштәребеҙҙе ысындан да яратҡаныбыҙҙы нисек күрһәтә алабыҙ? ~ Ҡәрҙәштәрҙе яратһаҡ, беҙ уларҙан ситләшмәҫбеҙ һәм улар менән аралашыуҙан баш тартмаҫбыҙ. Беҙ улар менән үҙебеҙҙе дуҫтарса тоторбоҙ, уларға ҡарата игелек эшләрбеҙ һәм йомарт булырбыҙ. Ә инде улар берәй бәлә-ҡазаға эләкһә, беҙ уларға ярҙам ҡулын һуҙырбыҙ, сөнки беҙ — бер ғаилә.

Әгәр беҙ ҡәрҙәштәребеҙҙе ысындан да яратабыҙ икән, был нимәне иҫбатлай? ~ Был беҙҙең Бөйөк Остаз Ғайсаның шәкерттәре булыуыбыҙҙы күрһәтә. Ә беҙ һинең менән тап шуны теләйбеҙ ҙә, шулай бит? ~

Ҡәрҙәштәрҙе яратыу тураһында шулай уҡ Галаттарға 6:10 һәм 1 Яхъя 4:8, 21-ҙә яҙылған. Әйҙә, Изге Яҙманы асып, был шиғырҙарҙы уҡыйыҡ.